Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ихлас булһа күңел, заман һылтау түгел
Ихлас булһа күңел, заман һылтау түгел
Беҙҙең милли байрамдар араһында һабантуй төп урынды алып торалыр, моғайын. Бөтә халыҡ байрамы булып ул башҡорттар мосолман диненә күскәнсе үк уҙғарыла башлаған. Мәжүсилек нигеҙҙәренә ҡоролған йыйынды заманында дин руханиҙары тыйырға ла маташҡан. Һәр нәмәгә идеологик төҫ бирергә тырышҡан совет власы дәүерендә уға колхоз ҡоролошоноң ҡаҙаныштарын күрһәтеү сараһы итеп тә ҡарағандар. Ләкин, һәр замандың ауырлыҡтарын еңә барып, һабантуй йәшәй бирә, яңынан-яңы йолалар һәм биҙәктәр менән байый тора.


Ихлас булһа күңел, заман һылтау түгелМиәкә. Хәҙерге һабантуйҙар, ысынлап та, яңыра бара, төрлө үҙенсәлектәр өҫтәлә. Ҡасан ғына әле, мәҫәлән, байрамда һыу эсеү, тәғәм ризыҡ алыу өсөн “автолавкалар”ға оҙон сиратҡа баҫырға тура килә торғайны, хәҙер ундай мәшәҡәт юҡ. Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы эргәһендәге яланда үткән әлеге һабантуйҙа ла эреле-ваҡлы сауҙа палаткалары күҙ күреме ергә әллә нисә рәт булып теҙелеп киткәйне, йәнең теләгән бөтә нәмә бар һәм уларҙы бер ниндәй сиратһыҙ алып китергә була.
Тағы бер үҙенсәлек: бында башҡорт милли ашамлығы йәки әйбер-йыһазы һатылғанын күрмәҫһең. Мәртәбәле ҡунаҡтар өсөн махсус ойошторолған күргәҙмәнән башҡа. Уның ҡарауы, шаурма, шашлыҡ, “татлы мамыҡ” кеүек ризыҡ аҙым һайын осрай. Үтемле булғанғалыр инде.
Иҫерткес эсемлек һатылмауын хәҙерге һабантуйҙарҙың бер ҡыуаныслы үҙенсәлеге тип ҡарарға кәрәктер. Нисәмә мең кеше араһында бер генә иҫеректе лә осратмаҫһың!
– Халыҡ үҙгәрә бит, эсеп иҫереп ятҡансы, араҡыһыҙ байрам итеү һәйбәтерәк икәненә төшөнә бара. Былай, исмаһам, бөтәһен дә күреп ҡалаһың, – тине Боғҙан ауылынан килгән бер апай.
Ә Миәкәләге халыҡ байрамы тағы бер үҙенсәлеккә эйә: икенсе йыл рәттән Липецк өлкәһенең Тербуны районы делегацияһы ҡунаҡ булып килә. Үҙ сиратында миәкәләр ҙә унда бара: быйыл 9 майҙа, мәҫәлән, район хакимиәте башлығы Зәйнулла Насиров етәкселегендәге делегация Тербуны ауылы янындағы дәһшәтле алыштарҙа башын һалған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашҡайны. Был турала “Башҡортостан” 14 май һанында яҙғайны. Гәзиттең ошо һанын Тербуны районы хакимиәте башлығы Сергей Ивановтың ҡулына тотторам. Башҡортса белмәһә лә, мәҡәләнең йөкмәткеһе аңлашылып тора бит, фотолағы йөҙҙәр ҙә уға таныш, шуға ул “Башҡортостан”ды бик риза булып ҡабул итте. Бер юлы ҡунаҡтан ундағы тормош тураһында һорашам:
Ихлас булһа күңел, заман һылтау түгел– Зәйнулла Хәбибулла улы һеҙҙең районды күреп һоҡланып ҡайтҡан. “Юлдары шул хәтлем яҡшы, ауылдары төҙөк”, ти. Бер ҡараһаң, һеҙҙә нефть тә, ҡырҡып ташырлыҡ урман да, руда ла юҡ, нимә иҫәбенә район алға бара һуң?
Ихлас булһа күңел, заман һылтау түгел– Беҙҙә нефть юҡ, уның ҡарауы, ауыл хужалығы продукцияһы етештереү һәм эшкәртеү үҫешкән, – тине Липецк өлкәһе вәкиле. – Районда өс ҙур агрохолдинг эшләй. Беҙҙә климат та һеҙҙең республикалағыға ҡарағанда уңайлыраҡ бит, тупраҡ та уңдырышлыраҡ. Былтыр иген культураларының уңышы гектарынан уртаса – 43, сөгөлдөрҙөкө 500 центнер булды. Ғәләмәт ҙур һатыу баҙарының – Мәскәүҙең — яҡын булыуы ла ныҡ ярҙам итә...
