Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыҫҡа ғүмер, оҙон яҙмыш
Ҡыҫҡа ғүмер, оҙон яҙмышДинис Бүләков тормоштоң һәр саҡ үҙәгендә булырға тырышты

Мәләүез ере Башҡортостаныбыҙға байтаҡ билдәле шәхестәр бүләк иткән. Шулар араһында талантлы яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Динис Бүләков (1944—1995) айырым урын алып тора.



Динис Мөҙәрис улы Бүләков 1944 йылдың 18 майында Башҡортостандың Мәләүез районы Арыҫлан ауылында колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. Тыуған ауылында һәм Мәләүез ҡалаһында башланғыс кластарҙа уҡый. Смаҡ ауылында алтынсыны тамамлағас, шул уҡ райондың Воскресен урта мәктәбенә уҡырға китә. Һуңынан "Нөгөш" колхозында механизатор булып эшләй. 1960—1964 йылдарҙа Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу техникумын тамамлап сыға. Бәләбәй районының "Сельхозтехника" берекмәһендә инженер итеп ҡалдырыла. Бер аҙҙан Бәләбәй, Бишбүләк, Йәрмәкәй райондары өсөн сығарылған "Еңеү байрағы" гәзите редакцияһының ауыл хужалығы бүлегенә эшкә саҡырыла. Урыҫ, татар, сыуаш телдәрендә сыҡҡан гәзиттә йыл ярымға яҡын әҙәби хеҙмәткәр булып эшләгәс, 1965 йылдың көҙөндә һалдатҡа алына, унда радиорелейный механик, радист, телеграфист һөнәрҙәрен үҙләштерә. Армиянан ҡайтаһы йылында Мәскәүҙәге А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға ҡабул ителә, әммә ғаилә хәле арҡаһында уҡыуын ситтән тороп тамамлап ҡуя. 1968—1974 йылдарҙа "Совет Башҡортостаны" гәзите редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире булып эшләй. "Ағиҙел" журналында дүрт йылға яҡын очерк һәм публицистика менән проза бүлектәре мөдире була. 1977—1986 йылдарҙа "Пионер" журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡара, башҡорт балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә.
Динис Бүләков 1986 йылдың авгусында Башҡорт АССР-ының телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса Дәүләт комитетының рәйесе һәм Хөкүмәт ағзаһы итеп үрләтелә. Бер үк ваҡытта республика журналистары уны үҙҙәренең ижади союздарына етәксе итеп тә һайлай. Был йылдарҙа Динис Бүләков үҙен оҫта ойоштороусы, йәмәғәтсе, ҙур яҙыусы итеп таныта, телевидение, радио селтәрен киңәйтеүгә, журналистиканы үҫтереүгә, әҙәбиәтте пропагандалауға күп көс һала. 1988 йылда Динис Бүләков республика әҙиптәренең Х съезында Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе итеп һайлана. 1993 йылдың октябрендә, яҙыусыларҙың ХI съезында, ҡәләмдәштәре уға яңынан ышаныс күрһәтә.
Динис Бүләков әҙәбиәт менән йәштән үк ҡыҙыҡһына башлай. Мәктәптә һәм техникумда уҡығанда әҫәрҙәрен баҫтыра. Уның "Маҡтансыҡ Зариф" исемле тәүге хикәйәһе 1959 йылда "Башҡортостан пионеры" гәзитендә баҫылып сыға. Ә инде "Ҡояш ярсыға" тигән беренсе хикәйәләр йыйынтығы 1971 йылда донъя күрә. Хикәйәләренең төп геройҙары — беҙҙең замандаштар, бөгөнгө тормошто төҙөүсе көслө рухлы матур кешеләр. Ул үҙенең геройҙарының эске донъяһын, психологик уй-тойғоларын мауыҡтырғыс тормош ваҡиғаларында һүрәтләй. "Ауылымдың аҡ өйҙәре", "Һары һандуғас балаһы", "Аҡбуҙ алышҡа сыға" китаптарына ингән повесть һәм хикәйәләрендә һәләтле прозаиктың әҙәби оҫталығы үҫә һәм камиллаша бара. Яҙыусы эпик хикәйәләү алымдарын уңышлы үҙләштерә һәм мауыҡтырғыс образдар тыуҙыра.
Башҡорт әҙәбиәтенә Динис Бүләковты биргән Мәләүез районының Арыҫлан ауылы — халҡыбыҙ тарихының айырып алғыһыҙ бер өлөшө. Уға данлы Арыҫлан батыр нигеҙ һалған, уның улы Кинйә Арыҫланов беҙгә Емельян Пугачевтың иң яҡын һәм күренекле көрәштәштәренең береһе булараҡ билдәле. Бында тарих үҙе, "Ауылымдың аҡ өйҙәрендә"ге аҡ балсыҡ шикелле, тормошто паклап, рухи камиллыҡҡа саҡырып тора. Ә Динис Бүләков — күренекле башҡорт романистары сафында ныҡлап урын алған яҙыусы. Ижады тере тамырҙар аша тыуған яҡ һуты менән туҡлана. Баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәрен бер ыңғай уҡығанда, уларҙың ваҡиғаларға байый барыуын, характерҙарҙың һәм улар араһындағы бәрелеш-кисерештең тәрәнәйеүен асыҡ тояһың. 1988 йылда донъя күргән "Килмешәк" романы — ошоноң асыҡ миҫалы.
"Ғүмер бер генә", "Туҙҙырылған тамуҡ" романдары — Динис Бүләков ижадының яңы баҫҡысы, уның кеше яҙмыштары, замандың ҡырҡа боролоштары тураһында тағы ла тәрәнерәк уйланыуҙарының һөҙөмтәһе. Романдар киң һулыш, иркен ҡолас менән яҙылған.
Динис Бүләков Ғ. Сәләм исемендәге йәштәр һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республиканың ХI саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты булды.
1973 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Мәскәү шағиры, Динис Бүләковтың дуҫы Валентин Сорокин уға бағышлап ошо шиғырҙы яҙҙы.

