Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » «Ҡойон уйнатып бейегеҙ!»
«Ҡойон уйнатып бейегеҙ!»
Менделеев, Эйнштейн, Галилей фәнни асыштар яһаған кеүек, Жан Жорж бейеүселәр өсөн ҡаҡшамаҫ бейеү ҡанундарын уйлап сығарған. Бөгөнгө был сәнғәт төрөнөң нигеҙендә тап ошо ҡағиҙәләр ята.
Башҡорт бейеү сәнғәтенә бар булмышын бағышлаған, уны үҙенең йәшәү рәүешенә әйләндергән, 28 генә йәшендә Стәрлетамаҡта Бейеү театрын асып, уны күптәрҙең буйы етмәҫлек үрҙәргә күтәргән Хәлил ИШБИРҘИНдың да үҙ бейеү ҡанундары бар. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.


— Хәлил Әнүәр улы, сәсән — йор һүҙе, йырсы моңо менән арбар, ә бына бейеү сәнғәтенең, бейеү теленең асылы нимәлә?
— Бейеү сәнғәте тәү ҡарашҡа бары тик хәрәкәттәр теле кеүек сағылыш тапһа ла, ул бер нисә жанрҙы үҙ эсенә берләштерә.
Бейеү – ул ваҡыт, ваҡыт тәьҫире, ваҡыт көсө, хәл-ваҡиға урыны, моң, һынлы сәнғәт, тән хәрәкәте берҙәмлеге кеүек төшөнсәләр йыйылмаһы. Новер ошо формуланы асҡан, бейеү ҡанунын, бейеүҙең “нотаһы”н, бейеү хәрәкәтенең ҡағиҙәләрен уйлап тапҡан. Новерҙың юлын дауам итеүсе бөйөк талант эйәләре теге йәки был күренеште, тирә-яҡта барған хәл-ваҡиғаны дөйөмләштерә белгән. Бына шул рәүешле генийҙар барлыҡҡа килгән. Уның ҡанундарын дауам итеүселәр: Август Бурнонвиль, Мариус Петипа, Лев Иванов (“Аҡҡош күле”н ижад иткән), Михаил Фокин, Юрий Григорович, Морис Бежар, Баланчин Джордж, Борис Эйфман... Һәр балетмейстер, һәр бейеүсе уларҙың биографияһын белергә, уларҙың яҙған хеҙмәтен, улар ҡалдырған бөтмәҫ-төкәнмәҫ ижади мираҫты уҡырға, өйрәнергә, анализларға бурыслы.
Бейеү – ул үҙенә күрә фәлсәфә. Балетмейстер музыкант та, рәссам да, хатта философ та булырға тейеш. Ул тарихты, географияны, ер-һыу атамаларын, легендаларҙы, эпостарҙы, бөтә дини конфессияларҙы, ғөмүмән, этносты, халыҡтың мираҫын белергә тейеш.
«Ҡойон уйнатып бейегеҙ!»— Бейеү сәнғәтенең тарихы тураһында ни әйтерһегеҙ?
— Кешелек донъяһы үҫешеү менән бергә бейеүҙәр ҙә үҙгәрә, камиллаша барған. Әгәр тарихҡа күҙ һалһаҡ, боронғо замандарҙа бейеүҙәрҙә иң тәүҙә ҡырағай күренештәр һынланыш тапҡан. Әйтәйек, кешеләр үҙҙәренең эске кисерештәрен, хайуандарҙың хәрәкәттәрен, ҡылыҡ-фиғелдәрен ым-ишаралар ярҙамында сағылдырған. Унан тәбиғәт күренештәренә оҡшатырға тырышыу, һунарсылыҡ, аусылыҡ, артабан һуғышсанлыҡ, һуңғараҡ әйлән-бәйлән уйнау, көнкүреш, хеҙмәт бейеүҙәре барлыҡҡа килгән.
— Һеҙ — данлыҡлы бейеүселәр династияһынан. Атайығыҙ — атаҡлы бейеүсе, актер, ҡурайсы Әнүәр Ишбирҙин, әсәйегеҙ – легендар бейеүсе, “Заһиҙә”гә тере һәйкәл ҡойған Рәшиҙә Туйсина. Сәнғәткә һөйөүҙең башы нимәлә?
— Әле биләүҙә ятҡан саҡта уҡ атайымдың ҡурай моңон, атайымдың әсәһе Әлнисә ҡартәсәйемдең легендаларын тыңлап үҫтем. Өләсәйемдең кинйә ҡустыһы Ғата Сөләймәнов менән атайымдар сәғәттәр буйы сәнғәт, халҡыбыҙ ижады, рухи ҡомартҡылар хаҡында һөйләшә, ә мин уларҙы шым ғына тыңлайым. Уның араһында атайымдың Ғата олатайға ҡушылып ҡурайҙа уйнап ебәреүе була – әсәйем ойотоп бейергә төшөп китә. Сәхнә әҫәрҙәремә бына шул саҡта яралғы һалынғандыр. Ләкин бәләкәйҙән рәссам йәки һынсы булырға хыялландым.
