Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Быуындарҙан күсеп быуындарға...
Беҙ әҙәбиәткә килгәндә үҙҙәренең мәрхәмәтле ҡулдарын һуҙып күрешкән Баязит Бикбай, Сәғит Агиш, Сәләх Кулибай, Жәлил Кейекбаев, Ҡадир Даян, Ғәйнан Әмири ағайҙар тураһында мәрхүм тип яҙырға ҡул да бармай. Уларҙың йөҙө күҙ алдында, тауыштары һаман да ҡолаҡта. Баязит Бикбайҙың ашыҡмай ғына әңгәмәләшеүҙәрен, Сәғит Агиштың донъя яңғыратып көлөп ебәреүҙәрен, Сәләх Кулибайҙың һәр саҡ егеттәрсә төҙ баҫып, йылмайып күрешеүен, "тормош ҡатмарлы ул, ҡустылар!" тиһә лә, һәр саҡ күңелсәк булып ҡалыуын, Жәлил Кейекбаевтың аталарса кәңәштәрен, Ҡадир Даяндың мәрәкәләрен күңелдән ваҡыт ҡына юйып алырлыҡмы ни?! Уларҙың ижадтары ғына түгел, шәхестәре, эске донъялары беҙҙең быуын шағирҙарының поэтик ҡараштарына йоғонто яһаған ҡабатланмаҫ күренештәр булды.

Ғүмерендә һис ҡасан дан-шөһрәт эҙләп йөрөмәһә лә, үҙ быуын ҡәләмдәштәре араһынан Баязит Бикбайға дан иртә килде. Ләкин уның ижади яҙмышы күп замандаштары менән сағыштырғанда байтаҡҡа ҡатмарлыраҡ булды. Совет дәүләте уның түшенә утыҙ йәшендә орден таҡты, башҡа яҙыусыларҙың төшөнә лә инмәгән шөһрәт уның өлөшөнә төштө. Шул уҡ дәһшәтле хакимдар Баязит Бикбайҙы бөтә ил алдында ҡаты хөкөмгә тарттырҙы – исеме КПСС Үҙәк Комитетының яманатлы ҡарарына инде. Әҙип өсөн ижадының сәскә атҡан дәүерендә был тиклем ҙур бәләләргә тарыуы эҙһеҙ үтмәне. Шулай ҙа ул даны шаулаған саҡтарҙа ла, тормошоноң, ижадының ауыр миҙгелдәрендә лә үҙе булып ҡала алды, дуҫтары алдында кешелеклелеген, ихласлығын юғалтманы.
Ҡәләмдәштәре Баязит Бикбайҙы ихтирам итеү генә түгел, ысын күңелдән ярата һәм шул уҡ ваҡытта унан шыртлай ҙа ине. Уның һымаҡ ярҙамсыл, киң күңелле һәм иҫ киткес тура һүҙле кешеләр артыҡ йыш осрамай. Баязит ағайҙың тура һүҙлелеге кеше яҙмышы өсөн хәстәрлектән, ваҡлыҡтарҙан өҫтөн булып, оло маҡсаттар хаҡында ҡайғыртыуҙан килә ине. Ул кисә әйткәненән бөгөн баш тартып йәки бөгөн яҡлағанын иртәгә кире ҡағып йәшәй белмәне.
Баязит Бикбай һәр саҡ дуҫтарға бай булды. Ул төрлө быуын, төрлө һөнәр кешеләре менән тиҙ аралашыусан, ихлас кешеләр менән тиҙ дуҫлашып китеүсән ине. Ә инде ижади дуҫлыҡта уның өсөн һис ваҡыт йәш айырмаһы булманы. Йәш авторҙың ижад үҙенсәлеген тәүге әҫәрҙәренән үк ғәжәп һиҙгер тоя, алдан күрә белде. Уның һәйбәт йоғонтоһон тоймаған шағирҙар беҙҙә, моғайын, һирәктер. Ләкин ул йәш шағирҙар тураһында иң ҙур талаптар юғарылығынан һүҙ алып барҙы.
Тыуған яҡ тураһында һүҙ сыҡҡанда, Баязит ағайҙың тыуған ауылы янындағы бер шишмәне һағынып телгә алыуын, ҡайтҡан һайын уның янына барып, тирә-яғын тәрбиәләргә яратыуын һөйләгәнен ҡат-ҡат ишетергә тура килгәйне. "Тере шишмәләр" повесының тәүге юлдарын уҡыу менән үк әлеге һөйләгәндәр иҫкә төштө, һәм мин шул шишмәнең Ҡалта ауылы янындағы Мусаҡай тауының көнбайыш битләүе итәгенән таш ярып сыҡҡан Ерек шишмәһе икәнлеген белдем. Яҙыусының уны бик йыш һағынып телгә алыуында, яҙмышы өсөн борсолоуында мин хәҙер үҙенсә символик мәғәнә күрәм. Баязит Бикбай бөгөн минең күҙ алдыма халыҡ араһынан урғылып сыҡҡан һәр шишмәгә ҡыуаныусы, уның яҙмышын үҙ ғүмеренән нығыраҡ ҡурсалаусы оло йөрәкле ил ағаһы булып баҫа. Һәм ул сабыр, баҫалҡы тауыш менән: "Мин үҙемә тейешен эшләнем шикелле, ҡалғанын үҙегеҙ ҡарағыҙ, мырҙалар!” – тигәндәй була.
Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.


Әйткәндәй...
Баязит Бикбайҙың тыуыуына 105 йыл тулыу уңайынан Көйөргәҙе районында урындағы етәкселек Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы менән берлектә күркәм саралар ойоштора. Был хаҡта гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780