Рәсәй көнөндә Ҡурған ҡалаһында Урал аръяғы халыҡтарының милли-мәҙәни фестивале, шулай уҡ Әлмән, Сафакүл райондарында һабантуйҙар уҙғарылды.
Тобол йылғаһы буйында Сафакүл, Әлмән, Шумиха райондары башҡорттары матур-матур тирмәләр ҡорғайны. Төрлө милләт вәкилдәре үҙенә генә хас фольклор өлгөләре, йыр-бейеүе менән һөйөндөрҙө. Мәҫәлән, Сафакүлдән “Абылтай килендәре”, Әлмән районынан килгән “Бәхет” фольклор ансамблдәренең, “Урал моңо” халыҡ-ара йыр конкурсы лауреаттарының һәм башҡаларҙың сығыштарын һәр кем яратып ҡабул итте.
Фестивалгә Ҡурған башҡорттары милли кейем күргәҙмәһе әҙерләп алып килгәйне. Ә бына Сафакүл, Әлмән райондарында ғүмер иткән милләттәштәребеҙ әле лә “Ҡарға туйы”н уҙғара, ҡырға сығып күңел аса икән. Жюри ағзаларына, тамашасыларға ошо байрамдан тәҡдим ителгән тары бутҡаһы, саламай, йыуаса кеүек милли аҙыҡтар ифрат оҡшаны. Бай йөкмәткеле, халыҡсан, тарихи ысынбарлыҡҡа тура килгән экспозиция өсөн башҡорт милли ихатаһы беренсе урынға лайыҡ булды.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы өлкә губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алексей Кокорин тәбрикләне. Йәшерен батырыны юҡ: бындағы ауылдарҙың күбеһенә әлегә ҡәҙәр газ үткәрелмәгән, юлдарына асфальт түшәлмәгән. Шулай ҙа киләсәккә өмөт бар: Алексей Кокориндың әйтеүенсә, өлкә хакимиәте “Газпром” менән 2015 – 2020 йылдарҙа ауылдарға газ индереү тураһында килешеү төҙөгән. Документҡа ярашлы, Сафакүл, Әлмән райондары халҡының “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин ителеүе көтөлә. Өҫтәүенә быйыл Озерное, Ҡалмаҡ-Әбдрәш ауылдары юлдарына асфальт һалынасаҡ.
Һөйөнөстәр менән бергә көйөнөстәр ҙә етерлек. Ҡурған башҡорттарын башҡорт теленең ҡулланылыштан төшөп ҡала барыуы, халыҡтың сит яҡтарға күпләп күсеп китеүе айырыуса борсой. Мәғариф тураһындағы яңы закон ҡарарҙары тулыһынса үтәлмәй, аҙ комплектлы милли уҡыу йорттары ябыла, педагогтар эшенән ҡыҫҡартылыуға дусар була... Башҡорт теле бер нисә йыл элек өлкәнең 13 мәктәбендә өйрәтелһә, бөгөн – бары етәүҙә. Был милли белем усаҡтары Сафакүл районының – Иманғол, Субботино, Мырҙабай, Надеждино, Баҡай, Әлмән районының Тәңрекүл һәм Казенный ауылдарында эшләй. Ҡайһы берҙәренең исеме урыҫса булһа ла, халҡының 80–90 процентын башҡорттар тәшкил итә бит. Сафакүл районындағы Бикбирҙе, Аҙналы милли мәктәптәре ябылған. Халҡының яртыһынан күберәген башҡорттар тәшкил иткән Ҡатай ауыл Советы биләмәһендәге Шәрип, Байганино, Поляна, Убалы балаларын Мир ауылындағы урыҫ мәктәбенә йөрөтөп уҡыталар.
Был милли төйәктәр араһынан Убалыға туҡталып китәйек. Унда 42 генә йорт бар. Ике тиҫтәгә яҡын ир-егет Себергә йөрөп эшләй. Клуб ярым емерек хәлдә. Китапханала башҡорт китаптары байтаҡ, әммә уларға “саң ҡунған”. Клуб мөдире Анфиса Әбдрәхимова әйтеүенсә, туған башҡорт телендә уҡый белгән кеше юҡ... Халыҡ күҙ алдында рухи хазинаһынан яҙа. Быға яуап итеп күптәр: “Башҡорт теле уҡытылмағас, халыҡ уны белмәй инде”, – тиер. Ғөмүмән, йәтеш һылтау табабыҙ. Ә шул уҡ ваҡытта әлеге фестивалдә ҡатнашҡан башҡа милләт вәкилдәре – ингуштар, азербайжандар, чечендар, ҡаҙаҡтар, татарҙар, әрмәндәр, йәһүдтәр, белорустар, украиндар – барыһы ла үҙ телендә шартлатып һөйләшә, аралаша, йырлай, шиғырҙар һөйләй. Өҫтәүенә байтағы китап сығара, ижад менән шөғөлләнә икән. Ә бит был халыҡтар тарихи тыуған иленән шаҡтай алыҫта йәшәй, улар өсөн бында милли мәктәп, гимназия, лицейҙар эшләмәй. Тимәк, рух телде онотмаҫҡа әйҙәй.
