Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормош юлын яҡтыртыр нур
Тормош юлын яҡтыртыр нур “Башҡортостан” журналистары йәнә мәҙәни-экологик акция үткәрҙе

«Башҡортостан» гәзите редакцияһында матур йола бар: йыл да, суҡлы йәшел яулығын ябынған йәмле йәй етеү менән, журналистар республика райондарының бере­һенә сәфәргә сыға. Быйыл да тәбиғәт ҡосағында ял итеү, унан көс, дәрт алыу, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға өлөш индереп, экологик өмә үткәреү, район тормошо менән танышыу, рухиәт үҫешенә булышлыҡ итеү маҡсатында мәҙәни-экологик акция менән данлы Күгәрсен төбәгенә юлландыҡ.


Тормош юлын яҡтыртыр нурЮлға сыҡһаң, иртә сыҡ

Таңғы сәғәт 7-лә Матбуғат йорто алдында “ти­мер ат”ыбыҙ беҙҙе көтөп тора ине инде. Һи­геҙенселә коллектив менән Шәһит Хоҙайбирҙин, Мортаза Рәхимов, Зәйнәб Биишева, Александр Филипповтар ялан аяҡ йүгереп уйнап үҫкән яҡтарға елдерә инек. Төбәктең визит карточкаһы булған Хо­ҙай­бирҙин ауылында беҙҙе район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урын­баҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илнур Сәйфуллин, «Слава труду» редакция-нәшриәт комплексының баш мөхәррир-директоры Альбина Ладыженко һәм «Кугарчинские вести» гәзите хәбәрсеһе Гөлдәр Абдуллина ҡаршы алды. Сәйәхәтебеҙ ауыл мәктәбе менән танышыу һәм башҡорт матбуғатына, «Баш­ҡортостан» гәзитенә нигеҙ һалған танылған сәйәси эшмәкәр, яҙыусы Шәһит Хоҙайбирҙин музейына барыуҙан башланды.
Былтыр үҙенең 100 йыллығын билдәләгән мәктәп ихатаһында директор Ринат Ишбаев беҙҙе күптән көтә ине. Уның менән уҡыу йортон ҡарап сыҡтыҡ. Беҙҙе спорт залындағы душ кабиналары айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы, ауыл мәктәбендә бындай йыһаздарҙың булыуы уның замандан ҡалышмауы, етәкселәрҙең алдынғы ҡарашлы булыуы хаҡында һөйләй. Тарихи музей ҙа бай ғына, боронғо яҙма ҡомартҡылар, фотоһүрәттәр һаҡ­лана. Киләсәктә уны тағы ла күркәмерәк итеү маҡсатында әле төҙөкләндереү эштәре алып барыла.

