Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шәжәрәм тарих һөйләй
Шәжәрәм  тарих һөйләй
Республика күләмендә нәҫел шәжәрәләрен өйрәнеү һәм төҙөү буйынса уҙғарылған конкурста быйыл икенсе тапҡыр еңеүсе исемен яуланым. Тәүге еңеүем ауылдаштарымдың нәҫел тамырҙарын өйрәнеүгә бәйле булһа, быйыл иһә "Шәжәрәләр төҙөүҙә үҙ нәҫелеңдең ҡомартҡыларын ҡулланыу" номинацияһында алдынғылыҡты бирмәнем. Был юлы иһә дүртенсе быуын ҡан-ҡәрҙәшем Имай Насыриҙың шәжәрәһен төҙөнөм. Ҡырмыҫҡалы район мәҙәниәт йортонда ойошторолған республика "Шәжәрә" байрамында үҙем етәкләгән "Сөйөмбикә" татар фольклор ансамбле менән ҡатнаштым.

Тормошомдағы был мөһим ваҡиғаның Имай Насыриҙың 115 йыллыҡ юбилей тантанаһына әҙерләнеп йөрөгән көндәргә тура килеүе минең өсөн айырыуса ҙур һөйөнөс ине. Башҡортостандың күренекле яҙыусыһы, башҡорт совет әҙәбиәте классигы, журналист-публицист, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, кантон хәрби комиссариатында агитатор-ойоштороусы, 1921 – 1923 йылдарҙа милиция хеҙмәткәре, Күҙәй (Нуриман районы) кантонының милиция начальнигы, Башҡорт АССР-ының милиция политкомиссары, Өфө совет партия мәктәбе уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта "Һәнәк" һәм "Терпе" журналдарының, "Коммуна" ("Кызыл таң"), Ишембайҙа сығарылған "Башҡортостан вышкаһы" гәзиттәренең баш мөхәррире һәм төрлө йылдарҙа бик күп башҡа яуаплы вазифалар башҡарған Имаметдин Насиров бер үк ваҡытта эш араһында ижад менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Әҙәбиәт донъяһына үҙенең революцион рухта яҙылған ялҡынлы шиғырҙары менән килеп кергән яҙыусы Башҡортостандың арҙаҡлы прозаигы дәрәжәһенә күтәрелә. Эш араһында ҡыҫҡа ғына ял сәғәттәрендә ижад итеп, үҙе иҫән сағында ул 17 китап баҫтыра. Стәрлетамаҡ районының матур тәбиғәтле Түбәнге Усылы ауылында донъяға килгән яҙыусыға 1937 йылда "халыҡ дошманы" тигән мөһөр һуғыла.
Шулай итеп, 39 йәшлек талантлы яҙыусының ижади эшмәкәрлеге ошо ҡәһәрле йылдың 7 декабрендә өҙөлә. Имай Насыри үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә халыҡ өсөн баһалап бөтөргөһөҙ әҙәби мираҫ ҡалдырырға өлгөрә, Башҡортостан халыҡтарының рухи һәм мәҙәни үҫешенә ҙур өлөш индерә.
Нәҫел тамырҙарымды төпкәрәк төшөп, ентекләберәк өйрәнеү ниәте мине Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына алып килде. Мин унда һирәк осрай торған изге күңелле кешеләр менән осраштым һәм уларҙың ярҙамы менән изге маҡсатыма өлгәштем. Нәҫел тамырҙарымды өйрәнеүҙә институт директоры, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова һәм филология фәндәре кандидаты Рәшит Йомадил улы Аҡкөбәковтың ярҙамы айырыуса ҙур булды.
Эш барышында шәжәрәбеҙгә ҡағылышлы күп кенә тарихи материал өйрәнелде. Атайым төҙөп ҡалдырған нәҫел ағасының тармаҡтары ҡат-ҡат тикшерелде, яңы мәғлүмәттәр тупланды, күп кенә асыштар яһалды. Атайым Ярулла Насировтың күренекле яҙыусы Имай Насыриҙың атаһы Низаметдин Фәттәхетдин улы Бәхтийәров менән өсөнсө быуын ир туғандар икәнлеге раҫланды.
Тыуған төйәгем – Түбәнге Усылы ауылы (Усылытамаҡ) Ырымбур губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙенә ҡараған. Ауылда башҡорттар йәшәгән. 1823 йылда Усылытамаҡҡа йыраҡ бабабыҙ Ғәбделнасир Бәхтийәров үҙенең ғаиләһе менән Ырымбур губернаһы Диниә назаратының указы нигеҙендә Әбүкән ауылынан күсеп ултырған. Документта "указлы мулла", "имам-хатип" тигән һүҙҙәр янына Ғәбделнасир Бәхтийәров үҙ ҡулы менән 1833 йылда "уҡытыусы — учитель" тип өҫтәп яҙып ҡуйған.
