(Гөлнур Яҡупованың «Ҡатындар» трилогияһына ҡарата)
“...Ниәтемде атҡарырға көс-дарманым етерҙәй? Үҙ-үҙемде белә-белгәндән таныш бер халәткә инәм дә... Индем! Булмышыма баҡтым: унда сит күҙгә күрһәтмәй генә бәпләгән серле Йәнағасым үҫә, үҙем шулай атаным. Ундай ағас бер ҡайҙа ла, бер кемдә лә юҡ, сөнки уны тик мин, үҙ баҡсамда бар ҡылдым да йөрәгемде уға емшән иттем, ғүмер һутым менән һуғарҙым, күңел нурым һирпеп, яҡты һәм наҙ бирҙем. Йәнағасымдың тамырҙары нәҫелем, илем-халҡым ерлегенә олғашҡандыр, орлоҡтары – йәшәйештән йыйған аҡыл-фәһемдәремдер, япраҡтары – ҡатлы-ҡатлы яҙмыштарҙыр... Һәм мин уны көнгә сығарырға, сәскә-емештәрен донъяға күрһәтергә тейешмендер? Эйе. Йәшермәйем. Йәшерә алмайым – асылам”. Был һүҙҙәр – үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс сюжеттар оҫтаһы, ифрат бай мәғлүмәтле һәм үҙенең зиһенен айҡағанды, хәтеренә төйнәгәнде, йөрәген ҡабыҙғанды геройҙары аша ғәжәйеп бер аһәң менән уҡыусы күңеленә һеңдереү һәләтенә эйә әҙибә Гөлнур Яҡупованың “Ҡатындар” (2013) трилогияһынан, уның төп героиняһы Нурия ауыҙынан. Билдәле, үрҙә телгә алынған ифрат яуаплы бурысты атҡарыр өсөн героиняңдың шәхес булып өлгөрөүе, ил, халыҡ проблемалары тәңгәлендә һүҙ йөрөтөрлөк интеллектуаль кимәле, әхлаҡи хоҡуғы булыуы зарури.
Әҙибә быны тәрән аңлап эш итә һәм трилогияның «Ҡыҙ бала» тип аталған беренсе китабынан уҡ бәләкәс Нурияның тәрбиә сығанаҡтарын, тыуып үҫкән мөхитен, рухи офоҡтарын күҙаллап ҡуя. Әҫәрҙә был йүнәлештә мөһим ролдәрҙең береһен, минең уйлауымса, тәбиғәт үтәй: йәнтөйәген уратып алған Урал армыттары: архетип хисабындағы Ҡырластау, Шәкетау, легендаларға бай Толпарсыҡҡан күле... Йәнә туған тел: ҡанға һеңгән ҡарыһүҙ мираҫы, йәшәү, әхлаҡ ҡағиҙәләрен ҡанун дәрәжәһенә күтәреү һәләтенә эйә булған мәҡәл һәм әйтемдәр. Быуындан быуынға тапшырыла килгән ошо мираҫты һаҡлап, үҙҙәрен халҡының хәтер һәм нәҫел бағы итеп ҡабул иткән, һәр ҡайһыһы айырым бер холоҡҡа эйә, иғтибарға лайыҡ, төрлө йәһәттән һабаҡ биреүсе ауылдаштары, ағинәй асылындағы – Зөлхизә өләсәһе менән Рәйхана ҡартәсәһе, йәғни тормош-көнкүреш мөхите. Былар бөтәһе бергә – героиняның аң даирәһенә тәүге орлоҡтарҙы сәсеүсе, шәхес булып формалашыуына ғүмер баҡый йоғонто яһаясаҡ көстәр.
Ғалимдар иҫбатлауынса, әҙәм балаһы әсә ҡарынында уҡ бихисап мәғлүмәтте ҡан хәтере аша ала, тоя, ишетә. Автор үҙенең төп героиняһына ла шундай үҙенсәлектәр бирә: «...Минең әле Оло йыһанға, донъяға тыуаһым бар. Әлеге мөхитем, тимәк, – Кесе йыһаным». Шулай тип алып китә Нурия хикәйәләүҙе, беренсе заттан.
