Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортостан — милли мәҙәниәттәр йондоҙлоғо
Башҡортостан — милли мәҙәниәттәр йондоҙлоғо
“Башҡортостан” гәзитенең редакцияһы Третьяков картиналар галереяһынан һис тә кәм түгел. Ышанмайһығыҙмы?! Улайһа, үҙегеҙ килеп ҡарағыҙ әле. Унда исеме республикабыҙға киң билдәле фоторәссам, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, республикабыҙ Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Айрат Нурмөхәмәтовтың хәт-тәр шәп (!) эштәре ҡуйылған. Осҡор күҙле егетебеҙ “Башҡортостан — милли мәҙәниәттәр йондоҙлоғо” тип аталған был күргәҙмәһен Мәҙәниәт йылына бағышлай.

Башҡортостан — милли мәҙәниәттәр йондоҙлоғо Кемдәр генә юҡ унда! Бына Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатыны Гөлшат ханым һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының баш режиссеры Олег Ханов менән мөкиббән китеп тамаша күҙәтә. Уларҙы Айраттың үткер күҙе “Мыҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” спектаклен ҡараған мәлдә эләктереп алған.
Башҡортостан — милли мәҙәниәттәр йондоҙлоғоСаҡ ҡына башты борһаҡ, иғтибарҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең фоторәсеме йәлеп итә. Мостай ағайыбыҙҙың үҙенә генә хас ихлас йылмайыуынан күңелдәргә яҡтылыҡ бөркөлә.
Артабан... Туҡта, Салауат, бөтә серҙе асып, “аш”тың тәмен ебәрәһең бит! Күргәҙмәне ҡарарға килеүселәр үҙ күҙҙәре менән күреп, үҙҙәре ләззәт һәм һоҡланыу кисерһен. Сөнки матурлыҡ менән ҡауышҡанда аралашсылар кәрәкмәй!
Башҡортостан — милли мәҙәниәттәр йондоҙлоғоКүргәҙмәне асыу тантанаһы ғәләмәт шәп булды. Килгән ҡунаҡтарҙың барыһы ла һоҡланыуҙан тел шартлатмай ҡалмағандыр. Айрат Нурмөхәмәтов ижады менән ҡыҫҡаса ғына таныштырғандан һуң, гәзиттең баш мөхәррире Нияз Сәлимов күргәҙмәне асып, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән республика Президенты Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Данил Азаматовҡа һүҙ бирҙе. Ҡунаҡтар күргәҙмәнең халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығытыуҙа, рухи ҡиммәттәрҙе таратыуҙа әһәмиәтен баһаланы. Ә инде Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина башҡарыуында халыҡ йыры тантаналы сараға йән өрөп ебәрҙе.Башҡортостан — милли мәҙәниәттәр йондоҙлоғо


Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 686

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 065

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 587

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 783

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 611

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 465

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 516

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 424

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 681

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 416

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 580