Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өҫән буйы гөрләп торҙо
Өҫән буйы гөрләп торҙо
Бер-береһенән алыҫ урынлашмаған Нөркәй, Ҡайынйылға һәм Егетәк ауылдары тирәһендәге киң болонлоҡҡа борон йәйләүгә сығырға яратҡандар. Ул осраҡлы һайланмаған – донъя көтөү өсөн бик йәтеш урын: эргәнән генә балыҡҡа бай Өҫән йылғаһы аға, һул яҡта – ҙур булмаған тауҙар теҙмәһе, ә туғайлығы тулы — емеш-еләк. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрау өсөн уңайлыҡты телгә алыу артыҡ. Әйткәндәй, туймазылар хәҙер ошо хозур тәбиғәт ҡосағында йыл да һабантуй үткәрә, сәхрәлә рәхәтләнеп ял итә.



Өҫән буйы гөрләп торҙоАуыл эшсәндәренең байрам шатлығын уртаҡлашырға был юлы республика Президенты вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Хәмитов та килде.
Ул тәүҙә тирмәләрҙе ҡараны, халыҡ менән аралашты, ауыл хужалығы техникаһы күргәҙмәһе менән танышты, хатта салғысылар конкурсында ҡатнашты.
"Туймазы ҡошсолоҡ фабрикаһы", "Агрогусь", "Башнефть-бурение", "Туймазыхиммаш", "Ҡандра икмәге" йәмғиәттәре, "Бишенде", "Рассвет", Фәрхетдинов, Мичурин исемендәге хужалыҡтар, Төмәнәк, Бишҡурай, Илсембәт, Собханғол, Кәкребаш, Үрге Троицк ауылдары ҡуйған тирмәләр янында олоһо ла, кесеһе лә күп ине. Уң яҡта сауҙа рәттәре теҙелеп киткән, "Китап донъяһы" йәмғиәте һәм күсмә библиобус күргәҙмә ойошторған. Мәҙәниәт һарайының халыҡ уйын ҡоралдары оркестры күңелле көй-моң менән күңелдәрҙе күтәрә.
– Элек-электән килгән был байрам һәр беребеҙгә бөгөн дә кәрәк: халыҡтың рухын нығытыу һәм кәйефен күтәреү өсөн, – тип сәләмләне Рөстәм Зәки улы. – Әҙерәк ял итеп алайыҡ. Көн матур, ҡояш балҡып тора. Ямғыр булһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине, яуым-төшөм көтәбеҙ. Ямғыр яуһа, аҙыҡ та, ризыҡ та артыр.
Өҫән буйы гөрләп торҙоРөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Туймазы районы һәм ҡалаһы – ныҡлы административ берәмек. Был яҡты төйәк иткән халыҡ ауыл хужалығында ла, машина эшләү тармағында ла, төҙөлөштә лә, мәҙәниәттә лә, бер һүҙ менән әйткәндә, һәр тармаҡта һынатмай. Туймазы шикелле алдынғы райондар һәм үҫешкән ҡалалар күберәк булһа, тормошобоҙ ҙа яҡшырасаҡ.
Рөстәм Зәки улы республикабыҙҙың социаль-иҡтисади хәле менән ҡыҫҡаса таныштырып:
– Әле күп йүнәлештәр буйынса алдынғыбыҙ: сәнәғәт, иҡтисад, ауыл хужалығы үҫешкән, — тип билдәләне. — Шул уҡ ваҡытта хәл ителмәгән проблемалар ҙа байтаҡ, хатта бик күп. Кешеләрҙең йәшәү кимәлен күтәрергә кәрәк, авария хәлендәге торлаҡты һүтеү, эш хаҡын арттырыу мәсьәләләре беҙҙе айырыуса борсой.
Республика башлығы хеҙмәт алдынғыларының бер төркөмөнә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Байрам ауыл эшсәндәренең иңенә ҡанат ҡуйыуҙы, тракторсы, һауынсы кеүек кәрәкле һөнәрҙәрҙе һайлаусыларҙы данлауҙы маҡсат иткән театрлаштырылған тамаша менән үрелеп барҙы. Тос иген башаҡтары, иге-сиге күренмәгән баҫыу, игенсе тураһында механизатор егеттәр башҡарған дәртле йырҙарҙы тыңлау, аҡ халатлы һауынсы ҡыҙҙарҙың һыйыр һауыу, һөт һөҙөү, уны феләктәргә ҡойоу күренешен ҡарау ауыл мөхитенә алып инде. Иген сәсеү, тырматыу һәм утау кеүек эштәрҙе күрһәтеү бөтөнләй көтөлмәгәнсә килеп сыҡты. Ә инде аҙаҡтан балаларҙың сәхнәне бер итеп бейеүе бынамын тигән алмаш үҫеп килеүе хаҡында һөйләй ине.
– Кем беренсе килгән?
– Тәкәне кем алған?
Тирмә янындағы ир-аттың һөйләшеүе иғтибарымды йәлеп итте. Ысынлап та, ҡайһы һабантуй ат сабыштырыуһыҙ һәм көрәшһеҙ үтһен?!
Милли көрәштә абсолют чемпион булып Наил Мөхәмәтйәнов танылды. Ат сабышында "Игол" ҡушаматлы арғымаҡта Виктор Леонтьевҡа етеүсе табылманы, унан тыш Руслан Муллағәлиев ("Миләш") менән Игорь Иванченко ("Гдан") алда килде. Бүтән төрлө сәмле ярыштарҙа һәм ҡыҙыҡлы уйындарҙа ла һәр кем теләп ҡатнашты. Өҫән буйы кискә тиклем гөрләп торҙо.


Автор: И. АҠЪЮЛОВ.
Фото: А. Нурмөхәмәтов.
Район: Туймазы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779