Һабантуй яланы уртаһында – сәхнә. Шунда хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү байрамдың төп ваҡиғаһы булды. Маҡтау грамоталарын һәм бүләктәрҙе мәртәбәле ҡунаҡтар – Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы Рафаил Зинуров, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Айҙар Ғәлимов менән Руфина Шағапова, Зәйнулла Насиров, Сергей Иванов һәм башҡалар тапшырҙы.
Бүләк тапшырғанды көтөп ошо сәхнә эргәһендә торған һөйкөмлө апайҙан кем булыуын һорашам.
– Кожай-Семеновка ауылынан мин, һауынсы, – тине ул. – Машина менән һауыу операторҙары конкурсында еңеп сыҡтым.
– Эшләгән эшегеҙ, хеҙмәт хаҡы менән ризаһығыҙмы?
– Эшкә өйрәнгәнбеҙ инде беҙ, хеҙмәт хаҡын ваҡытында биреп баралар, айына 10 мең һум сыға, ирем – механизатор, уға ла шул сама түләйҙәр. Күп түгел дә бит, ауылда бүтән эш тә юҡ инде, быныһына ла шөкөр, сөнки эшһеҙ ятырға мәжбүр булғандар ҙа бар...
– Ә улар нимә иҫәбенә йәшәй?
– Шул мал тотоу иҫәбенә инде. Һөт тапшырып, ҡайһы бер ҡатындар айына 7-8 мең һум ала. Улар өйҙә генә ятҡас, ваҡыттары бар. Беҙгә, көн дә ферма тирәһендә йөрөгәндәргә, ундай форсат юҡ.
– Балаларығыҙ бармы, үҫеп еткәндер инде?.. Күмәкләп хужалыҡты киңәйтергә, мал аҫрап хәлләнергә мөмкинлек юҡмы?— тим.
– Өс малай үҫтерҙек. Береһе — Себерҙә, икенсеһе – Өфөлә, өсөнсөһө Ҡырғыҙ-Миәкәлә эшләп йөрөй. Юҡ, йәштәр бик ҡалып бармай беҙҙә, шуға 11 класлыҡ мәктәп тә дүрт класлыға ғына тороп ҡалды....
Ошо мәлдә апайҙы сәхнәгә саҡырҙылар, унан Маҡтау грамотаһынан тыш микротулҡынлы мейес тә тотоп, ҡыуанып килеп төштө ул. Ни тиһәң дә, был бүләк уның ярты айлыҡ эш хаҡына тиң бит.
Һабантуй гөр килә. Ат сабышын ҡарар өсөн трибуналарҙа урын да юҡ. Был ярыш тамамланыуға көрәш башланды. Иң яҡшы тирмәгә, аш-һыуға, тағы әллә күпме конкурс бара... Халыҡ араһында Боғҙан ауыл мәҙәниәт йорто директоры Мөхәммәт Саҙиҡовты тап иттем. “Юлдаш” йыры” республика конкурсында беренсе урынды алғас, уны хәҙер бөтә Башҡортостан таный.
– Мәҙәниәт йылында мәҙәниәт йорттарын төҙөкләндереүҙе, йыһазландырыуҙы әүҙемләштерергә ине, – тине Мөхәммәт Шакир улы. – Ул саҡта мәҙәни эште тағы ла йәнлерәк алып барырға мөмкинлек тыуасаҡ.
– Ауылда йәштәр бик ҡалмай, тиҙәр, ул саҡта клубтарҙы төҙөкләндереүгә аҡса тотоноу маҡсатҡа ярашлымы икән?
– Ауылына ҡарап инде. Беҙҙең Боғҙан – дәртле кешеләр төйәге. Ауылдың киләсәге үҙебеҙгә бәйле бит. Бына ниндәй тирмә алып килдек, әйҙәгеҙ, эскә үтегеҙ, — тип саҡырҙы. Ысынлап та, эс яғы сағыу биҙәкле һуғылған келәмдәр менән көпләнгән тирмә бик күркәм булып сыҡты. Тирмә уртаһында хужабикәләр табын ҡорған, сәй янына саҡыралар. Беҙ ултырышыуға Мөхәммәт ағай үҙенә генә хас моңло тауышы менән “Һунарсы” йырын һуҙып ебәрҙе, ул, көсәйгәндән-көсәйә барып, тирмәнең асыҡ ишегенән һабантуй майҙаны буйлап таралды:
Алдырмай ҙа кейек, ай, алдырмай,
Ҡасыр еркәйҙәре тау булһа.
Ҡайғырмай ҙа егет, һай, ҡайғырмай,
Башҡайҙары уның һау булһа...

