Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Бәхетле булыуҙың сере"
"Бәхетле булыуҙың сере"
Драматург Наил Ғәйетбай – Башҡортостанда ғына түгел, Татарстанда һәм Рәсәйҙә билдәле шәхес. Ул илленән ашыу пьеса яҙған, 48 драма һәм комедияһы Татарстан, Рәсәй, сит ил театрҙарында ҡуйылған. Наил Ғәйетбай өс роман, егерменән ашыу повесть, 80-гә яҡын хикәйә, тиҫтәләгән мәҡәлә һәм рецензия, Мәскәүҙә, Ҡазанда, Өфөлә сыҡҡан 23 китап авторы. Күптән түгел уның тормош фәлсәфәләренән торған "Бәхетле булыуҙың сере" тигән китабы донъя күрҙе. Ул — бәхет, ғаилә, мөхәббәт, вазифа кеүек төшөнсәләр хаҡында. Гәзит уҡыусыларға китаптан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.


Яҡшылыҡ һәм насарлыҡ

Баланың теше һыҙлап китеп, врач уны һурырға ҡарар итһә, кескәй йән эйәһе ҡурҡып иларға тотона. Теш һыҙлау – кескәй генә бер гонаһтың (ваҡытында теш таҙартмауҙың) һөҙөмтәһе. Һәм бала яза ала: теше һыҙлай, йәғни гонаһынан таҙарыныу өсөн ауыртыу, ҡыйынлыҡ аша үтергә тейеш – уның тешен һуралар. Шулай итеп, яҡшылыҡ (йәлләп тешен һурмау) балаға оҙайлы ғазаптар килтерә, күрәләтә эшләгән насарлыҡ (ауырттырып тешен һурыу) уны ғазаптан ҡотҡара. Кескәй йән эйәһе быларҙы аңламай, әммә ололар тормоштоң шулай ҡоролғанлығын белергә бурыслы.
Был донъяла бер нәмә лә – яҡшылыҡ та, насарлыҡ та – буштан-бушҡа, сәбәпһеҙ килмәй. Барыһы ла беҙҙең йәшәү рәүешебеҙгә – асыҡтан-асыҡмы, йәшеренме – гонаһ ҡылыуыбыҙға бәйле. Шуныһы ғәжәп: беҙгә ҡарата ҡылынған насарлыҡ ниндәйҙер гонаһтарыбыҙ өсөн язалай һәм шул рәүешле таҙарта ла, ә эргәбеҙҙәге яҡшылыҡ, киреһенсә, фани донъяға бәйләй, рухи донъяны оноттора, йәғни тағы ла нығыраҡ гонаһтарға батыра.
Ҡөрьәндең "Әл-Бәҡара" сүрәһендә: "Ихтимал, һеҙ берәй нәмәгә нәфрәтләнә торғанһығыҙҙыр, ә ул һеҙҙең өсөн хәйерле, һәм, ихтимал, һеҙ берәй нәмәне ярата торғанһығыҙҙыр, ә ул һеҙгә – насарлыҡ. Ысынлап та, Аллаһ белә, ә һеҙ белмәйһегеҙ!" – тип юҡҡа ғына әйтелмәйҙер.

