Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Төркиә ауазы Мәҙәниәттәр бәйләнеше, әҙәбиәттәр хаҡында уй бына ҡайҙа алып барып төшөрҙө! Үҙ-ара аралашыу, әҙәбиәт, әҙәп, тәрбиә мәсьәләләре бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән шул. Беҙ иһә төрөктәрҙең ҙур яҙыусылары – “Төрки донъяһының 2011 йыл әҙибе” Али Аҡбаш, доктор Низауан Оҙбай, Осман Чевексой, Шем Арслан, Аслан Байер, Шәмсетдин Шакир, Бәхтейәр Аслан, Осман Баш менән таныштыҡ, китаптар, сувенирҙар алмаштыҡ.
Йәнә Иран менән Ираҡтан килгән ҡәрҙәштәребеҙ хаҡында ла әйтергә кәрәктер. Ирандың “Варлыҡ” журналынан доктор Риза Һеуат бар ине. Ә шул ил яҙыусыһы, әҙәбиәт белгесе Мәүә Сапарова, беҙҙә ҡырҡ миллионлап төрки йәшәй, тип белдерҙе. Ираҡ шағиры Мехмет бей Өмәр Ҡазансы иһә “Ҡәрдәшлек” журналында эшләй, профессор ҙа икән, форумда әүҙем ҡатнашты.
Конгреста төрлө яҡтан йыйылған әҙиптәр, әҙәби журнал хеҙмәткәрҙәре башлыса әҫәрҙәрҙе баҫтырыу, таратыу хаҡында фекер алышты. Мәҫәлән, Молдовала йәшәгән ғағауыздар – “Ана зору” гәзитенән Додор Занет, Агази Нин – үҙҙәренең халҡы, әҙәбиәте, яҙмышы хаҡында һөйләне. Уларға Косово иле вәкилдәре ҡушылды. Ғағауыздар менән төрөктәрҙең, азербайжандарҙың, Ҡырым татарҙарының теле яҡыныраҡ, улар оғуз тел төркөмөнә ҡарай, ә башҡорттар, татарҙар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, ҡумыҡтар ҡыпсаҡ тел төркөмөн тәшкил итә. Әйткәндәй, ғағауыздар йәнәшендәге молдавандарҙың ҡайһыһы Румынияға ҡушылыуҙы көҫәй, ә шундағы Приднестровье өлкәһе (күпселектә урыҫтар) бөтөнләй үҙаллы ил булыуға дәғүә итә, имеш.
Һәр ҡайһыһы үҙ ҡайғыһын еткерә, бәғзеләре ҡупайып та ала. Үзбәкстанда, мәҫәлән, Мәскәүҙәге “Иностранная литература” журналы һымаҡ “Жахан әдабиәтъ” (“Йыһан әҙәбиәте”) тигән журнал сыға икән. Баш мөхәррире – Шөһрәт Рысаев. Улар төрлө халыҡ әҙәбиәте өлгөләрен баҫа. Тиражы – 30 мең дана! Ҡаҙағстанда бер нисә телде берләштергән айырым Интернет-портал эшләй, шулай уҡ төрлө нәшриәттәр күп. Улар элекке баш ҡала Алма-Атала ла, әлегеһе Астанала ла етерлек. Һуңғыһын Нурлан Исабәков етәкләй, адрестар алмаштыҡ. Алма-Атала әҙәби гәзиттең баш мөхәррире – Йомабай Жастаулы... Урта Азия республикалары яртылаш латин графикаһына күскән: кириллица менән дә, латин хәрефтәре менән дә яҙалар. Әммә киләсәктә Рәсәй ҙә латин алфавитына күсер тип фараз ителә, сөнки бөтә донъя шуға нигеҙләнгән, компьютерҙар шул яҙмала. Япония менән Корея компьютер сығара, ә теле – латин графикаһында, башлыса инглиз телендә. Ғөмүмән, инглиз теле – донъя теле, теләйбеҙме-юҡмы, фән, бөтә мәҙәниәт шул телдәгегә әйләнеп бара.
