Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урал батыр вариҫтары йыйылды бер майҙанда
Урал батыр вариҫтары йыйылды бер майҙанда
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт университетының Учалы филиалы һәм Интернеттағы "Башҡорт телен ҡәҙерләйек!" төркөмө башланғысы менән "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү буйынса флешмоб ойошторола тигәс, Урал батыр рухлы милләттәштәребеҙ сараны дәррәү күтәреп алды. Рәсәй Федерацияһындағы башҡорт-татар ойошмалары был акцияға ихлас ҡушылды. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте халыҡты йәлеп итеп, сараны күтәреп ебәрҙе.

Урал батыр вариҫтары йыйылды бер майҙанда 15 майҙа Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанға халыҡ тулҡын-тулҡын булып килде. Сараны башҡорт һандуғасы Әлим Ҡәйүмовтың "Урал" башҡорт халыҡ йыры менән асып ебәреүе лә юҡҡа түгел – милләтебеҙҙең гимнына әйләнгән йыр рухтарҙы күтәреп, йөрәктәрҙе дәртләндерҙе. Халыҡ йыры беҙҙе боронғо дәүерҙәргә, ата-бабалар рухына тоташтырғандай булды.
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ!
Яманға юл ҡуймағыҙ!
Яҡшынан баш тартмағыҙ!

тигән Урал батыр һәм рухиәт байрамының төп лейтмотивы ла ошо һүҙҙәргә нигеҙләнде.
Урал батыр вариҫтары йыйылды бер майҙандаСараны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситова асып ебәрҙе. Ҡорға йыйылыусыларға тел маһирлығы, ижади ялҡын теләне ул. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, шағирә Йомабикә Ильясова майҙандағыларҙы Урал батыр байрамы менән ҡотлап, халҡыбыҙҙың бөйөк ижадсы булыуын, эпосыбыҙҙың мәртәбәһе хаҡында һөйләне. Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтендә дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген яҡтыртыусы бүлек кәңәшсеһе булып эшләгән Ғәзиз Йосопов, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев та барыһын да байрам менән ҡотланы. Өфө ҡалаһы хакимиәте хеҙмәткәре, шағирә, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөлфиә Ханнанова: "Башҡорт халҡы – үҙ нәбиен онотмаған милләт, уның киләсәге яҡты. Урал батыр рухы беҙҙе яңы быуаттарҙың яңы, яҡты үрҙәренә алып менер", – тине. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Рәйсә Күзбәкова, Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе урынбаҫары Спартак Ильясов сараның халыҡты берләштереүҙәге әһәмиәтен билдәләне. Спартак Мөжәүир улы бөйөк сәнғәт әҫәрендәге топонимик атамаларҙың Учалы районында әле булһа һаҡланып килеүен дә әйтеп үтте.
