Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өҙөлмәһен "Ҡыңғырауҙар сыңы"
Өҙөлмәһен "Ҡыңғырауҙар сыңы"
Беҙ барыбыҙҙа бала саҡ иленән. Шуғалыр ҙа бәләкәйҙән быуаттар төпкөлөнән беҙҙең көндәргәсә килеп еткән тылсымлы әкиәт донъяһы күңелгәһаман да яҡын.

Ауырғазы районының мәҙәниәт һарайы сәхнәһендәөс көн буйы дауам иткән Балалар театр коллективтарының республика фестивале сәнғәт һөйөүселәрҙе халҡыбыҙҙыңҡиммәтле аманаты, мауыҡтырғыс сәхнә донъяһы менән таныштырып ҡына ҡалманы, кескәйҙәр араһында талантлы, сәмле, ижади көстәрҙең ни тиклем күп булыуына инандырҙы ла.
Өҙөлмәһен "Ҡыңғырауҙар сыңы"Беҙгә бик тә таныш "Йомро-йомро йомғағым", "Маугли", "Ҡурай", "Тылсымлы баҡса", "Теремок", "Суртан әмере буйынса", "Йомро икмәк" һәм башҡа әкиәт геройҙары менән сәхнәлә осрашыуҙан, балаларҙыңһәр ролде бирелеп уйнауынан тамашасының күңеле яҡтырыуы, изгелектең яманлыҡты еңеүе икеләнеү тыуҙырмай. Һис һүҙһеҙ, әкиәткә килә ышанғы!
— Финалға 63 театр коллективынан 23-өһайлап алынды. "Ҡыңғырауҙар сыңы" тип аталған фестиваль өс йүнәлештә (драма, музыкаль спектакль һәм ҡурсаҡ театры) барҙы. Уларҙың сығышын театр сәнғәтенең билдәле эшмәкәрҙәре, педагогтар һәм режиссерҙар баһаланы, — тине Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса баш белгесе ТәнзиләҠалмырҙина.
— Ә ни өсөн ҙур тамаша өсөн был юлы Ауырғазы сәхнәһен һайланығыҙ? — тип һорамай булдыра алманыҡ.
— Ысынлап та, элек фестивалдәрҙе "Нур" татар дәүләт драма театры сәхнәһендәүткәреү традицияға әүерелгәйне. Уйлаштыҡ та, ә ни өсөн бындай сағыу тамашаны мөһабәт мәҙәниәт усаҡтары булған район үҙәктәрендәүткәрмәҫкә, тигән фекергә килдек. Өҫтәүенә Ауырғазы районында бына тигән биш театр эшләй. Ғөмүмән, үткән быуаттың 30-сы йылдарында театр сәнғәтенә юл һалыусы тәүге ижади коллектив тап ошонда тамыр йәйгән бит, — тип яуапланы Тәнзилә Сәғит ҡыҙы.
Республикабыҙҙың төрлөҡала һәм райондарынан килгән өлгөлөһәм һәүәҫкәр коллективтарҙың спектаклдәре төрлө телдә яңғырауына ҡарамаҫтан, ул һәр кем өсөн аңлайышлы ла, ҡыҙыҡлы ла булды. Дәррәү алҡыштар, шығырым тулы тамаша залы — шуға асыҡ дәлил. "Ҡыңғырауҙар сыңы"н тантаналы ябыу сараһын иҫтәҡалырлыҡ итеп ҡуйған тәжрибәле режиссер, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт техникумы педагогы Светлана Щетинаның оло хеҙмәтен дә күрмәү мөмкин түгел.
Береһенән-береһе сағыуыраҡ сығыштарҙы баһалаған жюри ағзаларына һис тә анһат булмағандыр. Ҡайһы бер коллективтар үҙҙәренең "өлгөлө" исемен аҡлау өсөн бөтә ижади оҫталығын һалһа, яңы көстәр ошо маҡтаулы исемде алыу өсөн көрәште.
Өҙөлмәһен "Ҡыңғырауҙар сыңы"Абруйлы жюри рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев әйтеүенсә, бөгөн иң лайыҡлылар еңеү яуланы, ошо яҡшы башланғыстың юғары кимәлен артабан да һаҡлау мөһим. "Драма театрҙары" номинацияһында Гран-приҙы — Ауырғазы районыныңөлгөлө "Экос" театр студияһы, I дәрәжә дипломды — Белорет районының "Ҡолонсаҡ", "Ҡурсаҡ театрҙары" номинацияһында Гран-приҙы Йылайыр районының "Незабудка" өлгөлөҡурсаҡ театры яуланы. "Музыкаль театрҙар" номинацияһында Гран-приҙы Яңауыл районының "Дебют" театры алып, үҙенең тоғро көйәрмәндәрен һөйөндөрҙө. I дәрәжә дипломға Нефтекама ҡалаһының "Турғай" музыкаль театры лайыҡ булды.
Фестиваль барышында балалар театр коллективтары етәкселәре һәм режиссерҙары өсөн семинар, үҫмерҙәр өсөн күңел асыу саралары, дискотекалар ойошторолоуы байрамды тағы ла йөкмәткеле, иҫтәҡалырлыҡ итте.
Алыҫ ерҙе яҡын итеп, Учалы тарафтарынан килгән "Аҡбуҙат" өлгөлө театрының етәксеһе Ғаяз Ибраһимов байрамды ойоштороу кимәлен юғары баһаланы:
— Фестивалгә "Аҡбуҙат"та шөғөлләнеүсе 14 баланы алып килдек. Рәсимә Ураҡсинаның "12 бүре башы" спектакленән эшләнгән ярты сәғәтлек "Урман мажаралары"н күрһәттек. Икенсе урын яңы төркөмдәге йәш артистар өсөн һис тә насар түгел. Балаларҙың күңелен үҫтереү, тормошта үҙһуҡмағыңды күҙаллау өсөн дәәһәмиәтле был сара. Йәйге каникул осоронда Силәбе өлкәһенең Арғаяш районына гастролгә саҡырып, кескәй "Аҡбуҙат"тар күңеленәҡуҙҙа һалып ҡуйҙылар әле.
Йәйғор төҫтәрендәй балҡыған сағыу байрам тамам, ә күңелдәрҙә йәш "йондоҙҙар" балҡытҡан тәьҫораттар һис тәһүрелмәй. Уға оҙайлы ғүмер, яңы ижади һулыш, бейек үрҙәр теләйек, "Ҡыңғырауҙар сыңы" өҙөлмәһен!


Автор: Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.
Фото: Э. ДИЛМӨХӘМӘТОВ.
Район: Ауырғазы районы, Талбазы ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780