Барыбыҙ ҙа – әҙәм балаһы

Беҙ кешеләрҙе дуҫҡа һәм дошманға бүлергә күнеккәнбеҙ. Дуҫты ҙурлайбыҙ, дошманды хурлайбыҙ, ләкин әҙәм балаларын шулай ҡәтғи бүлергә кәрәкме икән? Дуҫ тигәнең бит йыш ҡына һине урынһыҙ маҡтай. Насар яғыңды әйтмәҫкә тырыша һәм, шулай итеп, һиндә үҙең хаҡында хата фекер тыуҙыра. Һин үҙеңде етешһеҙлектәрҙән азат, шәп кеше итеп тоя башлайһың, даими үҫергә, белемеңде һәр яҡлап арттырырға, үҙ-үҙеңде тәрбиәләргә онотаһың. Ә был инде кешене рухи үлемгә илтә.
Ә дошмандар хаталарыңды, насар яҡтарыңды һәр саҡ иҫеңә төшөрөп торғас, һин үҙеңдең фәрештә түгеллегеңде, етешһеҙлектәреңдең күплеген, ураған һайын яңылыш баҫыуыңды аңлайһың. Эйе, дошман булғанға беҙ һаҡбыҙ, ул беҙҙе сыныҡтыра, ауырлыҡтарға сыҙарға, үҙеңде туҡтауһыҙ камиллаштырырға өйрәтә.
Шулай ҙа кешеләрҙе дуҫ-дошмандарға бүлмәү хәйерле. Дини китаптарҙа әйтелгәнсә, һәр кеше – Аллаһ Тәғәлә ҡоло, һәр кемде Ул өйрәтә, һәр кем Уның ҡушыуын үтәй. Шуға ла бар кешене үҙ туғаның кеүек күреп яратырға кәрәк. Кемдер һиңә насарлыҡ ҡыла икән, был – уның үҙ ҡайғыһы, ул үҙе Хоҙай алдында яуап бирер. Иң мөһиме – һин үҙең уға асыу тотма, кешегә насарлыҡ эшләмә. Һиңә яуызлыҡ ҡылғанға иң ҡаты яза – уға туҡтауһыҙ изгелек теләү һәм яҡшылыҡ эшләү.

Беҙҙең ауырыуҙар

Беҙ тәбиғәт ҡуйынында йәшәйбеҙ, уға бәйләнгәнбеҙ, уның ҡанундарына буйһонабыҙ. Беҙҙең тәнебеҙҙе матди донъяға һиҙгер ағзаларыбыҙ – күҙ, тел, ашҡаҙан һәм башҡалар – сынйыр кеүек бәйләп тота. Был ағзалар арбаға егелгән аттар кеүек. Арба – кешенең тәне, дилбегә – аҡылы, күсер – аңы. Әҙәм балаһының йәне ошо арбаға ултырып китеп бара. Дөрөҫ юлдан яҙлыҡмау өсөн хәрәкәткә аҡыл (дилбегә) ярҙамында аң (күсер) етәкселек итергә тейеш, ә күсер арбала ултырыусының (йәндең) ҡайҙа барырға теләүен белергә бурыслы. Әммә йыш ҡына аттар үҙҙәренә кәрәкте күреү менән ярһып саба башлай һәм, дилбегәгә буйһонмайынса, дөрөҫ юлдан яҙлыға ла арбаны упҡынға алып төшөп китә. Ана шулай итеп һиҙеү ағзалары тарафынан тыуҙырылған тойғолар – нәфрәтләнеү, үпкәләү, көнләшеү, ғәйепләү, байлыҡҡа ныҡ йәбешеү, кешеләрҙең яҡшы сифатына табыныу, күп ашау, енси бәйһеҙлек һ.б. – нескә кимәлдә тәнде кимерә башлай һәм ауырыуға килтерә.
Һуңғы осор кешенең күҙгә күренмәгән үҙенсәлектәрен тикшереүсе ғалимдар – Лазарев, Свияш һ.б. – ниндәй тойғоноң ниндәй ауырыу тыуҙырыуын асыҡлай башланы.
Ә ауырымайынса йәшәп буламы һуң? Бының өсөн тойғоларға бирелмәйенсә, тыныс булып, башҡаларҙы ғәфү итеп, йәнең өсөн йәшәргә, доға-намаҙҙар уҡырға, был донъяның фани икәнлеген бер ҡасан да онотмаҫҡа кәрәк, ти ғалимдар һәм дин әһелдәре.

