Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кесе йыһандан – Оло йыһанға
(Гөлнур Яҡупованың «Ҡатындар» трилогияһына ҡарата)

Аңы, шәхес иманы ауылының, иле-халҡының киләсәге өсөн үҙен шәхсән яуаплы тойоу кимәленә күтәрелгән кешеләр бар. Нурияны шундайҙар иҫәбенә индерергә булалыр. Ул үҙ осоронда бөгөн дә, 2014 йылда ла, актуаллеген юғалтмаған проблемаларға иғтибар итә, шул тәңгәлдә тәрән уйланыуҙар кисерә. Бигерәк тә ауылдарҙағы буйҙаҡ егеттәр, ҡалаларға күсеп торлаҡһыҙ интеккән ҡыҙҙар яҙмышы хафаға һала уны. Яңы ғаиләләр ҡоролмағас, балалар тыумаҫ, быуындар алмашынмаҫ… “Башыма ут ҡапты ошо уйҙан, – тип өҙгөләнә Нурия, – бығаса иғтибарламағанмын, һуҡыр, һаңрау булғанмын, гүйә, – дөрөҫөрәге, ошо хәлдәрҙе күреү, аңлау халәтенә өлгөрөп етмәгәнмен! Үҙемде, аҡыллы, вайымлы, тип йыуанып йөрөгән булам, ә кешелектең кесе йыһаны, кендеге тип аңғарған төбәгемә ниндәй ҙур бәлә янай! Ил- халыҡ, планета яҙмышы ла математик прогрессия арҡылы хәл ителә бит: айырым шәхес – ғаилә – ауыл йәки ҡала – ил – планета. Шишмәләр ҡороһа, йылғалар һайыға һәм был глобаль кимәлдә эсәр һыу проблемаһын тыуҙыра. Йәғни тәүсығанаҡтың саф, ҡеүәтле, тере булыуы шарт тәбиғәттең дә, кешелектең дә тамыры ҡоромаһын өсөн!” Һәм ошо һығымталар аша автор төп героиняһының гражданлыҡ позицияһын күрһәтеүгә өлгәшә, уның шәхесенә баҙыҡ штрихтар өҫтәй. Нурия был мәсьәләне ҡатын-ҡыҙҙар советы ултырышында ҡуҙғата, ҡыҙҙарҙы ауылда ҡалдырыу мөһим бурыстарҙың береһе итеп күтәрелә. Ошо бәйләнештә, заман портретына сағыу деталдәр өҫтәп, трилогияға бигүк типик булмаған яңы персонаж индерелә – йәш белгес, зоотехник Сыңғыҙ. Уның хаҡында, имеш, Толпарлыла “отдельный коммунизм” төҙөмәк икән, тигән хәбәр үҙенән алда килеп инә, Нурия әйтмешләй, ауылдың “йүкә телефоны”н спутник бәйләнеше лә алыштыра алмай, сөнки уға һауа торошо ла ҡамасау түгел, боҙолмай ҙа, туҙмай ҙа. Сыңғыҙ, ысынлап та, яңы формация кешеһе, лидер, башҡаларҙың аңына йоғонто яһарлыҡ шәхес. Уның торғонлоҡ осоронда күп партиялы система хаҡында хыял йөрөтөүе – киләсәктәге үҙгәрештәргә алдан ҡараш ташлау ул.