* * *

Ҡалтасы. Дәртле көй-моңдар яңғырап торған майҙанға йыйылған халыҡ оло ҡыҙыҡһыныу менән тирмә һәм милли ихаталарҙы, балалар ижады күргәҙмәләрен ҡараны, предприятиелар етештергән төрлө тауарҙар менән танышты. Һабантуйҙы байрамдың төп хужалары – малсылыҡта һәм игенселектә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәндәр парады башлап ебәрҙе. “500 ферма” программаһында ҡатнашҡан “Восход”, “Победа”, “Заря” һәм “Новый путь” хужалыҡтары, мал ҡышлатыуҙы уңышлы тамамлап, яҙғы баҫыу эштәрен дә тәүгеләрҙән башҡарып сыҡҡан, тупраҡҡа етерлек күләмдә минераль ашлама индергән. Башҡаларға өлгө күрһәтеп эшләгән механизаторҙар Андрей Иҫәнбулатов, Александр Шәйҙуллин, Юрий Изибаев, Юрий Гәрәйшин, Владислав Кандиев, Евгений Фәйзуллин, Артур Шифаратдинов һәм башҡа алдынғыларҙың исемдәрен район хакимиәте башлығы Юрий Садыров бөтә майҙанға яңғыратты. Бар эшмәкәрлеген ауыл хужалығына арнаған, уҙған быуаттың 80 — 90-сы йылдарында районды етәкләгән хеҙмәт ветераны Евгений Илсеғоловҡа “Ҡалтасы районының почетлы гражданы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы тураһында таныҡлыҡ бирелде.
Йола буйынса һабантуйҙың төп ярышы булып иҫәпләнгән төрлө ауырлыҡ үлсәмендәге милли көрәш һәм өс номинациялағы ат сабышынан тыш тағы ла утыҙға яҡын төр спорт һәм халыҡ уйыны ойошторолдо, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡатнашыусыларҙың сығыштары көноҙоно дауам итте.

