Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмер юлдарымдың моңдары
Ғүмер юлдарымдың моңдары * * *
Күк йөҙөндә тулы айҙы күреп,
Өләсәйем алды уҡынып.
Мунса инеп, арып ҡайтып киләм
Уның итәгенә тотоноп.
Доғаһына ҡушып бышылдай ул:
"Ни ҡылһаң да – һинең иректә,
Яҡты донъя, һиндә йәшәп түгел,
Туйып булмай икән күреп тә".
Киң донъяға инде үҙем бағам,
Тирә-йүнем тотош сер генә.
Ниңә үлән йәшел, һауа зәңгәр,
Йондоҙҙар күп, ә ай бер генә?
Ниңә беҙ атлаһаҡ, ул да бара,
Беҙ туҡтаһаҡ, тора түбәлә?
Өләсәйҙең бөтә яуабы ла
Хоҙай ҡөҙрәтенә терәлә.
...Иртәләрҙең хәйерлеһен теләп,
Шөкөр итеп айлы кисенә,
Сабыр өләсәйем мин сабыйҙы
Алып инә донъя эсенә:
– Рәхим, шәфҡәтле бул кескәйҙәргә,
Йомшаҡ һүҙле – ҡартҡа-олоға.
Төшөндөрә ерҙә һәр нәмәнең
Ҡапма-ҡаршы ише булыуға:
– Ерҙә йәшәү, балам, оло бәхет,
Йәм өҫтәргә тырыш иң элек.
Яҡшылыҡты яманлыҡтан айыр,
Яуызлыҡты еңһен изгелек!
Һабаҡтарың, өләсәйем, һинең
Үтеп ингән сабый зиһенгә.
Мин уларҙы изге мираҫ итеп
Һаҡлап йөрөтәм йөрәк түрендә...

* * *

Төнгө Өфө. Йондоҙҙарҙы һанап,
Ҡайтып килеүебеҙ кисәнән.
Йәшлек дуҫым әйтә: "Нишләр инең,
Ошо өйҙән фатир бирһәләр?"
Ысынлап та, ни эшләр инек икән,
Хыялдарға сумдыҡ туҡталып.
Тәҙрә артындағы шәүләләргә,
Эске яҡтылыҡҡа һоҡланып:
– Бындай өйҙә йәшәйҙер ул, – тибеҙ, –
Ерҙә иң бәхетле кешеләр.
Ай йылмая, тимәк, беҙ – йәштәрҙең –
Бер ҡатлылығына төшөнә...
...Һағынып килеп сыҡтым ҡалабыҙҙың
Йәшлегебеҙ уҙған урамын.
Күккә ашҡан яңы биналарға
Хайран ҡалып ҡарап торамын.
Иҙел яры, йәшлек ярһыуҙары –
Күңелемде биләй моңло көй.
Һуңғы сәғәттәрен йәшәй икән
Беҙҙе таң ҡалдырған теге өй.
Тәҙрәһенә төн ҡараһы ҡунған,
Яңғыҙ тороп ҡалған бер ситтә.
Урамдағы фонарь яҡтыһы ла
Уға төшмәй, ул да бейектә.
Ҡороған инде сәскә түтәлдәре,
Үтте, тиҙәр, үтте ул саҡтар.
Яңы йорттар нигеҙендә ҡалды
Һеҙҙең йәшлек үткән һуҡмаҡтар...
Замандашым, ғүмер юлдарыбыҙ
Хыялдарҙан менде юғары,
Йәшлегемә бағам. Киләсәккә
Өмөттәрем арта ни бары!

Яу ҡырҙары миңә таныш түгел

Яу ҡырҙары миңә таныш түгел...
Шөһрәтем юҡ хайран итерлек,
Тик һуғыштан миңә тейгән өлөш
Ғүмерем һуңынаса етерлек.

Күҙ алдымда фашист баҫҡан ергә
Ҡыҙыл билдә һалған карталар,
Үҫмер һабаҡташтар яуға киткәс,
Бушап ҡалған артҡы парталар.

Онота алмайым ирҙәр урынында
Һабан һөргән йәп-йәш ҡыҙҙарҙы,
Яҙҙар һайын хужаларын көтөп,
Етемһерәп ятҡан ҡырҙарҙы.

Еңеү байрамдары килгән һайын
Япраҡ ярған мәлдә бөрөләр,
Ҡайтмай ҡалған туған, яҡындарым
Күңелемдә мәңге тереләр.

Үткән һуғыш афәттәре менән
Йылдар аша торам күрешеп,
Һөйгәнемдең уңмаҫ яраларын,
Ауыр яҙмышын да бүлешеп.

Улар һаҡлап ҡалған һәләкәттән
Ғүмеремде, намыҫ, иркемде.
Был донъяла йәшнәп йәшәүем дә
Шунан тейгән өлөш бит инде!
Яу ҡырҙары миңә таныш түгел...

***

Фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күстең
Йәйҙең иң сәскәле миҙгелендә.
Янып-ярһып үтте ғүмерең дә,
Теләгәнең килде үлемдең дә.
Минең хәлдәр бына башҡасараҡ...
Эҙләһәм дә, юҡтыр башҡа сара.
Көндәремә төндәр ялғана ла,
Яҙмыш яҙған эҙе менән бара.
...Гел иҫемдә минең алыҫтағы
Икәү атлап киткән юл башы,
Тулҡынланған иген баҫыуҙары,
Янып торған июнь ҡояшы.
Һыуҙар кистек бергә, текәләрен,
Һөҙәктәрен мендек ярҙарҙың.
Дәррәү килгәндәре, һүлпәндәре,
Ярһыуҙары булды яҙҙарҙың.
Йомарт йәйҙәр, көҙҙәребеҙ булды
Алтын тауҙарына тиңләрлек,
Тәҙрәләргә һүрәт яһап уҙған
Ҡыштарыбыҙ – һағынып һөйләрлек.
...Был ғүмерҙең һәр миҙгеле ҡиммәт –
Ҡар төшәме, ямғыр яуамы...
Беҙҙән һуң да ергә яҙҙар килер, –
Ғүмерҙәрҙең ҡала дауамы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779