Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡтылыҡ бөркөп йәшәне
Яҡтылыҡ бөркөп йәшәне
1990 йылда Зәйнәб Биишеваға “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” тигән абруйлы исем бирелде. Ҙур яҙыусының даръя шикелле киң әҙәби хеҙмәтен рәсми таныу ине был. Әйтергә кәрәк, бик-бик һуңлап таныу. Ошо ғәҙелһеҙлекте йомшартырға теләгән шикелле, БАССР-ҙың Юғары Советы рәйесе Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов ҡәҙерле дипломды һәм миҙалды өлкән яҙыусының өйөнә алып барып тапшырҙы. Был ваҡиғаны мин бик яҡшы иҫләйем, башҡалар ҙа хәтерендә һаҡлайҙыр, моғайын.

Бөгөн З. Биишеваның тормош юлы, ижади мираҫы ғалимдар тарафынан ярайһы ентекле өйрәнелгән. Яҙыусы үҙе иҫән саҡта уға арналған ике китап сыҡты, ә беҙҙең көндәрҙә һоҡланып туймаҫлыҡ матур фотоальбом баҫылды, йөҙәрләгән мәҡәлә донъя күрҙе. Шулар араһында минең тарафтан яҙылған ике тиҫтә хеҙмәт тә бар.
Хәҙер беҙҙең алда өр-яңы, башҡасараҡ бурыс тора. Зәйнәб Биишева хаҡында милләтебеҙ тарихы күҙлегенән сығып, ҙурҙан ҡубып һүҙ алып барыу мохтажлығы алға баҫты. Иң тәүҙә үҙ-үҙебеҙгә шундай һорау ҡуяйыҡ: “Зәйнәб Биишева башҡорт халҡы өсөн кем ине, кем булды? Уның тормошо һәм шәхесе бөгөнгө башҡортҡа, тотош башҡорт йәмғиәтенә ниндәй һабаҡ бирә?” Ошо һорауға яуап эҙләһәк, әҙибәне яңыса асасаҡбыҙ. Уның башҡорт халҡы яҙмышындағы тарихи роле тураһында заманса һәм юғары фекергә киләсәкбеҙ.
“Кәмһетелгәндәр”, “Уяныу”, “Яҡтыға” шикелле тәрән халыҡсан романдары киң ҡатлам уҡыусыға барып еткәс, З. Биишева мәшһүр яҙыусы булып танылды, халыҡ күңелендә ил әсәһе тип йөрөтөлдө. Ул үҙ абруйы менән халҡыбыҙҙың милли рухын нығытты, милләтте ойоштороусы, бер бөтөн итеп берләштереүсе шәхескә әүерелде, милли үҙаңды күтәреүҙә баһалап бөткөһөҙ роль уйнаны.
Башҡортостанға суверенитет, башҡорт теленә дәүләт статусы яулаған шаулы-даулы көндәрҙә Зәйнәб Биишева батыр көрәшселәргә ныҡлы таяныс булды. Шулай тип раҫларға ниндәй нигеҙ бар? Биишева бит сәйәсмән түгел, ул – яҙыусы.
…Был урында фәһемле бер ваҡиғаны телгә алырға кәрәк. 1957 йылда Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ”, 1959 йылда Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романдары донъя күрә. Легендаларға торорлоҡ ике романдың бер-бер артлы донъя күреүе кешеләрҙе аптыратты ла, уйға ла һалды. Ике ҡатын-ҡыҙ яҙыусы: һөргөн ғазаптарын татыған, һөйөклө иренең, нахаҡҡа ғәйепләнеп, атып үлтерелеүен кисергән, төрлө кимәлдәге түрәләр тарафынан кәмһетелгән, ҡыйырһытылған Ырғыҙ ҡыҙы Һәҙиә һәм бала әсәһе, ир ҡатыны, дәүләт хеҙмәтендәге эш кешеһе, хужабикә, төрлө яҡтан ҡыҫырыҡлауҙарға дусар ителгән Оло Эйек ҡыҙы Зәйнәб һоҡланғыс романдар яҙырлыҡ титаник көстө ҡайҙан, нисек тапҡан? Яуап берәү һәм берәгәйле: туған халҡыңа хеҙмәт итеү теләгенән. Уны данлау, бәхетле, азат, ғорур итеп күреү теләгенән. Зәйнәб-Һәҙиәләрҙең гражданлыҡ ҡаһарманлығы йәш быуын милләттәштәрендә бығаса күрелмәгән патриотик рух тыуҙырҙы, милли үҙаңды юғары күтәрҙе. Яҙыусы һүҙенең замандашты йоҡонан уятҡан көскә әүерелеүе ошолай булалыр ҙа инде.