Шулай, автор төп героиняһын ил-халыҡ яҙмышы, Ватан тарихы темаһынан һис ситләштермәй. Мәүлиҙә әхирәтенең хаттары ла уй-фекер географияһын киңәйтергә булышлыҡ итә. Ул ебәргән бер открыткала төшөрөлгөн боронғо биҙәүестәрҙең аҫтында “Половецьки срiбнi браслети и золотий половецький перстень” тигән яҙыуҙы уҡып, Нурияның хәтере шундуҡ юллап ала: яугир ҡыпсаҡтар... Ҡыҙының сит милләт кешеһенә кейәүгә барырға уйлауына йәне көйгән уҡытыусы Әминдең бер һөйләшкәндәрендә Тарас Бульбаның һатлыҡ улы Андрейҙы телгә алыуын хәтерләй, Андрейҙың сибәр полячкаға: “Һин – минең Ватаным”, – тигән һүҙҙәре уйландыра әҫәр героиняһын. Бер һөйгәне өсөн әҙәм балаһы илен ҡалдырып күсеп тә китә – ана, Йәнкиҫәк, Мәүлиҙә... Мөхәббәт хаҡына йәнен фиҙа ҡыла – ана, Ромео һәм Джульетта, Таһир – Зөһрә... Хыялый була – Ләйлә менән Мәжнүн... Эвредиканы ҡотҡарырға Орфей ҡара гүргә төшә, Нәркәстең Һәүбәне – һыу аҫты батшалығына... Ләкин береһе лә һөйгән йәрен Ватанға тиңләмәгән! Илһөйәрлек – иң изге, иң тоғро хис, ул кешегә әсә ҡарынында, кесе йыһанда уҡ, ҡан аша күсә, тыуғас, әсә һөтө менән һеңә. Эйе, донъя ҡуласаһы әҙәм балаһын сит ерҙәргә лә ташлай, һөйәге тыуған тупрағына ҡайтмағандар бар, әммә Ватаны һәр кемдең йөрәгендә тамырланған, ҡайҙарҙа ғына йөрөмәһен, ул тамыр өҙөлмәй.
Трилогияның “Кесе йыһан – Оло йыһан” тип аталған өсөнсө китабында хәл-ваҡиғалар хронологик тәртиптән ысҡынып, ҡырҡ йыл аша алға һикереп башланып китә. Төп героиня Нурия Баязит ҡыҙы – өләсәй йәшендә. Күпме ғүмер даръяларын кискән, яҙмыш тауҙарын артылған, үткәндәрҙе байҡап, йомғаҡлап алырға тип ниәт иткән сағы. Үҙен тәрбиәләп үҫтергән ғәзиз кешеләре, туғандары алдындағы бурыстарын намыҫлы үтәне, һайлаған һөнәренә фиҙакәр хеҙмәт итте, ғаиләһенең ҡотон ебәрмәне. Күңелендәге “үҙем”дәр был йәһәттә бәхәсһеҙ генә ризалаша. Ә бына уның шәхесен, уй-хыялын тыуған төйәге, Башҡортостаны, ғәзиз милләте менән рухи асылда бәйләр бәйәндәре һаман осланмаған. Аманати бурысы үтәлмәгән. Яҙылғандарын ҡарап сығаһы, хәтер төйөндәрендә һаҡланғанын тағатып, компьютерҙа йыяһы бар. Шул ниәттә ҡағыҙ ҡыштырлатып ултырғанда, уға Интернет аша хәбәр килеп төшә: Каспий диңгеҙе ярында урынлашҡан алыҫ Төркмәнбашы, элекке Красноводск, ҡалаһынан Иркен исемле бер егет, апай, һеҙҙең киләсәккә адреслап хатығыҙ һалынған шешәне табып алдым, диңгеҙ ярына килеп төртөлгән, тигән. Шул турала белдермәк булдым, йә ахырызаман ысынлап килеп етер ҙә өлгөрмәй ҡалырмын, тип тә өҫтәгән. Бына бит ул ваҡыт шаңдауҙары! Һыу юлдары ана ҡайҙа алып барып еткергән икән хатын... Яҙмышнамә яҙам, уланым, тамамлағас, ошо “үрмәкес ауына” һалырмын, тотош белерһең, тип вәғәҙә бирә Нурия һәм бар фәһемен, тел, зиһен ҡеүәһен егеп, эшкә тотона – ижад итергә. Илһам ҡошоноң серле ҡанаттары уны ҡурсып тора: хыялдарының осош-ҡыйралыштары, тапҡан-юғалтҡандары, йылдары-юлдары – бөтәһе күҙ алдына килеп баҫып пәйҙә була, гүйә...