Урал батыр вариҫтары йыйылды бер майҙандаХалыҡ эпосы хаҡында һүҙҙе халыҡ шағирҙарынан ишетеү ҡоробоҙҙоң мәртәбәһен тағы ла арттырып ебәрҙе. Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рауил Бикбаев менән Ҡәҙим Аралбаев Урал батыр хаҡындағы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Рауил Төхвәт улы киләсәктә Урал батыр байрамдары Урал батыр майҙанында үтеп, унда Урал батырға, уны яҙып алған сәсәндәргә һәйкәлдәр ҡуйылыуын теләне. Эйе, был бик шәп идея, бөйөк әҫәрҙе яҙып алған һүҙ оҫталарына халҡыбыҙҙың рәхмәте сикһеҙ. Күктәрҙең ҡыҫылышы барҙыр төҫлө был эштә – сәсәндәр донъяға Урал батырҙы мираҫ итеү өсөн ҡулынан килгәндең барыһын атҡарған.
"Урал батыр" эпосын яттан һөйләү буйынса флешмобты мәркәзебеҙҙә төп ойоштороусы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты булыуына һис тә ғәжәпләнерлек түгел. Сығыш яһаусылар уның ректоры Раил Әсәҙуллинға сараны ҡеүәтләүе өсөн рәхмәтен белдерҙе. Был вузда эпосты төрлө аспекттан тикшереүсе ғалимдар эшләй. Уны өйрәнеүсе ғалимдар – филология фәндәре докторы, башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы профессоры Әхмәт Дәүләтҡолов, филология фәндәре докторы, башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы профессоры Гөлнур Бохарова әҫәр хаҡындағы фекерҙәре менән бүлеште.
Урал батыр вариҫтары йыйылды бер майҙандаӘйткәндәй, 15 майҙан Өфө дәүләт ҡурсаҡ театры сәхнәһендә "Урал батыр" әҫәре ҡуйыла башланы. Заманында "Урал батыр" эпосы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылғайны. Ҡорға сәнғәт усағының етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов, Башҡортостандың халыҡ артисы Суфия Ҡорбанғәлиева ла ҡушылды. Олег Закир улы эпосты башҡорт халҡын күтәреүсе әҫәр тип билдәләй. Суфия ханым әҫәрҙән өҙөк уҡып ишеттерҙе. З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры, билдәле рәссам Жәлил Сөләймәнов сараға үҙенең Урал батырға арналған һүрәттәрен алып килгәйне. "Урал батыр" эпосын данлаған майҙанда ҡурай моңо яңғырамаһа, дөрөҫ булмаҫ ине – Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев майҙанды моңға күмде.
"Урал батыр" эпосы бөгөн донъяның бик күп теленә тәржемә ителгән. Урыҫсаға иң тәүҙә Әхиәр Хәкимов тәржемә итһә, инглиз теленә Сәғит Шафиҡов ауҙарған. Ғәзим Шафиҡовтың урыҫсаға тәржемәһе лә киң таралған. Сарала әҫәр башҡорт, урыҫ, инглиз, төрөк телдәрендә яңғыраны.
Ошо уҡ мәлдә Ханты-Манси автономиялы округы, Силәбе өлкәһе һәм Мәскәү, Тель-Авив, Лянтор, Чита кеүек ҡалаларҙағы башҡорт ойошмалары "Урал батыр"ҙы айырым сценарий буйынса тотош бер ҙур матур сәхнә әҫәренә әйләндереп ебәрҙе. Был сараны улар Рәсәйҙә иғлан ителгән Мәҙәниәт йылы программаһына ярашлы уҙғарырға булды.
Башҡорт дәүләт университетының Учалы филиалы төҙөгән сценарий буйынса эпос Ирәмәл тауы башында, башҡа тәбиғи ҡомартҡылар һаҡланған урындарҙа яттан һөйләнде.
Урал батыр вариҫтары йыйылды бер майҙандаУрал батыр үлгән һуң,
Гүрендә ерһеп бөткән һуң,
Гүре балҡып торған, ти,
Быны күргән кешеләр
Йыйылышып барған, ти,
Бер ус тупраҡ алған, ти,
Бары данлап һалған, ти,
Бара-бара ул ерҙә
Алтын булып киткән, ти.