Бала сағым Баймаҡтың Кәкреауыл тип аталған биҫтәһендә үтте. Ирәндектең януарға бай урман-ҡырҙары, бөркөт саңҡыуы ҡаныма һеңгән. Бына шул ҡырыҫ та, ғәжәп бай ҙа тәбиғәт күренешен һүрәтләү, төшөрөү теләге ҡулыма ҡәләм алырға булышлыҡ итте. Үҙ алдыма әкиәт батырҙарының образын һынландырыу, портреттар яҙыу, һүрәт төшөрөү; ҡалайға һырлап, сүкеп, нағышлап биҙәк һалыу, ағасты көйҙөрөп, уйып һүрәт яһау, декоратив сыбыртҡы үреү — былар яратҡан шөғөлөм генә булып ҡалды. Ә бына бейеү – тормошом мәғәнәһе. Был инде нәҫелдән киләлер — өйрәтергә генә кәрәк.
— Балетмейстер булып формалашыуығыҙға кемдәр йоғонто яһаны?
— Уҡытыусыларым — Игорь Моисеев, Татьяна Устинова. Шулай уҡ бейеүсе, балетмейстер булып китеүемә ҙур йоғонто яһаған бейеү әһелдәре Фәйзи Ғәскәров, Йәнғәле Вахитов, Йәүҙәт Бикбирҙиндарҙың яҡты рухы алдында баш эйәм. Юлымда шундай бөйөк талант эйәләре менән осраштырған Хоҙайға рәхмәтлемен.
— Уҙған быуаттың 90-сы йылдар башында, рухи күтәрелеш осоронда, Башҡортостанда бер нисә урында филармониялар, драма театрҙары асылды, ә Бейеү театры — Стәрлетамаҡта ғына.
— Бейеү театры булдырыу заман талабы ине. Ул халҡыбыҙҙың рухи мираҫын, ҡомартҡыларын халыҡҡа еткереү, ҡайтарыу өсөн кәрәк. Быуаттар аша бөгөнгәсә килеп еткән ысынбарлыҡҡа нигеҙләнеп, башҡорт бейеү сәнғәтенең шишмә башына кире әйләнеп ҡайтыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым. Һүҙ “Сыңрау торна” тураһында бара. Мин бында ғәрәп хәлифәте илсеһе Әхмәт ибн Фаҙлан 922 йылда ҡалдырған яҙма мираҫты күҙ уңында тотам. Эйе, 922 йылда башҡорт халҡы Ибн Фаҙланды “Сыңрау торна” көйө, бейеүе менән шаҡ ҡатырған. Ошо турала мин ГИТИС-та уҡыған сағымда Татьяна Устиноваға, Игорь Моисеевҡа, Мәхмүт Эсамбаевҡа, Екатерина Максимоваға, Владимир Васильевҡа һөйләнем, ҡурайҙа уйнап, хәрәкәттәр яһап күрһәттем. Уларҙың иҫе китте! Мин уларға халҡымдың рухын күрһәтә алдым. Ошо рухты, ҡомартҡыны халыҡҡа ҡайтара алыуым менән бәхетлемен. “Сыңрау торна” исеме беҙҙең көндәргә килеп еткән — ғәжәп бит был! Тимәк, халҡыбыҙҙың рухы мең йылдан һуң да һаҡланып ҡалған! Был йәһәттән Ер йөҙөндәге берҙән-бер халыҡтыр беҙ.
Стәрлетамаҡта Бейеү театры булдырғанда ла үҙемдең егеттәремә ошо рухты һеңдерергә тырыштым һәм маҡсатыма өлгәштем. Мәшһүр бейеүсе Мәхмүд Эсамбаев, Һамарҙа балетмейстерҙар һәм профессиональ бейеүселәр конкурсында беҙҙең сығышҡа һоҡланып: “Тарихта булмаған хәл: туғыҙ номинацияның алтауһын да Стәрлетамаҡтың Бейеү театры еңде!” – тигәйне.
Бейеү театрынан киткәнемә ун өс йыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо йылдар эсендә бер генә айырым концерт та ҡуйылғаны юҡ! Әлеге ваҡытта өр-яңы хореографик спектаклем әҙер, уны бөгөндән сәхнәгә сығарырға кәрәк.
