Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бүлешкәндән дуҫлыҡ арта
Бүлешкәндән дуҫлыҡ артаМәжит Ғафури исемендәге мәҙәни фонд сит илдәр менән рухи бәйләнештәрҙе нығытыу йәһәтенән ҙур эш алып бара. Былтыр ул Болгария менән Македония араһында дуҫлыҡ күпере һалды.
Илдәр араһындағы ижади хеҙмәттәшлек мул емештәрен бирмәксе. Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры исемен йөрөткән мәҙәни фондтың Болгарияла халыҡ-ара конференцияла ҡатнашыуы — быға асыҡ миҫал. Ойошманың директоры, журналист Мадриль Ғәфүров, Фонд советы рәйесе Люциә Камаева, эшлекле осрашыуҙарҙан яҡты тәьҫораттар алып, әлеге көндә яңы идеялар менән янып йөрөй.
“Ҡунаҡ ашы ҡара-ҡаршы” тигәндәй, өфөләр ҙә бурыслы ҡалманы. Дуҫлыҡ ебен нығытыу өсөн Болгариянан килгән билдәле тарихсы Ангел Христовты башҡорт ерендә ҡабул иттеләр. Ҡунаҡ Мәжит Ғафуриҙың тыуған ауылы Еҙем-Ҡаранда ла булды.
Бүлешкәндән дуҫлыҡ артаДуҫлыҡ, йыр һәм аҡыл бүлешкәндән арта ғына, тигән Мостай Кәрим. Күрәһең, тарихсы Ангел Христов та ошо принцип буйынса йәшәй. Башҡортостанда булып ҡайтҡандан һуң Өфөләге дуҫтарын Македония шағиры Панде Самойлов менән таныштыра, уға Мәжит Ғафури хаҡында ла мәғлүмәттәр бирә. Панде Самойловта үҙ сиратында халыҡ шағирының ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуа, хатта бер нисә шиғырын македон теленә тәржемә итеп, урындағы журналдарҙа баҫтыра.
— Пушкин, Есенин, Лермонтовтың ижадын яҡшы беләм. Мәжит Ғафуриҙың да әҫәрҙәре уларҙан кәм түгел. Ундай шағирығыҙ булыуы менән ғорурланығыҙ! — ти ул.
Башҡортостан менән сит илдәр араһында дуҫлыҡ ептәре булдырыу хуплауға лайыҡ. Мәжит Ғафуриҙың халыҡсан ижады был эштә ҙур ярҙам булып тора.
Б. МӨХӘМӘТОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779