Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Дуҫтар– Ишеттеңме, Әкрәм Мөкминов үлеп кит­кән!
– Ҡасан?
– Кисә.
– Ҡара әле, ураҙа айының йома көнөнә тура килеүен әйт әле.
– Шулай шул!
– Урыны йәннәттә булыр.
– Һәйбәт кеше ине.
Был хәбәр ҡалала ғына түгел, бөтә йәмәғәтселеккә тиҙ таралды. Телевидениенан да, радионан да хәбәр итте­ләр. Уның хеҙмәт юлы, уңыштары ха­ҡында һөйләнеләр. Яҡындарының, ғаиләһенең ҡайғыһын уртаҡлаштылар. Мәрхүм менән хушлашыу фәлән мәҙә­ниәт һарайында төгән көндә була, тинеләр.
Уның бына нисәнсе йыл инде түшәктә ятыуын белгәндәр:
– Ярай, тыуымдан ҡалмағас, үлем­дән ҡалып булмай, – тиһә, икенселәре уны йөпләне.
– Ҡуй, инде тамам толланды.
– Улына ауыр инде.
– Ауыҙына һыуҙы пипеткә менән ге­нә тамыҙып торғандар, ти ҙәһә.
– Ысынмы?
– Ҡатыны Әлфиә лә йонсоно инде.
– Әйтмә лә!
– Шулай ҙа бер тапҡыр зарланғаны ишетелһәсе!
– Был тиклем дә үкем кеше булыр икән!
– Ғүмер баҡый шулай булды бит ул! Эсендә эт үлһә лә белмәҫһең!
Берәйһе үлеп-фәлән китһә, уның сәбә­бен үҙҙәренсә йәһәт кенә билдәләп ҡуйыусылар ҙа табыла торған. Был юлы ла ундайҙар булманы түгел.
– Теге ни үлеп ҡалған, тиҙәр, тил­визерҙән әйттеләр.
– Нимә булды икән?
– Шул күп булһа, эсеп үлгәндер ин­де, ай самаһы элек баҙарҙа күреп ҡалғайным даһа, айыу кеүек шәп ине әле.
– Ғүмер буйы етәксе булған. Бушҡа аша, бушҡа эс тигәндәй. Йә, шундай ауыр эш күрмәгән әҙәмдәр ҙә тәгәрәр икән.
Бөгөн ҡаланың мәҙәниәт һарай­ҙарының береһендә мәрхүм менән хушлашыу була. Уны ойоштороуҙы ҡусты тейешле кешеһе Кәрим үҙ өҫтөнә алды. Бына әле ул шунда китеп бара.
Әкрәм Хажи улы ижад кешеһе булғас, халыҡ уны яҡшы белә ине. Командировкаларҙа күп йөрөнө, халыҡ менән осрашты. Йыш маҡтап яҙҙылар, гәзит-журналдарҙа һүрәттәре баҫыл­ды. Картиналары мәктәп дәрес­лек­тәренә ингән. Күргәҙмәләренә ха­лыҡ күпләп йөрөнө. Хеҙмәттәре ҙур-ҙур түрәләрҙең кабинеттарын биҙәне. Ҡай­һы берәүҙәр өсөн уны күреү үҙе бер мәртәбә иҫәпләнде. Ысынлап та, һомғол кәүҙәле, тулҡынланып торған ҡара сәсле, һәр ваҡыт ҡып итеп кейенгән рәссам ҡала урамында әллә ҡайҙан күҙгә ташлана ине. Уның ҡәҙимге кеше түгел, ә ниндәйҙер ижад әһеле икәнлеген бөтөнләй белмәгән кеше лә шунда уҡ тоҫмаллар. Урамда танып ҡалғандар бер-береһенә:
– Ана, ана, ҡара, шул рәссам китеп бара, – тип бышылдар ине.
– Ҡайҙа, ҡайҙа?
– Ана, матур костюм кейгән ағай.
Уны шулай күҙҙән юғалғансы энә­һенән ебенә ҡәҙәр тикшереп ҡалалар. Аҙаҡ форсаты сыҡҡан һайын “мин шул ағайҙы күрҙем” тип үҙенә күрә бер ғорурлыҡ менән һөйләйҙәр.
Концерттар, төрлө тамашалар ва­ҡы­­тында гөрләп торған мәҙәниәт һара­йында йән өшөткөс һалҡынлыҡ. Уртаға табут ҡуйылған. Фотонан эйә­генә таян­ған рәссам моңһоу ғына баға. Ана, атлас мендәрҙә миҙалдары, рес­пуб­ликаның иң юғары ордены ята. Кәрим ағаһы өсөн ғорурланып ҡуйҙы. Гүйә, мәрхүм портреттан дуҫтарын һынам­сыл күҙәтә.