Милләтте күтәрерлек, уятырлыҡ бөйөк шәхестәр һәр дәүерҙә парлы-парлы тыуа икән ул. Мифтахетдин Аҡмулла менән Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Зәки Вәлиди менән Шәйехзада Бабичтар иҫкә төшә. Һәҙиә Дәүләтшина менән Зәйнәб Биишева ана шул бөйөк остаздарыбыҙҙың эшен дауам итеүсе бит.
Бөгөн дә бик мохтажбыҙ шундай ҡаһармандарға. Халҡыбыҙ, Башҡортостаныбыҙ алдында ҡатмарлы, ҡырҡыу, хатта аяуһыҙ хәлдәр килеп тыуҙы. Милләтте ойошторорлоҡ, уға аҡыл бирерлек, юл күрһәтерлек шәхестәргә мохтажбыҙ. Кем сығыр майҙанға, кем әйтер иң кәрәкле аҡыллы, хаҡ һүҙҙе?!.
“Бер ғүмерҙең тарихы” трилогияһы оҙаҡ йылдар дауамында яҙыла һәм 70-се йылдар аҙағында тамамлана. Был трилогия – З. Биишеваның төп әҫәре. Ошо әҫәрҙән сығып, бәхетле автор хаҡында, уның кешелек сифаттары, яҙыусылыҡ таланты тураһында бай мәғлүмәт алырға, мөһим һығымталар яһарға мөмкин.
Иң тәүҙә шуны билдәләйек: һүҙ менән ювелирҙарса эш итеүсе оҫта стилист, хикәйәләү һәм тасуирлау маһиры күҙ алдына баҫа. Шулай ҙа трилогияның иң ҙур уңышы, төп ҡаҙанышы яҙыусының ижад концепцияһына бәйле.
Трилогияның төп геройы – халыҡ. Быуаттар ағышында халыҡ яҙмышының үҙгәрешен һәм яңырыштарын кәүҙәләндерә яҙыусы. Кәмһетелгән кешеләрҙең аҡрынлап уяныуы, яҡтыға, яңы азат тормошҡа тартылыуы, белемгә, мәҙәниәткә эйә булыуы, социаль һәм милли үҙаңының формалашыуы, лайыҡлы милләт булып үҫешеүе тормошсан ваҡиғалар, халыҡсан характерҙар аша кәүҙәләндерелә.
Тимәк, трилогияның нигеҙендә тәрән аҡыл менән уйланылған фәлсәфәүи концепция ята. Автор – ҡәләм оҫтаһы ла, ҙур аҡыл эйәһе лә. Әҙәби шедеврҙар ана шулай зирәк аҡыл менән талантлы ҡәләм бергә ҡушылғанда ғына донъяға тыуа.
Зәйнәб Биишеваның гражданлыҡ ҡыйыулығы һоҡландыра. Трилогияны асып ебәргән беренсе романын ул “Кәмһетелгәндәр” тип атаған. Беҙ – уҙған быуаттың 60-сы йылдары студент-филологтары – тәүҙә бындай исемгә сәйерһенеп ҡараныҡ. Нисек инде халҡыбыҙҙың тарихын кәмһетелгәндәр тип кенә баһаларға мөмкин, әммә аҡрынлап был атаманың төбөндә тәрән кинәйә ятҡанын төшөндөк. Төптәнерәк уйлаһаң, Рәсәй батшаларының башҡорттарға ҡарата быуаттар буйы үткәргән колонизаторлыҡ сәйәсәте башҡортто кәмһетеү түгелме ни?! Уйлап ҡарайыҡ: Аксаков алпауыттың тик Ҡырмыҫҡалы төбәгендә генә меңләгән гектар дача ере бар. Бөтәһе лә гөлсәскә кеүек урындар: йылға, күл буйҙары. Аҫаба халыҡ алпауытҡа ер эшкәртә, мал көтә. Ә Рәсәйгә дошман яуы ҡурҡыныс янанымы, тиҙ генә башҡорттарҙан ғәскәр төҙөп яуға оҙатҡандар. Француз баҫҡынсыларына ҡаршы көрәштә атлыларыбыҙ иң алғы сафта һуғыша. Ә һуғыш баҫылдымы – башҡорт кәрәкмәй. Хатта легендар Ҡаһым түрә, тыуған ерен ҡайтып күрә алмайынса, Владимир ҡалаһында батша сатраптары тарафынан ағыулап үлтерелә.