Тормош юлын яҡтыртыр нурБаҫмабыҙға йән өргән шәхес

Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленән ра­йондағына күп сәләм еткереп, бөтә республикаға билдәле скульптура янына юлландыҡ. «Кем һәйкәл янында фотоға төшә, шул мотлаҡ публицистың премияһына лайыҡ була», – тип шаярта-шаярта шарт та шорт фотоаппаратына баҫ­ҡыланы район гәзите хәбәрсеһе. Һәр шаяртыуҙа бер аҙ дөрөҫлөк була тигәндәй, Аллаға шөкөр, гәзитебеҙ бындай лауреаттарҙан да мәхрүм түгел: социаль өлкә бүлеге хәбәрсеһе Динә Арыҫланова, фотохәбәрсе Айрат Нурмөхәмәтов был исемде лайыҡлы йөрөтә.
Үҙендә тотош ауыл тарихын, данлыҡлы шәхес яҙмышын һаҡлаған музейға аяҡ баҫҡас, уның мөдире Вәсилә Әмирова ҡиммәтле экспонаттар менән таныштырҙы. Уларҙың береһе – боронғо Ҡөрьән китабы. Тарих йортона уны 100 йәшкә еткән Йәләлетдин олатай Ғайсин тапшырған. Изге китаптың һарғайып бөткән биттәрен асҡан һайын, боронғолоҡҡа, быуаттар төпкөлөнә ҡағылғандай булаһың. Руханиҙар тауышы, мөғәллимдәр һа­ғышы килә кеүек унан. Музейҙа баяғы олатайҙың 1945 йылда Германиянан ҡыҙҙарына тип алып ҡайтҡан күлдәктәрҙең береһе лә бар. Нисәмә йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, әйбер шул килеш һаҡлана: элекке тауарҙарҙың һәм, ғөмүмән, хеҙмәттең сифатына баһа биреп ҡарағыҙ әле! Шулай уҡ Миңзәлә Күсәрбаева үҙ ҡулдары менән эшләгән ҡашмау, түшелдерек кеүек милли әйберҙәр иғтибарҙы йәлеп итте. Өләсәһенән ҡалған боронғо затлы биҙәүестәр ошондай матурлыҡ булдырыуҙа файҙаланыла икән.
Тормош юлын яҡтыртыр нурБашҡорт өйө менән танышҡан ваҡытта музейға ике малай килеп инде. Рәмил менән Фәнил күрше ауылдан туғандарына ҡунаҡҡа килгән. Уларҙың экспонаттарға төбәлгән ҡыҙыҡһыныулы ҡарашын күреп, һөйөнөп ҡуйҙым. Бына улар – халыҡтың рухи тормошон ҡайғыртасаҡ буласаҡ Шәһиттәр. Бөгөн иһә үҫмерҙәр мәҙәнилекте үҙенән башлай.
Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улының тормошон, эшмәкәрлеген сағылдырған ҡомартҡылар менән танышыу беҙҙең өсөн айырыуса мөһим һәм тул­ҡынландырғыс булды. Үткән быуаттың башында баҫмабыҙға йән өргән шәхес – Шәһит Хоҙай­бирҙиндың гәзит хаҡында түбәндәге һүҙҙәре бар: «Башҡорт ярлыларының үҙ әҙәбиәттәре, үҙ телдәре менән аң-белемгә ынтылып, «Баш­ҡортостан» гәзите менән пролетариат мат­буғатына сығыуҙарына бөгөн теүәл биш йыл тулды.
Бына был биш йыллыҡ эш, башҡорт ярлы­ларының батшалар миҙгелендә йөҙ йылдар буйынса урыҫ түрәләре һәм башҡорттоң ваҡ буржуалары ҡулы аҫтында тарихи иҙелеп кил­гәнлектәрен асыҡ күрһәтеп, башҡорт ярлыларына көтөлмәгән дәрәжәлә аң-белем бирҙе. Йөҙ йылдар буйына үҙ телдәрендә рәхәтләнеп бер һүҙ һөйләргә һәм үҙенең моң-зарҙарын аңла­тырға мохтаж булған башҡорт ярлылары «Баш­ҡортостан» гәзитенең ғәмәли эштәре менән барыһынан да айырылды. Совет хадимдары (хеҙ­мәткәрҙәре) менән үҙенең әсә телендә һөй­ләшеп, аңлашып, үҙенең әсә телендә эш йөрөтә башланы.
Тормош юлын яҡтыртыр нурҠыҫҡаһы, «Башҡортостан» гәзите башҡорт телен хөкүмәт теле итеп үткәреүгә берҙән-бер һәм көслө аппарат булды».
Был һүҙҙәрҙе ул Башҡорт телен тормошҡа үткәреү комиссияһы рәйесе булараҡ 1924 йылда яҙған, һүҙ аҙағында баҫмаға рәхмәт белдергән. Күренекле дәүләт эшмәкәре иҫән булһа, респуб­ликаның төп гәзитенә бөгөн дә ғәҙел баһа биреп, эшмәкәрлегенә һөйөнөр ине. Быуатҡа яҡын ваҡыт үтһә лә, «Башҡортостан» әле лә үҙенең төп бурысына тоғролоҡ һаҡлай – «башҡорт халҡының көҙгөһө» булып ҡала.
Шулай итеп, телебеҙҙең, милләтебеҙҙең үҫе­шенә, автономиялы республика төҙөүгә шаҡтай күп көс һалған шәхес рухы алдында баш эйеп, музей менән хушлаштыҡ.

