Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәҡдиренә яҙған
Тәҡдиренә яҙған
Үҙ эшенең оҫтаһы, иҫ китмәле талант тиһәләр, нисектер һағайып ҡарап ҡуяһың ҡайһы саҡта. Улар ҙа хеҙмәттәштәре менән бер һауаны һулай, бер ерҙән йөрөй, бер урында эшләй, бүтәндәрҙән нимәһе менән өҫтөн һуң?! Әммә талант эйәләре бар икән арабыҙҙа. Үҙенең ижад емеше менән барыбыҙҙы “аһ” иттергән, ваҡыт төшөнсәләре менән иҫәпләшмәй, көнө-төнө кешеләргә матурлыҡ өләшкән, йоҡоһоҙ төндәре аша әллә күпме образ тыуҙыра алған, үҙ тамашасыларына бихисап илаһи кисерештәр бүләк иткән режиссер, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрының художество етәксеһе, Дамир Мәжит улы Ғәлимовты тап шундайҙар рәтенә индерергә була.

Ниндәйҙер моңһоулыҡ төҫмөрләнгән уйсан йөҙөнә ҡарап, уның тормошонда әллә күпме ауырлыҡ кисереүен тойғандай булаһың да, сабыр ҡараштарынан һирпелгән нур, киреһенсә, йәшәүгә һәм эшләүгә дәрт, сәм уятҡандай, ә күкрәк төпкөлөнән ағылған һәлмәк тауыш уның булмышының бөтөнлөгөн сағылдыра. Эйе, геройымдың тормош юлы еңелдән түгел: уға бик күп ҡаршылыҡты йырып сығырға, хатта әҙәм балаһы өсөн иң оло һынауҙарҙың береһен – ҡыҙын һәм улын юғалтыу ғазабын – кисерергә тура килә. Әммә Хоҙай инселәгән талант уты йәшәтә уны, ул ҡуҙ күңелендә баҙлай икән, тимәк, тормош дауам итә... Күрәһең, үҙ эшенең оҫтаһы, талант эйәһе тап шулай булалыр ҙа.
Заманында ике мәктәбе, алтын йыуыу фабрикаһы, баҙары, мәҙәниәт йорто булған Түбә ҡасабаһында эшсе ғаиләһендә донъяға килә ул. Атаһы Мәжит Ғәли улы рудникта оҙаҡ йылдар партком секретары булып эшләй. Бала саҡтан Дамир Ғәлимов, шағир Батыр Вәлидтең “Күк Ирәндек буйында” шиғырында яҙылғанса, “бегун йүгергән заводта, пар йырланған тауышҡа” күнегеп үҫә. 1949 йылда уларҙың ғаиләһенә оло ҡайғы килә: әсәләре йәш көйөнсә ҡаты ауырыуҙан вафат булып ҡала. Дамирға ул ваҡытта ни бары дүрт йәш була. Атаһы, әсәһен һуңғы юлға оҙатырға мулла саҡыртып, ислам ҡанундарына ярашлы дини йоланы атҡарғаны өсөн эшенән бушатыла. Хатта партиянан да сығаралар. Өс улы менән яңғыҙ тороп ҡала атаһы. Түбәлә үҙенә эш бирмәйәсәктәрен аңлағас, ул ваҡытта төҙөлә генә башлаған Сибайға юл ала.
Донъяла бер нәмә лә осраҡлы булмай: дәрте ташып торған Мәжит Ғәлимов Өфө – Сибай тимер юлын төҙөүҙә ҡатнаша, яңынан өйләнә, балаларын уҡырға бирә. Сибайҙа буласаҡ сәнғәт әһеле өсөн өр-яңы мөмкинлектәр асыла. Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ Дамир Мәжит улы үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә йөрөй, артабан Р. Зөбәйеров ойошторған халыҡ театрында тәүге ролдәрен башҡара. Шуғалыр ҙа, мәктәпте тамамлағас та, дәрте ташып торған, мәҙәниәтте яратҡан йәш егетте Ленинград ҡалаһына уҡырға ебәрәләр. Дамир күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре биргән һабаҡтарҙы йотлоғоп тыңлай, уларҙың һәр һүҙен күңеленә һеңдерә. Сәхнә тормошоноң ни тиклем мауыҡтырғыс та, ғазаплы ла, ауыр ҙа, серле лә икәнлегенә төшөнөп кенә ҡалмай, артабан үҙе лә ошо “сир”гә һабыша.
