Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гран-при — хужаларҙа
Гран-при — хужаларҙа
Мәҙәниәт йылының матур саралары Яңауыл районында әүҙем дауам итә. Шуларҙың береһе – вокалсыларҙың Радик Гәрәев исемендәге асыҡ конкурсы. Быйыл дүртенсе тапҡыр үткәрелгән бәйгелә республиканың туғыҙ районы һәм өс ҡалаһынан 14-тән 62 йәшкә тиклемге өс тиҫтәнән ашыу йырсы ҡатнашты.

Яңауылда тыуып үҫеп, Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә киң танылыу алған бихисап мәҙәниәт һәм сәнғәт әһеле араһында был талантлы һәм үҙенсәлекле опера һәм эстрада йырсыһы айырым урынды алып тора. Күп һанлы халыҡ-ара, Союз һәм Рәсәй кимәлендәге конкурстар, Ғ. Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Гәрәевтең ижади мираҫын пропагандалау һәм таратыу район хакимиәте тарафынан ойошторолған бәйгенең төп маҡсаты итеп билдәләнгән. Шуға ла һәр конкурсанттың баһалау комиссияһы ҡарамағына тәҡдим иткән ике әҫәренең береһе – халыҡ йыры, икенсеһе мотлаҡ Радик Гәрәев репертуарынан булырға тейеш. Үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусылар, балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәрендә шөғөлләнеүселәр, ошо йүнәлештәге училищеларҙа уҡыусылар араһынан талантлы башҡарыусыларҙы асыуҙы, уларҙың артабанғы һөнәри үҫешенә булышлыҡ итеүҙе лә күҙ уңында тота ойоштороусылар.
Төрлө тарафтан йыйылған йырсылар өс төркөмгә бүленеп, 12 – 16, 17 – 35 йәшлектәр, 36 йәштән өлкәндәр сығыш яһаны. Уларҙың оҫталығын Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры, Башҡортостандың халыҡ артисы Эльвира Ғәйфуллина рәйеслегендәге жюри билдәләне. Баһалаусылар араһында республикабыҙҙың танылған сәхнә оҫталары Фәнәүи Сәлихов менән Йәмил Әбделмәнов һәм Радик Гәрәевтең тормош иптәше Нәжиә Мөхәмәт ҡыҙы ла бар ине. Төрлө номинацияла лауреат булғандар һәм бәйге еңеүселәре район мәҙәниәт һарайында үткән гала-концертта иғлан ителде. Сара барышында яңауылдарҙың Балтас районынан “Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” марафоны штандартын ҡабул итеп алыуы, бүләкләү барышына һәм иң оҫта вокалсыларҙың сығышына үҙенсәлекле төҫ өҫтәп, уны ысын йыр һәм сәнғәт байрамына әйләндерҙе.
Бәйге йомғаҡтары буйынса 100 мең һум күләмендәге гран-при бер тауыштан еңеүсе тип табылған Яңауыл районы вәкиле Лилиә Ғаязоваға тапшырылды. Мәҙәниәт йортонда методист булып эшләгән ике бала әсәһе бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ, быйыл тәүге тапҡыр үҙен һынап ҡарарға баҙнат иткән, һөҙөмтәлә гран-при — уныҡы!
16 йәшкә тиклемге йырсылар араһынан беренсе урынды – Ағиҙел ҡалаһынан Эльмира Шәрипова, икенсене – Нефтекаманан Тамерлан Хәлитов, өсөнсө урынды Өфө егете Алмас Сиреүсин яуланы. 17 – 35 йәшлектәрҙән I – III дәрәжә дипломдарға Өфөнән Наҙгөл Ибраһимова, Яңауыл районынан Айҙар Әхиәров, Өфө ҡалаһынан Илнур Ишембаев һәм Динара Хафизова лайыҡ булды. 36 йәштән олораҡтар араһында Тәтешле районы йырсыһы Рәмил Хәсәнов I дәрәжә диплом алһа, Яңауыл районынан Хәлисә Нәсибуллинаға – икенсе, Краснокама вәкилдәре Гөлсәсәк Йосопова менән Данил Хужинға өсөнсө дәрәжә дипломдар тапшырылды.
