Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Баттал тигән күркәм ауыл бар...
Баттал тигән күркәм ауыл бар...Баттал – төпкөл ауыл, тинеләр. Учалы ҡалаһынан ҡарағанда, ысынлап та, шулай: ҡаланан 90 километр самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан. Ярай әле асфальт юлдан елдерһәң – оло юлдан боролоп, байтаҡ ҡына араны шоссе буйлап та үтәһе бар...
Матбуғатҡа яҙылыу мәсьәләһе менән Учалы районына сәфәргә сығыр алдынан төбәк хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Ләйсән Фазлетдинова менән һөйләшкәйнек. Ул: "Баттал мәктәбен мотлаҡ барып күрергә кәрәк ине. Иҫ киткес татыу, үҙенсәлекле коллектив эшләй унда. Ауылда "Башҡортостан" гәзитен элек-электән яҙҙырыусы даими уҡыусыларығыҙ күп", – тине. Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы үҙе һәм мәғариф бүлеге белгесе Зилә Шәрәфетдинова ла беҙҙең менән Батталға барырға теләк белдерҙе.
..."Төпкөл" тигән ауыл тәү ҡараштан хайран ҡалдырҙы. Ҡарһыҙ саңлы ялан юлдарынан урай-урай урамына килеп кереү менән күҙгә ташланды: был төбәктә бер генә емерек, ҡарауһыҙ ихата юҡ! Бейек, иркен итеп һалынған ағас йорттар тигеҙ ҡоймалар менән уратып алынған, барыһы ла матур итеп буялған – бына ҡайҙа ул булдыҡлы халыҡ! Юҡҡамы ни батталдар бынан бер нисә йыл элек Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ойошторған "Иң күркәм ауыл" конкурсында еңеү яулаған! Ауыл Миндәк ауыл Советына ҡарай, 400-гә яҡын кеше йәшәй. Йүнселдәр бихисап: пайға тип бүлгән ерҙе эшкәртеп файҙа күреүселәр ҙә, малсылыҡ, сауҙа менән шөғөлләнеүселәр ҙә бар. Шәхси ҡулдарҙа – өс тиҫтәгә яҡын сапҡыс, һәр йортта тиерлек трактор-машина бар, тинеләр – бына ҡайҙа ул уңғандар төбәге! "Төпкөл" һүҙен иһә инҡар иттеләр: Батталдан Белорет ҡалаһына – 50, Магнитогорскиға 60 километр самаһы, урындағы халыҡ донъя мәшәҡәттәрен шунда йомошлай, үҙҙәрен бер ҙә ситләтелгән итеп тоймай. Хәйер, Учалыға ла, һәр ихатала автомобиль торған заманда, барып килеү әллә ни ҡыйын түгел.
Мәктәп ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. Уға 1931 йылда нигеҙ һалынған, 1995 йылда башланғыс мәктәп төп белем биреү учреждениеһы итеп үҙгәртелгән. Ана, ҡул һуҙымы ғына ерҙә, әүлиә заты ерләнгән тау күренеп тора – тәнәфестә йүгереп кенә әйләнеп килерлек. Эргәлә генә урындағы йүнселдең иркен ихатаһы йәйрәп ята: фермер йөҙгә яҡын һарыҡ аҫрай икән. Башҡа шөғөлдәре лә етерлек, күрәһең: техникаһы бихисап, мул итеп бесән әҙерләгән.
Мәктәп эсе үҙенсәлекле булып сыҡты: уны ағас менән көпләгәндәр, лак менән буяп ҡуйғандар – оҫта ҡулдар тейгәне тойолоп тора. Йылы, ыҡсым кластарҙа дүрт тиҫтәгә яҡын бала белем ала. Матди-техник база ныҡлы: уҡыу кәрәк-ярағы ғына түгел, көнкүреш техникаһы ла бынамын тигән. 15 компьютер бар, уларҙың 13-ө Интернет селтәренә тоташтырылған. Һәр ерҙә зауыҡ, тәртип. Уҡыусылар район, республика кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, бәйгеләрҙә ҡатнаша, призлы урындар яулай – был да тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Беҙ барғанда иһә Башҡортостан Мәғариф министрлығы ойошторған "Йыл мәктәбе" конкурсына материал туплайҙар ине – бындай мәктәп менән республика кимәлендәге бәйгелә ҡатнашыу яҙыҡ түгел.