Ә башҡорттар йәшәгән төпкөл ауылдарҙың ҡайһы берҙәрендә 80 йәшлек әбейҙәр ҙә теле асыла башлаған ейәндәре менән урыҫса һөйләшеп маташа. Ҡурғандағы милләттәштәребеҙ рухиәтте һаҡлауға артабан да ошондай битарафлыҡ күрһәтһә, күпмелер ваҡыттан ифрат яғымлы, үҙенсәлекле көнсығыш диалектын юғалтыуыбыҙ бик ихтимал. “Күңел менән башҡорт булыу еткән”, – тиер кемдер. Был дөрөҫ түгел: миллилектең төп шарты – туған телдә аралашыу, уны аңлау һәм хөрмәт итеү. Ҡайҙа ғына йәшәһә лә, халҡыбыҙ рухи хазинанан мәхрүм түгеллеген, уны балаларына өйрәтергә бурыслы икәнен аңларға тейеш.
Тағы ла бер сарала – Әлмән һабантуйында – ҡатнашырға насип булды. Унда райондың Тарғул-Тәңрекүл ауылынан Сара менән Әлфәрит Назаровтарҙы бергә йәшәүҙәренә 60 йыл тулыу уңайынан тәбрикләнеләр. Был күркәм ғаиләнең миҫалында Ҡурған башҡорттарының совет заманындағы яҙмышын күҙ алдына килтерергә мөмкин. Назаровтар Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ауылды аяҡҡа баҫтырыуға ҙур өлөш индергән. Колхоздың һәр бүлексәһендә меңләгән баш һыйыр, йылҡы, һарыҡ аҫралған, иге-сиге күренмәгән иген баҫыуҙары, ырҙын тулы ашлыҡ… Мәктәп балалар тауышынан гөрләп тора... Ауылды әле лә тап ошондай итеп күргеһе килә өлкән быуын вәкилдәренең. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҙур фиҙакәрлек менән ҡоролған тормош һүнә башлаған бында: эре хужалыҡтар тарҡалған, эшһеҙлек хөкөм һөрә. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында башҡорт ир-аты ер, малсылыҡ эшенә дәррәү тотонған да ул, әммә ауыл хужалығындағы тотороҡһоҙлоҡ йүнселдәргә үҫеш мөмкинлеге бирмәгән. Әле иһә Ҡурғанға бай инвесторҙар килгән, һөрөнтө ерҙәрҙең яртыһынан күберәген улар эшкәртә. Мул һыулы күлдәр, ҡуйы үләнле туғайҙар йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн дә ҡулай. Ҡайһы бер милләттәштәребеҙҙең ошо кәсепкә тотонорға ниәте бар.
Әлмән, Сафакүл райондары һабантуйҙарында милли көрәш, ат сабышы уҙғарылыуы күңелгә йылылыҡ өҫтәне. Тәүгеһендә – 12, икенсеһендә 26 батыр бил һынашты. Бәйгелә иһә юртаҡ һәм менге аттарында башҡорт, ҡаҙаҡ, урыҫ егеттәренең “һайт”лап елдереүе онотолмаҫлыҡ тамаша булды.
Республика делегацияһы етәксеһе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов, Сафакүл районы халҡына, һабантуй ҡунаҡтарына төбәк етәкселегенең, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, Ҡурған өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Алексей Кокоринға, уның урынбаҫары Нияз Йосоповҡа, район хакимиәте башлығы Рәшит Хәйернасовҡа, урындағы башҡорт ҡоролтайы рәйесе Нәркис Ғәлиевкә бүләктәр тапшырҙы. Артабан Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров етәкселегендәге концерт төркөмө күңелдәре туған моңға сарсаған ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең танһығын ҡандырҙы. Сәхнә оҫталарының һәр сығышы көслө алҡышҡа күмелде.
Милләттәштәребеҙ өлкә башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының быйыл апрелдә һайланған яңы составына, уның рәйесе Ильяс Бәҙретдиновҡа ҙур өмөт бағлай. Былтыр үҙ көсөнә ингән “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Законға ярашлы өлкәлә туған телдә уҡытыу яйға һалыныр, тип ышана улар.
Ҡурған башҡорттары Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн квоталарға мохтаж. Тимәк, үҙ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу мөһим. Ғөмүмән, “телһеҙ” башҡорт булып ҡалмаҫ өсөн милләттәштәребеҙгә берҙәм, әүҙем булырға кәрәк. Милли байрамдар был йәһәттән ифрат әһәмиәтле: улар үҙаңды, сәмде, ғәмде сикһеҙ көсәйтеп ебәрә.
Рәшиҙә ИШЕМБӘТОВА.
Ҡурған өлкәһе.