Шул шарттарҙа башҡорттар, ҡарасәйҙәр, ҡараиттәр, балҡарҙар, ҡумыҡтар, ҡабарҙалар һ.б. туған телдәрен ҡайһылайыраҡ итеп һаҡлау тураһында борсола. Татар ҡәрҙәштәр яңыраҡ латин графикаһына күсеп маташты. Был – төрки донъяһына, башҡа Европа, донъя илдәренә яҡынайыу теләге, хатта ихтыяжы ине. Был юлы VI конгреста Татарстандың Яҙыусылар союзы рәйесе Рәфис Ҡорбан, “Сөйөмбикә” журналынан Эльмира Закирова, “Казан утлары” журналының баш мөхәррире шағир Мөхәмәт Мирза (Илфаҡ Ибраһимов) ҡатнашты. Ҡырым татарҙары вәкилдәре әлегә “Алтын йондоҙ” исемле әҙәби гәзит менән генә мөрхәтһенә. Ҡырымдар менән төрөктәрҙең бәйләнеше тығыҙ, улар бер-береһенә бик яҡын халыҡ икән: Төркиәлә бик күп ҡырым татары йәшәй. Иҫкешәһәрҙә беҙ Байғотло исемле бай ҡырым татары менән һөйләшеп торҙоҡ. Ул сувенирҙар, таштан юнылған биҙәүестәр һата, әүәл Ҡырымда йәшәгән. Төркиә ҡырымдарҙы һәр яҡлап ҡурсалай.
VI конгресты ойоштороусыларға рәхмәт әйтергә кәрәктер. Евразия Яҙыусылар союзы рәйесе доктор Яҡуп Омароғлу, ТӨРКСОЙ-ҙың башлығы Дюсен Касеинов ҙур тырышлыҡ һалған, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, уның ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлихов, шулай уҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзының шул саҡтағы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллиналарға рәхмәт. Төрөк Республикаһына шөкран.
Төрөк донъяһы күренештәренә килгәндә… Урамда, бигерәк тә ауылда үҙҙәренсә кейенәләр: оҙон итәкле, ҡарараҡ төҫтәге күлдәк, ә ирҙәре – бишмәттән… Йәштәр беҙҙәгесә джинсыла йөрөй. Ашнаҡсылары – егеттәр. Икмәктәре – оло телемле, менюҙа күберәген асы-сөсө тәмләткес өҫтәлгән йәшелсә, асы эремсек, беҙҙәгесә ҡуйы сәй. Ит тә мул. Әйберҙәре осһоҙораҡ, шай. Йылы яҡ, бер нисә уңыш алалар. Кис етә лә кинәт ҡараңғы төшә. Әле февраль (шибат) уртаһы, ҡар әҫәре юҡ, костюмда йөрөйһөң. Үләндәр йәшәргән, юлдары ялтырап ята. Йәнәшәлә, бейек тау баштарында – ап-аҡ сәллә. Күптән ямғыр күҙе төшкәне юҡ, тиҙәр. Йылы яҡ. Шуға бында барыбер йәшәүе еңел: кеше йылы кейем тип йонсомай, беҙҙәге ише һыуыҡта урман киҫмәйҙәр, шуға, һыуыҡта эшләмәгәс, аҙ эсәләр. Дөрөҫө, ҡаты эсемлеккә әүәҫ түгелдәр. Урамда иҫерек кеше күренмәй. Беҙҙәге һымаҡ һыуыҡта эшләһәң, йылынам тип эсерһең дә, майлы ашты ла танһыҡ итерһең.
Төркиәлә йәшәүе еңелерәктер, тинек. Ләкин ерҙәре көрәнһыу, мәтеле, һәр кемдең – үҙ биләмәһе.
Оло илдең кеме юҡ, ярлылары ла барҙыр, әммә беҙ урамда һоранып ултырыусыны тап итмәнек. Шулай ҙа ҡалала эшһеҙ буталғандар, һәр ерҙәгесә башын этлеккә һалып, һине төп башына ултыртырға самалаусылар осрай. Иҫкешәһәрҙә, Ыспарта ҡалаһында булдыҡ, урам тулы халыҡ, әммә “юл һәләкәте – һирәк күренеш” тиҙәр. Әлбиттә, сәйәхәтсе осоп-ҡунып ҡына йөрөй, ят донъяға эләгеп-салағып ҡына үтә. Һатыусылары ихлас, һәр береһе тауарын маҡтай. Ситкә сыҡһаң, тел белеүҙең фарызлығы бигерәк ныҡ һиҙелә.
Халыҡ тыныс, яй, бик бошоноп та бармай кеүек. Беҙҙәге ише сарбайлап барыу, ҡыҙып-туҙып китеү, төкөрөк сәсеп бер-береңә тоноу юҡ, быныһы, моғайын, донъяның етешлегенә, иртәгәһе көнгә ышаныс булыуға бәйлелер.
Төрөктәр күп төрлө. Ҡаралары ла, һары сәслеләре лә етерлек, негрҙар бар. Күптәр европасалыҡҡа ынтыла, ил НАТО ағзаһы булып тора. Шулай ҙа Төркиә бөгөн – оло туризм иле, барыһы менән ҡатнашырға, аралашырға ынтыла. Үҙенең географик урынынан – Ҡара, Урта диңгеҙҙәр буйында ултырыуынан – һәр төрлө файҙа сығарырға тырыша.