Динис

Үҙе башҡорт,
Ә исеме — Динис,
Ҡаҙаҡ һымаҡ ғорур буй-һыны.
Тик ниңә һуң әле
Урал шомо
Күҙҙәреңдә ҡалған, буйһоноп,
Ана, Салауат та
Йырлай нисек —
Сал йылдарҙың алыҫ оноғо.
Йырлай шундай итеп,
Әллә илай,
Күңел тетрәп китте,
Моң йоғоп.
Урыҫ баянисы
Һынатмай һис,
Дәртле башҡорттарҙан
күрептер.
Ҡалышмаҫҡа, тиеп, ҡурайҙарҙан
Йыртыҡ һымаҡ
Тарта күректе.
Казак Динис дуҫым,
Ни күрмәгән
Олатайҙар, беҙҙең атайҙар.
Улар ниҙәр генә
Кисерһә лә,
Уйҙа һаман бергә атлайҙар.
Янда — йылға,
Ә йыраҡта — тауҙар,
Артта ғына —
Ҡара урмандар.
Ғәфү һорар ваҡыт
Шул тауҙарҙан,
Улар күкте терәп торғандар.
Мин уйлайым:
Һиңә еңел түгел,
Беҙҙең яҙмыштар ҙа
Игеҙҙәр.
Динис, бер аҙ
Тыныс торайыҡсы
Һинең тыуып үҫкән нигеҙҙә.
Һинең өй ҙә,
Минең өй ҙә юҡ бит,
Нигеҙҙәре генә торалар.
Дауыл өйҙө
Упҡындарға тыҡҡан,
Өҫтәрендә
Иңрәй торналар.
Әйҙә,
Йырлаһындар Салауаттар.
Тарихтарға лайыҡ дан менән.
Ҡыҙарһындар:
Беҙҙең яҙмыштарҙа —
Кем ғәйепле,
Кем дан тотҡан
Ҡара ҡан менән.


Ижад юлы ҡыҫҡа булһа ла, ул бай әҙәби мираҫ ҡалдырҙы, әҫәрҙәрендә онотолмаҫлыҡ образдар тыуҙырҙы. Китап уҡыусылар уның яҙғандарын һәр саҡ яратып уҡый. Мәләүездәр данлыҡлы яҡташы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Уның иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән ҡала Советы һәм хакимиәте ҡарары менән үҙе уҡыған Арыҫлан урта мәктәбенә, ҡаланың яңы урмандарының береһенә, Арыҫлан һәм Смаҡ ауылының бер урамына, Нөгөш һыу һаҡлағысында йөҙгән катерға Динис Бүләков исеме бирелде. Ә 1996 йылдың 18 майында Смаҡ ауылында Динис Бүләков музейы асылды. Рәссамдар Әхтәм Тимерғәле улы Хисаметдинов менән Хәлим Минниғужа улы Бураканов (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икеһе лә был донъяла юҡтар инде) биҙәү эшен атҡарҙы. Ҡатыны Рәйлә Бүләкова яҙыусының әйберҙәрен, ҡулъяҙмаларын бүләк итте.
Музейҙа 300-гә яҡын экспонат тупланған. Яҙыусының китаптары, документтары, кейемдәре, үҙенең эш өҫтәле, креслоһы. Хатта Динис Бүләковтың иң ҙур ҡомартҡыһы булып — сәңгелдәге лә һаҡлана.
Азамат Ғарипов, арҙаҡлы шағир Рәми Ғариповтың улы, яҙыусының портретын эшләгән.
Динис Бүләков 51 йәшендә генә был донъянан китә, үҙе үлһә лә яҡташтары онотмай. Йыл да "Хәтер" кисәһе, "Тыуған көнөң менән, Динис ағай!", "Мөғжизәләр яланы", "Умники и умницы" викториналары, әҙәби кисәләр үтә. Музейҙа шулай уҡ ата-бабаларҙан ҡалған боронғо ҡомартҡылар ҙа байтаҡ (ҡул тирмәне, ҡолға (1897 йылғы), тәпән, батман, еҙ самауыр, батмус һ.б.). Был әйберҙәрҙе "Нөгөш" колхозының оло быуын кешеләре иҫтәлек итеп тапшырған.
Смаҡ ауылындағы Динис Бүләков музейын ҡарап сыҡҡас, уның иң яҡын дуҫы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың һүҙҙәре иҫкә төшә: "...Уҡыусыларға үҙ һүҙен әйтер өсөн Динис Бүләков тормоштоң етеҙ һәм аяуһыҙ ағышында һәр саҡ үҙәктә булырға тырышты, уның киҫкен боролоштарында уяулығын юғалтманы, заман үҙгәрештәрен һиҙгер тоя һәм әҫәрҙәрендә шуның үҙенсәлектәрен күрһәтә алды. Уның ижадын заман рухынан тыш күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Динис Бүләков ваҡыт дистанцияһы тураһында уйлап, ваҡиғаларҙың һыуынғанын көтөп ултыра торған яҙыусыларҙан түгел. Ул тормоштоң эҫе эҙҙәренән, шаулы юлдарынан атларға ярата... Ярата ине..."

Фәнис ЯНЫШЕВ,
М. Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы директоры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779