Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Таш иретерҙәй моңдары...
Таш иретерҙәй моңдары...
Уйылам инде, уйылам,
Йырға-моңға уйылам.
Таштарға йән инер төҫлө
Әй буйының моңонан...


Күренекле шағир Рафаэль Сафин яҡташтары менән ғорурланып юҡҡа ғына ошо шиғри юлдарҙы яҙмаған икән. Ысынлап та, хатта ташҡа йән өрөрҙәй ихлас күңелле, йыр-моңға бай халыҡ йәшәй был төбәктә.

Башҡорт театрының үҫешенә тос өлөш индергән шәхес, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Ғималетдин Минһажев ошо ерҙә тыуып үҫкән. Рәүис Заһитов, Сибәғәт Яруллин, Рәмзиә Хисамова, Гүзәл Сәғитова кеүек сәхнә оҫталары менән дә ҡыйғылар хаҡлы рәүештә ғорурлана. Әҙәбиәтебеҙҙә ныҡлы урын алған Хәниф Кәрим, Рафаэль Сафин, Радик Хәкимйәндең исемен дә яҡташтары йылы һүҙ менән телгә ала. Ошо шәхестәрҙең барыһын да, тыуып-үҫкән ерҙән тыш, мәҙәниәткә һөйөү, уның үҫешенә тынғыһыҙ хеҙмәт итеү берләштерә.
Үткән аҙнала Ҡыйғы районы республикабыҙҙа барған мәҙәни марафонды ҡабул итте. Шул уңайҙан ойошторолған күркәм тамашала ҡыйғыларҙың сәнғәттәге ҡаҙаныштары, рухи тормошо менән яҡындан танышыу мөмкинлеге тыуҙы. Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы штандартын тапшырыу тантанаһына Салауат районы хакимиәте башлығы Ғәли Хәйретдинов, республикабыҙҙың Халыҡ ижады үҙәге директоры Байрас Ишбирҙин дә килгәйне.
Таш иретерҙәй моңдары... — Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, үҙгәртеп ҡороу осоронан алып мәҙәниәткә тейешле иғтибар булманы, — тине сәләмләү телмәрендә Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Рафиҡ Харисов. — Шуға ла республикабыҙҙа һәм Рәсәйҙә иғлан ителгән Мәҙәниәт йылын халыҡ хуплап ҡабул итте. Районыбыҙҙың рухи тормошо йәнләнеп китте, бөтә ауылдар ҙа төрлө сараларҙа дәррәү ҡатнаша. Ә күпме халыҡ таланттары табылды! Мәҙәниәткә ҡарата ошондай иғтибар аталған йыл менән генә сикләнмәйәсәк, киләсәктә лә бойомға ашыраһы эштәребеҙ етерлек.
Әйткәндәй, бөгөн районда алты “халыҡ” исемен йөрөткән һәм бер “өлгөлө” ижади коллектив уңышлы эшләп килә. Шуларҙың береһе — Ғ. Минһажев исемендәге башҡорт халыҡ театры үҙенең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Заманында республикала ғына түгел, Бөтә Союз кимәлендәге фестивалдәрҙә призлы урындар яулаған коллектив был кисәлә сәхнәнең йәме булды. Райондың һәүәҫкәр артистарының, ансамблдәрҙең һәр сығышын тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмде. Хатта Салауат һәм Ҡыйғы районының хакимиәт башлыҡтары ҡоласын йәйеп, дәртле бейеүгә ҡушылды. Ә инде күренекле замандашыбыҙ — Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитовтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен бермә-бер күтәрҙе.
Мәҙәниәт министрлығы раҫлаған планға ярашлы, мәҙәни марафон республикабыҙҙың бөтә райондарында ла үтә. Төрлө кимәлдәге етәкселәр ҡатнашлығында ҙур тамаша уҙғарып, йыл символы тапшырыла. Баш ҡаланан килгән ҡунаҡтар ҙа район үҙәгендәге мәҙәни хәлдәрҙе күреп, ҡәнәғәтлек кисереп ҡайтып китә. Ә инде үҙәктән ситтәрәк ауылдарҙы барып урарға йөрьәт иткәндәр һирәк осрай.
Йәшерен-батырын түгел, иғлан ителгән Мәҙәниәт йылына әллә ни әһәмиәт бирмәгән райондар ҙа бар. Был турала Мәҙәниәт министрлығы коллегияһы ултырышында ла әйтелде. Ҡайһы бер төбәктәге мәҙәни усаҡтарҙа йыл эмблемаһы һаман ҡуйылмаған, ә инде клубтарҙа 2012 йылға эш планы эленеп тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һирәк булһа ла, ошондай күңелһеҙ осраҡтар бар.
Ҡыйғы районына юл төшкәс, беҙ бер нисә ауылға инеп сығырға булдыҡ. Мәҙәни марафонды ҡабул иткән төбәктең ауылдарында рухи тормош нисегерәк икән? Үҙ күҙең менән күрмәйенсә ышанма, тиҙәр бит халыҡта.
Таш иретерҙәй моңдары... Тәүҙә Йыланлыға барҙыҡ. Бейек колонналары менән әллә ҡайҙан балҡып торған бинаны күргәс, күңелгә йылы йүгерҙе. Баҡтиһәң, был мәҙәни усаҡ капиталь ремонтланып, былтыр ғына сафҡа ингән икән. Быға тиклем ошо бина 15 йыл (!) буйына ташландыҡ хәлдә бикле торған. Хәҙер инде бында китапхана ла, иркен тамаша залы ла халыҡты һөйөндөрә.
Сирбай ауылына сәфәребеҙ ҙә яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бындағы клубтың да түбәһенән һыу ағып, тәҙрәһенән ел өрөп торған. Ә инде капиталь ремонт үткәрелгәс, мәҙәниәт усағының тормошо йәнләнеп киткән. Был күренеш тәбиғи, сөнки буяуҙары ҡупҡан, етмәһә, һыуыҡ бинала кем эшләһен дә кем күңел асырға йөрөһөн?!
Туғыҙлы ауылындағы мәҙәниәт йортона, китапханаға, музыка мәктәбенә лә инеп, кәйефебеҙ күтәрелде...
— Барлыҡ мәҙәни усаҡтарҙа косметик ремонт үткәрелде, — тине, күргәндәребеҙҙе иҫбатлап, район хакимиәте башлығы Рафиҡ Харисов. — Быйыл йәй Ләүйылға ауылындағы клубта төҙөкләндереү эштәре башҡарасаҡбыҙ, шулай уҡ район китапханаһын һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейын яңы бинаға күсереү буйынса эштәр алып барабыҙ.
Һәр төбәктәге эшмәкәрлекте уҙғарылған сараларҙың иҫәбе менән түгел, ә башҡарылған ысын эштәр менән билдәләргә кәрәк, тигәйне республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитов. Ошо йәһәттән ҡайһы бер райондар ҡыйғыларҙан өлгө алһын ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779