1966 йылда Дамир Ғәлимов, ҡулына диплом алып, Сибайға ҡайта. 21 йәшлек егетте яңы асылған Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайына директор итеп тәғәйенләйҙәр. Әлбиттә, ҡалала юғары сәнғәт белеме буйынса берҙән-бер дипломлы белгескә аяҡ салыусылар ҙа табыла. Ул ваҡытты хәтерләп, Дамир Мәжит улы үҙенә ышаныс белдергән Ғөзәйер Йәнтилинға оло рәхмәтле бөгөн.
Шулай ҙа йәш белгестең күңеле Сибай театрына тартыла, сәхнә тормошо үҙенә ылыҡтыра. Тормошта осраҡлы хәл булмай, тигәйнек. Ысынлап та, яҙмыш ҡушыуымы, әллә шаяртыуымы – 1967 йылда режиссер Вәли Фәтҡуллиндың һорауы буйынса, уға ауырып киткән артист Ҡәйүм Хөсәйеновтың урынына спектаклдә уйнарға тура килә. Шул тиклем бирелеп эшләй сәхнәлә йәш актер: тәүге тапҡыр Сибай театрында сығыш яһауына ҡарамаҫтан, образын, йөрәк ҡылдарына ҡағылып тетрәндерерлек итеп, тамашасы күңеленә еткерә ала. Шул уйнауҙан алып бөгөнгә тиклем Сибай театры сәхнәһендә йөҙөп эшләй, ижад итә.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Дамир Ғәлимов тыуҙырған образдарҙы башҡалар менән бутау мөмкин түгел, сөнки бар геройҙары ла тик уныңса, йәғни “Ғәлимовса”. Бөгөн дә Сибай тамашасыһы уның ролдәрен һағынып иҫкә ала: бигерәк тә Б. Бикбай һәм З. Исмәғилевтең “Ҡоҙаса”һында Дамир Мәжит улы тыуҙырған Яппарҙы башҡа Яппарҙар менән сағыштырып булмайҙыр. Үҙ өҫтөндә даими эшләү, эҙләнеүҙәр, сәхнә ҡанундарын яҡшы белеүе, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылыуы уны Мәскәүгә, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге етәксе кадрҙарҙың квалификацияһын камиллаштырыу институтына алып килә. Бында буласаҡ режиссер Рәсәй һәм сит ил театр белгестәренән дәрестәр ала, Мәскәүҙә барған һәр спектаклде ҡалдырмай йөрөргә тырыша, уларҙың эше, тәжрибәһе менән таныша.
Ул йылдарҙа Сибай театрына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәзинә Ҡаһарманова етәкселек итә, тап уның тәҡдиме менән Дамир Ғәлимовҡа ауыр эш йөкмәтелә. Бер юлы өс “йөк”тө тартырға тура килә уға: театрҙың директоры, художество етәксеһе, режиссер, хатта ҡайһы саҡта роль алырға ла мәжбүр була. Сөнки үҙ миҫалыңда башҡаларға өлгө күрһәтмәһәң, һин ниндәй етәксе?!
Бәйгелә сапҡан ярһыу ат кеүек эшләй ул: үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, республиканың барлыҡ театрҙары менән тығыҙ бәйләнеш булдыра, төрлө фестивалдәрҙә ҡатнаша, тамашасының һыуһынын ҡандырыр яңы спектаклдәр ҡуя. Ә Сибай тамашасыһын юҡ-бар әҫәрҙәр ҡуйып, алдап булмай, сөнки улар Баймаҡ колхоз-совхоз театрын (элек театр шулай тип атала, артабан ул Сибайға күсә) ҡарап үҫә, уның халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып эшләүен, һутлы һәм моңло телебеҙҙе һаҡлау йәһәтенән һәр саҡ халыҡсан, тормошсан спектаклдәрен күреп өйрәнә, шуға күрә уларҙың зауығын ҡәнәғәтләндермәгән алдатҡыс, бер көнлөк әйберҙе ҡабул итмәүҙәре көн кеүек асыҡ.
