Һәр милләт урындағы тарихи һәм географик шарттарға бәйле барлыҡҡа килгән милли төрлөлөккә — тел, моң, йола, холоҡ-фиғел, тышҡы ҡиәфәт кеүек үҙгәрешһеҙ сифаттарға — эйә. Был — рухи байлыҡ. Милләттең нигеҙен тәшкил иткән ошо хазинаны быуындан быуынға тапшыра килгән зыялылар була. "Арғымаҡ" тигән әҙәби-публицистик әҫәремдә уларҙы "арғымаҡлы"лар, йәғни аңлы, рухлы, ғәмле, ырыҫлы, моңло, аҡыллы, ҡотло тип атағайным. Зыялылар халыҡҡа юл күрһәтеп, йүнәлеш биреп, кәрәк сағында етәкләп алдан барған рухи шәм кеүек. Улар был эште йөрәк ҡушыуы, күңел әйҙәүе буйынса башҡара. Рухи шәмдәрҙең нуры ни тиклем яҡты икән, халыҡ та шул ҡәҙәр көслө була.
Һүҙем — ошондай "арғымаҡ"лы шәхестәребеҙҙең береһе Камил Абдрахман улы Вәлиев тураһында. Уға быйыл 80 йәш тулыр ине…
Күренекле ғалим һәм педагог, физика-математика фәндәре докторы, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Камил Вәлиев ғаиләбеҙҙең яҡын дуҫы булды.
... 1967 йылда тәүге балабыҙ тыуып, декрет ялында ултырған сағым. Диҡҡәт бер ғаиләне ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Камил менән Ғәлиә ине улар, Юлдаш исемле улдарын да алғандар.
— Ҡыҙыбыҙ ҙа бар, тик, йәшәргә урын булмағас, уны әлегә ауылда ҡалдырып торҙоҡ, — тине Камил. Ике бала атаһы булыуы өсөн ҙур ғорурлыҡ кисергәне йөҙөнә яҙылғайны. Ғәлиә иһә — бик матур ҡатын: оҙон ҡалын сәсе толомлап үрелгән, сәгер күҙле. Камил аҡ йөҙлө, мыҡты кәүҙәле. Икеһе лә көләс, ихлас.
— Мәрйәм, ғәфү ит, һин табын әҙерләгәнсе, бер йыр һуҙайым әле. Отоп алдым да, ҡасан өйгә барып етәм инде, онотмаҫ элек ҡабатлай һалайым тип, ашығып килеп индем. Ырымбур башