Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һабантуй ҡасан барлыҡҡа килгән?
Һабантуй ҡасан барлыҡҡа килгән?
Сәсеү эштәре тамамланғандан һуң һабантуй үткәреү тураһында һүҙ сыҡһа, уның мосолмандарға ғына хас милли байрам булыуы тураһында йыш ишетергә тура килә. Улайһа “ашау” мәғәнәһенә эйә булған “ХАВать” тигән һүҙ (бер ҙә “САВать” түгел) урыҫ телендә нисек барлыҡҡа килгән?



Белеүебеҙсә, ислам диненә нигеҙ һалыусылар ер эшкәртеүсе түгел, сауҙагәр булған. Тәүҙә мал көткән Мөхәммәт пәйғәмбәр ҙә, Хәҙисәгә өйләнгәндән һуң, ер эшкәртмәгән, ә сауҙа менән шөғөлләнгән. Ғөмүмән, сәсеүҙән һуң үткәрелгән байрамға – (“һаб”, һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә – “иген”) биш меңдән ашыу йыл. “Һаб” булараҡ иген исеменең тарихы ҺИПЕР-БОРЕЯҒА (Гипер-Бореяға) барып тоташа. ҺИПЕР-БОРЕЯ исеменең тәүге яртыһы – “ҺИП-ЕР” һүҙе “сәсеү” тигәнде аңлата. Һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә, “ҺИП” (ҺАБ) – “иген”, “ЕР” – “ер”. Гипер-Борея исеменең икенсе яртыһы – “БОРАЙ” һүҙе, “полба” булараҡ, иген төрөн аңлата. Шуға күрә әлеге байрамды (ҺАБ, ҺИП, ГИП) “Сабан-туй” түгел, ә “Һабан-туй” тип яҙыу дөрөҫөрәк була. “ГИПер-Борей” урынына “СИПер-Борей” тип яҙмайбыҙ бит.
Һабантуй Нармер фараоны (фирғәүен) заманынан башлап Боронғо Мысырҙа (Мы Сыр, Мисор) билдәләнгән. “Нармер” исеменең “тантаналы йолаларға баһа” тигәнде аңлатыуы осраҡлы түгел. Был һүҙҙә “НАР(ык)” – “баһа”, ә “МЭРА (сим)” “тантаналы йола” тигәнде аңлата. Ул ваҡытта фараондарҙың ысын исемен белеү тыйылған.
Арыш сәсеү тамамланғандан һуң “Арыш-туй” (Арис-тей) байрамын үткәреү тураһындағы мәғлүмәтте беҙҙең эраға тиклемге V быуатта йәшәгән Геродот та яҙып ҡалдырған. Билдәле булыуынса, тарих сығанаҡтарын аңлау нигеҙендә тап уның туғыҙ китабы ята. Геродот яҙғанса, үрҙә әйтеп кителгән байрам уға тиклем үк 300 йыл алдан билдәләнгән.
Был мәғлүмәтте анализлаһаҡ, түбәндәге һығымтаны яһарға була: тәүҙә – аслыҡ, унан һуң уңдырышһыҙ йыл булған. Тотош ете йыл уңыш булмаған. Һәм был осорҙа арышты ТУР-ан үҙәнендә (ТУРғай платоһы, ТУРан уйһыулығы) йәшәгән халыҡ килтергән. Ул ваҡытта Көньяҡ Урал тап экватор янындағы зона һаналған. Башҡортостандың Теләш ауылындағы “Археологик экспонаттар музейы”нда һаҡланған әйберҙәр ҙә быны раҫлай. Белеүебеҙсә, Туран уйһыулығы Көнбайыш Азияла урынлашҡан, унда яҡынса 20 мең йыл элек ир-егеттәрҙең R 1b гаплогруппаһы формалашҡан. Бөгөн иһә был гаплогруппаның юғары концентрацияһы Баш-ҠОРТ-о-СТАН-да йәшәгән башҠОРТтарҙа (87%), Испанияның Анда-лузия автономиялы берләшмәһендәге Кордова провинцияһында йәшәгән ТУР-де-СТАН ҡәбиләһе нәҫелендә (90%) һәм Францияның ТУР ҡалаһында ғүмер иткән ТУР-индар ҡәбиләһе нәҫелендә күҙәтелә.
ТУР-ан уйһыулығының ҺИП-ер-Бореялары (борай бойҙайын сәсеүселәр) уларҙы аслыҡтан һәм ете йыл дауам иткән уңышһыҙлыҡтан ҡотҡарған өсөн Про-КОН-неста “Арим-аспалар тураһында эпос” поэмаһы яҙылған. “Арим-аспы” (Әрәм-ашты) билдәләмәһе һүҙмә-һүҙ “аҙыҡ-түлек келәте” һәм “аҙыҡ-түлек муллығы” тип тәржемә ителә. Про-КОН-неста эпик поэма яҙылғандан һуң, “Арыш-туй” байрамы икенсегә онотола. Был сара ҡайтанан 240 йыл үткәс кенә Италияның Мета-понтий ҡалаһында билдәләнә башлай. “Мета-понтий” исеме “ҡул тирмәне” тигәнде аңлата.
Италияла арыш сәсеүҙе тамамлау уңайынан үткәрелгән байрамға арнап Аполлонға алтарь ҙа булдыралар. Геродот яҙмаларынан мәғлүм булыуынса, Аполлондың (Әпә-йыл-андың) юлдашы булараҡ, “Арыш-туй” байрамы тәүҙә Ҡарға (Corvuz) булған. Йәғни Ер шарының күсәре әле шылмаған осорҙа арыш “Ҡарға бутҡаһы” тип аталған яҙғы байрамдың төп өлөшө булған. Был байрам төнгө күктә йондоҙлоҡтарҙың билдәле тәртиптә – Үлсәү (йыл), Ҡыҙ (йыл-ы), Ҡарға (йыл-ға: А.С. Пушкинда), Чаша (йыл-ан: медицина хеҙмәткәрҙәре символы), Гиада (Йы-һан) – теҙелеүенә арналған. Йәғни Әпә-йыл-ан (Аполлон) һүҙмә-һүҙ “Йылдың уңдырышлы осоро” тип тәржемә ителә. Шуға күрә “ҺАБан-туй” байрамында (Арыш-туй, ҺИПер-Борей, ГИПер-Борей) Урал батырҙың (Зевс-патер) теләк-талабын тик Аполлон ғына күрәҙәлек итергә тейеш булған.
Тамырҙаш һүҙҙәрҙең түбәндәге тәртиптә теҙелеп китеүе лә осраҡлы түгел: йыл (год), йыл-ы (тепло), йыл-ға/Вол-га (река), йыл-ан (змея), Йы-һан (Вселенная).





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779