Ябай ауыл уҡытыусыһының образы артыҡ аҡыллы, артыҡ камил итеп һынландырылған тип әйтеүселәр ҙә булыр, бәлки. Минеңсә, бында бер ниндәй ҙә арттырыу, ҡабартыу юҡ. Уҡытыусыға тап шундай пофессиональ бурыстар ҡуйыла ла: үҙ фәнеңде белеү генә етмәй, өҫтәмә мәғлүмәтле лә булыу, йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашыу, йәш быуында гражданлыҡ позицияһы, ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү һ.б. Төп героиняһына ошондай яуаплы профессияны инселәгән авторҙың уны дөйөм урталыҡтан ҡалҡыуыраҡ итеп күрһәтеүе ғәжәпме ни? Ә инде уның бәйәнселеге тәңгәлендә, эйе, саҡ ҡына сағыуыраҡ буяуҙар өҫтәмәй мөмкин дә түгел. Тап ана шул ике факторҙың – һөнәри белеме һәм тәбиғәт биргән ижадсы асылы – берлеге Нурияны бүтәндәрҙән айырып тора ла инде. Бер ҡараһаң, уға, географҡа, рәссамдар, “Эрмитаж”дағы картиналар менән ҡыҙыҡһыныу мотлаҡ та түгел һымаҡ, әммә уларҙың Нурияға йыш ҡына кәрәге төшә: картиналарҙың да биографияһы, географияһы һәм тарихы бар, уларҙа атаҡлы тауҙар, йылға-күлдәр, ҡалалар һүрәтләнә, заман йөҙө күренә. Икенсе ҡараһаң, бәйән яҙыу ҙа уҡытыусыға мотлаҡ түгел. Ә шулай ҙа? Профессиональ яҙыусылыҡ хаҡында түгел, нәҫелеңдең, атайсалыңдың тарихын юллау, халҡыңдың зыялыһы булараҡ, илеңдең үткәндәре һәм киләсәге юҫығында фекерҙәреңде белдереү фарыз икәнлеге хаҡында һүҙ бара был осраҡта.
Төп героиняға иш булып, төрлө арауыҡта сюжет эсенә индереп ебәрелгән персонаждар ҙа үҙҙәренең үҙенсәлеген юғалтмай, автор күҙаллаған юлдарынан барыуын, әҫәрҙе тулы ҡанлы, йәнле итеүгә булышыуын дауам итә.
Ижтимағи, сәйәси хәлдәр (мәҫәлән, Брежнев, Горбачев, Ельцин хакимлыҡ иткән осорҙар) тураһында бәйән ҡылғанда инде трилогия героиняһы киң һәм төплө ҡарашлы, эрудициялы шәхес булараҡ сығыш яһай. Гөлнур Яҡупованың ҡәләме был ваҡиғаларҙы ҡоро теркәүҙән ҡотола алған, сөнки улар кеше яҙмыштары, борсолоуҙар көҙгөһөндә сағылдырып күрһәтелгән. “Ғәрәсәтле туҡһанынсылар” тип аталған арауыҡта кескәй Аҡмәте ауылының – халыҡ телендә Бөйөрһөҙ ауыл (эшһеҙлектән миктәгән бер нисә егет сит ил йүнселдәренә бөйөрҙәрен һата) тип йөрөтөлә башлауы ғына ла күп нәмә хаҡында һөйләй, хатта тотош илдең хәленә тос ишара бирә.
