Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Төркиә ауазы
Аҙан тауышы яңғырай. Төркиәнең Ыспара ҡалаһы. Бейек мәсет манараһына, моғайын, радиорупор ҡуйылғандыр. Беҙ уны бала саҡтан уҡ ишетеп үҫкәнбеҙ, ул – беҙҙең ҡаныбыҙҙа.
Төркиә, тибеҙ, төрөк донъяһы, төрки халыҡтар берлеге… Иғтибарлап ҡараһаң, телебеҙ ҙә, йолаларыбыҙ ҙа оҡшаш. Ҡасандыр беҙ бер ҡағанатта йәшәгәнбеҙ.

Беҙҙе нисә тапҡыр айырырға, башыбыҙҙы ике яҡҡа бороп ҡуйырға тырыштылар. ХVI–ХVII быуаттарҙан алып Рәсәй Төркиә менән һуғышты, Рәсәй эсендә йәшәгәс, беҙ ҙә уның йырын йырланыҡ. Ә ысынбарлыҡта беҙ – төркиҙәр: тел, йолалар берлеге, донъяны ҡабул итеү уртаҡлығы – быларҙың барыһы ла беҙҙе туған итә. Ҡайҙа ғына йәшәмәй ҡәрҙәштәребеҙ! Ҡырым мәғрифәтсеһе Исмаил Ғаспарлының вафатына 100 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән VI төрки донъяһы яҙыусылары конгресына төрлө тарафтан бик күп ҡандаш ижадсы йыйылғайны. Башҡортостандан унда яҙыусы Сабир Шәрипов, шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина менән мин барҙыҡ.
Төркиә Республикаһы йыйҙы беҙҙе ул йыйынға. Сығымдарын үҙе күтәрҙе. Төркиә әүәл-әүәлдән ҡәрҙәштәрен ҡайғырта, уларҙы бер ҡорға тупларға ынтыла. Үҙҙәрен һауалы тотҡан Европа илдәре араһында типә-тиң баҫып һөйләшә, тиң тороп һүҙ әйтә. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Азербайжан, Төркмәнстан да шул иҫәптә. Беҙ, тулы ҡеүәтендә үҙаллы дәүләттәре булмаған халыҡтар, әлбиттә, уларға һоҡланып та, хатта көнләшеп тә ҡарайбыҙ. Үә бәрәкәт, ҡеүәт бир, Хоҙайым, уларға! Уларҙа башлыса мосолман динле халыҡ йәшәй.
…Бына ҡайҙа килеп тапты беҙҙе аҙан тауышы! Ә I Төрки донъяһы әҙиптәре фестивале 1993 йылда Рәсәйҙә (Мәскәү – Ҡазан маршрутындағы теплоходта) үткән икән.
Сабир ШӘРИПОВ, яҙыусы:
– Төрки донъяһы журналдарының VI конгресында Рәсәйҙән Ҡарасай-Черкес, Ҡабарҙа-Балҡар (Малҡар), Татарстан һәм Башҡортостан вәкилдәре, йәнә Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Төркиә, Үзбәкстан, Ираҡ, Иран, Ҡырым, Ғағауз ере (Молдова) һ.б. ил, автономиялар менән бер ҡатарҙан минең башҡортса сығышым да ихлас тыңланды. Әйткәндәй, “Ағиҙел” журналы һуңғы биш йылда “Дуҫлыҡ күперҙәре” рубрикаһы буйынса утыҙҙан ашыу мәҡәлә баҫып, ике тапҡыр М. Ҡашғари исемендәге хикәйәләр конкурсы ойошторҙо, еңеүселәрҙең әҫәрҙәре ТӨРКСОЙ-ҙың төрөк телендәге “Керҙәслек кестәсе” (“Ҡәрҙәшлек кәштәһе”) журналында әленән-әле донъя күрә. Журналдың халыҡтар дуҫлығын нығытыуға, төрки әҙәбиәтен пропагандалауға тос өлөш индергәнен һәм V форумда махсус премия менән билдәләнгәнен Евразия Яҙыусылар союзы рәйесе доктор Яҡуп Омар оғлы менән ТӨРКСОЙ секретары Дюсен Касеинов та хуплап телгә алды. Беҙҙең китаптар, журналдар күргәҙмәләргә ҡуйылғайны.
