Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ут күршеләр ҡыуаныс алып килде
Ут күршеләр ҡыуаныс алып килде
Элек-электән халҡыбыҙҙа матур бер йола йәшәй: ауыр саҡта ла, ҡыуаныс кисергәндә лә ике күрше һәр саҡ бергә, ярҙамлашып, татыу донъя көтә. Шуныһы шатлыҡлы: бындай матур күренеш ауыл ерендә генә күҙәтелмәй, ә ҡала, райондар араһында ла дауам итә. Күптән түгел әбйәлилдәр, ошо традицияға тоғро ҡалып, Сибай ҡалаһына ҙур концерт менән килде һәм, Мәҙәниәт йылына бағышлап, күршеләренә йыр-моң өләште, дәртле бейеүҙәр күрһәтте, дуҫлыҡ күперен нығытты.

Район һәүәҫкәрҙәренең “Әбйәлил биҙәктәре” тип аталған сығышы ысын мәғәнәһендә сәнғәт һөйөүселәр өсөн ҙур асыш булды. Әйтерһең дә, сәхнәлә ижади коллективтар түгел, ә Әбйәлил халыҡ филармонияһы сығыш яһай. Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты, “Иҙел буйы-2013” хор һәм вокаль ансамблдәр конкурсының гран-при эйәһе булған район мәҙәниәт һарайының халыҡ хоры (етәксеһе — Заһит Ғәбитов) сығышы менән асылып китте сағыу тамаша. Артабанғы сығыштарҙың да һәр береһе профессиональ юғарылыҡта булыуы менән хайран ҡалдырҙы, сәхнә кейемдәренең сағыулығы күҙҙе ҡамаштырҙы. 117 кешене туплаған коллективта төрлө быуын һәүәҫкәрҙәренең ҡатнашыуы – үҙе бер ғәжәп үҙенсәлекле күренеш. Мәҫәлән, Байым мәҙәниәт йортоноң “Күбәләк биҙәктәре” бейеү ансамбле инәйҙәрендә йәштәрсә дәрт тә, ололарса аҡыл да ярылып ята. Сәхнәгә ғашиҡ өлкәндәр үҙҙәренә махсус күлдәк тектереп, таҡмаҡтар сығарып, концертта ҡатнашырға дәрт иткән.
Һүҙ юҡ, Әбйәлилдә сәнғәткә ғашиҡ кешеләр йәшәй. Бында етәкселәр ҙә мәҙәниәтте үҙ итә, даими ярҙам күрһәтә. Шулай булмаһа, һәр мәктәптә тиерлек бейеү түңәрәктәре ойошторолор инеме?! Йыл һайын район күләмендә үткән “Байыҡ” бейеү конкурсы ғына ни тора! Әбйәлилдә бейемәгән кеше юҡ, тигән һүҙ ҙә хаҡтыр, күрәһең. Ошоға ҡеүәт өҫтәп, яҡташтарҙың йыл һайын “Байыҡ” республика телевизион бейеү бәйгеһендә гран-при яулауын әйтеү ҙә етә. Ә халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика конкурстары лауреаты, ЮНЕСКО ҡарамағындағы халыҡ-ара ассоциация ағзаһы, Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты булған “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ.
Район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙовтың мәҙәниәт өлкәһенә ҙур ярҙам күрһәтеүен яҡташтары яҡшы белә. Тап етәксенең тырышлығы менән һәр ансамбль өсөн сәхнә костюмдары тектерелгән, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге тыуҙырылған, мәҙәниәт йорто, ауыл клубы һәм мәктәптәрҙә йыр, ҡурай, бейеү түңәрәктәре һаҡланып ҡалған, мәҙәниәт усаҡтарын ремонтлау өсөн аҡса даими бүленә, музыка ҡоралдары һатып алына, яңы бейеүҙәр һалыу өсөн белгестәр саҡырыла. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлшат Лавренованың тынғыһыҙлығы һәм талапсанлығы һөҙөмтәһендә бөгөн һәр ауылда мәҙәниәт усаҡтары гөрләп эшләй. Башҡа райондарҙа клубтар ябылған мәлдә, бында, киреһенсә, яңылары асыла. Тап шулай берҙәм һәм маҡсатлы эш алып барыуҙың матур күренеше, күркәм һөҙөмтәһе булды ла инде Сибайҙағы сағыу тамаша.



Гөлшат ЛАВРЕНОВА, Әбйәлил районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы:
— Беҙҙә йыл һайын — Мәҙәниәт йылы, тип әйтер инем, сөнки районда ошо өлкәгә ҡағылышлы төрлө саралар йыш үтә, конкурстарҙа ҡатнашып, һәр саҡ призлы урындар алып торабыҙ. Был юлы күршеләребеҙгә әбйәлилдәрҙең бай мәҙәни “күстәнәс”ен килтерергә булдыҡ. Залдың тулы булыуы, һәр сығыштың көслө алҡыштар менән оҙатылыуы сибайҙарға оҡшағандыр, тигән фекер уята. Тик шуныһы күңелде бер аҙ ҡырҙы: үҙенең театр берекмәһе, драма театры, сәнғәт училищеһы булған ҡалалағы мәҙәни өлкәнең үҫеше өсөн яуаплы етәкселәрҙе күреп, фекерҙәрен ишетә алманыҡ.
Мәмдүҙә ИЛБӘКОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай ҡалаһы:
— Иҫ киткес матур тамаша! Музыка белгесе булараҡ шуны әйтер инем: район мәҙәниәт һарайының халыҡ хоры хатта күп кенә профессиональ йырсыларға өлгө булырлыҡ. Тот та бөгөндән филармония ойоштор!

Сәфинә ҠОТЛОҒОЛОВА, тамашасы:
— Үҙем Әбйәлил районынан булғас, концертҡа ашҡынып килдем. Яҡташтарым өсөн ҡыуанып ултырҙым. Әбйәлилдәрҙең концерты тамашасы өсөн оло бүләк, яңы табыш булды. Рәхмәт, йышыраҡ килегеҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779