Бөйөк осраҡлыҡтар

Бынан бер йыл самаһы элек астрономдар бер кометаның (диаметры бер километр самаһы) Ер менән бәрелеүе ихтимал, тип яу һалды. Әгәр ул Ер менән осрашһа, кешеләр харап булыр ине. Әммә комета Ер орбитаһын ярты тәүлек алда киҫеп үтеп китте. Астрономдарҙың күҙәтеүенсә, бер быуат эсендә Ер ана шулай кометалар менән йөҙ тапҡырға яҡын бәрелешә яҙған икән, әммә осраҡлы рәүештә улар осрашмай ҡалған.
Ғөмүмән, Ер һәм кешелек тарихында осраҡлыҡтарҙың береһе генә бойомға ашмаһа, Ерҙә тереклек барлыҡҡа килмәҫ, килгән хәлдә лә күптән харап булыр ине. Мәҫәлән, бар галактикалар, улар эсендәге бар йондоҙҙар ҙур тиҙлек менән бер-береһенән алыҫлаша, йәғни Йыһан киңәйгәндән-киңәйә бара. Уның киңәйеү тиҙлеге математик яҡтан шул тиклем дөрөҫ һанап сығарылған. Әгәр саҡ ҡына (триллиондан бер өлөшкә) яйыраҡ киңәйһә, Йыһандағы бар материя (галактикалар, йондоҙҙар) гравитация көсөн еңә алмайынса кире бер нөктәгә уҡмашыр ине. Йыһан иң кәрәкле тиҙлектә киңәйә. Осраҡлы рәүештә.
Йәки атомды алайыҡ. Унда электрондың заряд көсө һәм әйләнеү тиҙлеге тап-таман һайланған. Әгәр заряд саҡ ҡына шәберәк булһа, электрон яҙлығып китер ҙә атом йәшәй алмаҫ ине. Осраҡлы рәүештә электрондың тиҙлеге лә, зарядының көсө лә дөрөҫ һайланған. Шуға күрә материя йәшәй.
Ары китәйек. Ерҙең ҙурлығы ла осраҡлы рәүештә, тап кәрәккәнсә. Әгәр планетабыҙ саҡ ҡына ҙурыраҡ булһа, уның тартыу көсө (гравитация) артығыраҡ тәшкил итер, Ер өҫтөнән еңел водород газы айырыла алмаҫ та, атмосфера йәшәү өсөн эшкинмәҫ ине. Әгәр ҙә мәгәр Ер саҡ ҡына бәләкәйерәк булһа, уның тартыу көсө үҙ өҫтөндә кислородты тотоп тора алмаҫ та, йәнә Ер өҫтөндә бар йән эйәһе юҡҡа сығыр ине.
Ерҙең Ҡояшҡа тиклемге алыҫлығы ла тап-таман иҫәпләп сығарылған. Был, бер яҡтан, Ер өҫтөндә "парник эффекты" тыуҙырыуҙан, икенсе яҡтан, боҙ аҫтында ҡалыуҙан һаҡлай. Планетабыҙҙың үҙ күсәре һәм Ҡояш тирәләй өйөрөлөүе лә Ер өҫтөндә йәшәү өсөн ифрат дөрөҫ алынған. Быныһы ла осраҡлы рәүештә. Ә инде Ҡояш системаһының Галактика ситендәрәк, бушыраҡ урында осоп барыуы бигерәк тә ғәжәп. Әгәр Галактиканың уртаһындараҡ булһаҡ, башҡа йондоҙҙарҙың гравитация көсө Ҡояш системаһын тарҡатып ебәрер ине. Әгәр ҙә инде Галактиканың ситендә (иң иркен урында) булһаҡ, тере тормошто барлыҡҡа килтереү өсөн кәрәкле элементтар етешмәҫ ине. Беҙ Галактиканың иң кәрәкле урынында осабыҙ. Осраҡлы рәүештә!
Ә инде Ерҙә тормоштоң барлыҡҡа килеүе бигерәк тә хайран ҡалырлыҡ! Тормош тыуҙырыу өсөн бөтә кәрәкле элементтарҙы, кислоталарҙы бер һауытҡа һалып уңайлы шарттарҙа күпме генә болғама, бер ҡасан да тере күҙәнәк барлыҡҡа килмәйәсәк. Бының өсөн йәнә иҫ киткес осраҡлыҡтар теҙмәһе кәрәк. Йөҙҙән ашыу билдәле тәртиптә бер-береһенә бәйләнеүле генә хәрефтәр хикәйә тыуҙыра алған кеүек, тере күҙәнәк тыуҙырыу өсөн меңдәрсә аминокислотаның да бер-береһенә билдәле бер тәртиптә бәйләнеүе кәрәк икән. Ғәжәп бит! Ярай, һөйләмдәге хәрефтәрҙе яҙыусы уйлап теҙгән, ә аминокислоталар нисек кәрәккәнсә теҙелгән?..
Осраҡлыҡтар, осраҡлыҡтар, осраҡлыҡтар!.. Беҙ осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килгәнбеҙ һәм осраҡлы рәүештә йәшәп киләбеҙ...
Киләһе быуатта ла, астрономдар иҫәпләүенсә, Ерҙең йөҙҙән ашыу ҙур-ҙур кометалар менән бәрелешеүе ихтимал. Әммә, иманым камил, улар Ергә теймәйенсә, уның эргәһенән ярты тәүлек алда йәки ярты тәүлек һуңыраҡ үтеп китәсәк. Осраҡлы рәүештә.
Осраҡлы рәүештә Ер һәм беҙ иҫән ҡаласаҡбыҙ. Һәм осраҡлы рәүештә артабан да йәшәйәсәкбеҙ. Ни өсөн улай?
Был һорауға яуапты һәр кем үҙе эҙләп табырға тейеш.