Ғәбделнасир Бәхтийәровтың ике ҡатыны була: Зөбәйҙә (1779 йылғы) һәм Кинйәбикә (1813 йылғы, фамилияһы — Ғәлиева). Стәрлетамаҡ өйәҙе буйынса 1811 йылғы ревизия материалдарында Ғәбделнасирҙың атаһы Бәхтийәр Килмәтов (1752 йылғы), уның ғаиләһе һәм туғандары Әбүкән ауылында теркәлгән.
Зөбәйҙәнән өс малай тыуа: Мифтахетдин (1814), Камалетдин (1810), Ғөбәйҙулла (1815—1819).
Мифтахетдин улы Фәттәхетдиндең ҡатыны — Хәйерниса Ғибәҙуллина (1830 йылғы). Уларҙың улдары — Низаметдин Бәхтийәров (1862 йылғы). Низаметдиндың улы — Имаметдин (Имай Насыри, 1867 йылдың 12 ғинуарында тыуған). Имаметдиндың әсәһе — Хөсөбъямал Исмәғил ҡыҙы Искәндәрова. Имаметдиндың Венера исемле ҡыҙы теркәлгән. Венера 1924 йылда тыуған, 1936 йылда вафат булған.
Атай-әсәйемдәр ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ менән туғанлашып, аралашып йәшәне. Шуға уларҙың байтағын үҙем дә хәтерләйем, күбеһе менән осрашып торам. Туғанлыҡ ептәренең бөгөнгә ҡәҙәр өҙөлмәүе шәжәрәбеҙҙе төҙөүҙә шулай уҡ оло ярҙам булды.
Шәжәрәбеҙҙе өйрәнгәндә шул күҙәтелә: Насировтар ғаиләһендә балаларҙың фамилиялары аталарының исеменә ҡарап үҙгәрә барған. Килмәтов, Бәхтийәров, Мифтахетдинов, Әбделнасиров фамилияларын йөрөткән ир туғандарыбыҙҙың күбеһе, ахыр килеп, Насиров фамилияһын һайлап алған.
Архивта 1859 йылғы ревизия материалдары һаҡланмаған. Шуға шәжәрәбеҙҙе тикшергәндә төрлө йылдарҙа төҙөлгән метрика кенәгәләре лә өйрәнелде. Уларҙан күпте белеп була. Унда кешенең милләте, никахы, айырылышыу ваҡыты һәм үлеме тураһында тулы мәғлүмәттәр бар. Метрика кенәгәләре мәсеттәрҙә икешәр дана тултырылып, береһе Ырымбур Диниә назаратына ебәрелгән. Муллалар ул дәүерҙә бөгөнгө ЗАГС функцияһын үтәгән. Эш барышында шулай уҡ 1917 йылғы ауыл хужалығы мөлкәтен иҫәпкә алыу яҙмаларына ла күҙ һалырға тура килде.
Төрлө йылдарҙа яҙылған ревизия материалдарынан күренеүенсә, Имай Насыри урта хәлле крәҫтиән ғаиләһенән булған. Уның шәжәрәһе зыялы муллалар нәҫеленә барып тоташа.
Имай Насыриҙың шәжәрәһен ағас рәүешендә күҙ алдына килтерһәк, нәҫел ағасы тамырҙары менән бик тәрәнгә китеп тармаҡланған. Ер өҫтөндәге күп һанлы тармаҡтары ла бай ерлектән һут алып, донъя юғарылығына күтәрелеп шаулай. Япраҡтары, бер-береһенә һыйына биреп, шыптыр-шыптыр үҙ-ара серләшә. Гүйә, шул ағастан, туғанлыҡҡа гимн булып, күреп туя алмаҫлыҡ ошо гүзәл донъяға өр-яңы сихри моң ағыла...
Сеү!.. Быуаттар аша үтеп беҙҙең көндәргә саҡлы килеп еткән таныш моң бит был! Нәҫел-ырыуымдың изге ауазы! Һәр быуындың үҙенә генә хас булған тулҡыны ҡушылып яңы төҫ алған моң!
Нәҫел-ырыуымдың күңелендә иң күренекле шәхесебеҙ, рәхимһеҙ йылдарҙа сәйәси золом ҡорбаны булған Имаметдин Низаметдин улы Насировтың рухы йәшәй. Йөрәктәрҙе тетрәндергән ошо яҙмыш күңел ҡылдарына ҡағыла. Ҡағыла ла бер илаһи моң сығара. Был — бабаларыбыҙҙан ҡалған изге мираҫ. Нәҫел-ырыуымдың һәр быуыны уны ҡәҙерләп һаҡлай һәм артабан тапшыра.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779