Телмәремдә 1993 йылда I Бөтә донъя төрки халыҡтары фестивален дә хәтергә төшөрҙөм. Ике аҙна буйы Мәскәү – Ҡазан араһын, ҡалаларҙа тамашалар ойоштороп, теплоходта уҙғайныҡ. (Академик Зиннур ағай Нурғәлин етәкселегендә, Әбйәлилдең “Йәшлек” бейеү ансамбле менән бергә). Круизда Төркиәнең бер төркөм сәнғәт оҫталарының, йәнә Зәки Вәлидиҙең ҡыҙы профессор Иҫәнбикә Туғандың ҡатнашыуы оло ваҡиға һымаҡ тойолғайны. Хәҙер инде Төркиә үҙе йыш ҡына төрки телле илдәрҙән Евразия ҡоласы менән ҙур, эшлекле йыйындар уҙғара. Әйтергә тура килде: бындай олуғ сараларҙа төрки телле, әммә диндәре башҡа милләт вәкилдәре лә ҡатнашырға тейеш. Миҫалға христиан диненә бигүк үҙ ирке менән күсмәгән күп кенә аҙ һанлы Себер төркиҙәрен, сыуаштарҙы килтергәс, аңланылар. Киләсәктә төрки донъяһы энциклопедияһын баҫырға, бер нисә телде иркен белгән йәш тәржемә мәктәбен булдырырға кәрәк тигән тәҡдимгә лә ҡолаҡ һалдылар, һәр хәлдә, резолюцияға шундайыраҡ фекерҙәр яҙылды.
Иҫкешәһәрҙең мәҙәни үҙәктәренә, шәреҡ баҙарына сәфәр, сәй мәжлестәрендә үҙ-ара тәржемәсеһеҙ танышыу, йыр-моң бүлешеү, иҫтәлекле бүләктәр бирешеү – һәммәһе лә күңелдәргә онотолмаҫ тәьҫорат һеңдерҙе.
Яңы дуҫтар, яңы ерҙәр менән таныштырған өсөн ТӨРКСОЙ-ға, Төркиә властарына шөкрән.
Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА, шағирә:
– Конгреста “Төрки донъяһы әҙәбиәте: миллилектән глобализацияға тиклем”, “Глобализация һәм әҙәби журналдар нәшер итеү”, “Ғаспарлы идеалдары: төбәкселектән миллилеккә саҡлы” тигән темалар күтәрелде. Ултырышта ҡатнашҡандар төрки әҙәбиәте ҡаҙаныштарын күберәк уҡыусыға еткереү маҡсатында әҙерлекле тәржемәселәр тәрбиәләү зарурлығын әйтте.
Конгреста Төрки телле әҙәбиәттәр союзы төҙөлдө. Уның рәйесе итеп Азербайжан яҙыусылар берлеге башлығы Анар һайланды. ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары Дюсен Касеинов белдереүенсә, был хаҡта әле 2012 йылдың 23 авгусында, Ҡырғыҙстандың Бишкәк ҡалаһында төрки дәүләт башлыҡтары осрашыуында уҡ ҡарар ҡабул ителгән булған.
Конгреста шулай уҡ “ТӨРКСОЙ архивынан” тигән күргәҙмә эшләне. Унда төрлө телдәге әҙәби журналдар, фотоһүрәттәр ҡуйылғайны. “Төрки донъяһының 2013 йыл әҙибе” тигән маҡтаулы исем ҡаҙаҡ яҙыусыһы Толен Абдикҡа бирелде.
* * *
Әлбиттә, төрки донъяһында, төрки халыҡтары үҫешендә проблемалар, хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә етерлек. Уларҙың иң афәтлеһе – рухһыҙлыҡ. Хәҙер, капиталистик мөнәсәбәттәр көсәйгән бер мәлдә, кеше китап уҡымай, театрға йөрөмәй. Йөрөй, уҡый, әммә элекке кеүек түгел, электроника, Интернет тормошобоҙға ныҡлап үтеп инә, ғалимдар, кешене алмаштырырға ашҡынып, роботтар уйлап таба. Был берҙән – прогресс, фәндең алға китеүе, икенсе яҡтан, кешенең ялҡауланыуы, ерҙән, тормоштан, хәрәкәттән айырылыуы. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тибеҙ, китап уҡыған бала бысаҡҡа, суҡмарға йоғонмаҫ, нәҫелдәшен, үҙ ишен ҡыйырһытмаҫ!