Ҡасандыр бейеү серҙәрен өйрәткән уҡыусыларымдан Иҙел Дауытов мәрхүм, Рәил Лоҡманов, Эльвира Дауытова, Руслан Сөләймәнов хәҙер хаҡлы ялда. Үҙем генә белгән, үҙем генә ҡулланған алымдарҙы, бейеү серҙәрен йәштәргә тапшырып ҡалырға теләйем. Үкенескә ҡаршы, етәкселәр араһында бының мөһим икәнен аңлаусылар һирәк. Киләсәк быуынға ни ҡалыр – ошо һорау тынғылыҡ бирмәй миңә. Етәкселәр килә лә китә, ә сәнғәт — мәңгелек! Уларҙың үҙ-ара ығы-зығыһы сәнғәт яҙмышында сағылмаһа ине.
Заманында ғүмерен сәнғәткә бағышлаған Фәйзи Ғәскәровты, Йәнғәле Вахитовты, Йәүҙәт Бикбирҙинды сәнғәт ҡорбандары тиер инем. Данлыҡлы “Мираҫ” халыҡ йыр һәм бейеү ансамблен ойошторған, милли сәнғәтте пропагандалауҙа күп эштәр башҡарған Валерий Степановты ла юғалттыҡ. Уның был донъянан ваҡытынан алда китеп барыуы ла — сәнғәт донъяһындағы аяуһыҙлыҡ, ғәҙелһеҙлек һөҙөмтәһе.
— “Байыҡ” телевизион конкурсы тапшырыуында: “Ни эшләп Хәлил Ишбирҙин – шундай шәхесебеҙ — төпкөлдә эшләргә мәжбүр?” – тигән һорау булды...
— Таланттарҙы төпкөлдәрҙән берәм-берәм сүпләп кенә алырға кәрәк, юғиһә ауылдарҙа күпме һәләт асылмай ҡала! Бейеү театрының тәүге составын да ауылдарҙан эҙләп йөрөп йыйғайным. Ижад кешеһенә кинәнеп эшләр өсөн азатлыҡ кәрәк.
Шөкөр, ижад ҡомарым бөгөн дә ҡайнап тора. Бейеүҙәр һалам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бейеүсенең ижад ғүмере ҡыҫҡа. Уның сәхнәләге оҙайлы хеҙмәте сәләмәтлек өсөн эҙһеҙ үтмәй. Бөгөн көсөмдө, күп йылдар туплаған белемемде һәм ижади тәжрибәмде йәштәр менән ихлас уртаҡлашам. Республикабыҙҙа киң танылыу яулаған “Байыҡ” телевизион конкурсы өсөн дә бейеүҙәр һалам. Ә был еңел түгел, ысын сәнғәт әҫәрен тыуҙырыр өсөн хатта йылдар буйы уйланырға тура килә. Яңы ғына Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Юха” бейеүен һалдым.
— Бейеүҙәрегеҙ ҡасан һәм нисек тыуҙы?
— Һәр бейеүемдең нигеҙендә күңел кисерештәрем ята. Тарихи ваҡиғаларҙы, халҡымдың һүнмәҫ рухын сағылдырырға тырышам. Әйтәйек, “Аттар бейеүе”. Уны ҡуйыр өсөн Шүлгәндәге Йылҡысыҡҡан күлен барып күрҙем, уға ҡағылышлы тарихи материалдар йыйҙым. Урындағы ҡарттарҙың һөйләүе буйынса ул күлгә төшөү тыйылһа ла, сумып ҡараным. Баҡтиһәң, күл аҫҡа һөйрәй икән. Ҡыҫҡаһы, һәр бейеүемдең үҙ яҙмышы, үҙ тарихы бар. “Анархия” урамда тыуҙы, “Порт-Артур” — автобуста, “Бөрйән егеттәре” — Ашҡаҙар буйында, ә “Күбәләк” — Мәскәүҙә. “Берйән” бейеүен төрлө легендалар нигеҙендә ижад иттем. Хикәйәттәрҙән күренеүенсә, Ирәндек тауҙарында яңғыҙы тороп ҡалған етем бер малай януарҙар араһында үҫә, әммә барыбер кешеләргә ынтыла. Үҫеп, егет ҡорона еткәс, сит ырыуҙан ҡыҙ урлай, шул рәүешле үҙ ырыуын тергеҙә һәм Бөрйән ырыуы барлыҡҡа килә.
“Бүре” бейеүен ҡуйыу идеяһы Мәскәүҙә ГИТИС-та уҡыған саҡта тыуҙы. Уның исемен урыҫса “Зов предков” тип атағайным. Һамарҙа ошо бейеүҙе беренсе тапҡыр ҡарағандан һуң, халыҡ магазиндарҙан Джек Лондондың “Зов предков” исемле китабын таптыра башлаған. Ул ғына ла түгел, Джек Лондондың китабын тотоп, минән автограф һорап килделәр.
