Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡмулланың оранын байраҡ итеп күтәрҙе
Аҡмулланың оранын байраҡ итеп күтәрҙе
Башҡортта борон-борондан ата-баба аманатына тоғролоҡ һаҡлау ҙур мәртәбә һаналған. Ошо йәһәттән бөтөн төрки донъяһы өсөн рух маяғы булған мәшһүр мәғрифәтсе-сәсән Мифтахетдин Аҡмулланың "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!" тигән оранын байраҡ итеп күтәргән "Аманат" республика балалар-үҫмерҙәр журналы 85 йыл инде быуындар бәйләнешен өҙмәй, халҡыбыҙға лайыҡлы хеҙмәт итә.

Баҫманың тарихына күҙ һалайыҡ. 1929 йылдың мартында милләтебеҙ өсөн мөһим ваҡиға була: БАССР-ҙың Мәғариф халыҡ комиссариаты балалар өсөн башҡорт телендә айлыҡ журнал сығара башлай. Тәүге һан 1500 дана тираж менән баҫтырыла. Бөтә Союз балалары журналы "ЕЖ"-ға оҡшатырға тырышып, атаманы "Керпе" (хәҙерге әҙәби телдә "терпе" тигәнде аңлата) тип алалар. Ләкин йөкмәткегә тап килеп етмәгән исем оҙаҡламай "Пионер"ға үҙгәртелә. Республикала башҡорт телендәге әсбаптар етмәү сәбәпле, баҫма башланғыс класс уҡыусылары өсөн журнал-дәреслек сифатында сыға башлай. 1934 йылда иһә әҙәби-нәфис баҫма статусын ала.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, "Пионер"ҙы баҫтырыу туҡтатыла. Журнал 1952 йылдың сентябрендә яңынан донъя күрә башлай.
Уҙған быуат аҙағындағы ваҡиғалар ҙа журнал яҙмышына йоғонто яһамай ҡалмай. Халыҡ күңелендәге рухи күтәрелешкә бәйле, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың киң билдәле әҫәрҙәренең береһенән баш алып, баҫма 1991 йылдың апреленән "Аманат" исеме менән донъя күрә.
Бына шулай 85 йыл инде милли журналыбыҙ балалар, үҫмерҙәр өсөн белем, рух сығанағы булып ҡала. Ошо ваҡыт арауығында балаларҙың яратҡан баҫмаһына, уң ҡулына әүерелеүҙән тыш, ул тиҫтәләгән быуын йәштәр араһынан милли мәҙәниәттең үҫешенә ҙур өлөш индерер шәхестәр тәрбиәләне. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева баҫманың тәүге мөхәррирҙәренең береһе булған, ә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижад юлы тап "Пионер"ҙан башланған — журналдың бөгөнгө коллективы тарихтағы ошо мәлдәр менән сикһеҙ ғорурлана, остаздарының юлын лайыҡлы дауам итергә тырыша.
Ғөмүмән, башҡорт әҙәбиәтенең барлыҡ әһелдәре лә тиерлек ҡәләмен "Аманат"та ("Пионер"ҙа) сарлаған йәки уны уҡып, ижад ҡомары алған. Һуңынан да журнал менән даими хеҙмәттәшлек итеп, унда әҫәрҙәрен баҫтырып торғандар араһынан, алда әйтеп үтелгән Зәйнәб Биишева менән Мостай Кәримдән тыш, Рәшит Ниғмәти, Ноғман Мусин, Әнүәр Бикчәнтәев, Рәйес Ғабдрахманов, Кирәй Мәргән, Хәниф Кәрим, Ғилемдар Рамазанов, Хәким Ғиләжев, Фәрит Иҫәнғолов, Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхимғолова, Әмир Гәрәев, Абдулхаҡ Игебаев, Шакир Янбаев, Марат Кәримов, Рауил Бикбаев, Рәшит Солтангәрәев, Рауил Шаммасов, Сафуан Әлибаев, Гөлфиә Иҙелбаева һәм башҡа бик күптәрҙең исемен атарға мөмкин.
Төрлө йылдарҙа журналдың етәксеһе булып Х. Мөхәмәтйәров, Ф. Тимерғазин, З. Биишева, А. Урманов, Ю.Гәрәев, М. Мөслимов, А. Әминев, Х.Әсәҙуллин, В. Нафиҡов, Ғ. Ғөзәйеров, Р. Күлбаева, А. Ихсанов, Н. Тимашев, Ш. Бикҡолов, Р. Зарипов, М.Кәримов, Д. Бүләков, Д. Ғабдуллин, Ю. Кәримов, К. Яйыҡбаев, Н. Мәһәҙиев, А. Дәүләтбәков эшләгән. Әле был вазифаны Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, республиканың мәғариф алдынғыһы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Хөкүмәте премиялары лауреаты Сәлмән Ярмуллин башҡара.
Оҙаҡ йылдар һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барғаны өсөн милли журнал 1979 йылда РСФСР Юғары Советы президиумының Почет грамотаһына лайыҡ булған, ул шулай уҡ Мәскәүҙә уҙған "Матбуғат-2005" халыҡ-ара күргәҙмәһендә "Балалар баҫмалары араһында тираж сәйәсәте лидеры" номинацияһында еңеп сыҡты.
Милли журнал 85 йыллыҡ юбилейын лайыҡлы ҡаршылай: былтыр, мәҫәлән, мәғариф мәсьәләләрен сағыу яҡтыртҡаны өсөн БДПУ-ның Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге һәм республика мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индереү йәһәтенән "Алтын Урал" премияларына лайыҡ булды. Хеҙмәткәрҙәрҙең тырыш эшмәкәрлеге шулай уҡ Башҡортостандың ҡырағай хайуандарын һаҡлау фонды тарафынан булдырылған "Урман рыцары" титулы менән баһаланды.
Журналды Башҡортостанда ғына түгел, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Һамар өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстан, Дағстан республикаларында алдырып уҡыуҙары милли баҫманың әһәмиәте, абруйы хаҡында һөйләй.


Автор: М. ҠАҘАҠАЕВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779