Тормош юлын яҡтыртыр нурТарлауыҡ хазинаһы

Сәфәребеҙҙе тирә-яҡта үҙенең ғәжәйеп матур тәбиғәте менән дан тотҡан Мораҙым тарлауығына ҡарай дауам иттек. Күптәребеҙ ишетә генә белгән һәм ҡасандан алып күрергә хыялланған урын барыбыҙҙың да өмөтөн аҡланы. Был ерлектең бөтә серен һаҡлаған мәғрур ҡаялар, ҡуйы урман, бормаланып аҡҡан Оло Эйек йылғаһы – барыһы ла әкиәт донъяһын хәтерләтте...
Үткән йыл Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителгәйне. Шул айҡанлы тәбиғәтебеҙҙе ҡур­салауға иғтибар көсәйтелде, республикала һәм тотош илдә бихисап экологик саралар үткәрелде. Әммә йыл үтеү менән был ҡәҙер һәм хөрмәт йәнә юғалғандай тойолдо. Ә бит Ер-әсәбеҙ йыллыҡ ҡына түгел, ғүмерлек, мәңгелек ярҙамға мохтаж. Глобаль мәсьәләләрҙе хәл итә алмаһаҡ та, һәр кемебеҙ ҡулынан килгәнсә йәшәгән төйәген һаҡлауға, уны таҙа тотоуға үҙ көсөн һалһын ине.
Ошоларҙы иҫтә тотоп, “Башҡортостан” журналистары «Байыҡ» бейеү конкурсын ҡаршыларға әҙерләнгән яланды сүп-сарҙан таҙартырға ҡарар итте. Хәйер, йөгөбөҙ иҫ китмәле ауыр булманы: ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын көн һайын атҡа тейәп сығарып торалар. Әммә йыйыштырған ерҙә түгел, ә бысратмаған урында таҙа була тигәндәй, ғөмүмән, ял итеүселәрҙең мәҙәнилеге, аңы уларҙың артынан йыйыштырыу талап ител­мәҫлек кимәлгә барып етергә тейеш. Бының өсөн һәр йылды экологияға бағышларға кәрәкмәйҙер, үткәндәрҙе хөрмәтләү, бөгөнгөнө ҡәҙерләү, киләсәкте уйлау ҙа етә...
Эште тамамлап, ниһайәт, тауҙар эйәһенән ризалыҡ алып, тарлауыҡ буйынан юл тоттоҡ. Хазина эҙләгән сәйәхәтселәр кеүек хис иттек үҙебеҙҙе. Биштәрҙәрҙе аҫып, балаҡтарҙы төрөп, кисеү аша үтеүҙәр, ялан аяҡлап ҡом-таштан атлауҙар, һыу инеүҙәр, шаярып-көлөүҙәр, ғорур тауҙар ҡосағында фотоға төшөүҙәр үҙе бер мажаралы киноға торошло. Ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Ә эҙләгән хазинабыҙҙы таптыҡ бит шулай ҙа – ул тәбиғәт хозурлығында, уның шифа­лығында, көсөндә. Күрә белгәнгә ул бар серен аса.
Ял базаһында туристар өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Палатка ҡороу өсөн майҙансыҡтар, беседкалар, ағас йорттар, һыу төшөү урындары тейешенсә йыһазландырылған. Сәғәтенә 500 һум түләп, хатта мунсаһын да инергә була. Сит өлкәләрҙән оҙаҡҡа килгән ял итеүселәр өсөн эргәләге Мораҙым ауылынан һөт ризыҡтарын һәм башҡа аҙыҡ һатыуҙы ойоштороп ебәргәндә, бигерәк шәп булыр, үҙебеҙҙең халыҡ әҙме-күпме аҡса эшләр ине.