Әйткәндәй, “Бүре” бейеүен ижад итеүем өсөн күркәм шәхес, хөрмәтле остазым (мәрхүмә) Татьяна Устиноваға бурыслымын. Мин уға беҙҙең башҡорт халҡында бүре тотемы булыуы тураһында һөйләнем. Ул мине тыңлағандан һуң: “Хәлил, һинең бейеүҙәрең тәрән мәғәнәле, һин мотлаҡ “Бүре”не һалырға тейешһең”, – тигән ҡәтғи талап ҡуйҙы. “Беҙҙә лә бүре тотемы бар”, — тип чечендар ҙа шул саҡ беҙҙең һүҙгә ҡушылды. Ошо ике халыҡҡа хас уртаҡ һыҙаттар барлығын улар ҙа әйтте. Ғөмүмән, был ике халыҡта оҡшаш яҡтар күп, шуға бейеүҙәр ҙә ауаздаш. Улар ҙа бай тарихлы, бойондороҡһоҙ, бөйөк, өҫтәүенә берҙәм халыҡ. Тәбиғәт күренештәренең оҡшашлығы холоҡ-фиғелебеҙҙә лә сағыла: рух ныҡлығы, тауҙар ғорурлығы, ҡаһарманлыҡ, ирек һөйөүсәнлек, ҡыҙыу ҡанлылыҡ.
Стәрлетамаҡта Бейеү театрын асҡас, остазымдың теләген үтәнем: “Бүре” бейеүен һалдым. Халыҡта Бейеү театрының исеме күптән “Бүреләр”гә әйләнгән. Ҡайҙа барһаң да, “ана, “Бүре”ләр килде, тип ҡаршы алалар ине. Халыҡ беҙҙе шулай баһалай торғайны.
Мәхмүд Эсамбаев: “Мой брат башкир, ты всем нам показал, что башкиры произошли от волков! Это единственные два народа: чеченцы и башкиры, которые произошли от волков”, — тигәйне. Шуға ғорурланам: инде 20 йыл ошо бейеүем республикабыҙҙың мәҙәни йөҙөн билдәләй.
— Бейеү театрының киләсәген нисек күрәһегеҙ?
— Ул – фанаттар ҡулында. Мин уларҙы ике категорияға бүлер инем. Бар шундайҙар – мин белгәнде өйрәнеп, аңлап ҡалырға тырышыусылар. Ҡабатлап ҡына оҡшарға тырышыусылар ҙа осраштыра. Ундай юл иһә сәнғәттең үҫешенә килтермәй. Минең арттан барыусылар күп, ә бына тоғролары бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Улар — бейеү сәнғәтен дауам итеүселәр.
— Бейеүҙәрегеҙҙә тарихи ваҡиғалар, халҡыбыҙҙың рухи мираҫы ярылып ята, шул уҡ ваҡытта улар замансалығы менән айырылып тора. Халыҡ телендә “Хәлил мәктәбе”, “Хәлил стиле” тигән һүҙҙәр йәшәй. Хәлил Ишбирҙин ижад иткән бейеүҙәрҙәге тартыу көсөнөң сере нимәлә?
— Минең бейеүҙәр хәрәкәттәр үҙенсәлеге менән айырылып тора. Ә уларға мәңгелекте кәүҙәләндергән рух һалынған. Хәҙерге балетмейстерҙар ҡуйыласаҡ бейеүҙең сюжеты тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирмәйенсә, бер нәмә лә һөйләп тормай ғына ҡоро хәрәкәттәр менән “бейеү ҡуя”. Күрәһең, һөйләргә һүҙҙәре юҡтыр. Теге йәки был коллективтағы иң яҡшы бейеүселәргә таянып ҡына, уларҙың мөмкинлегенә генә яраҡлашып эш итәләр. Йәғни балетмейстер башҡарыусы кимәленә төшә. Ә мин, киреһенсә, коллективты үҙ кимәлемә тартам.
Табиптар Гиппократҡа ант биргән кеүек, беҙ Новер, Константин Станиславский системаһына тоғро ҡалырға тейешбеҙ.
“Башҡортостан”, “Һыуҙа бейеү...”, “Бүре”, “Ирәндек”, “Бәйет”, “Тауыҡ”, “Күбәләк”, “Бөрйән егеттәре”, “Аттар”, “Аулаҡ”, “Порт-Артур”, “Йәшлек”, “Сәриә” – ошо бейеүҙәремде сәхнәгә сығарғанда авторын иғлан итмәйҙәр икән, тимәк, улар халыҡ бейеүенә әйләнгән! Һәр районда уларҙы бейейҙәр, иғлан итеү ҙә кәрәкмәй.
Әгәр бейеүҙәрем, яҙғы ташҡын һымаҡ шашып-ярһып, илһамға ҡойондора, кешеләр күңеленә нур бөркә, дәртләндерә икән, шуның менән бәхетлемен. Килер быуындарға аманатым шул: ҡойон уйнатып, ажғырып бейегеҙ!

Роза ҠОБАҒОШОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779