Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ йыры уға ҡанат ҡуйҙы
Халыҡ йыры  уға ҡанат ҡуйҙы Текста йәнә шуға ла иғтибар итегеҙ: һуҙынҡы өнгә бөткән һүҙҙәргә (ҡара, ғына, уртаһында) күп ваҡыт -й йәки -у өндәре өҫтәлеп, үҙенсә ябыҡ ижек барлыҡҡа килтерә. Был күренеш тә йырҙы башҡарыу манераһынан килә.
Тикшеренеүсенең ғилми эштәр исемлегендә ҡулъяҙма көйөнсә тороп ҡалған "Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре" (1972), "Ейәнсура районының башҡорт музыка фольклоры" (1972), "Башҡорт халыҡ йырҙарының мелодикаһы" (1980—1982) һымаҡ хеҙмәттәре бар. Был мираҫ ентекләп өйрәнеүҙе һәм баҫып сығарыуҙы көтә. Ф.Х. Камаевтың төрлө ғилми йыйынтыҡтарҙа баҫылып сыҡҡан мәҡәләләре, ғилми конференцияларҙа һөйләгән докладтарының текстары хаҡында ла шул уҡ фекерҙе әйтергә мөмкин. Ул хеҙмәттәр, исемдәренән үк күренеүенсә, башҡорт халыҡ йыр һәм көйҙәренең төҙөлөшөн, ритмикаһын, жанр һәм стиль үҙенсәлектәрен һәр яҡлап ентекле өйрәнеүгә арналған.
Фәрит Камаевтың ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегендә башҡорт халыҡ көйҙәрен нотаға һалыу, йыр-көй байлыҡтарын баҫып сығарыуға әҙерләү менән бәйле хеҙмәттәр мөһим бер йүнәлеште билдәләй. Уға үҙ ғүмерендә башҡорттоң 3 мең йыр-көйөн йыйыу, 2 меңдән ашыу халыҡ көйөн нотаға һалыу насип була. 80-се йылдар аҙағында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында уның концепцияһы нигеҙендә өс томдан торған "Башҡорт халыҡ музыка сәнғәте" тигән капиталь хеҙмәт планлаштырыла. Ғалим нотаға һалып өлгөргән әлеге 2 мең йыр-көйҙөң күбеһе шул томдар өсөн әҙерләнгәйне. 1991—1992 йылдарҙа Фәрит Камаев инициативаһы менән Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыларының ғилми хеҙмәттәр каталогы төҙөлә. Был эш уның фәндә киң ҡарашлы, ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәгән белгес булғанлығын тағы бер тапҡыр раҫлай.
Фәрит Хәснулла улы ҡурайсы-сәсәндәр, йырсылар менән тығыҙ бәйләнештә йәшәне, атаҡлы башҡорт халыҡ музыканттарының ижадын өйрәнеүгә күп көс һалды. Улар менән экспедицияларҙа, командировкаларҙа осрашыуҙарҙан тыш, Өфөлә уҙғарылған һәр төрлө фольклор байрамдарында, смотрҙар, конкурстар ваҡытында аралашып, танышып, йыр-көйҙәрҙе яҙып алырға тырышты. Миңә Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында йәшәгән халыҡ ҡурайсыһы Кәрим Дияровтың репертуарынан айырым йыйынтыҡ әҙерләгән осорҙа Фәрит Камаев менән бергәләп эшләргә тура килде. Фәрит үҙе Ниғәмәт ауылына әллә нисә тапҡыр барып йөрөнө. Бер ваҡыт хатта Кәрим ағай менән уның ҡатыны Фәрзәнә апайҙы Өфөгә саҡырып алып, үҙҙәренең фатирында йыр, ҡурай моңдарын тыңлап, яҙып алып ултырҙы. Һөҙөмтәлә беҙ икәүләп 70-ләп башҡорт халыҡ йыр-көйөнән, йыр тарихтарынан һәм нота яҙмаларынан торған ғәйәт ҡиммәтле йыйынтыҡ төҙөнөк. Китап 1988 йылда 2000 генә дана тираж менән баҫылып сыҡты һәм аҙна-ун көн эсендә үк таралып та бөттө.
