"Башҡортостандың төҫ ташламаҫ гәүһәрҙәре араһында тыуған ер ҡуйынынан урғылған Ағиҙел кеүек алсаҡ һәм моңло, Урал кеүек олпат һәм уйсан, далаларыбыҙ кеүек киң һулышлы һәм бәрәкәтле, тормоштоң үҙе кеүек тәрән тамырлы Мостай Кәрим ижады бар".
Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры. Март айында Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндә" трагедияһының тәүге тапҡыр сәхнәлә ҡуйылыуына 50 йыл тула. Был — сәнғәт һәм әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн мөһим ваҡиға, сөнки "Ай тотолған төндә" пьесаһы – милли классикабыҙ, уның өлгөһөндә бер нисә быуын ижадсылары һәм тамашасылары тәрбиәләнә. Киләсәк быуындар ҙа был үлемһеҙ әҫәргә күп тапҡыр мөрәжәғәт итер.
Трагедияла һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрәйек. Йолаға ярашлы, Аҡйегетте ағаһының тол ҡатынына өйләндерәләр, ә һөйгәне Зөбәржәтте 11 йәшлек ҡустыһы Ишмырҙаға кейәүгә бирәләр. Әммә геройҙар был ҡанунға буйһонорға теләмәй. Ырыу башлығы Тәңкәбикә Аҡйегет менән Зөбәржәтте асыҡ далаға ҡыуып ебәргән аҡһаҡалдар хөкөмө алдында көсһөҙ. Күп осраҡта әҙәбиәт белгестәре тарафынан пьесаның драматик конфликтына ҡарата: "Тәңкәбикә үҙе тәңре ҡаршыһында гонаһ ҡылыуҙы ғәйепләй, үҙе йәш сағынан уҡ ауыр гонаһ утында яна, үҙе балаларын йәне-тәне менән ярата, Аҡйегет менән Зөбәржәттең бәхете хаҡында хыяллана, үҙе уларҙы үлемгә хөкөм иттерергә мәжбүр. Пьесаның нигеҙен боронғо йола һәм традицияларҙы ҡабул итергә теләмәү, кешенең рухи азатлыҡҡа ынтылышы тәшкил итә", – тигән фекер әйтелә.
Әммә һәр сәхнәләштереүҙә һәр режиссер был классик трагедиянан яңы мәғәнә эҙләй һәм таба ла. "Ай тотолған төндә" трагедияһы тәүге тапҡыр М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 1964 йылда ҡуйыла. Режиссеры – Шәүрә Мортазина, рәссамы – Ғәлиә Имашева, композиторы – Хөсәйен Әхмәтов. Төп ролдәрҙә: Зәйтүнә Бикбулатова (Тәңкәбикә), Рәғиҙә Янбулатова (Шәфәҡ), Илшат Йомағолов (Аҡйегет), Дәриға Фәйзуллина (Зөбәржәт), Шамил Рәхмәтуллин (Диуана), Ғәзим Туҡаев (Дәрүиш) була. 1968 йылда ошо әҫәр өсөн Мостай Кәримгә, режиссер Шәүрә Мортазинаға, рәссам Ғәлиә Имашеваға, актриса Зәйтүнә Бикбулатоваға РСФСР-ҙың К.С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы бирелә.
Режиссер Шәүрә Муса ҡыҙы ул дәүерҙә Дауыт Юлтыйҙың “Ҡарағол”, Баязит Бикбайҙың “Салауат Юлаев” һәм “Ҡаһым түрә”, Всеволод Вишневскийҙың “Онотолмаҫ 19-сы йыл”, Әсғәт Мирзаһитовтың “Утлы өйөрмә”, Нәжиб Асанбаевтың “Беҙгә егеттәр килде” һәм “Рәйсә”, Азат Абдуллиндың “Онотма мине, ҡояш!” әҫәрҙәрен ҡуя. Бик уңышлы килеп сыҡҡан был эштәр әле Шәүрә Мортазина ирешәсәк ҡаҙаныштарға илтеүсе баҫҡыстар ғына була. Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһын сәхнәләштереп, ул ҙур ҡыйыулыҡ күрһәтә һәм театрҙы данға күмә.
СССР-ҙың халыҡ артисы, тәүге Тәңкәбикә – Зәйтүнә Бикбулатованың ижади мираҫы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 95 йыллыҡ тарихында айырым урын алып тора. Ул – әйтеп бөтөргөһөҙ күп яҡлы талант эйәһе. Зәйтүнә Бикбулатованың классик ролдәре заманында республиканы ғына түгел, ә күп милләтле илебеҙҙең театр мәҙәниәтен яңғырата. Дездемона (У. Шекспир, "Отелло"), Лауренсия (Лопе де Вега, "Һарыҡ шишмәһе"), Анна Каренина (Л. Толстой, "Анна Каренина") ролдәре тотош ил театр сәнғәтенең сағыу бер ваҡиғаһы була.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ рәссамы Ғәлиә Шакир ҡыҙы Имашева – Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһының беренсе сценографы. Ул Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлай. Унда күренекле оҫталарҙа: Тюлькин, Дәүләткилдеев кеүек рәссамдарҙа уҡый. Ғәлиә Шакир ҡыҙының бөтә ижад юлы тиерлек Башҡорт академия драма театры менән бәйле. Ул унда 1936 йылда, йәғни Баймаҡ колхоз-совхоз театрында эшләп алғандан һуң, килә. Ҡырҡ ике йыл дауамында (1946 –1988) театрҙың баш рәссамы була. Шул дәүерҙә ике йөҙҙән ашыу спектаклдең сәхнә биҙәлешен юғары кимәлдә башҡарған Имашева Башҡортостанда ғына түгел, тотош Советтар Союзы театр рәссамдары араһында бармаҡ менән һанарлыҡ гүзәл зат вәкилдәренең береһе була. Ике тапҡыр "Почет Билдәһе" ордены менән бүләкләнә. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында тәүге профессиональ рәссам булыуы менән дә беҙгә ҡәҙерле.
