Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Асҡар һандуғасы Бибикамал
Бынан ярты быуат самаһы элек күренекле башҡорт яҙыусыһы, шағир Сәләх Кулибайҙың бер хикәйәһе күңелемдә ныҡ уйылып ҡалғаны хәтеремдә. Ул әҫәр “Йыр” тип атала ине булһа кәрәк. Исеменә ярашлы, һүҙ унда башҡорт халҡының моңло оҙон көйҙәре хаҡында бара ине. Дөрөҫөрәге, һабантуйҙағы йыраусылар ярышына әҙерлек барышында ҡустыһының кешегә белдермәй генә ҡырға сығып йырлап күнегеүе һәм һуңғы сиратта, ағаһын уҙып, йыр бәйгеһендә еңгәне һүрәтләнә. Хикәйәлә Әбйәлил, Баймаҡ төбәгенә генә хас булған “Ғилмияза”, “Шәүрәкәй”, “Әрме” кеүек башҡорт йыр сәнғәтенең гәүһәрҙәре телгә алына.

Күренекле әҙиптең был әҫәрендә тормоштан алынған ваҡиға ятҡанлығы шөбһәһеҙ. Ысынлап та, элегерәк һабантуйҙарҙа йыраусылар ярышы көрәш, ат сабышы һәм башҡалар һымаҡ ҡәҙимге бәйге төрҙәре менән бер кимәлдәге тамаша булған. Уға ныҡлап әҙерләнгәндәр, репертуарҙы ентекләп һайлағандар. Тирә-яҡтан йыйылған атаҡлы йырсылар, ярышта ҡатнашыу менән бер рәттән, үҙ-ара аралашҡан, бер-береһенән ят көйҙәр отоп алған һәм уларҙы үҙ төбәктәрендә таратҡан. Тарихи оҙон көйҙәребеҙ элгәре йыр сәнғәтенә ошондай ҙур иғтибар бүленеүе арҡаһында онотолмай беҙгә килеп еткәндер ҙә.
Сәләх Кулибайҙың күңелемә үтеп ингән әлеге хикәйәһе киләсәк яҙмышыма ҙур йоғонто яһағандыр, тип уйлайым – ошонан һуң халҡыбыҙҙың йыр-моңона тартылыуым уғата көсәйҙе. Был ынтылыш сәнғәт даръяһына әйҙәне, ә музыка ғүмерлек һөнәремә әүерелде.
Балаларға музыкаль белем биреү өлкәһендә 25 йыл эшләү дәүерендә халыҡ йыры менән ҡыҙыҡһыныуым арта ғына төштө. “Башҡорт халыҡ ижады”ның “Йырҙар” томына ингән көйҙәрҙе, уларҙың текстарын, шулай уҡ яҙып алыныу тарихын энәһенән-ебенә ҡәҙәр беләм тиһәм, һис арттырыу булмаҫ.
Мине бигерәк тә башҡорт халыҡ йырҙарының таралыу даирәһе менән уларҙың географияһы ҡыҙыҡһындыра ине. Халыҡ йырҙарының паспорттарына өҫтән-мөҫтән генә күҙ ташлау ҙа шуны күрһәтә: уларҙың күпселеге башҡорттоң элекке Тамъян-Ҡатай һәм Бөрйән-Түңгәүер олоҫтарына ҡараған төбәктәрҙә яҙып алынған. Йәғни был башҡорт милләтенең төп генофонды формалашҡан Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла, Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Белорет, Учалы райондары була.
Халыҡ йырҙарының тарихын барлау барышында бер исем күҙгә йыш ташланыр булды: Бибикамал Мәһәҙиева! Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған был йыраусынан 1938 – 1939 йылдарҙа атаҡлы урыҫ фольклорсыһы һәм музыка белгесе Лев Лебединский тәүге тапҡыр ун халыҡ йырын яҙып ала. Йырҙарҙың да ниндәйе бит әле: “Әрме”, “Ҡурташ”, “Һандуғас”, “Сәлимәкәй”, “Һары һандуғас”, “Йәш йөрәк”, “Шәүрә килен”, “Ете ҡыҙ”, “Суҡ муйыл”, “Салауат”. Күреүегеҙсә, улар – башҡорт музыка сәнғәтенең гәүһәрҙәре, бөгөн дә халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың репертуарынан төшмәгән аҫыл йыр-моңдар.