Мәктәпкә Муса Садиҡ улы Бирғәлин етәкселек итә. Физкультура уҡытыусыһы ғәмәлдә – отставкалағы хәрби, оҙаҡ йылдар ситтә хеҙмәт иткән. Ялға сығыу менән тыуған яғына ҡайтҡан, нигеҙ ҡорған. Күңелендәге милли рухын, ижади ҡомарын иһә киләсәк быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған. Коллективтың уңыштары менән танышып, уларҙың берҙәмлеген, татыулығын үҙ күҙебеҙ менән күргәндән һуң, мәктәп директорының үҙ эше өсөн янған, белемле, рухлы шәхес икәненә тағы берҙе инандыҡ. Әйткәндәй, матбуғат сараларына яҙылыу буйынса ла Баттал тулы булмаған урта мәктәбе район мәғариф учреждениелары араһында – беренсе урында.
Шуныһы ҡыуаныслы: мәктәпкә йәш белгестәр эшкә ҡайтҡан. Информатика уҡытыусыһы Радмир Бирғәлин, башланғыс кластар уҡытыусыһы Аида Шәрипова – шундайҙарҙан. Белорет педагогия училищеһын тамамлап, яңы ғына хеҙмәт юлын башлаған ҡыҙ шундай берҙәм коллективҡа эләгеүенә шатланып бөтә алмай. "Үҙем Учалы районының Өргөн ауылында тыуып үҫһәм дә, ошо яҡты ифрат үҙ итәм. Өлкән коллегаларым төплө кәңәштәре менән ярҙам итеп тора, был коллективта үҙемде ышаныслы тоям", – ти Аида Азат ҡыҙы.
Баттал мәктәбе уҡытыусылары араһында "Башҡортостан" гәзитен даими яҙҙырыусылар бихисап икән. Баҫмалағы үҙгәрештәрҙе ыңғай баһаланылар, "Тубырсыҡ", "Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде", "Ял итәйек бергәләп" махсус биттәрен яратып уҡыуҙарын, шулай уҡ социаль, хоҡуҡ мәсьәләләренә ҡағылышлы материалдарҙың әһәмиәтен билдәләп үттеләр, билдәле шәхестәр тураһында ҡыҙыҡлы материалдар йышыраҡ баҫылһа ине тигән теләк белдерҙеләр. Ауылда шаян күңелле, йор һүҙле, бай телле халыҡ йәшәгәнен әйттеләр, мәҙәк хәлдәрҙең, лаҡаптарҙың күплеген билдәләнеләр һәм киләсәктә гәзиткә яҙып ебәрергә вәғәҙә бирҙеләр.
Уҡытыусылар менән ауыл халҡы, уларҙың йәшәйеше хаҡында ла әңгәмәләштек. "Эскелек кеүек афәт бөтөн илдең бәләһенә әүерелгәндә, халыҡты эшһеҙлек йонсотҡанда, ошо юҫыҡтан сығып, Батталдағы хәлдәр нисек?" тигән һорауға уҡытыусылар дәррәү рәүештә ауыл халҡының тырышлығын, йүнселлеген бәйән итте. Эскеселәрме? Эйе, бер нисә "төшөрөргә" яратҡан кеше бар, әммә улар ҙа донъянан артта ҡалғандарҙан түгел... Быны иҫбатлап, бер уҡытыусы үҙенең бик күп матбуғат баҫмаларын яҙҙырыуын, өйҙә гәзит-журналдарҙың күпләп йыйылып китеүен, уларҙы шул "ҡыйыш тейәргә" яратҡан күршеһе һорап алып уҡыуын билдәләне.
...Юлға сығыр алдынан Әүлиә тауы тураһында һорағас, Муса Садиҡ улы изге йәндәрҙең һөйәктәре унан тыш тағы ла ике урында ятыуы һәм Батталда иманлы, булдыҡлы, рухлы халыҡ йәшәүенең, бәлки, бер сере ошоға ла бәйле булыуын телгә алды. Нисек кенә булмаһын, ошондай ауылдар – рухиәтебеҙ бишеге, милләтебеҙ тотҡаһы.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Учалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779