Халыҡ килә лә килә. Таныштар ҙа, таныш булмағандар ҙа килә.
Ағаһының дуҫтары күп булды. Ғә­жәп изге күңелле, ихлас, йомарт ине ул. Хоҙай бер кешегә шундай йомарт­лыҡты нисек ул ҡәҙәр өйөп бирә алғандыр. Ул моңланып ебәрһә, юҡ-бар артистарың ары торһон. Ә гармун­да һыҙҙырһа, иллә-мәгәр аяҡ­һыҙҙар ҙа бейергә төшөп китер ине. Шуға ла юбилейҙарға, төрлө бай­рамдарға улар­ҙы мотлаҡ саҡырыр­ға тырыштылар. Аяҡсы өсөн унан да ҡулай кеше юҡ. Абруйы бар. Йотһа ла самаһын белеп кенә. Еңгәһе менән икеһе табындарҙың бер йәме булды. Ваҡытында әллә күпме ауылдашының, дуҫ-иштәренең балаларын уҡырға индерергә лә ярҙам­лашты.
Кәрим табут эргәһендә үҙ дәрәжәһен белеп кенә торған ағайға күҙ һалды. Ул да – танылған кеше. Мөхәммәт Насирович ул. Иң яҡын дуҫ­тарының береһе. Бер нисә йыл элек ағаһының юбилейын билдәләгәндә, Өфө­лә лә, район үҙәгендә лә табын­дың түрендә ултырҙы. Хатта уның тураһында маҡ­тап айырым китап та сығарҙы. Һәр ваҡыт беренсе һүҙҙе ул әйтте. Тик ағайҙың сәйер холҡо оҡшап бөтмәй уға – күберәк “тейәһә”, сама­һын онота. Теге ваҡытта ла байрамдың йәмен ебәрә яҙҙы. Ярай, ул тиклем генәһе була торғандыр. Әлбиттә, уның беренсе булып һүҙ әйтергә хаҡы бар.
Йәнәшәһендә икенсе дуҫы тора – Ҡорбан Әхмәтович. Унан ары – билдәле композитор Ғаян Мөхтәрович. Бигерәк бала күңелле кеше. Уның ҙур һүрәтен төшөргәнен бөгөнгөләй хәтер­ләй. Шул саҡ композитор ағайҙың ҡыуанғанын күрһәң! Рәхмәт уҡып бөтә алманы. Эй был ижад кешеләре, шул тиклем дә сабый күңелле булырҙар икән. Кәрим ағаһы өсөн йәнә ҡыуанып ҡуйҙы. Булғас, дуҫтарың шундай мирауай булһын…
Байрамдарҙа һуң! Ағаһын да, еңгә­һен дә һорап-һорап йырлаттылар. Ә улар бер ҡасан инәлтмәне. Анау “Дуҫлыҡ” йырын ҡайһылай шәп баш­ҡаралар ине.
Һаубуллашып, йыраҡ китһәк тә,
Беҙ ҡайҙарға ғына етһәк тә,
Дуҫлыҡ йырҙары ҡалыр йөрәктә…
Мөкминовтарҙың йырлап бөтөүе була, барлыһы гөрләтеп ҡул саба.
– Әллә кемдәрҙең дуҫтары!
– Ана шулай!
– Афарин!
Ярым ҡыҙмаса булып алған табындаштар йырҙы күтәреп ала.
– Мәңге бергә йәшәргә яҙһын! Әйҙә­геҙ, бокалдарҙы шул хөрмәткә күтә­рәйек!..
Кәримдең уйҙарын Мөхәммәт Наси­ровичтың телмәре бүлде:
– Яҡын дуҫыбыҙҙы юғалтыуға тәби­ғәт тә ҡайғыра, илай кеүек. Кисә генә салт ҡояшлы көн булһа, бөгөн күктә йәмрәйеп болоттар йөҙә. Әкрәм Хажи улы кеүек таланттар һирәк тыуа. Дуҫым харап шәп йырланы. Әгәр яҙмышын сәхнә менән бәйләгән булһа, унда ла ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеп, танылған, халыҡтың яратҡан йырсыһы булыр ине. Әммә ул етәкселекте лә, рәссамлыҡ эшмәкәрлеген, йырҙы ла, шиғырҙы ла бергә ҡуша алды. Шуға ла уның һәр әҫәре йырлап торҙо. Күп рәссамдар унан өлгө алырға тырышты, өйрәнде. Бихисап портреттары әллә күпме фатирҙы, музейҙы йәмләй, ха­лыҡты тәрбиәләй, матурлыҡты аңларға өйрәтә. – Ҡорҙашы бер талай халыҡҡа ҡарап алды ла, дуҫының күҙ йәштәренә төйөлөп ултырған ҡатынын күреп, үҙе­нең дә килеп сыҡҡан тамсы күҙ йәшен ҡулъяулығы менән һөртөп алды. Имән кеүек ирҙәр ҙә илар икән.