Әҙибә ваҡиғаларҙы етеҙ хәрәкәт динамикаһында алып бара. Уның геройҙары ғаилә, ауыл сиктәрендә генә бикләнеп йәшәмәй, оло донъя, Йыһан пульсын тоя, уйҙары тарих төпкөлдәрен айҡай, киләсәккә олғаша. Ошо масштабты күрһәтеүҙә төп героиня Нурияның роле баһалап бөткөһөҙ, ул барлыҡ хәл-ваҡиғаларҙың күсәре, генераторы булып күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта әҫәрҙә юлайҡан ғына һуғылып, ниндәйҙер бер эпизодҡа йүрмә өҫтәп кенә уҙған геройҙар ҙа иҫтә ҡала, онотолмай. Сөнки һәр берәүҙең үҙ төҫө, ҡылығы, ғәҙәте һәм башҡа үҙенсәлектәре бар. Гөлнур Яҡупова бәғзе геройының булмышын бер деталь менән дә асып һала, был тапҡырҙа ул төҫтәрҙе, кейенеү рәүешен оҫта уйната. Гөлбикә апайҙың ап-аҡ яулығы тигәндә уның саф күңеленә, ниндәй генә ауырлыҡтар аша ла күңелен ҡарайтмай сығыуына ишаралай (ҡатындың яҙмышында быға раҫламалар тулып ята). Персонаждарына айырмалы лексикон, тел үҙенсәлеген бирә белеүе менән дә ота автор, уларҙы ҡатлы-ҡатлы сюжет боролмаларында аҙашмаҫлыҡ итә. Сит ҡәүем вәкилдәре миҫалында был айырыуса асыҡ күренә: колоритлы образдарҙың береһе Татар әбекәйҙең аралашҡанда тик үҙ телендә һөйләшеүе, Себер татары Суфияның “Пес – пуровиклар пай пултык, анта-мынта”, үзбәк Сәлимдең “хуш келибсез”, украин Олексийҙың “зирка, коханна”, ҡаҙаҡ Нурбәктең “жан чуагым”, пуштун ҡартының “милләтпәрүәр” (илһөйәр) тигән һәм башҡа һүҙҙәре...
Ғөмүмән, Толпарлының ҙур донъя уртаһында ҡайнап йәшәүенә, Ер менән бергә уртаҡ Ҡояш тирәләй әйләнеүенә әҫәрҙең аҙағынаса иғтибар даими бүленеп тора. Географ Нурия Баязит ҡыҙының сәйәхәтнамәләре әҫәрҙә ғаләмдең, планетаның, халыҡтарҙың тарихи, геополитик яҫылыҡта үҙ-ара бәйләнешен күрһәтеүҙә мөһим роль уйнай. Украиналағы “таш ҡәберҙәр” ҡурсаулығындағы петроглифтарҙа ул башҡорт ырыуҙары тамғаларын сырамыта, дала киңлегендә һыбай сарматтарҙың, баяғы ҡыпсаҡтарҙың яу оранын ишеткәндәй була... Арҡайым сәйәхәте шағирәнә тел менән һүрәтләнгән, бай мәғлүмәт тапшырылған, хәтер төпкөлдәренә баҫма һалынған. Шунда ошо серле төбәккә Мәскәүҙән килгән ғалимә Люсянан Нурия боронғо Мысыр алиһәһе Изида хаҡында ишетә, тарихи сығанаҡтарҙа (беҙҙең эрағаса III–IV быуатта) Изида гимны тип аталып һаҡланып ҡалған юлдарҙы ғүмергә күңеленә беркетеп ҡуя: “Я – почитаемая и презираемая; я – блудница и святая; я – жена и дева; я – мать и дочь; я – руки матери моей; я – мать моего отца; я – сестра моего мужа...” Был юлдарҙы Гөлнур Яҡупова тәржемә итмәгән, уҡыусының үҙенә ҡалдырған, уйланһын, үҙе тоҫмаллаһын, тигәндер. Ә төп мәғәнә, әлбиттә, ап-асыҡ: һүҙ мысырҙар аңындағы Тәү әсә хаҡында бара (беҙҙең “Урал батыр”ҙағы Йәнбикә һымаҡ). Шулай, Нурияның зиһененә үҙ милләтенең алтын аҡылы һыйған эпостарҙан, мәҡәл-әйтемдәрҙән йыйған фәһемдәренә сит халыҡтарҙың һүҙ ҡомартҡылары өҫтәлә бара.