ХХ быуатта ла башҡорттарға ҡарата шундай уҡ сәйәсәт дауам ителә. Петроградты Юденич, Деникин яуынан ҡотҡарырға башҡорт ғәскәре саҡырыла, 1941 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре тиңдәшһеҙ батырлыҡ күрһәтә. 78 кавалерист Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Ә легендар комдив Шайморатовҡа бөгөн дә Герой исемен юллап ала алмайбыҙ.
Романды “Кәмһетелгәндәр” тип атап, ҡыйыу яҙыусы, әйтерһең дә, ана шул әсе хәҡиҡәтте дошмандарҙың күҙенә бәреп әйткән. Зәйнәб Биишева, кемдең-кемлегенә ҡарамай дөрөҫлөктө тура еткерер ине. Түрәләргә ярамһаҡланырға, көслөләргә ярарға тырышҡан ялағайҙарға ул “әпкәләй” ти торғайны.
Зәйнәб Биишева туған халҡының ысын патриоты булды. Халҡына, Башҡортостанына мәртәбә өҫтәрлек, уның матди һәм рухи хазинаһын байытырлыҡ һәр күренешкә, һәр яңылыҡҡа сикһеҙ ҡыуанды ул. Шуларҙы яҡлап матбуғатта, трибуналарҙан ялҡынлы сығыш яһаны.
Заһир Исмәғилев Мәскәү консерваторияһын “Салауат Юлаев” операһын яҙып тамамлағас, йәш туғаны өсөн сикһеҙ ҡыуаныс кисергән Зәйнәб Биишева тәрән йөкмәткеле, хис-тойғоға тулы очерк яҙҙы.
Фәйзи Ғәскәров ансамбленә йәп-йәш, иҫ киткес сибәр башҡорт ҡыҙы Рауилә Хажиева килгәс, уның киләсәгенә ҙур өмөттәр бағлап, очерк баҫтырҙы. Заһир Исмәғилев тә, Рауилә Хажиева ла артабанғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың музыка һәм бейеү сәнғәтен юғары бейеклектәргә күтәргән сәнғәт эшмәкәрҙәре булып танылды. Зирәк Зәйнәб апайҙың фатихаһы ни тиклем ваҡытлы һәм урынлы булған!
Зәйнәб Биишеваның иң ҙур шатлыҡтарының береһе яҡташы, Советтар Союзы Геройы Суфый Хажи улы Суфийәнов ине. Яҙыусы уға арнап очерк ижад итте: һуғышта күрһәткән батырлыҡтарын ентекләп һүрәтләп бирҙе, тыныс тормошта ла хеҙмәт батыры булып ҡалыуын күрһәтте.
Патриот-яҙыусы ҡәләмдәштәре Сәғит Агиш, Баязит Бикбай, Жәлил Кейекбаев, Кирәй Мәргәндәр менән ғорурланды, Арыҫлан Мөбәрәков, Бәҙәр Йосопова, Ғәлимйән Ҡарамышев, Шәүрә Мортазина, Вәли Ғәлимов, Абдулла Солтанов, Сөләймән Абдуллин кеүек ҙур талант эйәләрен хуплап йәшәне. Хатта тәүге шиғырҙарын баҫтырған Әнисә Таһирова, Рәшит Назаров, Рәмзилә Хисаметдиноваларға теләктәшлек һүҙҙәре еткерҙе, фатиха биреп, хәйерле юл теләне. Бындай йылы хәстәр йәштәрҙе артабан үҫергә, ҡанатланып ижад итергә рухландырҙы, әлбиттә.
Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева үҙенең күп һанлы әҫәрҙәре, айырыуса трилогияһы менән башҡорт теленә тиңдәшһеҙ һәйкәл ҡойҙо. Уның китаптары — башҡорт теленең байлығын киләсәккә еткереүсе оло хазина.
