Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъя серен йондоҙҙарҙан эҙләп...
Донъя серен йондоҙҙарҙан эҙләп...
Яр йыландың йөрәген –
Алтын асҡыс табырһың,
Сер һарайын асырһың,
Теләгәнең алырһың,
– тиелә «Урал батыр» эпосында. Үҙәк урындарҙың береһендә торған Йылан йондоҙлоғоноң серенә төшөн­һәң, донъяны аңларһың тигән мәғәнә бирә ул юлдар. Быны беҙгә ғалимә, БДУ-ның Сибай инсти­ту­тын­дағы математика һәм информатика кафедраһының өлкән уҡы­тыу­сыһы Зилидә Шәрипова асып бирҙе.


Донъя серен йондоҙҙарҙан эҙләп...Ошо көндәрҙә Зилидә Ғә­зизйән ҡыҙының «Урал батыр» эпосы буйынса астрономия элементтарын өйрәнеү» тигән уҡыу әсбабы донъя күрҙе. Бөйөк әҫәре­беҙ абстракт хәл-ваҡиға­ларҙы бәйән иткән мифик ҡо­мартҡы ғына түгел, ул йон­доҙ­­ҙар серен сисеүгә асҡыс та була ала икән. Мәғариф сис­темаһында, урта дөйөм белем биреү мәктәптәрендә астрономия фәне бөтөнләй төшөп ҡал­ған ваҡытта, халҡы­быҙҙың мәш­һүр эпосын ошо йәһәттән дә тикшереү бик мөһим. Үҙ заманында Платон астрономияны яңы дәү­ләттә мотлаҡ өйрәне­лергә те­йешле дүрт фән исем­легенә ин­дерһә, беҙҙең яңы быуын был фәндең ни­геҙҙәрен бөтөнләй тиерлек белмәй. Юҡҡамы ни Зилидә Ғәзизйән ҡыҙы студенттар менән ара­лашыуҙы “Ни өсөн башҡортмон тигән кеше йондоҙ­ҙарҙы белергә тейеш, тип һаналған?» тигән һорау менән башлап ебәрҙе. Йондоҙ­ҙарҙа бөтә донъя сере ята, һәм ул сер ҡат­марлы код һәм шрифттар эсенә йомолоп, ҡомартҡы булған эпосыбыҙға һалынған. Уларҙы бары тик аса һәм уҡый белергә генә кәрәк», – тине ғалимә. Мәҫәлән, ул әлеге ғилми хеҙмәтендә Ерҙә көн менән төндөң алмашыныуын, йәғни Ерҙең яҡты һәм ҡараңғы яҡтарын Урал менән Шүлгән символлаштыра, тип билдә­ләй. Бер йыл эсендә Ер эллипс форма­һындағы орбитаһы буй­лап Ҡояш тирәләй әйләнеп сыға. Башҡорт фәлсә­фәһендә был астрономик күренеш Урал менән Шүлгәндең художестволы образдары аша сағылды­рыла, улар үҙ-ара Самрау батша һәм Ҡояш­тың ҡыҙы Һомай менән ҡауышыу өсөн көрә­шә. Анимизм дәүерендә ижад ителгән «Урал батыр» эпосында, ул заман фекер­ләүенә ярашлы, Һомай тере фе­тиш – аҡҡош – рәүешендә бирелә. Уның тап ошо сүрәттә бирелеүе лә осраҡлы түгел: был ҡоштарҙың яҙлы-көҙлө йылы яҡҡа китеү-ҡайтыуҙары көн оҙонлоғона бәй­ле. Ошонан сығып, боронғо башҡорттарҙың йыл миҙгел­дәре­нең алмашыныуы Ерҙең Ҡояшҡа яҡынлы­ғына бәйле булыуын белеүе тураһын­да фекер йөрөтөргә мөмкин. Был эпоста ла раҫлана.