Был юлдарҙы яҙыуым юҡҡа түгел: Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының шахтаһында эшләүсе Зәбир Ғәлин уҡыны мәшһүр эпосты. Зәйнулла ишан исемендәге мәсет, Учалы ҡалаһы һәм районының матур һәм билдәле объекттары, район мәктәптәре әүҙем ҡушылды беҙҙең флешмобҡа.
Учалы ҡалаһының Мәҙәниәт һәм ял паркы сәхнәһендә ҡала һәм райондың билдәле кешеләре, етәкселәр, уҡытыусылар һәм табиптар, ябай эшселәр мәшһүр эпостан өҙөктәр ятланы. Улар араһында хәрби комиссар Азамат Ырыҫҡолов, мәғариф бүлеге начальнигы Ләйсән Фазлетдинова, Учалы филармонияһы директоры Ғәлимйән Хилажев, музей вәкилдәре, телевидение хеҙмәткәрҙәре бар ине. Был сығыштарҙың барыһы ла видеоға төшөрөп алынды. Видеояҙмалар Интернет селтәренә ҡуйылды. БДУ-ның Учалы филиалы, Мәскәү дәүләт планетарийына мөрәжәғәт итеп, Йыһандағы бер күк есеменә “Урал батыр” исемен биреп, шул йондоҙға сертификат һатып алыуға матди сығымдар һалды. Йыһан киңлегендә Урал батыр йондоҙо ҡалҡасаҡ!
Урал батыр вариҫтары йыйылды бер майҙанда Флешмобҡа видеояҙма менән иң тәүҙә Израилдә йәшәүсе башҡорттар ҡушылғайны. Рауил ағай Садиҡовтың "Урал батыр" эпосынан өҙөк уҡыған яҙмаһы Интернет селтәренә ҡуйылды ла инде. Флешмобтың бөтөн асылы ла унда килгәндәрҙең ихласлығына, үҙ ихтыяры менән ҡатнашыуына ҡайтып ҡала. Сараны ихлас күтәреп алып, "Тамыр" телеканалы флаерҙар эшләне. Унда Урал батырҙың васыяты яҙылған һәм рәссамдар Илдар Мостафин менән Рәмил Нагаевтың һүрәттәре ҡулланылған. "Ашҡаҙар" радиоһы "Урал батыр" эпосына тотош бер көнөн бағышланы. Шағирҙар Ирек Кинйәбулатов менән Гүзәл Ситдиҡова Урал батырға шиғыр бағышланы, өҙөктәр һөйләне.
Алда әйтеп китеүебеҙсә, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты – "Урал батыр" эпосын тәрәндән өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән уҡыу йорто. Ошо уҡ вузда Сәсәндәр мәктәбе эшләп килеүе, йәштәрҙең халыҡ эпосына мөрәжәғәт итеүе, ҡыҙыҡһыныуы ла юҡҡа түгел. Билдәле башҡорт сәсәниәһе, филология фәндәре докторы Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәева майҙанда ҡобайыр бағышланы, "Урал батыр"ҙан өҙөктәр уҡыны, милли йолаларҙы еренә еткереп башҡарып, ҡот ҡойҙо. Ә Сәсәндәр мәктәбенең егет-ҡыҙҙарына "Афарин!" тип яңғыратып ҡысҡырғы килде. Улар әҫәрҙе яттан һөйләп, оло тамаша эшләне. Сарала М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡып йөрөүсе ҡаҙаҡ ҡыҙҙары һәм егете лә ҡатнашты. Данияр Избасаров, Алтынгөл Танирбергенова, Жангөл Ҡалниязова эпостан өҙөк ишеттереп кенә ҡалманы, башҡорт теленә, еренә изге теләктәрен дә еткерҙе. Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһынан, М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейынан, Республика башҡорт лицей-интернатынан, 84-се мәктәптән, Ейәнсура районының Ибрай мәктәбенән, Өфө сәнғәт училищеһынан, Башҡортостан дәүләт аграр университетынан уҡыусылар, студенттар сәхнәгә менеп, бөйөк әҫәрҙән өҙөктәр ятланы. Төрөк ҡыҙының эпосты төрөк телендә яңғыратыуы, Төркиә ҡунағы Сәриә Вәлиеваның шиғри сәләмдәре лә байрамға йәм өҫтәне.
Урал батыр вариҫтары йыйылды бер майҙандаӘле лә Интерент селтәренәң "Башҡорт телен ҡәҙерләйек!" төркөмөнә Ханты-Мансиҙан, Белореттан, Учалы районының төрлө ауылдарынан, Стәрлетамаҡтан, Ғафури районынан, Ағиҙел ҡалаһынан, Дүртөйлө районынан видеояҙмалар килеүен дауам итә. Учалы районында сара марафон рәүешендә ойошторолоп, ауылдарҙы урап сыҡты.
Учалыла 23 майҙа уҙғарыласаҡ “Урал батыр” – рухи мәҙәниәттең уникаль ҡомартҡыһы” темаһына халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла эпос буйынса яңы эҙләнеүҙәр һәм асыштар көтөлә. Был саралар бөтәһе лә башҡорт халыҡ эпосын ЮНЕСКО линияһы буйынса бөтә донъя мәҙәниәт шедеврҙарының исемлегенә индереү маҡсаты менән эшләнә. "Урал батыр" эпосы барлығын белеү генә етмәй беҙгә, уны таратыу, пропагандалау мөһим. Бөгөнгө глобалләшеү шарттарында "Урал батыр" милләттең ҡалҡаны булып тора. Уны белгән, унан өҙөк ятлаған һәр кеше заман елдәренә бирешмәҫ, рухи көс табыр, яҡшылыҡ идеяһы менән яныр, яҡтылыҡ сәсер.
Урал батыр вариҫтары йыйылды бер майҙандаДонъяның төрлө мөйөшөндә төрлө телдә, төрлө быуын вәкилдәре, төрлө милләт кешеләре "Урал батыр"ҙың нурында ҡойондо флешмоб уҙғарылған көндө. Боронғолоҡ менән заманыбыҙ мәшһүр эпос күперендә осрашты.


Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.
Фото: Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 579

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 575