1982 йылда Фәрит Камаевтың "Ҡурай моңо" тигән китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡҡа күренекле халыҡ ҡурайсыларынан яҙып алынған башҡорт тарихи йырҙары тупланған. Йәнә килеп, автор бөйөк Ғәбит Арғынбаев сәсәндән (1822—1921) башлап беҙҙең дәүерҙең күренекле ҡурайсылары Сәғәҙәт Бараков (1906—1978), Рәхмәтулла Бүләкәновҡа (1919—1981), йәштәрҙән Азат Айытҡоловҡа, Юлай Ғәйнетдиновҡа, Зыя Хәлиловҡа тиклем күп кенә халыҡ музыканттары тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт тә биргән. Фәрит Хәснулла улы халыҡ йырсыһы, драма артисткаһы Бибикамал Мәһәҙиеваның башҡарыу оҫталығын юғары баһалар ине. Әйткәндәй, был исем музыка белгестәренә Л.Н. Лебединскийҙың киң билдәле ("Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре". М., 1962) китабы буйынса яҡшы таныш. Халыҡ йырсылары, ҡурайсылар, күңел түрендә йыр-моң байлығын һаҡлаусылар Фәрит Камаевты һәр ерҙә яратып ҡаршы алыр, уға ҙур хөрмәт менән ҡарар ине.
Ғилми экспедициялар тураһында бер нисә һүҙ. Фәрит үҙенең тәүге экспедицияһына аспирантураның һуңғы курсында, 1976 йылда сыға. Был ваҡытта ул билдәле фольклорсы, профессор Э.Е. Алексеев етәкселегендә Монголияла, оҙон юлдарҙы үтеп, боронғо дала моңдарын тыңлап, халыҡ йырсыларының, музыканттарының ижады менән танышып ҡайта. Бер йыл үтеүгә уға Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Наил Бикбулатов тарафынан ойошторолған этнографик экспедицияла ҡатнашырға тәҡдим итәләр. Был юлы тикшеренеүселәр төрки донъяһының боронғо төйәге Алтайға йүнәлә. Был сәйәхәттәр йәш фольклорсының күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра. Артабан Ф.Х. Камаев, йәй һайын ғилми командировкаларҙа, экспедицияларҙа йөрөп, алһыҙ-ялһыҙ башҡорт музыка фольклоры ҡомартҡыларын йыйыу эшенә тотона. Көньяҡ Башҡортостан, Көньяҡ Урал райондары, Дим буйы, Ҡурған өлкәһе — былар Фәрит Камаев үткән маршруттарҙың иң ҙурҙары ғына әле. Миңә 1982, 1983 йылдарҙың йәйге айҙарында Дим буйының Дәүләкән һәм Әлшәй райондарында, Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районында Фәрит Камаев етәкселегендә фольклор экспедицияларында ҡатнашыу, талантлы музыка белгесе менән, иңгә-иңгә терәп тигәндәй, бик күп ауылдарҙа бергәләп башҡорт халыҡ йырҙарын, легендалар, риүәйәттәр, ауыл тарихтарын, шулай уҡ топонимик материалдар яҙып алыу насип булды. Алыҫ юлдарҙа үткәргән ул көндәр, ул сәфәрҙәр тураһында күңелемдә бары тик яҡты һәм ҡәҙерле хәтирәләр һаҡлана.
Фәрит Хәснулла улының киләсәккә пландары, ниәт һәм маҡсаттары бик ҙур ине. Беҙ уның менән Башҡортостандың иң көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш төбәктәрен — Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла яҡтарының, Ырымбур өлкәһенең шул төбәккә күрше генә ятҡан башҡорт ауылдарын үтеп сығырға, 1997 йылда, "Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары" китабының донъя күреүенә 100 йыл тулыу айҡанлы, С.Г. Рыбаковтың маршруты буйынса экспедицияла йөрөргә хыяллана инек.
Башҡорт моңоноң донъяла феноменаль күренеш булыуы, унда илаһи серҙәр һаҡланыуы тураһында һүҙ сыҡҡанда Фәрит Хәснулла улы, йыр тексының поэтикаһы менән бергә, башҡорттоң телмәр мелодикаһына иғтибар итеү кәрәклеге тураһында бик йыш әйтә торғайны. Уныңса, башҡортса һөйләшеүсе асылда шул уҡ башҡорт йырының, башҡорт моңоноң төҙөлөшөн ҡабатлай. Профессор М.Ғ. Мортазинаның хәтерләүенсә, Ф.Х. Камаев кемгәлер "Йырлау сәнғәтендә башҡорт фонетикаһы" тигән тема тәҡдим иткән, бында ла асылда шул уҡ фекерҙең дауамын күрергә мөмкин.
