Салауат районының Малаяҙ ауылында “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы үтте. Ул милли батырыбыҙҙың тыуыуына 260 тулыуға арналды.
Йөҙөнә байрам кәйефе сағылған халыҡ майҙанға ағыла ла ағыла. Туғандар, дуҫтар осраша. Ҡосаҡлашалар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй.
Йүрүҙән буйындағы киң яланда төрлө райондарҙың тирмәләре ҡуйылған, оҫталарҙың ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторолған. Ана, Ғафуриҙан килгән халыҡ рәссамы Александр Заплатин ағастан ниндәй генә һындар эшләмәгән! Халыҡ уның “бөркөтө”, “ҡарсығаһы” янында фотоға төшә. Саҡмағош районынан Рифа Мөхәмәтдинованың бисерҙан сәскәләрҙе нисек яһауы менән ҡыҙыҡһыналар, кемдер шул арала һатып та алды. Балалар батутта кинәнеп һикерә, ҡыйыуыраҡ үҫмерҙәр ҡыя һырғауылға үрмәләй, берәүҙәр йырлай, икенселәр бейей.
Йыйынды республика Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов асты. Ул барыһын матур тарихи тантана менән тәбрикләп:
– Бөгөн һеҙҙе халҡыбыҙҙың батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуға арналған байрам менән ҡотлау миңә ҙур кинәнес бирә, – тине. – Ғәжәп матур урында йыйылғанбыҙ. Барыбыҙҙың да кәйефе яҡшы, беҙҙе хуплағандай, көн дә матур.
Рөстәм Зәки улы райондың бер төркөм хеҙмәт уңғандарына дәүләт наградаларын тапшырҙы.
“Сал быуаттар аша” тигән театрлаштырылған тамаша менән башланып киткән сара һәр кемдең күңеленә Салауаттың ораны, тарих шаңдауы, дуҫлыҡ байрамы булып барып еткәндер. Ысынлап та, батырҙың исеме төрлө милләт вәкилдәре араһында киң билдәле. Урал менән Волга буйындағы күп халыҡ вәкиле Салауат Юлай улы менән бергә, иңгә-иң терәп үҙ хоҡуҡтарын һәм иркен яулаған. Салауаттың саҡырыуы, аҡыллы эш итеүе төбәктәрҙәге төрлө халыҡта аңлау һәм хуплау тапҡан.
Батыр рухына арналған этнокурс янында халыҡ гөж килде. Сая егеттәр араһында уҙғарылған “Батыр тоҡомо” бәйгеһендә Учалы районынан 18 йәшлек Айназ Низаметдиновҡа етеүсе табылманы. Өҙә баҫып бейегән, өҙҙөрөп ҡурайҙа һыҙҙырған егеткә һоҡланмаған кеше булмағандыр. Айназ әле Санкт-Петербургта белем ала.
Сибәркәйҙәр араһында иһә “Йөҙөк ҡашы – Зөләйха” булып БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты, Ғафури районы ҡыҙы Регина Салауатова танылды.
Батыр исемендәге призға милли көрәш турниры ла ҡыҙыу барҙы. Ә инде эшҡыуарҙар, ҡул оҫталары араһындағы “Көмөш өҙәңге” конкурсы республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтың оҫталығына тағы ла бер тапҡыр инандырҙы.
“Исемем минең – Салауат” парадын байрамға йыйылыусылар ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Был исемде йөрөткән шәхестәр араһында кемдәр генә юҡ: орден кавалерҙары, шағирҙар, ғалимдар, уҡыу алдынғылары, һуғыш ялҡынын үткән егеттәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре... Һәммәһенә лә батырыбыҙ исеме лайыҡлы ҡушылған.
Йыйында этнотөркөмдәр араһында тәүге конкурс уҙғарылды. “Бары егерме ике йәш” тип аталды ул. 15 музыкаль төркөм ҡатнашҡан ярышты жюри рәйесе Урал Иҙелбаев юғары баһаланы.
– Конкурс республикала был йүнәлештә ҡыҙыҡлы эҙләнеү барлығын күрһәтте. Йәштәр өйрәнә, шөғөлләнә. Миңә айырыуса Ҡыйғынан килгән төркөм оҡшаны, үҙенсәлекле сығыш яһанылар, – тине ул.
Унан Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары сығышынан торған байрам концерты башланды. Республикабыҙҙа иң юғары дәүләт наградаһы һаналған был премия сәнғәт, әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн 1967 йылдан башлап тапшырыла килә. Халҡыбыҙ һандуғасы Абдулла Солтанов һуҙып ебәргән аһәңле йыр тамашасыларҙың күңел ҡылдарына барып етеп, гүйә, үткәндәр менән тоташтырҙы. Уны мәшһүр бейеүсебеҙ Рәшиҙә Туйсина алыштырҙы. Яҙыусы Таңсулпан Ғарипова, шағирҙар Ирек Кинйәбулатов, Ҡәҙим Аралбай, ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов, Флүрә Килдейәрова, Риф Ғәбитов, Роберт Заһретдинов, Әхмәт Сөләймәновтың сығыштары ла байрамдың бер биҙәге булды.
* * *Ошо уҡ көндә Рөстәм Хәмитов райондың Арҡауыл ауылы мәҙәниәт йортонда урынлашҡан китапхананың эшмәкәрлеге, уҡыу, шулай уҡ электрон әҙәбиәт залын ҡараны, һәүәҫкәр артистар менән аралашты; тыуған яҡты өйрәнеү, көрәш буйынса данлыҡлы батыр Харис Йосоповтың музейҙарында булды.
Әлкәлә – Салауат Юлаевтың тыуған ауылында – Рөстәм Хәмитов урта мәктәпкә юлланды. Бында 10 йыл элек батырҙың бала сағын сағылдырған музей булдырылған.
Малаяҙ гимназияһында республика башлығы информатика кабинетын ҡараны, уҡытыусылар менән аралашты. Район үҙәгендә Рөстәм Хәмитов ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары менән Салауат Юлаев бюсына сәскә һалды.
Әүхәт МУСИН, Краснодар крайының “Башҡорт” милли үҙәге рәйесе:– Йыйын ғәжәп шәп ойошторолған. Ғәҙәти байрам ғына түгел ул, йәш быуын өсөн дә тәрбиәүи әһәмиәте бик ҙур. Балалар, үҫмерҙәр күп килгән. Улар матур, бай йөкмәткеле сараны күреп, рухланып, үҙ халҡы өсөн ғорурланып ҡайта.
Римма ХӘМЗИНА, Дүшәнбе татар-башҡорт мәҙәни үҙәге рәйесе:– Ниндәй генә замандар булһа ла, бындай байрамдар кәрәк. Ошо йыйындан һуң халҡыбыҙҙың мәртәбәһен күтәрерҙәй салауаттар барлығына йәнә инандыра. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!