Кеше һәр саҡ үҙе ғәйепле...

Беҙ барыбыҙ ҙа тормошта ҡасан да булһа уңышһыҙлыҡтарға юлығабыҙ. Һәм, әлбиттә, тиҙ генә уның сәбәбен дә табабыҙ. Дошмандарыбыҙ ғәйепле – улар аяҡ салды, ғәйбәт таратты; мөхит, тормош ғәйепле – ул шундай рәхимһеҙ. Был дөрөҫ кеүек. Ләкин, әйҙәгеҙ, тәрәнерәк ҡарайыҡ әле!
Күҙ алдына килтерегеҙ: бар урамды боҙ ҡаплаған. Әгәр мин һаҡ булмай, тайып йығылып, ҡулымды һындырҙым икән, быға кем ғәйепле? Урамдағы боҙмо, тормошмо, әллә үҙемме? Кемдер, боҙ ғәйепле, тиер, йәғни мөхит. Әммә һәр кем, аҡылы булһа, тышҡа сыҡҡас та, урамды боҙ ҡаплап алғанын күрергә һәм һаҡ ҡына атлап китергә тейеш. Йәғни мөхиткә яраҡлашырға бурыслы. Сөнки урамдағы боҙҙо бөтөрөп булмай, ә атлау тиҙлеген үҙгәртергә мөмкин. "Боҙ булһа ла, элеккесә атлайым", – тигәндәр шунда уҡ тайып йығыла һәм ҡулын һындыра, аҙаҡ тотона тормошто һүгергә.
Шуға ла аҡыллы кеше, уңышһыҙлыҡҡа эләкһә, иң алда ғәйепте үҙенән эҙләргә һәм киләсәк өсөн һығымта яһарға тейеш.
Тирә-йүндәге мөхитте үҙгәртеп, дошмандарҙы бөтөрөп булмай, ә үҙеңде ҡулайлаштырырға мөмкин, һәм был күпкә еңелерәк. Кеше һәр саҡ үҙе ғәйепле. Ошоно аңлаған ғына тормошта ла, сәнғәттә лә уңыштарға өлгәшә ала.