Тормош юлын яҡтыртыр нурЕләк кенә йыйып өлгөрмәгәйнек...

Нисек кенә күңелһеҙ булмаһын, сәфәребеҙ аҙағына ла яҡынлашты. Күгәрсендә ҡунаҡсыл, асыҡ йөҙлө, ихлас халыҡ йәшәүенә тағы ла бер инандыҡ. Көн дауамында беҙҙе оҙатып йөрөгән хакимиәт башлығы урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илнур Сәйфуллин менән район гәзитенең баш мөхәррире Альбина Ладыженко ялыбыҙҙы файҙалы ла, күңелле лә, “тәмле” лә итеп ойошторҙо. Хушлашыу табынында яңы дуҫтарыбыҙға, район хакимиәтенә ҙур рәхмәт белдереп, бер-беребеҙгә бүләктәр бирешеп, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.
Ниәтләгәндең барыһын да үтәнек, тиер инек, еләк кенә йыйып өлгөрмәгәйнек. Хоҙай беҙҙең “аһ-зар”ҙы ишетте шикелле: ял базаһынан алыҫ та китеп өлгөрмәнек – машинаның тәгәрмәсе тишелде. Водитель өсөн был күңелһеҙ хәл булһа, беҙ шатлана-шатлана еләклеккә йүгереп төшөп таралыштыҡ. Кесе телгә генә етерлек булһа ла, Күгәрсен туғайының емешенән ауыҙ иттек. Инде күңелебеҙ булды. Ҡайтыр юл ҡыҫҡа тойолор, тиһәләр, йырлыһы бөтөнләй һиҙелмәй үтә. Шулай, моңға күмелеп, “һә” тигәнсә Өфөгә ҡайтып та еттек.

Тормош юлын яҡтыртыр нурӘйтер һүҙ

Быйыл Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Мәҙәниәт йылы иғлан ителде. Ошо айҡанлы төбәктә байтаҡ саралар үткәрелә. Әммә исемле йылдың маҡсаты күберәк кисә ойоштороуҙа түгел. Уның асылы – халыҡтың мәҙәни, әхлаҡи кимәлен күтәреү, ке­ше­ләрҙе мәҙәни усаҡтарға ылыҡтырыу, уларҙа сәнғәт донъяһына ҡарата ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уятыу, күңелдәрендә нур балҡытыу. Ана шул нур һәр ваҡыт кешенең тормош юлын яҡтыртып торасаҡ.
“Башҡортостан” гәзите коллективы ла үҙ өлгө­һөндә халыҡтың рухи әүҙемлеген арттырыу маҡсатында, алыҫ араны яҡын итеп, Шәһит Хоҙайбирҙин музейына барып ҡайтты. Һәр район үҙәгендә, ҡалала һәм хатта ауылдарҙа музейҙар бар. Уларҙы мәктәптә уҡыған һәр бала барып күрергә тейеш. Тормош юлын яҡтыртыр нурАртабан ул иптәштәренә, ту­ған­дарына, ә ҙурайғас, балаларына һөйләйәсәк һәм үҙе үк уларҙы галереяларға йөрөтәсәк. Ошо күренеште үҫтереү өсөн бөгөндән һәр уҡыу йортонда эште яйға һалырға кәрәк. Әйтәйек, йылына бер нисә тапҡыр мотлаҡ музейға барыуҙы ойоштороу, был темаға класс сәғәттәре үткәреү. Уҡыу­сының белем даирәһе ни тиклем киңерәк, ҡыҙыҡһыныуҙары күберәк икән, уның шәхси үҫеш кимәле лә, кешелеклелек сифаттары ла шул тиклем юғарыраҡ күтәрелә. Бала саҡта күңелгә һалынған орлоҡтар шытымлы була бит ул.

Сәфәр тәьҫораттарын
Ҡарлуғас ИШЕМҒОЛОВА бәйән итте.



Фото: Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ.
Район: Күгәрсен районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779