Бибикамал Мәһәҙиеваның тәржемәүи хәленә килгәндә, ул 1914 йылда Тамъян-Түңгәүер олоҫо Верхнеурал өйәҙенең Асҡар ауылында тыуа. Нәҫел шәжәрәһе атаҡлы Яҡшымбәтовтарға барып тоташҡан Бибикамал, бик йәшләй генә үкһеҙ етем ҡалып, апаһы менән еҙнәһе тәрбиәһендә үҫә. Башланғыс кластан һуң Сермән балалар йортона, унда VII класты тамамлағас, Өфөгә балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләү курсына ебәрелә. Асҡарға ҡайтҡас, районда тәүге балалар баҡсаһын аса, бер нисә йылдан яңы ойошторолған Әбйәлил колхоз-совхоз театрына актриса сифатында эшкә алына. 1935 йылда уны бер төркөм талантлы йәштәр менән бергә Өфө театр техникумына уҡырға ебәрәләр. Уҡыуҙы тамамлағас, баш ҡалала ҡалыу мөмкинлеге булыуға ҡарамаҫтан, тап шул йылдарҙа күтәрелеш кисергән Баймаҡ колхоз-совхоз театрына эшкә урынлаша. Уның артабанғы яҙмышы һуңынан Сибай ҡалаһына күсерелеп, әле Арыҫлан Мөбәрәков исемен йөрөткән Башҡорт драма театры менән тығыҙ бәйләнгән.
Йәштән йыр-моңға, сәнғәткә мөкиббән Бибикамал Мәһәҙиева бына тигән һәләтле актриса һәм бейеүсе булараҡ танылыу яулай, ҡумыҙҙа оҫта уйнай. Шулай ҙа уның рухиәтебеҙ үҫешенә индергән тос өлөшө – алда телгә алынған башҡорт йыр-көйҙәрен киләсәк быуынға тапшырыуы. Әлбиттә, Лев Лебединский, Камил Рәхимов һымаҡ сәнғәт белгестәре һуңынан да уның башҡарыуында хәтһеҙ халыҡ йырҙарын туплай. Ләкин фольклористикала “тәүге тапҡыр яҙып алынған” тигән төшөнсә бар. Ошо юҫыҡтан ҡарағанда, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын йыйыу тарихында бер үҙенән ун йыр яҙып алынған башҡа информатор юҡ. Бибикамал Мәһәҙиева, йыр сәнғәтендәге күренеш булараҡ, ошоноң менән мәшһүр һәм үҙенсәлекле.
Шуныһы ғәжәп: күңелендәге аҫыл ҡомартҡыларҙы яҙҙыртҡан саҡта Бибикамал Мәһәҙиеваға ни бары 24 йәш була. Был – уның шәхес булараҡ бик иртә өлгөрөүенә бер дәлил. Әгәр шул дәүерҙе уйлаһаң, Бибикамал Мәһәҙиеваның ҡыйыулығына хайран ҡалырлыҡ! Ил, тел, милләт тип ауыҙ асҡандар күпләп эҙәрлекләүгә дусар булған ҡәһәрле йылдарҙа халыҡ йырҙарына тоғролоҡ һаҡлау – үҙе оло ҡаһарманлыҡ! Ошоға бәйле, йыраусыға һоҡланыуымды белдереп яҙған бер шиғырымды теркәп китмәксемен:
Асҡар һандуғасы Бибикамал
Үҙәктәрҙе өҙөп йырлаған,
Илдә ҡырғын, илдә ҡара золом
Хөкөм һөрә бит, тип тормаған.
Ҡурҡып тормаған ул “милләтсе” һәм
“Халыҡ дошманы” тигән мөһөрҙән.
Өркмәгән ул, халҡын һөйгән өсөн
Иңдәренә төшөр ҡоһорҙан.
Сөнки белгән бит ул: йыр һәм моңдо
Һис кем тыя алмай донъяла.
Башҡорт йыры йәшәгән һәм йәшәй.
Артабан да йәшәр.
Иншалла!
Бибикамал Мәһәҙиева исемендәге призға башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы үткәреү тураһындағы ҡарар “Урал аръяғы ижади көстәренең “Ҡуңыр буға” берләшмәһе” төбәк йәмәғәт ойошмаһының идара ултырышында 2013 йылдың декабрендә ҡабул ителгәйне. 2014 йылдың Мәҙәниәт йылы икәнлеген иҫәпкә алып төҙөлгән пландың бер пункты булған был ҡарар нигеҙендә Әбйәлил районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә хат һәм конкурстың положениеһы ебәрелде. Ҡыуанысҡа күрә, улар был тәҡдимде ҙур күтәренкелек менән хуплап ҡаршы алды. Рәхмәт үҙҙәренә.