Театрҙың төп тәғәйенләнеше – халыҡҡа хеҙмәт итеү, быуаттар һәм быуындар бәйләнешен өҙмәй, ата-бабаларыбыҙҙың рухи байлығын түкмәй-сәсмәй тамашасыға алып барып еткереү икәнлеген яҡшы аңлай Дамир Мәжит улы. Шуға күрә үҙенең остаздары булған, бик күп нәмәгә өйрәткән Фәтхелислам Ғәләүетдинов һәм Лек Вәлиевтең эшен лайыҡлы дауам итергә тырыша, уларҙың ижади алымдарына таянып, яңынан-яңы спектаклдәр сығара. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бөгөн күптәрҙең драматург булып китеүендә Дамир Ғәлимовтың өлөшө ғәйәт ҙур. Сөнки ул әле исеме лә билдәле булмаған бик күп яҙыусының әҫәрҙәрен сәхнәләштереүгә батырсылыҡ итә, йәш драматургтарҙа ижадҡа өмөт уята. Мәҫәлән, Сибай сәхнәһендә Таңсулпан Ғарипова, Тамара Ғәниева, Рәлиф Кинйәбаев, Әминә Яхина, Буранбай Исҡужин, Салауат Әбүзәрҙең әҫәрҙәре тәүге “сирҡаныс” ала.
Нисек кенә булмаһын, сәхнәгә ҡуйылған һәр әҫәрҙең артабанғы яҙмышын тамашасылар хәл итә. Улар уны ҡабул итә йә юҡ. Шуға күрә ҡайһы бер авторҙарҙың әҫәре спектакль репертуарынан тиҙ арала юҡҡа сыҡһа, икенселәре әллә күпме йылдар буйы халыҡты ҡыуандырып йәшәй. Ундайҙар рәтенә Таңсулпан Ғарипованың “Китмәгеҙ, торналар”ын, Рәлиф Кинйәбаевтың “Их, Байтимер дуҫ”ын индерергә була. Әйткәндәй, уның тәүгеһен халыҡтың һорауы буйынса йәнә сәхнәгә сығарырға уйлайҙар. Бөгөн тамашасы Салауат Әбүзәрҙең “Ғүмерлек ғазап” мелодрамаһы менән Флорид Бүләковтың “Ҡарт кейәүҙәр йәки Шомбай ҡоҙа” музыкаль комедияһын яратып ҡарай, тимәк, был әҫәрҙәрҙең дә оҙаҡ йылдар театр репертуарында ныҡлы урын аласағына шик юҡ.
54 йыл рәттән мәҙәниәткә хеҙмәт итеп, шуның 33 йылдан ашыуында Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Башҡорт драма театрына етәкселек иткән Дамир Ғәлимовтың Көньяҡ Уралдың йөҙөк ҡашына әүерелгән, тамашасының иң ҙур баһаһына – ихлас һөйөүенә – лайыҡ булған театрҙың республикала ғына түгел, хатта күрше өлкәләрҙә лә киң танылыу яулауында роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Ул килгәндә хатта үҙ ҡыйығы ла булмаған ижад усағының бөгөн матди-техник базаһы бай, бынамын тигән үҙ бинаһы төҙөлдө, гример, бөҙрәхана, реквизит, костюмдар тегеү цехы заман талаптарына яуап бирерлек итеп йыһазландырылған. Артистарға гастролгә йөрөү өсөн уңайлы автобустары, йылы гараж бар. Яңы эш башлаусылар өсөн көнкүреш шарттары алдан хәстәрләнә: йәш артистарға театр янындағы бинанан айырым бүлмәләр бүленә.