* * *

Краснокама. Йылдың төп байрамдарының береһен халыҡ шат күңел һәм күтәренке кәйеф менән үткәрҙе. Район хакимиәте башлығы Рәзиф Ғилмуллин яҙғы баҫыу эштәренең тейешле ваҡытта һәм сифатлы башҡарылыуын, мал ҡышлатыуҙың уңышлы тамамланыуын билдәләне, юғары күрһәткестәргә өлгәшкән хужалыҡтарҙы, игенселек һәм малсылыҡ алдынғыларын исемләп атаны. “Алға”, “Заря”, “Уралагро” һәм “Мир” хужалыҡтары бар эштәрҙе тиҙ һәм уңышлы башҡарып сыҡҡан. “Маяҡ” хужалығынан Илгиз Мәрҙиев, “Мир”ҙан Алексей Кәлиев, “Заря”нан Владимир Вәликәев, “Колос”тан Владимир Сәйфуллин фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө күрһәткән.
Ете хужалыҡтың “500 ферма” программаһында ҡатнашыуы, бер яҡтан, малсылыҡты яңы кимәлгә күтәреүгә этәргес булһа, икенсенән, ит һәм һөт етештереүселәр өсөн заманса хеҙмәт шарттары тыуҙырған. “Алға”, “Колос”, “Нур”, “Мир”, “Восход” хужалыҡтары һәм “Кама” агрофирмаһы малсылары ла һынатмай.
Башҡортостан Республикаһының Конституция суды рәйесе Зөфәр Йәнекәев һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар краснокамаларға алдағы эштәрендә уңыштар теләне. Етәкселәр төрлө йүнәлештәге хеҙмәт алдынғыларына маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырҙы.
Рәсәйҙә һәм республикабыҙҙа иғлан ителгән Мәҙәниәт йылына арнап, райондың ун дүрт ауыл биләмәһе араһында үткәрелгән үҙенсәлекле “Ауылым һуҡмаҡтары” фестиваль-конкурсына ла йомғаҡ яһалды. Алдынғыларға, шулай уҡ тәүге өс урынды алған ауыл Советтарына дипломдар, аҡсалата бүләктәр бирелде.
Кама йылғаһы буйындағы майҙанда төрлө спорт ярыштары һәм бәйгеләр сәмле үтте. Бигерәк тә ат сабыштырыу һәм көрәш иҫтә ҡалырлыҡ булды. Райондың ижади коллективтары, Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары һабантуйға килгәндәрҙе бай һәм йөкмәткеле концерт программаһы менән ҡыуандырҙы.

* * *

Яңауыл. Ҡала һәм район халҡы милли байрамыбыҙҙы һәр йыл көтөп ала. Бер яҡтан, ауыл эшсәндәре, алдынғыларҙы тәбрикләп, яҙғы осорҙағы тырыш хеҙмәтенә тәүге баһа ҡуя, малсылыҡ хеҙмәтсәндәре йәшел үләнгә баҫыуҙы билдәләй. Икенсенән, быуаттар буйына ныҡлы дуҫлыҡта йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре туғандарса аралашып, йолалары, мәҙәниәте һәм матур йәшәү рәүеше менән бер-береһен тағы ла байыта, алдағы көндәргә яңы дәрт-дарман ала. Алдынғы игенсе һәм малсыларҙы ҡотлап, уларға бүләктәр тапшырғанда район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов был турала айырым әйтеп үтте.
Яҙғы культуралар районда егерме ике мең ярым гектарҙа сәселгән, баҫыу эштәренең бар комплексы тейешле агротехник осорҙа һәм сифатлы итеп башҡарылған.
Малсылыҡ өлкәһендәге уңыштар ҙа һиҙелерлек. Дүрт хужалыҡ “500 ферма” программаһында ҡатнаша. Йыл башынан дүрт мең тоннанан ашыу һөт һауылған, былтырғы менән сағыштырғанда был алты процентҡа күберәк. Биш айҙа ике мең килограмм кимәлен үтеп киткән “Восток”, “Победа” хужалыҡтары һәм “Урада” — алдынғылар рәтендә. “Мичурин” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең сусҡасылыҡ комплексына районда етештерелгән 1200 тонна иттең дүрттән өс өлөшөнән ашыуы тура килә. Яңауылдағы һөт һәм ҡатнаш аҙыҡ заводтары юғары етештереүсәнлек менән эшләй.
Һабантуй ҡунағы — Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев барыһын да байрам менән ҡотлап, хеҙмәт уңыштары теләне.