Радик Гәрәев репертуарына ингән йырҙы иң яҡшы башҡарыусы тип Өфө ҡалаһынан Айтуған Ғәйзуллин табылды. Халыҡ йырын иң оҫта башҡарыусы булараҡ Асҡын районынан Әфғәт Асҡаров билдәләнде, әйткәндәй, ул бәйгенең иң өлкән ҡатнашыусыһы ла икән.
Салауат районынан Рәдиф Зарипов “Үҙенсәлекле башҡарыусы” исеменә лайыҡ булһа, Өфөнән Салауат Мөхәмәтйәров – “Сәхнә оҫталығы”, Илмир Бирғәлин “Һирәк башҡарылған йыр” номинацияларында еңеү яуланы.
Арабыҙҙан бик иртә киткән талантлы композитор Салауат Низаметдиновтың уҡыусыһы, үҙе лә күреү һәләтенән мәхрүм Хәйбулла егете Азат Исҡужинға “Тамашасы һөйөүе” призы тапшырылғанда зал көслө алҡыштарға күмелде. Һауа шарттарына ҡарамай, 800 саҡрым араны бер ни итмәй, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш сиктәрендә ятҡан Хәйбулла районынан төньяҡ сиктәге Яңауылға килеү үҙе генә лә һоҡланырлыҡ бит! Азатты бәйгелә ҡатнашырға дәртләндергән һәм уны оҙатып йөрөгән район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Гөлфиә Хәләфетдинова менән йырсының аккомпаниаторы, мөмкинлектәре сикләнгән үҫмерҙәрҙең “Нур” клубында музыкаль етәксе булып эшләүсе Урал Аҡъюлов, һис шикһеҙ, оло маҡтауға лайыҡ. Радик Гәрәев ижадына булған ихтирам һәм һөйөү этәргән бындай ҡыйыу аҙымға хәйбуллаларҙы.
Вокалсының ярты уңышы аккомпаниаторға бәйле, шуға ла улар өсөн айырым номинация булдырылғайны. Өфөнән Римма Садиҡова, Яңауыл районынан — Юрис Бәҙретдинов, Мишкәнән — Данил Әсләмов һәм Илеш районынан Айвар Миңлеғолов иң яҡшылар тип билдәләнде.
Мәшһүр сәнғәт оҫтаһы Радик Гәрәев исемендәге йырсылар бәйгеһенең сираттағыһы тамамланды. Уның еңеүселәре генә түгел, барлыҡ ҡатнашыусылары ла ижад өсөн яңы дәрт-дарман алып таралышты.
Ансар НУРЕТДИНОВ,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.

Яңауыл районы.



Эльвира Ғәйфуллина, баһалау комиссияһы рәйесе:
– Конкурсанттарҙың башҡарыу оҫталығы йылдан-йыл үҫә барыуы шатландыра. Быйылғыһына йырсылар бик етди әҙерләнеп килгән, репертуарҙары ла байыраҡ. Киләсәктә сығыштарҙы төплөрәк баһалау йәһәтенән номинациялар теҙмәһен тулыландырыу кәрәк. Ойоштороуға килгәндә инде, был сара йыл да бик матур үтә. Район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов һәм уның ҡул аҫтында эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәр, тәү сиратта мәҙәниәт бүлеге бәйгене үткәреүгә бик етди ҡарай.
Ринат Ибраһимов, Яңауыл районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе:
– Мәшһүр яҡташыбыҙ исемен йөрөткән конкурстың дүртенсеһен үткәрҙек. Уларҙың һәр ҡайһыһы ҡабатланмаҫлыҡ, камил. Шулай ҙа бәйгенең географияһын киңәйтеп, уның ысынлап та асыҡ конкурс икәнен күрһәтеү өсөн эшләйһе бар әле. Ҡатнашыусыларҙың былтырғынан аҙыраҡ булыуы уйланырға мәжбүр итте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779