Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөрәктәргә ялҡын өҫтәне
Йөрәктәргә  ялҡын өҫтәне
Мораҙым тарлауығында районыбыҙҙа алтынсы тапҡыр 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге бейеү оҫталары ҡатнашлығында “Байыҡ” республика телевизион конкурсының Гала-концерты үтте.

Зәңгәр күккә олғашҡан мәғрур ҡая­лары менән үҙенә йәлеп иткән Мораҙым тарлауығы был көндө айырыуса байрам төҫөн алды: һәр тарафҡа ағылған милли моң, сәхнәнең байрамса биҙәлеше, боронғо ата-бабабыҙҙың йәшәйешен сағылдырған аҡ тирмәләр, Мораҡ ауылының тәрбиә һәм белем усаҡтары әҙерләгән иҫ киткес бай йөкмәткеле күргәҙмәләр...
Йөрәктәргә  ялҡын өҫтәнеБайрам кисәһен асыу өсөн һүҙ хөрмәтле ҡунаҡтарға бирелде. Башҡорт­остандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Хәләф Ишморатов күгәрсендәргә, мәртәбәле конкурста ҡатнашыусыларға, алыҫ араларҙы яҡын итеп Төньяҡ Осетия, Хакас һәм Ҡырым, Ҡырғыҙстан республикаларынан, Әстрхан ҡалаһынан килгән бейеүселәргә республика етәксеһе Рөстәм Хәмитовтың ялҡынлы ҡотлау сәләмен еткерҙе. Артабан ул “Байыҡ” проектының авторы Рита Өмөтбаева һәм Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусинға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң юғары наградаһын – “Ал да сәс нур халҡыңа” миҙалын тапшырҙы. Республикабыҙҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов “Байыҡ”тың милли традицияларҙы һаҡлап, киләсәк быуынға тапшырыу, башҡорт бейеүенең үҫеше, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ күперен нығытыу йәһәтенән баһалап бөткөһөҙ әһәмиәтен билдәләне.
Йөрәктәргә  ялҡын өҫтәнеФәрит Мусин, республикабыҙҙың үҙен­сәлекле, бай мәҙәниәтен, бейеү сәнғәтенең бөйөклөгөн раҫлаусы “Байыҡ” конкурсының алтынсы тапҡыр Күгәр­сендә, хозур тәбиғәт ҡосағындағы Мо­раҙым тарлауығында үткәрелеүе беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ, тине һәм йәш таланттарҙы, ҡунаҡтарҙы күркәм байрам айҡанлы ихлас тәбрикләне.
Илебеҙҙең һәм еребеҙҙең рухы бөркөлгән ялҡынлы көс нәҡ бөгөнгө дәртле, йөкмәткеле сығыштарҙа йән­ләнде. Ысынлап та, сәхнәлә башҡа­рылған һәр бейеүҙә һис бер ҡасан һынмаған ғорур халҡыбыҙҙың данлы үткәне, бөйөклөккә, яҡтылыҡҡа ынтылышы, киләсәккә төбәлгән киң ҡарашы, уй-хыялдары сағылды. Учалы районынан 6 йәшлек Ләйсән Золотарева башҡа­ры­уында “Һыбайлы ҡыҙ”, Азамат Рәхимов бүләк иткән “Маршрут”, Рафиҡ Ишмөхәмәтов һәм Илгиз Сөләймәновтың “Игзаков” бейеүҙәре, Әбйәлилдән Искәндәр Хәлиловтың “Солтанаҡ” һәм Илдар Әхмәҙиев башҡарыуында “Рекрут”, “Алтынай” өлгөлө бейеү ансамбленең “Ауылым урамдары”, Мәсетленән Салауат Зәйнетдиновтың “Ирәндек бөркөтө”, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Урал Ҡолмөхәмәтовтың “Бөрйән егеттәре” бейеүҙәре нәҡ өҫтә әйтелгәндәрҙе иҫбатлап торҙо.
Ситтән килгән ҡунаҡтар был юлы ла тамашасыға онотолмаҫ хистәр бүләк итте. Төньяҡ Осетияның “Бонварнон” ансамбле ҡыҙҙары-егеттәре башҡарған “Хонга”, “Айт, айт лаппута”, Әстрхан ҡалаһынан “Эверест” кавказ халыҡтары бейеүе театры тәҡдим иткән чечен бейеүҙәрендә, “Кавказ ритмдары”нда тау халҡының бар булмышы кәүҙәләнде. Уларҙың өҙә баҫыуынан халыҡ та урынында ултырып сыҙаманы, аяғүрә баҫып, таланттарҙы көслө алҡыштарға күмде. Ҡырғыҙстандан “Каухар” ансамбленең ҡыҙҙары мөләйемлеге, ихласлығы менән күңелдәрҙе арбаһа, Хакасиянан “Илһам” һәм Ҡырымдан “Шатлыҡ” бейеү ансамбл­дәре үҙенсәлекле, бай йөкмәткеле композициялары менән әсир итте.
“Байыҡ” бәйгеһенең жюри ағзаларына күп тир түгергә тура килгәндер, сөнки һәләтле йәштәребеҙ бихисап, ә иң-иңдәрен һайлап алырға кәрәк. Бәйгелә быйыл 1100 бейеүсе ҡатнашһа, шуларҙың 360-ы ғына финалға үтте.
Ниһайәт, “Байыҡ-2014” бейеү бәйгеһенең иң-иңдәре менән танышыу мәле лә етте. Баймаҡтан Рәил Рәхмәтуллин “Рекрут” бейеүе өсөн малайҙар араһында гран-при хужаһы тип танылды.
Дуэттар араһында иһә гран-при Әбйәлилдән Эльвина Ғәббәсова менән Рифат Сәйетғәлингә (“Француз яулығы” бейеүе өсөн) тәтене.
Ансамблдәр араһында гран-при – Баймаҡ районынан “Ирәндек” балалар ансамблендә.
Еңеүселәрҙең бөтәһе лә иҫтәлекле бүләктәр һәм ноутбук, төрлө кимәлдәге дипломдар менән бүләкләнде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780