Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡанһырай йәндә һуғыш яралары
Ҡанһырай йәндә һуғыш яралары
Һәр ижад миҙгелен премьера спектакле менән ябыу театрҙа һуңғы йылдарҙың күркәм традицияһына әүерелде. 94-се миҙгелде лә коллектив бөгөн яңылыҡ менән тамамлай – тамашасыға Әлфис Ғаязовтың «Яңғыҙҙар ташы» мистик-психологик драмаһы буйынса спектакль тәҡдим итә.


Республикабыҙҙа былтыр 12 сентябрҙә тәү тапҡыр уҙғарылған «Театрҙар төнө» акцияһы барышында М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында мәғариф министрының пьесаһы менән танышыу, йәғни асыҡ репетиция, үҙе бер ҙур ваҡиға булғайны. Унда төрлө уҡыу йорттары студенттары, өлкән быуын тамашасылары, журналистар, уҡытыусылар һәм башҡалар пьесаны мауығып, иғтибар менән тыңланы, ошонан һуң матбуғат баҫмаларында бер нисә ҡабат Әлфис Ғаязовтың күп яҡлы талант эйәһе икәне, «Яңғыҙҙар ташы»ның тормош, бөгөнгө йәшәйеш хаҡындағы тәрән уйланыуҙар һәм күңел һыҙланыуҙары нигеҙендә тыуған ысын мәғәнәһендә тулҡынландырғыс әҫәр булыуы билдәләнде. Йәмғиәт үҫеше, киләсәк быуындар именлеге, бер-берең өсөн яуаплылыҡ тойғоһо, халыҡ яҙмышы, яҡты киләсәк, йәш быуынды тәрбиәләү темалары күтәрелә пьесала.
Әлфис Ғаязов – педагогия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Мәғариф академияһының ағза-корреспонденты. 2011 йылдан – Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры. Фәнни эшмәкәрлеге шәхес тәрбиәләү мәсьәләләрен өйрәнеүгә бәйле. Йәмғиәттә кеше тәрбиә-ләүҙең иң емешле һәм фәһемле ысулы әҙәбиәт һәм уның да иң ҡатмарлы жанры драматургия аша йәш быуынға үҙ һүҙен әйтергә ынтылыуы – Әлфис Суфиян улының шәхес булараҡ тағы бер һоҡланғыс яғы. Пьесаһының Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылыуы иһә – үҙе бер мәртәбә.
Әҫәрҙең йөкмәткеһе ҡыҫҡаса былайыраҡ. Ғилминур инәйҙең кәртә артында ҙур ғына бер таш ята. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ла, унан һуң да һалдаттарҙы гел шул таш эргәһенән оҙаталар. Күп һалдаттар кире әйләнеп ҡайтмай. Кемдеңдер ғәзиз улы, атаһы, һөйгән йәре улар. Күпме ҡорбан, ҡарғыш, күҙ йәше... Һалдаттарҙың, туғандарын, һөйгән йәрҙәрен, балаларын яңғыҙ ҡалдырып, кире ҡайтмауына ошо таш ғәйеплеме? Халыҡ был урынды урап үтә башлай. Шулай итеп, тәбиғәт бүләгеме, Йыһан ҡунағымы, тарих ҡомартҡыһымы булған таш, тиҫтә йылдар буйы халыҡ араһында төрлө хөрәфәттәр, ышаныуҙар һәм юрауҙар тыуҙырып ята бирә. Тик Ғилминур инәйҙең әсәһе яҙмышына таштың ҡағылышы айырым: «Атайым бик сая егет булған, армияға китер алдынан күрше ауылдан әсәйемде урлап алып ҡайтҡан. Әсәйем артынан йөрөгән башҡа егет, быға үс итеп, боҙомсо ҡарсыҡтан тотош нәҫелебеҙҙе сихырлатҡан», – тип һөйләй ул ҡыҙына донъя менән бәхилләшкәндә.
Шулай итеп, ваҡиғалар ошо серле ташҡа бәйле үҫешә. Төп ролдәрҙә – СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова, Башҡортостандың халыҡ артистары Рәмзиә Хисамова, Алмас Әмиров, Әхәт Хөсәйенов, Сара Буранбаева һәм башҡа сәхнә оҫталары.
Ғилминур – ағинәй, йәшәү рухын ҡурсалаусы халыҡ вәкиле, үҙ дәрәжәһен яҡшы белгән, сабыр һәм бәҫле халыҡ тәрбиәсеһе. Оло йөрәкле, йомшаҡ күңелле өләсәй ҙә, зирәк зиһенле, кәрәк саҡта тура һүҙле ҡәйнә лә. Әбей йәмғиәт тормошондағы хәл-ваҡиғаларҙы ла белеп тора, йәшәйешкә һис битараф түгел, үҙенсә ябай «сәйәсмән» дә. Ҡыҫҡаһы, инәйҙең кешеләргә әйтер һүҙе бар.
«Быға оҡшаш образдарҙың сәхнәлә күптән булғаны юҡ ине. Бөгөн бик әһәмиәтле, кәрәкле образ ул. Һүҙенә халыҡ мәҡәлдәре, әйтемдәр ҡушып, бик ышаныслы йә ҙур кинәйә менән һөйләгән, бәҫле халыҡ вәкиле Ғилминур инәй. Ҡарсыҡ тормошто күп күргән, донъяға битараф түгел, шуға ла кешеләргә әйтер һүҙе бар», – ти Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмзиә Хисамова. Әйткәндәй, ярайһы уҡ ҙур тормош тәжрибәһенә эйә актрисаның үҙенең дә ошо образ аша сәхнәнән тамашасыға әйтер һүҙе бик күп.
Пьесаны сәхнәгә ҡуйыусы режиссер — театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов, рәссамы – Радик Сафин, композиторы – Урал Иҙелбаев. Шуны ла әйтергә кәрәк: «Яңғыҙҙар ташы»ның сценография авторы – Радик Сафин. Ул — директорҙың ижади эшмәкәрлек буйынса урынбаҫары, художество-ҡуйылыш бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Ни өсөн был ташты яңғыҙҙар ташы тип атағандар? Бәлки, был объектҡа Йыһан киңлегенән, ә, бәлки, илебеҙ күгенән ҡарарға кәрәктер? Күңелдәргә үтеп инер яңылыҡ һәм зиһен яҡтылығын быуып ятҡан битарафлыҡ ташы түгелме икән ул? Йәки, бөтөнләй киреһенсә, был таш Ер яралғандан бирле Хоҙай Тәғәлә инселәгән урынды төйәк итеп, Йыһан энергияһын кешеләргә өләшеүсе изге есемдер. Арҡайым да таштарҙан ғибәрәт бит. Ҡыҫҡаһы, «яңғыҙҙар ташы» ябай таш түгел. Ни өсөн улай нарыҡланыуын тамашасы үҙенсә аңлар, моғайын.
Сираттағы миҙгел ябылған көндө коллектив ағзалары СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың һәйкәленә сәскә һаласаҡ, унан, ғәҙәттәгесә, киске сәғәт 6-ла миҙгел тамамланыу уңайынан тамашасыға театр майҙанында концерт тәҡдим итәсәк. Тантана йыл дауамында уңышлы эшләгән ижади цех һәм бүлек хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү менән тамамлана.


Автор: Р. Йәһүҙина.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779