Иллюзия

Химия дәрестәренән беләбеҙ: һәр материя атомдарҙан тора. Атомдарҙың ядроһы бар, ә уның тирәһендә электрондар өйөрөлөп йөрөй. Йәғни атом Ҡояш системаһына оҡшаған: уртала Ҡояш – ядро, һәм бик ҙур бушлыҡта бер нисә планета-электрон әйләнә. Икенсе төрлө әйткәндә, нимәне генә алһаҡ та – ҡаты таштымы йәки шыйыҡ һыуҙымы – атом исемле сағыштырмаса ҙур бушлыҡ эсендә кескәй генә электрондар сәбәләнә. Шулай итеп, һәр бер әйбер (иң ҡаты таш та, бетон да) 99 процент бушлыҡтан һәм фәҡәт бер генә процент тәшкил иткән матдәнән (ядро һәм электрондарҙан) тора. Йәғни һәр әйбер (мәҫәлән, ҡаршыбыҙҙа торған ҡаты ҡая ла) ҙур-ҙур тишекле сеткаға оҡшаған. Етмәһә, улар – электрондар – иҫ киткес тиҙлектә туҡтауһыҙ хәрәкәт итә, гүйә, мыжғып торған ҡырмыҫҡа иләүе. Ә беҙгә примитив күҙебеҙ ҡаяны ҡатып ҡалған хәрәкәтһеҙ тотош стена тип күрһәтә, уны үтә күреп булмай тип алдай.
Күҙ тигән приборҙың тойоу мөмкинлеге сикләнгән булыуы арҡаһында, икенсе төрлө әйткәндә, күҙҙең алдауы сәбәпле, беҙ ысынбарлыҡты, бар донъяны бөтөнләй икенсе төрлө ҡиәфәттә, ғәмәлдә булмағанса ҡабул итәбеҙ.
Фекеребеҙ аңлайышлы булһын өсөн кино эффектын иҫкә төшөрәйек. Кино бит таҫмала ҡатып ҡалған һүрәттәрҙән тора. Әммә уларҙы тиҙ-тиҙ генә бер-бер артлы күрһәткәс, күҙебеҙ беҙгә шуларҙы "ҡыбырлаусы кешеләрҙе күрәм" тип ышандыра. Шулай итеп, күҙебеҙ донъя хаҡында беҙҙең мейегә гел генә дөрөҫ булмаған мәғлүмәт бирә.
Хәҙерге физика ғалимдары әйтә: беҙ күргән материя ысынында юҡ ул. Күҙебеҙ материя тип күргән нәмә – энергия. Вибрациялы көслө энергия ҡайҙандыр (Оло сығанаҡтан!) килә. Уның вибрацияһын, тиҙлеген кәметә төшкән урынында элементар киҫәксәләр хасил була. Улар электрон менән протонға әүерелә. Шулай итеп, атом тыуа. Электрондар күҙгә тик торған тотош әйбер кеүек күренер тиҙлектә хәрәкәт итә. Дөрөҫө – киреһенсә: кешенең күҙе һәм нервы системаһы шундай итеп эшләнгән – улар ошо тиҙлектә хәрәкәт итеүсе энергияны ҡатып ҡалған өҙлөкһөҙ әйбер итеп күрә. Шулай итеп материя тигәнебеҙ күҙ биргән мәғлүмәтте мейенең үҙенсә интерпретация яһауы ғына. Юҡ нәмәне бар тип алдауы ғына. Көнсығыш мистикалары ла, күҙебеҙ "күрәм" тип алдаған нәмә ысынында иһә юҡ ул, материя – иллюзия, майя, тиҙәр.
Эйе, беҙ ысынбарлыҡты бөтөнләй башҡаса күҙ алдына килтереп, булмаған тирә-яҡ мөхитте бар тип, алдатҡыс донъяла йәшәйбеҙ. Шуның өсөн ҡайғырабыҙ, нәфрәтләнәбеҙ йәки шатланабыҙ. Был – кинотаҫмалағы хәрәкәтһеҙ кешеләрҙе үҙ-ара һуғыша тип күреп ҡайғырыу-илауҙан да сәйерерәк. Күҙҙең алдауына ышанып, булмаған, юҡ материя өсөн әҙәм балаларының өҙгөләнеүе көлкө лә, ҡыҙғаныс та.
"Бәхетле булыуҙың сере"Әйтелә бит: "Эй, кешеләр, был донъяны тыныс ҡабул итегеҙ!" Үҙегеҙҙе уратып алған нәмәләр, ваҡиғалар өсөн ҡайғырмағыҙ ҙа, шатланмағыҙ ҙа (сөнки улар – иллюзия, юҡ, алдатҡыс), эске донъяла, күңелегеҙ, йәнегеҙ өсөн йәшәгеҙ. Бары ул ғына ысын һәм мәңгелек.
Наил ҒӘЙЕТБАЙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779