Тәбиғәт, тәбиғи аһәң бишегендә, дүрт ҡатын – өләсәһе, ҡартәсәһе, әсәһе, ике туған апаһы Шәрифә бағыуында хисле, күҙәтеүсән, төпсөр булып үҫеп килгән Нурияны тормош тәүге һынауға, күңел драмаһына дусар итә. Атаһы моряк хеҙмәтенә алынғас тыуған ҡыҙ бала уны һағынып көтә, ә атай кеше – Баязит – ҡырға сығып китә. Әсәһе, йөклө тороп ҡалһа ла, ҡала мөхитенә ҡулайлаша алмаҫынан ҡурҡып, иренә эйәрмәй. Ҡыҙ бала «Атайлы бала – арҡалы» тигән халыҡ мәҡәленең мәғәнәһен бик иртә аңлай һәм уның ошо хәҡиҡәт юҫығында уйланыуҙары уҡыусыны битараф ҡалдырмай.
Кескәй Нурияның һәр көнө ниндәйҙер асыш килтерә, серле йәшәйеш тыуҙырған бөткөһөҙ һорауҙарына яуап табыла. Ҡыҙыҡай өләсәһе менән ҡартәсәһенә һис тынғылыҡ бирмәй, ҡолағына эләгеп ҡалған һәр һүҙҙең төбөнә төшөргә ынтыла. Өлкәндәр иһә уға сабыр ғына аңлата. Эйе, был йәһәттән Нурия бик бәхетле бала, янында хәтер һағындағы хазиналарын эскерһеҙ уртаҡлашыусы яҡындары бар.
Гөлнур Яҡупова һүрәтләү алымдары, телдең лексик арсеналы, халыҡ ижады ҡаҙнаһындағы мираҫты оҫта һәм урынлы файҙалана. «Ҡатындар» – бай, йор, моңло, тыумышы-булмышы, әйтелмеше-яҙылмышы менән ҡойоп ҡуйған башҡорт телендә бар ителгән әҫәр. Сюжет ерлегенә йәтеш кенә инеп киткән ҡушаматтар, лаҡаптар, яҙмыш бәйәндәре лә ҡыҙ баланың отҡор хәтеренә баулана бара, тасуир итеү һәләтенә, фантазияһына ем бирә. Юҡҡа ғынамы ни ул үҙе лә, бөтә әкәмәт һүҙҙәрҙе, ғәләмәт хәбәрҙәрҙе «йотоп» ҡына йөрөйөм, ти. Ошо һәм башҡа айырмалы сифаттарҙы Гөлнур Яҡупова тәғәйен маҡсат менән биргән, әлбиттә, үҙенең героиняһына: әҫәр ялҡытҡыс, монотонлы бармаһын, хикәйәләүгә яңы биҙәктәр өҫтәлһен, һулышы киңәйһен өсөн. Нурия ишеткәндәрен, гүйә, пәйҙә итеп, кино һымаҡ күҙ алдынан үткәрергә һәләтле. Беренсе заттан хикәйәләүсе героиняның был үҙенсәлеге ваҡиғаларҙы төрлө ракурстан күрһәтергә, кемдер кисергәнде гелән үҙе һөйләп тәмен ебәрмәҫтән, шул кешенең шәхсән күңел призмаһы аша үткәреп бирергә мөмкинлек бирә.