Хуплау – бер, ә ойоштороу – бөтөнләй икенсе. Миңә ҡалһа, конкурс һәр йәһәттән дә бик юғары кимәлдә уҙҙы. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәләр ҙә, беҙгә, жюри ағзаларына, ул-был етешһеҙлек һиҙелмәне. Конкурсты район хакимиәте башлығы Рим Һатыбал улы Сыңғыҙовтың үҙе асып ебәреүе лә, жюри составында Башҡортостандың халыҡ артистары Вахит Хызыровтың, Римма Амангилдинаның, йырсының ҡыҙы Шәүрә Ғәйфулла ҡыҙы Сарбаеваның булыуы ла был сараға мәртәбә, олпатлыҡ өҫтәне.
Конкурста Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Учалы райондарынан һәм Сибай, Баймаҡ, Магнитогорск ҡалаларынан барлығы 38 йыраусы ҡатнашты. Шуларҙың ун икеһенең 16 йәшкә тиклемге балалар булыуы бигерәк тә ҡыуаныслы хәл ине. Тимәк, йыр сәнғәте өлкәһендә күсәгилешлек дауам итә. Әгәр иң оло конкурсантҡа 79 йәш булһа (Ғаяз Аһылов), иң кесеһенә – 9 йәш (Дилә Барлыбаева). Был да үҙенә күрә бер матур күренеш, мөһим аралашыу сараһы. Иң ҡыйыны, моғайын, бөтә таһыллығын, оҫталығын һалып халыҡ йырҙарын ихлас башҡарыусыларға урын билдәләү булғандыр. Тик, ни ҡылмаҡ кәрәк, йыраусылар араһынан “иң-иң”дәрен һайлап алып, лайыҡлы бүләктәр тапшырыу – борондан килгән йола. Еңеүселәрҙе дәртләндереп, ҡалғандарҙы сәмләндермәйенсә, бер өлкәлә лә үҫеш, алға китеш юҡ.
Шулай итеп, 16 йәшкә тиклемге балалар араһынан 3-сө урынды Миңлегөл Яңыбаева, Ильяс Ҡотоев, Дилә Барлыбаевалар уртаҡлашты. Ике 2-се урынға Аделия Шаһыбалова менән Азамат Ғөбәйҙуллин лайыҡ булды, 1-се урын Ғәзиз Юлдашевҡа бирелде. Ә балалар араһындағы Гран-приҙы Асҡар урта мәктәбенең VI класс уҡыусыһы Индира Шаһимәрҙәнова яуланы. Уға йыраусының ҡыҙы Шәүрә Ғәйфулла ҡыҙы бүләген (планшет-компьютер) тапшырҙы.
Ололарға урындар түбәндәгесә билдәләнде: 3-сө урынға Учалы районынан – Нәжибә Хәйруллина, Әбйәлилдән – Резеда Юлдашева, Ләлә Ғүмәрова, Роза Хәйруллина, Ейәнсуранан Вафа Мәүлетов сыҡты, 2-се урынды Әбйәлилдән Аҡсәскә Кәримова менән Рифат Исҡужин бүлеште, ә 1-се урынға Мәрхәбә Солтанова лайыҡ тип табылды (Әбйәлил). Конкурстың иң юғары бүләге Баймаҡ районынан килгән Фәттәх Аралбаевҡа бирелде. Уға “Яҡтыкүл” шифаханаһына юллама рәүешендәге бүләк тапшырылды.
Мәҙәниәт йылындағы тағы бер мәҙәни сара тамам. Ул конкурста ҡатнашыусылар күңелендә лә, тейешле кимәлдә уҙғарыуға күп көс һалған ойоштороусылар һәм Бибикамал Мәһәҙиеваның туғандары, ғөмүмән, йыр-моң, сәнғәт һөйөүселәр күңелендә күркәм рухиәт байрамы булып ҡаласаҡ. Киләсәктә уға, төбәк сиктәренән үтеп, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың республика конкурсына әүерелеп китергә яҙһын. Һәр хәлдә, шуға ышанғы килә.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779