Трилогия ахырына килә етә, автор төп героиняһынан иң мөһим персонаждарҙы туплата, уларҙың яҙмыштарын юллата. Донъя дилбегәһе – яңы быуын ҡулында. Путин осоро бара. Ельцин хакимлығында упҡынға осоп барған ил әкренләп билен турайтып килә. Улай ҙа 90-сы йылдарҙың ыңғай яғы ла булды, тип иҫәпләй Нурия – халҡыбыҙҙың йоҡомһорай башлаған үҙаңы уянды, милләтебеҙ үҙенең мәҙәни, рухи тамырҙарын юллай, тарихын байҡай, “Урал батыр”ҙы ятҡа белгән быуын үҫә. Башҡорттоң “малтабар” тигән һүҙен дә бойомға ашырыусылар осрай. Толпарлының ул һәм ҡыҙҙары, Нурия Баязит ҡыҙының уҡыусылары араһынан Америка һәм башҡа сит илдәрҙә карьера эшләгән, Рәсәйҙә үҙ исемен алға сығарған һәм халҡына бәҫ өҫтәгән төрлө һөнәр, талант эйәләре бар. Күпселеге, әлбиттә, үҙ илендә, тыуған төйәгендә донъя йөгөн тарта – атайсалдан тамыр өҙмәй, милләт түлен һаҡлаусылар тап улар.
Беренсе, икенсе китаптан таныш байтаҡ персонаждар, был ерҙә үҙ бурыстарын үтәп, донъя ҡуйған. Ошо урында Гөлнур Яҡупованың йәнә бер табышы бар: тиҫтәләрсә геройҙарының вафатын ялҡытҡыс оҙон итеп һанап тороуҙан ул ипле, иманлы итеп ҡотолған – төп героиняһының бәйәндәрен компьютерҙа йыйған, шунлыҡтан барлыҡ ауылдаштарын, олоһон-кесеһен, белгән отҡор ейәнсәре Айһылыуҙы эйәртеп, “мәңгелек ауылына” зыярат ҡылдыра: ул һәр ҡәбер янында туҡтап, әйтер һүҙ табып, донъяуи яңылыҡтарҙы ла “баҡыйлыҡ почтаһына” хәбәр итеп үтә...
Тыуа-тыуғаны бирле донъяны үҙенә, үҙен донъяға аса килә, ҙур тормош тәжрибәһе туплаған ҡатын, өләсәй йәшенә еткәндә, күптәнге хыялын бойомға ашыра: “Нәҫелем, Толпарлым тарихын, халҡыма, донъяға булған һөйөүем шаңдауҙарын, – ти ул артабан, – хәтерем бөгөнгөгә килтереп терәне, иншалла. Башҡортостан, Рәсәй киңлектәрендә сәселгән, ҡитғаларҙа эҙе, орлоғо ҡалған тоҡомдаштарым яңы быуатта ла төрлө тарафтарҙан ауаз ташлай. Һәм беләм: бер яңғыҙым түгелмен мин – Оло йыһандағы шәхсән орбитамда, ауылымда-илемдә хәтер бағыусы ҡатын. Быуаттар һуҙымында күпме ташъяҙмалар ауған, кәшәнәләр ҡом-тупраҡҡа ҡалған, санскриттар саңға әйләнгән, петрографтар юйылған... Әммә уй-хәтер уларҙы тергеҙгән, быуындан быуынға ҡан аша, тел илә тапшыра килгән һәм шулай дауам итер – Йыһани даһи аҡылдың ҡануны был”.
“Ҡатындар” трилогияһының төп героиняһы әйткән был һүҙҙәр, һис шикһеҙ, Гөлнур Яҡупованың үҙен дә ҡылыҡһырлай булыр. Уҡымлы, фәһемле, мәғлүмәтле, шағирәнә телле, башҡорт әҙәбиәтендә бәҫле урын биләйәсәк был күркәм әҫәрҙе уның таланты тыуҙырған бит.

Фәнүзә НӘҘЕРШИНА,
филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.



(Аҙағы. Башы 112–114-се һандарҙа).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 418

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576