Һәр быуын театр донъяһына үҙ һүҙе, үҙ йөҙө менән килә. Әммә һәммәһенә етәкселек итеү, һәләтенә ҡарап, талантын үҫтереү, тамашасы хөкөмөнә сығарыу, ролдәр бүлеп биреү режиссерҙың, художество етәксеһенең иңенә төшә. Ә артист халҡының айырыуса хисле булыуын, хис-тойғоға бирелеүен иҫәпкә алғанда, етәксе кешегә ай-һай еңелдән булмағандыр. Әммә репетициялар ваҡытында сәхнәлә себен осҡан тауыш ишетелә: артист үҙенең образын тыуҙырыу өсөн режиссерҙың һәр һүҙен иҫәпкә ала, уның кәңәштәрен тота. Сөнки ниндәй генә образды уйнауҙарына ҡарамаҫтан, уның яҙмышы тәғәйен режиссерға бәйле булыуын һәр актер яҡшы белә. Был – сәхнә ҡануны, яҙылмаған хәҡиҡәт. Геройымдың баштараҡ һүҙгә бер аҙ һаран булыуын билдәләгәйнем, ләкин сәхнәлә Дамир Мәжит улы үҙен бөтөнләй икенсе төрлө тота. Тап сәхнәлә асыла уның булмышы, тап сәхнәлә ул йәшәй, ижад итә. Ситтән генә ундайҙарға ҡарап, «Ысынлап та, йәшәү маҡсаттары, булмыштары – сәхнәлә бит» тип уйлап ҡуяһың.
Режиссерҙың оҫта ойоштороусы икәнлеген дә онотмайыҡ әле. Был юҫыҡта Дамир Ғәлимовҡа һүҙ тейҙерәһе түгел: театрҙа бер нисә быуын артистары эшләүенә ҡарамаҫтан, һәр саҡ үҙ-ара йылы мөнәсәбәт һаҡлана. Олораҡтары кесене кесе итә белә, йәштәр өлкәндәргә хөрмәт күрһәтә. Бөгөн бигерәк тә йәштәрҙе үҫтереү, урта быуын актерҙарына үҙҙәренең һәләтен бар тулылығында асыу мөмкинлеген тыуҙырыу, йылдар дауамында яуланған театрҙың бәҫен төшөрмәү, тамашасыларҙың “Үҙебеҙҙең театр бит ул!” тип әйтеүенә хилафлыҡ килтермәү, сәхнәләрҙә тағы ла яңы премьералар ҡуйыу кеүек хәстәре менән яна ошо арала үҙенең олпат юбилейын билдәләгән мәшһүр сәнғәт әһеле Дамир Ғәлимов.
Хоҙайҙан бирелгән талант ҡына аҙ етәксе кешегә. Ул коллективы менән уртаҡ тел табып эшләргә, уларҙың хәтерен һаҡларға, шул уҡ ваҡытта артистың нимәгә һәләтле булыуын күрә белергә тейеш, һәр кемде кәрәк ваҡытта яҡлай ҙа, күтәрә белеү ҙә бик мөһим. Шулай ҙа иң мөһиме — сәнғәтте яратыу һәм үҙеңде генә түгел, бүтәндәрҙе лә тоҡандыра алырлыҡ ихтыяр көсөнә эйә булыу фарыз. Бигерәк тә ижади кешеләргә.
Артистар араһында “театр донъяһына килеп эләктеңме, ғүмерлеккә ошонда ҡалаһың” тигән ғәжәп матур бер фекер йөрөй. Әммә, йөрәгең менән сәнғәтте ярата алмайһың икән, һинең бында ҡалыуың икеле. Яратыу ғына түгел, көндән-көн ғашиҡ булып, театрһыҙ тормошон күҙ алдына килтерә алмаусылар ғына ғүмерлеккә уға тоғро ҡала. Тап минең геройым Дамир Мәжит улы кеүектәр. Сөнки театр – уның тәҡдиренә яҙғаны, йәшәү уты биргәне...

(Фото Дамир Ғәлимовтың шәхси архивынан алынды).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779