Фәриттең тынғыһыҙ, эҙләнеүсән тәбиғәте, оригиналь фекерләүсе белгес булыуы ошондай иҫтәлектә лә асыҡ күренә. Әхмәт Сөләймәнов Баймаҡта бергәләп командировкала булған саҡтарында башҡорт халыҡ ижады, өзләү сәнғәте, классик оҙон көйҙәребеҙ тураһында һөйләшеү, фекер алышыуҙары хаҡында уртаҡлашып, ошондай бер диалогты иҫенә төшөрә.
— Беләһеңме, Әхмәт ағай, теләһә, асылда һәр башҡорт оҙон көйгә йырлай, өзләү сәнғәтен дә үҙләштерә ала, — ти Фәрит Хәснулла улы.
— Булмаҫ та, — ти Әхмәт Мөхәмәтвәли улы.
— Өзләү, оҙон көйгә йырлау сәнғәтенә эйә булған халыҡтарҙың күбеһендә булып сыҡтым, — тип дауам итә Ф. Камаев. — Уларҙың барыһының да тауыш аппараты бындай сәнғәте булмаған халыҡтарҙыҡынан айырылып тора... Һәм был үҙенсәлек гендар менән быуындан быуынға бирелеүсән, — тип өҫтәп ҡуя.
Фәндә, ғилемдә бындай асыштарҙың ҡиммәте, әлбиттә, баһалап бөткөһөҙ.
Фәрит Камаев республикабыҙҙың музыка йәмәғәтселеге араһында һәм унан ситтә лә ҙур абруй ҡаҙанған белгес булды. 1973 йылдан бирле Башҡортостандың Композиторҙар союзы ағзаһы булып торҙо, ундағы музыка белеме секцияһына етәкселек итте. "Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре" тигән маҡтаулы исем дә алды. Ҡатыны Наталья Львовна менән бер ул һәм ҡыҙ үҫтерҙеләр. Улдары Арсен Гнесиндар исемендәге музыка академияһының аспирантураһын тамамлаған, ғаиләһе менән Мәскәүҙә йәшәй, ә ҡыҙҙары Асия — Өфөлә, скрипкалар яһау оҫтаһы.
Үкенескә ҡаршы, талантлы ғалим, тәрән фекерле, киң ҡоласлы музыка белгесе Фәрит Хәснулла улы Камаевтың ғүмере бик иртә өҙөлдө. 1993 йылдың 13 ғинуарында ул Өфө ҡалаһында ҡаты ауырыуҙан яҡты донъя менән хушлашты.
Мәшһүр музыкаль фольклор белгесенең ғилми мираҫы бай һәм үҙенсәлекле. Шуның аҫыл бер өлгөһө — "400 башҡорт халыҡ йыры" тигән фундаменталь йыйынтыҡ. Фәрит Камаев һәм Ниғмәт Шоңҡаров әҙерләгән был хеҙмәт "Урал" мәрхәмәтлек фонды ярҙамы менән, ниһайәт, 2011 йылда донъя күрҙе. Китаптың махсус мөхәррире һәм баҫмаға әҙерләүсе — Фәрит Хәснулла улының ике туған һеңлеһе Гүзәл Хәмитова. Был уникаль баҫма музыка һәм фольклор белгестәренең айырым иғтибарын һәм баһалауын талап итә, әлбиттә. Әле иһә шуны ғына билдәләп үтмәксемен: "400 башҡорт халыҡ йыры" — баһалап бөткөһөҙ оло хазина ул. Ошо тиклем халыҡ йырын нотаға һалып сығыу үҙе генә лә ижади ҡаһарманлыҡ тип атарлыҡ. Ғөмүмән, был баҫма халҡыбыҙҙың рухи донъяһында һирәк күренештәрҙең береһе булды.
Фәрит Камаевтың исеме башҡорт музыка фольклорын өйрәнеү тарихында айырыуса хөрмәтле, һис ваҡыт онотолмаҫ урындарҙың береһен алып тора.
Рәшит ШӘКҮР,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

(Аҙағы. Башы 74-75-се һандарҙа).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779