Төп героиняның бәйәнсе булып китере алдан уҡ төҫмөрләнә: кендек инәһе, төш юраусы булған Зирәк тигән матур ҡушамат йөрөткән ҡартәсәһе ейәнсәренә был хаҡта төбәп әйтеп тә ҡуя. Һәм был төбәүҙең бойомға ашырына нигеҙ юҡ түгел. Нурия ҡасандыр ике мәсете, хәҙер урта мәктәбе, ауыл клубында бай китапханаһы булған ҙур башҡорт ауылы Толпарлыла йәшәй. Зыялы төбәктә. Йәш быуын ҡулдан-ҡулға йөрөтөп боронғо грек мифтары яҙылған китаптарҙы уҡый, улар тарих дәрестәренән дә таныш. Башҡорт халҡының бөйөк эпосы «Урал батыр» мәктәп программаларына килеп инмәгән әле ул саҡта (1950 йылдар). Әммә Урал батыр, Шүлгән, Самрау, Һомай хаҡында Нурия белмәй түгел: өлкән йәштәгеләр элгәре был төбәктә атаҡлы Солтанай сәсәниә йәшәүе хаҡында иҫләй, унан ишеткән ҡарһүҙҙән өҙөктәр һөйләй. Хәреф таный башлаған сағында уҡ Фариза еңгәһе аша ҡыҙыҡайҙың ҡулына «Аҡбуҙат» эпосы килеп эләгә, Һәүбән менән Нәркәс образдары йөрәгенә уйыла, ә ҡартәсәһе Ҡөрьән ғилеме менән таныштыра, Әҙәм вә Һауа серен аса, өләсәһе иһә оҙон көйҙәр йырлап халыҡ моңон еткерә. Йор телле ауылдаштары иҫәпһеҙ-һанһыҙ көләмәстәр, ғибрәтле тарихтар һөйләүҙән бер ҡасан да туҡтамай, бөтә осраҡҡа, барса ҡылыҡҡа, хәл-әхүәлгә тап-таман тапҡыр һүҙ табылып тора – ишетеп, ишеткәнеңде хәтереңә төйнәп кенә өлгөр! Нурия өлгөрә, сөнки ул хисле, отҡор ҡыҙ бала. Үҫә килә, үҙен уратып алған даирә генә тар уның уй-ниәттәренә. Шуға ла ул, ауылының ете быуатлыҡ тарихы, урман-тауҙар, йылға-күлдәр атамаларына, күрше-күлән, туған-ырыу яҙмыштарына бәйле хикәйәттәр аша баҫма һалып, донъяны урап сығырға хыяллана.
Әҫәргә әленән-әле персонаждар өҫтәлеп тора, уларҙың һәр ҡайһыһы, үҙенә генә хас холоҡ-фиғелгә, төҫкә-башҡа, яҙмышҡа эйә булып, сюжет ерлегенә ерегеп йәшәп китә. Төп героиня яңы әхирәттәр таба: Әсмә, күпселеге һунарсылар, урман кәсебендәге кешеләр йәшәгән күрше Айыусы ауылынан, әсәһе йәшләй вафат булып, атай ҡулында тәрбиәләнгән, уның менән бергә һунарға йөрөгән ҡыйыу, эскерһеҙ ҡыҙыҡай, тағы Гөлфирә менән Әлфирә, ғаиләлә һөйөп үҫтерелгән апалы-һеңлеле икәү. Ә бына ауылда яһиллығы менән яманат күтәргән Салпа Сәғүрәнең ҡыҙы Менәүәрәнең дуҫ булып китеүе – үҙе бер тарих: Нурия ҡыҙыҡайҙы әсәһенең туҡмауынан йолоп ҡала. Ҡартәсәһе ошо хәл тапҡырында, ҡатын-ҡыҙҙың осор ҡанатын киҫһәң, ул убырлы ҡарсыҡҡа әүерелә, тип әйтеп һалғас, Нурия аптырап унан төпсөнә: шул ямаҡ апайҙың ҡанаты булғанмы?! Һәм уның хәтер-бәйән бауына Сәғүрәнең үкенесле һөйөү тарихы ла баулана...
Ҙур ауылдың матур даны ла күп, ғибрәте лә етерлек: көмөшкә ҡойоусы Сәмәй ҡортҡа, лаҡаптар сығарып, ауылдаштарын йыш ҡына тишек шоманға ултыртыусы Шырмый Иҡсан, Хәйри Бур – башҡа берәү менән бутамаҫлыҡ колоритлы образдар.