* * *

Мәләүез. Бәхетленең ҡунағы бер көндә тигәндәй, Өфөнән мәртәбәле ҡунаҡтарҙан тыш, Германия, Япония, Швейцария, АҠШ һәм Австрия илдәренең билдәле офтальмолог-хирургтары ла ҙур теләк менән аяҡ баҫты бәрәкәтле Мәләүез еренә. Шулай ҙа һабантуйҙың асылы үҙгәрмәне — майҙан уртаһын ялан батырҙары биләне.
Дәртле йыр-моң аҫтында ауыл хужалығы предприятиелары, алдынғы игенсе һәм малсылар исеменә маҡтау һәм ҡотлау һүҙҙәре күп әйтелде. 100-ҙән ашыу кеше республиканың Ауыл хужалығы министрлығының, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының, район хакимиәтенең Почет грамоталары һәм дипломдары менән наградланды, ҡиммәтле бүләктәргә эйә булды. Быйыл яҙғы баҫыу эштәрен 70 мең гектарҙа атҡарҙылар. Әле лә ял юҡ, мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүлдәр.
Хеҙмәтсәндәрҙең кәйефен күтәрерҙәй, дәрт өҫтәрҙәй саралар байтаҡ булды. Мәҫәлән, Александровка һәм Әбет ауыл хакимиәттәре өсөн МТЗ-82 “Беларус”ына сертификат та көтөлмәгән бүләк ине.
Тантананың икенсе өлөшөндә лә йәнлелек һүрелмәне. Халыҡ ат сабышын да кинәнеп ҡараны, бил бирмәҫ батырҙары менән дә ғорурланды. Быйылғы йылдың етеҙҙәре, көрәшсе бәһлеүәндәре һабантуй бүләген алып ҡыуанды.
Байрам парадында ҡатнашыу хоҡуғы ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәренә, алдынғы эшсәндәргә, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренә һәм эшкәртеүселәргә бирелде.

* * *

Ғафури. Дәүләт гимндары яңғырағандан һуң һабантуй флагын күтәреү хоҡуғы “Ағиҙел” йәмғиәте директоры урынбаҫары Ринат Ғәйнуллинға, “Урожай” йәмғиәте механизаторы Винер Ғиззәтуллинға һәм Ленин исемендәге колхоздың алдынғы һауынсыһы Әминә Мусинаға бирелде.
Быйылғы сәсеү йомғаҡтарынан күренеүенсә, әүәлгесә район иҡтисадында “Сатурн”, “Мөьминов”, “Урожай”, “Ағиҙел”, Ленин исемендәге хужалыҡтар иң алдынғылар булып тора. Иң тырыш механизаторҙарҙы ла атап үтмәү мөмкин түгел. Бына улар: “Ағиҙел” йәмғиәтенән Мансаф Нафиҡов, “Урожай”ҙан Рәшит Яҡупов, “Сәғиҙуллин” хужалығынан Николай Петров, “Мөьминов” хужалығынан Әмир Кәлимуллин, Ленин исемендәге колхоздан Әхәт Насиров, “Кузин” хужалығынан Андрей Мурин, “Тахтаров” хужалығынан Василий Беляев.
Малсылыҡ тармағында “Урожай”, “Ағиҙел”, Ленин исемендәге хужалыҡтар һиҙелерлек уңышҡа өлгәшкән. Ләлә Хисмәтуллина (“Ағиҙел”), Вәсилә Фәхретдинова (“Урожай”), Әминә Мусина (Ленин исемендәге), Әнүәр Ғәлин (“Бажат”), Константин Морозов (“Сәғиҙуллин”) кеүек уңғандарҙың эше маҡтауға лайыҡ.
Шуныһы һөйөнөслө: һуңғы йылдарҙа фермерлыҡ хәрәкәте үҫешә бара. Улар үҙҙәренең һөҙөмтәле эшләй алыуын иҫбат итә. Бөгөн районда 128 крәҫтиән (фермер) хужалығы уңышлы эшләп килә. Быға республика кимәлендә һәм муниципаль ярҙам да булышлыҡ итә. ”Фермерлыҡ эшен башлаусыларға ярҙам” республика маҡсатлы программаһы сиктәрендә 2012–2013 йылдарҙа дүрт фермер, “Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары базаһында ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү” маҡсатлы программаһы буйынса ике кеше (Яңғыҙҡайындан Риф Мөьминов һәм Яңы Бурлынан Риф Мырҙағолов) грант алыуға өлгәште.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН,
Ансар НУРЕТДИНОВ,
Юлиә МЫРҘАБУЛАТОВА,
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Фото: Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780