Ошо тәңгәлдә ниңәлер төрөк әҙәбиәте хаҡында уйланылды. Төрөк әҙәбиәтен беҙ вузда өйрәндекме икән? Өйрәндек, тик бигерәк ялҡау булғанбыҙ, бигүк әһәмиәт биреп бөтмәгәнбеҙ. Төрөктөң бөйөк шағирҙары, талантлы яҙыусылары (төрөксә – язарлары) бар, урта быуат шиғриәте һәм ни ғәжәп: ҡала-шәһәр түрәләре (төрөксә – башҡандар) боронғо әҙәбиәтте белә, хатта шиғырҙарын яттан һөйләй. Бына Иҫкешәһәр вәләйе Гункур Әзим Тунаны алайыҡ. Конгреста башынан аҙағынаса ултырҙы. Ыспарта шәһәрендәге Сөләймән Демирел исемендәге университет ректоры, профессор Назан Ибиштоглы төрөк мәҙәниәте, әҙәбиәте хаҡында ентекләп һөйләне.
Боронғо көнсығыш, төрки, төрөк әҙәбиәтен өйрәндек. Әлбиттә, төрөк шағиры Назым Хикмәт әҫәрҙәрен уҡыныҡ (китабы башҡортса ла баҫылғайны), пьесаһын ҡараныҡ (“Онотолған әҙәм” спектакле Башҡорт дәүләт театрында сәхнәләштерелде)… Шиғырҙарына, ҡыйыулығына һоҡлана инек. Әйткәндәй, Ыспартала Сөләймән Демирел университетында Азербайжандың халыҡ яҙыусыһы Анар алдағы конгрестарҙың береһен шағир иҫтәлегенә арнарға тәҡдим итте. Шунда оло бер бәхәс ҡупты. Бәхәскә төрөк яҙыусылары, ғалимдары ла ҡушылды. Әгәр Назым Хикмәтте коммунист тиһәң, совет әҙәбиәте вәкилдәре Сыңғыҙ Айытматов менән Александр Фадеев, Давид Кугультинов менән Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев менән Мостай Кәримдәр кем булып сыға һуң? Ғөмүмән, был форумда ҡатнашҡандарҙың күбеһе совет осоронда тәрбиәләнгән, оло совет әҙәбиәтен ныҡ белгән әҙиптәр ине.
Әлбиттә, бөгөнгө төрөк әҙәбиәтен, хатта үҙебеҙҙең күршеләш ҡәүемдәрҙекен бигүк белмәйбеҙ. Аралашмайбыҙ, ҡатышмайбыҙ. Ә беҙҙең балалар, йәш быуын ни эшләр һуң? Улар хатта китап уҡып бармай, урыҫ, донъя әҙәбиәтен һай белә. Ә башҡорт телендәге әҫәрҙәр менән танышамы икән? Прогресс үҫешкән һайын кеше ҡулын кеҫәһенә тығып йөрөй. Былай ҡайҙа барабыҙ беҙ! Кешелек цивилизацияһы үҫешә, тибеҙ, күберәк компьютерға өҫтөнлөк бирәбеҙ… Кешелекте улар ғына ҡотҡарырмы? Киләсәк битарафлығыбыҙҙы, гел еңелгә, ләззәткә атлығыуыбыҙҙы яҡлармы, ҡабул итерме? Кешелек ҡайҙа бара? Ә нимә ашайбыҙ?.. Кеше тәбиғи ризыҡ менән генә туйына алмай. Беҙҙә хәҙер бөтәһе лә яһалма: яһалма аппараттар, яһалма ҡиммәттәр, баһаламалар, роботтар; үҙебеҙҙең асылыбыҙҙан яҙабыҙ, туған халҡыбыҙҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәренә төкөрәбеҙ. Ә бит улар быуаттар буйы һыналған, яҡшы һөҙөмтә биргән.
Илдә балалар йорттары арта, вокзалда ҡунып йөрөгән үҫмерҙәр эт тубығынан. Наркомания ҡотора. Халҡыбыҙ, бихисап ихтилалдар күтәрһә лә, яуҙарҙа ҡырылһа ла, меңәр йылдар артыуын дауам иткән. Рәсәйҙә ауыл мәктәптәрен ябалар, шулай вағыраҡ ауылдар бөтә, милли йолалар, мәҙәниәттәр юйыла – бынан кем ота?
Ринат КАМАЛ,
яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.

(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779