Һәр көн, һәр сәғәт ҡыҙыҡһыныусан, сәмле ҡыҙыҡайҙың зиһененә яңы мәғлүмәт бирә, тел ҡеүәһен үҫтерә. Йәшәйеш килтереп ҡуйған һорауҙарға яуаптарҙы сәмләнеп үҙаллы ла эҙләй – китаптарҙан, журналдарҙан. Әхирәте Мәүлиҙәнең атаһы, математика уҡытыусыһы, һәр ваҡиғаға үҙ ҡарашы булған, ҡалыплашмаған фекер эйәһе Әмин абый кәңәшсеһенә әйләнә: ул йәшерен генә «Азатлыҡ тауышы» радиоһын тыңлай, ауылда бер үҙе «Вокруг света” тигән ҡалын журнал алдыра. Сослоғо арҡаһында, бәләкәс кенә сағында әле, Нурия ҡартатаһының йәшлек дуҫы, ауылдың абруйлы кешеһе, һуғыш ветераны, һунарсы Әхмәҙин (Бүреһуҡҡан) ҡартты үҙенә олатай итеп ала – был ваҡиға, ғөмүмән, оло менән кесенең дуҫлығы ышандырғыс итеп тасуирланған. Күп аҡыл-фәһемдәр бирә аҡһаҡал атай-олатайһыҙ үҫкән ҡыҙ балаға, урман-ҡырға эйәртеп алып сыға, айыу-бүрегә һунар итеү хикмәттәре хаҡында һөйләй, йот йылында тотош ауылды аслыҡтан ҡотҡарған сәтләүеклек, осар тейендәр менән таныштыра. Бер мәлде ул Бөркөтсө ҡарт булып та ала, был үҙе бер тарих – ҡыйғыр ҡошто тәбиғи һәләттәрен юғалттырмай тәрбиәләү, һунарға сығарыу (уҡығанда боронғо башҡорт бөркөтсөләрен күргәндәй булаһың, халҡыңдан мираҫ сая рухың саңҡыуын тояһың). Ғөмүмән, әҫәрҙә рухи үрҙәрҙе, рухи мәҙәниәтте, милли үҙенсәлекте күрһәтеү өсөн үтемле саралар, онотолмаҫлыҡ эпизодтар күп индерелгән.
Исеменә күрә – есеме, әлбиттә. «Ҡатындар»ҙа төп образ хасилында ҡатын-ҡыҙҙар, улар трилогияның үҙәгенә ҡуйып һүрәтләнгән. Әммә автор кешелектең Әҙәм вә Һауа вариҫтары ҡорған йәмғиәттә йәшәгәнен, донъяның парлылар өсөн яратылғанын һәр саҡ иҫтә тота һәм беренсе китапта уҡ әленән-әле үрҙә атап кителгән Бүреһуҡҡан ҡарт, уҡытыусы Әмин, шулай уҡ милиционер Сәмиғуллин, фельдшер Әүхәт кеүек баҙыҡ образдарҙы алғы планға сығарып тора. Нурияның ҡартәсәһе колхоз кәнсәләрендә йыйыштырыусы булып эшләй, ә унда кистәрен ир-ат йыйылышып, соланда әңгәмә ҡорорға, тәмәке тартырға ғәҙәтләнгән. Ағайҙарҙың фәлсәфәһен тыңларға әүәҫләнә ҡыҙыҡай – улар сәйәсәт тикшерә, йыш ҡына һуғыш тураһында хәтерләй. «Был ағайҙарҙың тормошо, – ти ул, – гүйә, ике осорға бүленгән: һуғышҡа тиклем һәм һуғыштан һуң. Мин ул ике осорҙо ике яр, аръяҡ һәм бирьяҡ итеп күҙаллайым, ә уртала, ҡайнап торған ут, ҡан, күҙ йәше урғылып аҡҡан тарафта, — һуғыш үҙе. Моғайын, тамуҡ шундайыраҡ булалыр? Беҙ, һуғыштан һуң тыуған балалар, ул дәһшәтле осорҙо күргәндәй итеп кисерәбеҙ. Әсә ҡарынында – Кесе йыhанда сағыбыҙҙа уҡ шул тиңһеҙ юғалтыуҙар хаҡында ишетеп, йөрәк ҡаныбыҙҙы hуғарҙыҡ, шул мәңге баҫылмаҫ әрнеүҙәр күҙҙәренә, hүҙҙәренә hеңешкән кешеләр араhында үҫтек. И, олатай, и, гәп hуғырға әүәҫ ағайҙар, әлдә hеҙ бар был донъяла! Беләм дәhә, hеҙ булғанға беҙҙе, ҡатын-ҡыҙҙы, немец фашистары аяҡ аҫтына hалып тапай алманы. Еңелhәгеҙ бит, СССР-ҙағы йөҙәрләгән милләт, үҙ теленән, тарихынан, диненән ваз кистерелеп, «урыҫ» тигән дөйөм бер мөhөр менән ҡол ителер ине… Һеҙ – бар! Һеҙҙең гәптәрегеҙҙе тыңлап, ир-ат фәлсәфәhен үҙләштереүсе мин бар – атай hүҙҙәре, атай вәғәздәре hалып ҡуйыла торған күңел тартмаларым буш түгел!»