Ил уртаһындағы саф күлдәре, аҫыл келәмдәре, рауза сәскәләре менән матур Ыспарта ҡалаһында беҙгә 1241 йылда һалынған каруанһарайҙы күрһәттеләр. Бейек манараһы аҫтынан үтеп-һүтеп йөрөргә мөмкин икән. Донъяла шундай берҙән-бер ҡоролма ул. Мәсетен, ундағы мөриттәр йәшәгән келәләрҙе ҡараныҡ.
Йәнә шәһәрҙәге боронғо ҡәлғәгә алып барҙылар. Ул урыҫтар менән орош мәлен хәтерләтә, хәҙер ҡаланың уртаһында кесерәйеп кенә тороп ҡалған. Йәнәһе, булған бит заманалар, хәҙер һуғышмайбыҙ, һуғыш-ороштар – иҫкелек ҡалдығы ул, тигән һымаҡ. Бөгөн Төркиәгә Рәсәйҙән дә күп халыҡ ағыла, илдә ысын туризм индустрияһы булдырылған.
Ыспарталағы вәләйәткә (ҡала хакимиәтенә) тейҙек. Һәр майҙанда – ҡыҙыл төҫтәге ураҡ ай һүрәтле дәүләт байраҡтары, Төрөк Республикаһының беренсе президенты Ататөрөккә һәйкәлдәр. Бында илдең элекке президенты Сөләймән Демирел исемендәге университет бар. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Булат Рафиҡов ағайҙың, Төркиәлә йөрөп ҡайтҡас, унда Сөләймән Демирел менән осраштыҡ, тип һөйләгәне иҫкә төшә. Әлеге университеттағы шиғриәт кисәһендә Төркиәнең милли байрағын күтәрҙеләр, милли гимнын башҡарҙылар. Беҙҙәге кеүек түгел – бөтә студенттар ҙа йырлап тора. Тулҡынландырғыс мәл бының менән генә бөтмәне әле. Шул кисәлә башҡа төрки ҡәүемдәр (20 ил) менән бергә Башҡортостан флагын да күтәрҙеләр. Уны төрөк ҡыҙы Бошан тотҡайны. Аҙаҡ беҙ йылмаяҡ Бошан менән фотоға төштөк. Шунда тиңдәр араһында тиң булып башҡорт телендә шиғыр ҙа яңғыраны.
Иргедир күле Ыспарта ҡалаһынан бер ни тиклем арауыҡта ята. Курорт урыны, кис йорттарҙан төшкән ут күл йөҙөнә һибелә, тирә-яҡты сихри биҙәккә күмә. Күлдә – тулҡындар, ярҙа – ғашиҡтар. Ерҙәге ожмахты хәтерләткән тарафтар. Моғайын, әүәл был ерҙә беҙҙең ата-бабалар ҙа булғандыр. Борон бәйләнештәребеҙ Хазар (Каспий) диңгеҙенең ике яғы буйлап та үткән бит. Уның эҙҙәре әкиәттәрҙә, боронғо риүәйәттәрҙә һаҡланған: “ете диңгеҙ аръяғында, Ҡаф тауҙары артында” тигән әкиәт юлдары ысынбарлыҡты сағылдыра. Иран, Ираҡ илдәре лә – фарсы яғы, Заратуштра дине ватаны – яҡын бында.
Әйткәндәй, башҡорттарҙы ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк, балҡар, ҡумыҡ, ҡарасәй, азербайжан яҙыусылары яҡын итә. Ҡаҙаҡ әҙибе абруйлы Омар Солтан (“Алатау” журналы), ҡарасәй Нюрлу Гербеков, балҡар яҙыусыһы Әскәр Додуев ("Минги-Тау" журналы) үҙенең китабын бүләк итте.
…Тәьҫораттар күп булды. Әкәмәт яҡтарҙы, ете диңгеҙ аръяғындағы тигәндәй алыҫ илдәрҙе урап ҡайттыҡ. Шунса, шунса тарафтарға таралған икән төркиҙәр. Был хаҡта, әлбиттә, ата-бабаларыбыҙ яҡшы белгән.
…Ҡолаҡ төбөмдә һаман аҙан тауышы. Ыспарта шәһәре мәсетенән, бейектән ағыла ул. Төркиә ауазы. Ниһайәт, беҙ уны ишеттек.
Рәхмәт һиңә, Төркиә дәүләте, төрки халыҡтарының бер мәркәзе, бер таянысы! Ҡараңғы донъяла, болғауыр замандарҙа бер май шәме сатҡыһы кеүекһең.
Ринат КАМАЛ,
яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

(Аҙағы. Башы 93-сө һанда).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 418

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576