Шулай итеп, боронғо башҡорт фәл­сәфәһе буйынса, Ерҙең Ҡояш тирәләй әй­ләнеше Урал батыр менән Һо­­­май-аҡҡоштоң осрашыуынан башлана. Әйтеп үтергә кәрәк, Аҡҡош йондоҙлоғо көҙгө күктә иң тәүгеләрҙән булып күренә. Ә инде Йән­бикә һәм Йәнбирҙе, антик һәм хәҙерге за­ман астрономияһы буйынса, Игеҙәктәр йондоҙлоғона тап килә. Унан ары Урал менән Шүлгәндең арыҫ­лан­дарға атланып юлға сығыуы ла артабан Ҡояштың Арыҫлан йондоҙлоғона күсеүен аңлата. Эпоста Игеҙәктәр йондоҙлоғонан алып Арыҫлан йондоҙлоғона тиклем ярты календарь йылға һуҙылған Ҡояш хәрәкәте­нең художестволы образдар аша һүрәтләнеүе генә лә боронғо башҡорт­тарҙың күк есемдәренең хәрәкәтен оҙаҡ йылдар буйы даими күҙәтеүен иҫбат­лай. Уралдың (Ерҙең) йыһан буйлап сәйәхәт итеүенең төп маҡсаты – Үлемде юҡ итеп, мәңгелек йәшәү сығанағын табыу. Урал тамуҡҡа төшә, ер аҫты донъяһының батшаһы булған Ҡатилды еңә. Аҙаҡ Ҡош юлының аждаһаһынан тылсымлы таяҡты – Ғаләм күсәрен — алып, ер өҫтөнә сыға һәм кешеләргә Ерҙә йәшәү сығанағы булған ҡояш нурҙарын ҡайтара. Унан килә Урал­дың дүрт никахы – көҙгө көн-төн тигеҙле­ге, ҡышҡы ҡояш торошо, яҙғы көн-төн ти­геҙлеге һәм йәйге ҡояш торошо ваҡытта­ры — ла бирелә. Шулай уҡ Уралдың Зәрҡүм, Ҡәһҡәһә менән осрашыуы, Айҙы – Айһы­лыуҙы — ҡотҡарыуы, Һомай менән күрешеүе, йәғни көндөң оҙайыуы, Айһылыуҙы урлау – ай тотолоуы, Пегас йондоҙлоғона етеүе – Аҡбуҙатты алыуы, күктә Һомай менән Айһылыуҙың (Ҡояш менән Айҙың), ерҙә Шүлгән менән Уралдың (яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡтың) осрашыуы һ.б. фәлсәфәләр астрономик мәғәнәләре менән бирелә.
Минең был тәфсирләүҙәрем – автор­ҙың ҙур хеҙмәтенең бер өлөшө генә. Дөйөм алып әйткәндә, «Урал батыр» эпосы арҡылы бына шундай ҙур асыштар яһарға була. Ошо урында “Был белем бөтә башҡорттарҙа ла булғанмы?” тигән һорау тыуа. Таш-тимер быуат дәүе­ре башҡорт­тарының ырыу-ара йәшәү рәүешен иҫәпкә алып, бындай белемдең бөтә халыҡҡа тарала алмағанлығы асыҡ аңлашы­ла. Астрономия өлкәһендәге белемдәрҙе туплау, күҙәтеүҙәр өсөн махсус урындар, обсерваториялар булдырыу кәрәк бит. Башҡорттар өсөн ундай обсерваторияның тап Арҡайым ҡаласығы булыуы ла бик мөмкин, тип фаразлай Зилидә Ғәзизйән ҡыҙы. Был тәңгәлдә лә уның хеҙмәтендә бик нигеҙле факттар һәм дәлилләнгән һығымталар килтерелә.
Уйлап ҡараһаң, ғалимә халҡыбыҙҙың рухи мираҫын өр-яңы күҙлектән асҡан һәм шуның менән тағы бик күп фәнни хеҙмәт өсөн фекерләүгә, уйланыуға йүнәлеш биргән. Әле әҫәрҙе экология, география һәм башҡа өлкәләр аша ла өйрәнергә һәм фәнни эштәр башҡарырға була. Ә инде ғалимәнең ошондай ҙур хеҙмәтте атҡарып сығыуы һәм китап нәшер итеүе – гүзәл заттың аҡыл, аң, зирәклек, тырышлыҡ һәм тәбиғи һәләте күрһәткесе ул. Ара­быҙҙа шундай белемле, маһир ҡатын- ҡыҙҙың булыуы, хеҙмәт итеүе — ер­легебеҙ өсөн дә дан һәм мәртәбә.
Зилидә Ғәзизйән ҡыҙы Шәрипова ошо көндәрҙә күркәм юби­лейын да билдәләне. Уңайҙан файҙаланып, уға ижади, ғилми һәм шәхси эштәрендә ҙур уңыштар теләйбеҙ.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779