Шул араларҙа Нурия өләсәһе Зөлхизәнең ҡатмарлы яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып китә. Үгәй әсә яуызлығын татыған, ун өс йәшенән ҡарт иргә йәрәшелеп бәләкәй генә ауылдан Толпарлыға килен булып төшкән йомшаҡ тәбиғәтле йәтимәк ҡыҙҙың әсәһе йәшендәге көндәшенә илгәҙәклеге менән ярауы, ике улын һуғышта юғалтыу ҡайғыһын сабыр кисереүе, колхозда һауынсы булып эшләп дан ҡаҙаныуы, Мәскәүгә барып Сталин ҡулынан орден алыуы күңелендә ғәжәпләнеү, һоҡланыу һәм ғорурлыҡ тойғолары урғыта. Ә инде бабайынан йәшләй генә тороп ҡалған йыуаш өләсәкәйенең был яҡҡа йыйынға тип саҡырылып килеп юлыҡҡан мәшһүр Абдрахман ҡурайсыға ғашиҡ булыуы, бала табыуы (Нурияның әсәһен) башына һыймай: анауса баҫалҡылығын ашатлап! Ҡисса яҙырлыҡ мөхәббәттер был? Һәм ул «Зөлхизә вә Абдрахман ҡиссаһы» тип атап дәфтәр аса, унда тәүге юлдарҙы яҙа. Төпсөр ҡыҙыҡай тотош туған-ырыуының шәжәрәһен барлай, үҙен “нәҫел тәүарихын бағыусы” булараҡ та хис итеп китә. Ҡартәсәһе лә ейәнсәренә үҙенең яҙмышын һөйләп бирә. Ҡартатаһының сәйер исеменең сере асыла: Һатыбал тип уға боронғо йолаға эйәреп ҡушҡандар икән... Толпарлыға килеп юлыҡҡан, әлеге йоланы атҡарған ҡаҙаҡ дәрүишенән тороп ҡалған Күк юрға, уға бәйле хәтернамәләр килеп эләгә шул ыңғайҙа Нурияның зиһененә.
Шулай итеп, Нурияның ташҡа баҫҡан сығанаҡтарҙан алған белем-мәғлүмәте лә ҡалыная, йәнле аралашыу даирәһе лә киңәйә, төрлөләнә бара. Колхоз эшендә, кирбес һуғыуҙа, йәшелсә, сөгөлдөр үҫтереүҙә әсәһенә ярҙамлаша ҡыҙыҡай, таһыл ала. Былар хеҙмәт мәктәбе генә түгел, ә ҡайнап торған тормош ҡаҙаны ла уның өсөн. Айырыуса ауылда “ысвикла бисәләре” тип йөрөтөлгән сөгөлдөрсө апайҙар күп нәмәләргә күҙен аса, фәһем дә бирә улар, күҙ йәштәрен дә түктерә... Ете ҡатынды йәшен ата. Был аяныс картинаны күҙ алдына килтерер, тетрәндерер өсөн Гөлнур Яҡупова героиняһының телмәренә көслө эпитеттар индерә, һүрәтләүенә баҙыҡ буяуҙар өҫтәй. Был фажиғә ауылда тәҡдир итеп кенә, күндәм ҡабул ителмәй: халыҡ баҫыуҙа тейешле эш шарттары тыуҙырмаған колхоз рәйесе Аҡназарға ғәйеп ташлай, ахырҙа, юғарынан килгән директиваға уйһыҙ буйһоноп, сәсеүлек майҙандарын арттырмаҡ, ғүмер баҡый дым һаҡлаған, зыянынан файҙаһы күберәк булған һаҙлыҡтарҙы киптергәне, мәңге бер урында үҫкән андыҙлыҡты һөрҙөрткәне өсөн урынына башҡаны һайлап ҡуялар. Ә Нурия дәфтәренә теркәп ҡуя: “Тап ошонда, сөгөлдөр баҫыуында, тәү тапҡыр тормоштоң ысын йөҙөнә тура ҡараным мин. Матур тормош кешене матур итә, ә йәмһеҙе йәмһеҙ итә икән. Быны мин, ҡартәсәйем әйткәнсә, үҙ башым менән аңланым. Был — минең балалыҡтан сығыуым раҫы һәм йәшәйештә үҙем таба башлаған хәҡиҡәттәремдең береһе”.
Фәнүзә НӘҘЕРШИНА,
филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
(Дауамы бар).