"Ай тотолған төндә" трагедияһы 1992 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театрында яңы редакцияла ҡуйыла, режиссеры – Рәсәйҙең халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй дәүләт премияһы лауреаты Рифҡәт Исрафилов, рәссамы – билдәле сәнғәт эшмәкәре Таң Еникеев, композиторы – Рим Хәсәнов. Төп ролдәрҙе Гөлли Мөбәрәкова (Тәңкәбикә), Таңсулпан Бабичева (Шәфәҡ), Хөрмәтулла Үтәшев (Аҡйегет), Шәүрә Дилмөхәмәтова (Зөбәржәт), Шамил Рәхмәтуллин (Диуана), Заһир Вәлитов (Дәрүиш) башҡара. "Ай тотолған төндә" ҙур уңыш менән бара. 1992 йылда театр коллективы ошо спектаклде "Милли труппаларҙың иң яҡшы спектаклдәре" смотрында Мәскәүҙә күрһәтә.
Бөгөн заманса йүнәлештә сәхнәләштерелгән "Ай тотолған төндә" спектаклендә дүртенсе быуын актерҙары уйнай. Режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов. “Бынан алыҫ йәйләүҙәрҙең береһендә йәшәгән матур, йәш бер килендең ире яуға киткән. Бик һағынған, бик интеккән был башта. Әммә бәреп сыҡҡан шишмә aғыp юлын таба. Юлын тапҡас, юлдашын да таба. Әлеге килен дә күрше йәйләүҙән килеп йөрөгән бер егеткә ғашиҡ була. Көндөҙ ирен уйлай, ә төндәрен егет ҡосағына инә. Йыл да үтмәй, ир бала донъяға килә. Был турала кендек әбейенән башҡа бер кем, бер ни белмәй. Тик баланы ҡайҙа итергә әмәл тапмай яфа сигә былар... Әлеге бала тыуған көндә йәйләү аша бер йәш дәрүиш уҙа. Яҙмыш ҡушҡанмылыр, ул тап әлеге тирмәгә һуғыла. Уғa ҡаршы баяғы ҡарсыҡ йүгереп сыға. Дәрүиш бөтәһен дә теге ҡарсыҡ әйткәнсә эшләй һәм шул көндә үк китеп бара”. Был юлдар – режиссер һәм ҡуйыусы төркөм фекеренә ишара. Тәңкәбикә – Башҡортостандың халыҡ артисы Сара Буранбаева, Дәрүиш – Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров, Диуана – Урал Әминев, Аҡйегет – Руслан Хайсаров, Шәфәҡ – Милена Сираева, Зөбәржәт – Лилиә Ғәлина.
Яңы "Ай тотолған төндә" 2013 йылда XI "Науруз" халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты. Унда Татарстан, Башҡортостан, Сыуаш Республикаһы, Яҡут-Саха, Ҡаҙағстан, Хакас, Алтай, Тыва, Азербайжан, Ҡырғыҙстан, Төркиәнән төрлө театр коллективтары сығыш яһаны. Театрҙарҙың бер-береһе менән ижади бәйләнештә йәшәүен, спектаклдәрҙең эстетик дәрәжәһен күтәреүҙе, гастролдәр эшен әүҙемләштереүҙе, милли драматургияны популярлаштырыуҙы, яңы ижади формалар уйлап табыуҙы, донъя театры киңлегенә сығыуҙы һәм башҡа бик күп маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоп уҙғарылған был фестивалдә Башҡорт дәүләт академия драма театры сығышы күркәм бер биҙәк булды. Фестивалдең тәнҡитселәр коллегияһы, жюри ағзалары, "Ай тотолған төндә" юғары кимәлдә, үҙенсәлекле формала, заманса ҡуйылған, ҙур иғтибарға лайыҡ спектакль", тигән фекерҙә.
Мостай Кәримдең был трагедияһы шулай уҡ Сибай башҡорт дәүләт драма театрында (1966 йыл, режиссеры – Р. Әйүпов), Салауат башҡорт дәүләт драма театрында (1977 йыл, режиссеры – В. Сәйфуллин), Туймазы татар дәүләт театрында (1998 йыл, режиссеры – Ф. Ҡасимова), Стәрлетамаҡ урыҫ дәүләт драма театрында (1999 йыл, режиссеры – М. Күлбаев) ҡуйылды. Мәскәүҙең Моссовет, Пушкин исемендәге, Литва дәүләт, Ғәлиәскәр Камал исемендәге татар академия, Үзбәк дәүләт драма һәм башҡа театрҙарҙа ҡуйыла. Трагедия буйынса балет һәм опера ижад ителгән, 1978 йылда фильм төшөрөлгән (Свердловск киностудияһы, режиссеры – Б. Халзанов).