Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әлшәйҙең моң вокзалы
Әлшәйҙең моң вокзалы
Минең бындай вокзалда булғаным юҡ ине әле. Бынан юл бер генә тарафҡа – моң донъяһына. Бәй, ундай вокзал да буламы ни тиһегеҙме? Була икән шул! Ышанмайһығыҙмы? Улайһа, һөйләп бирәм.

...Бына Өфөнөң Йәштәр һарайы сәхнәһендә ҡоролған "Раевка" вокзалына "Раевка – Өфө" поезы килеп туҡтаны. Әле генә тик торған перрон ҡырмыҫҡа иләүеләй ҡайнарға тотондо. Кемдер ауыр йөгөн йөкмәп ҡайҙалыр ашыға, берәүҙе ҡаршылайҙар, икенсене оҙаталар. Бик асығып китһәң, эҫе бәлеш һатыусылары ла буш итмәҫ, сарсап китһәң, һыуы ла әҙер...
Иң мөһиме – поезд вагон-вагон күстәнәс тейәп килгән икән. Моң күстәнәсе! Йәғни Әлшәй районында тыуып үҫкән "йондоҙҙар" баш ҡалабыҙ халҡын йыр-моң менән кинәнгәнсе һыйланы.
Әлшәйҙең моң вокзалыТабынды йырсы Рөстәм Ғиззәтуллин асып ебәрҙе. Уның башҡарыуындағы "Йәшлегемә ҡайтам" йыры шығырым тулы залда ултырыусы яҡташтарын тыуған яҡҡа алып ҡайтҡандай булғандыр, моғайын. Шулай уҡ Гөлсинә Мөхәмәҙиева, Гөлсәсәк Шәрипова башҡарыуындағы йырҙар ҙа был һағышты арттырып, тыуған ерендә күптән булмаусыларҙың күҙҙәрен йәшләндерҙе.
Тамашала һағышланып, илашып ҡына ултырғандар икән, тип уйлай күрмәгеҙ. Эс ҡатҡансы, рәхәтләнеп көлөрлөк мәлдәр ҙә етерлек булды. Әлшәй кейәүе Яҡуп Шәриповтың ахмаҡ булып ҡыланыуынан, Әлшәйҙең яҡын дуҫы Рәүис Заһитовтың "һөйгәне менән үбешеүе"нән тамашасы бот сабып көлдө.
Ғөмүмән, тамаша күңелдәргә хуш килде. "Полиция хеҙмәткәре" Шәүрә Дилмөхәмәтованы, бейеүсе Марат Әсәҙуллинды, моң алиһәһе Ғәлиә Солтанованы, Азалия менән Урал Рәшитовтарҙы, Нурия Абдуллинаны һәм башҡаларҙы устары янғансы алҡышланы тамашасы.
Ә инде Әлшәйҙең, улай ғына ла түгел, Башҡортостандың данлы шәхестәре – шағирҙар Рәшит Шәкүр менән Гөлфиә Юнысованың ҡанатлы шиғырҙары халыҡ йөрәген елкендермәй ҡалмағандыр. Розалия Солтангәрәеваның мәшһүр "Урал батыр" эпосынан һамаҡ әйтеүе тыуған ергә мөхәббәт гимны булып яңғыраны.
Күпме һөйләһәң дә, балдың тәмен татымайса белеп булмай. Әлшәй таланттарының "Йондоҙло вокзалы"на эләгергә мөмкинлек тыуа ҡалһа (бәлки, тағы сәхнәгә сығырҙар), форсатты ҡулдан ысҡындырмағыҙ.
Әлшәйҙең моң вокзалыШуны ғына өҫтәп әйтәм: бәрәкәтле Әлшәй ерендә тыуған таланттар араһында исемдәре республикаға, Рәсәйгә, донъяға билдәле, атҡаҙанған, халыҡ исемен йөрөткән, күкрәгендә орден-миҙалдар балҡыған шәхестәр байтаҡ. Үрҙә уларҙың исемдәре эргәһенә дәрәжәләрен теҙеп яҙыуҙы кәрәк тип тапманым, сөнки уларҙың барыһын да талант һәм тыуған ергә булған мөхәббәт тигән иң бөйөк "дәрәжә" берләштерә.
Тамашанан һуң күптәрҙең ауыҙынан шундай һүҙҙәр ишетелде: "Концерт шәп булды. Һоҡланып туя алманыҡ!" Был һүҙҙәрҙе ошо күркәм тамашаны Өфө халҡына бүләк иткән Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Радик улы Мостафинға төбәге килә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780