Зәйнәб Биишеваның күңеле, йөрәге ҡартайыу тигәнде белмәне. 88 йәштә лә, теге былай, был тегеләй, тип мыжып йөрөмәне. Ул дүрт тапҡыр бер үк “Почет Билдәһе” ордены менән наградланды. Был ваҡытта үзбәк яҙыусыһы Зөлфиә, әрмән яҙыусыһы Капитуяндарҙың күкрәгендә алтын йондоҙҙар балҡыны. Тик Зәйнәб апай бошоноп, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне. Ул ғорур кеше булып ҡалды. Үҙенең баһаһын, китаптарының, ижадының ҡиммәтен яҡшы белде. Шуға ла ваҡланманы. Халҡы, Башҡортостаны, башҡорт әҙәбиәте, үҙенең белемле улдары өсөн шатланып йәшәй бирҙе.
Бөйөк яҙыусыбыҙҙың беҙҙең аранан китеүенә байтаҡ йыл инде. Ә ул бөгөн дә иҫән, беҙҙең арала йәшәгән төҫлө. Халҡыбыҙҙың бәхете хаҡына ҡылған изгелектәрегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, Зәйнәб апай!
“Хәтер сатҡылары” тигән иҫтәлектәрендә хәҙерге замандың аңлайышһыҙ сәйәсәтен ул былай тип баһалай: “Кирегә табан үҫеү күренеше”. Унда ошондай бик тос һүҙҙәр бар: “… Минең өсөн үҙ башым түгел, ә хаҡлыҡ, ғәҙеллек ҡәҙерле. Ғүмер буйы шулай ғәҙеллек, дөрөҫлөк, хаҡлыҡ принцибынан сығып эшләнем…”
“Минең өсөн иң дөрөҫ юл – хаҡлыҡ, ғәҙеллек юлы. Иң ҙур бәхет – хеҙмәтеңә халыҡ баһаһы”.
Уҡыусы балалар һәм, ғөмүмән, уҡыусылар яҙыусы менән осрашҡанда ла, хаттар аша ла йыш ҡына былай тип һорай ине:
— Емештең прототибы һеҙ үҙегеҙме?
– Әлбиттә, — тине 3әйнәб Биишева, — Емеш образы миңә бик яҡшы таныш, унда үҙемдең тормош тәжрибәм ята. Шул уҡ ваҡытта үҙем күргән, үҙем ишеткән күп ҡыҙҙарҙың яҙмышы ла дөйөмләштерелеп алынған.
Зәйнәб Биишева — оҙайлы ижад юлы үткән яҙыусы. “Гөрләүектәр араһында” исемле хикәйәһе 1930 йылда “Октябрь” журналында баҫылып сыға. Шунан һуң журналислыҡ эшенә бирелеп китә, ә әҙәби ижадҡа бары тик Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ныҡлап тотона. 1941-1942 йылдарҙа “Өс кис”, “Партизан малай” исемле хикәйәләре донъя күрә. Унда үҫмерҙәрҙең һуғыш яланында күрһәткән батырлыҡтары героик планда кәүҙәләндерелә. Шул дәһшәтле осорҙа Зәйнәб Биишева партия сафына инә.
Тимерғәле КИЛМӨХӘМӘТОВ,
филология фәндәре
докторы, профессор,
Зәйнәб Биишева исемендәге
премия лауреаты.

(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 683

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 062

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 582

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 608

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 514

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 422

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 676

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 412

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 577