– Хуш бул, ҡәҙерле дуҫым, – тине ҡалтыранған тауыш менән. – Һинең картиналарың халыҡтың күңелен, донъяһын биҙәр, моңло йырҙарың мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәр.
Унан сал сәсле олпат ҡорҙашы һүҙ алды. Бына ул уң ҡулы менән сәсен өҫкә ҡарай һыпырҙы, тамаҡ төбөн ҡырҙы. Унан мәрхүмдең:
– “Яҙ ғүмере үтә ҡыҫҡа һымаҡ:
Бер шаулашып боҙҙар китеүе.
Йәй ғүмере үтә ҡыҫҡа һымаҡ:
Салғының бер сыңлап алыуы…
Үҙәк өҙөп кәкүк ҡысҡырғанда
Йәшендәрҙең сыртлап алыуы”,
– тип йыш ҡабатларға яратҡан шиғыр юлдарын иҫкә төшөрҙө лә, ауыр һулап, телмәрен башланы.
– Яҡын дуҫымдың ғүмере лә сал­ғының бер сыңлап алыуы кеүек булды. Беҙ Әкрәм Хажи улы менән бер үк йылда тыуғанбыҙ. Йәшлек осоробоҙ бер мәлдәрҙә үтте, бер төркөмдә уҡы­ныҡ, бергә хеҙмәт юлыбыҙҙы баш­ланыҡ. Иң ауыр ваҡыттарымда ул миңә таяныс, дуҫ булды. Үкенескә ҡаршы, бөгөн уның кеүек дуҫлыҡ ҡәҙерен белгән шәхестәр һирәк. Бәхил бул, яҡын дуҫыбыҙ! Һинең хаҡта яҡты хәтирәләр мәңге күңелдәрҙә һаҡла­ныр…
Бына хушлашыу минуттары тамам. Бер нисә кеше табутты һаҡ ҡына күтәреп машинаға ҡарай ыңғайланы. Әкрәм Хажи улы тыуған ауылында ерләүҙәрен һораған икән. Халыҡ әкренләп таралыша башланы. Кемдер йәнә ауыр уфтанды:
– Эй, Хоҙайым, үткән ғүмер!
– Был донъяла барыбыҙ ҙа ҡунаҡ ҡына, бөгөн – бар, иртәгә юҡ тигәндәй.
Бәй, Мөхәммәт Насирович әллә ҡайҙа китеп бара лаһа! Моғайын, машина барлығын белмәйҙер. Кәрим кисә үк таныш ағайҙары аша улар өсөн иң яҡшы машинаны хәстәрләп ҡуйғайны. Ул ағаһының дуҫын ҡыуып етеп:
– Һеҙ анау машинаға ултырыр­һы­ғыҙ, йәме, – тине.
Мөхәммәт Насирович күрһәткән яҡҡа ыңғайланы ла:
– Был тиклем хитланмаһығыҙ ҙа булыр ине, мин алыҫ йәшәмәйем бит, йәйәү ҙә ҡайтыр инем, – тигәс, Кәрим ғәжәпләнеп:
– Ағай, машина Әкрәм Мөкминовтың тыуған ауылына бара, – тине.
– Нисек инде ауылға? Юҡ, ҡустым, мин бер нисек тә бара алмайым, башҡа мөһим эштәрем күп.
– Нисек инде улай? – Егеттең күҙе упайҙы. – Бөгөн ошонан да изге эш юҡтыр, моғайын.
– Әйттем бит, ваҡытым юҡ, – тип егеткә ҡаты екерҙе Мөхәмәт Насирович.
– Юҡ, ҡустым, мин алыҫҡа барыр­лыҡ итеп кейенеп килмәгәнмен. – Быныһы композитор дуҫының яуабы булды.
– Бөгөн ейәнсәремдең тыуған көнө, бер йәш тула, бүләк вәғәҙәләгәйнем. – Өсөнсө дуҫының сәбәбе лә етди ине.
Машина тигеҙ юлдан мәрхүмдең тыу­ған яғына ҡуҙғалды. Бараһы юл оҙон ғына. Кәримдең мейеһендә мең төрлө уй буталды. Әҙәм балаһының төрлө ҡиәфәткә инә алыуын башына һый­ҙы­ра алманы. “Мәрхүмдәр һыйлай алмай шул”, – тип ҡабатланы эстән генә.
Зыяратта халыҡ күп ине. Күрше-ти­рә ауылдарҙан уҡыусылар, ололар, хатта бөтөнләй ят кешеләр ҙә килгәй­не. Һәр кем билдәле шәхестең ҡәбе­ренә бер ус булһа ла тупраҡ һалып ҡалырға тырышты...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780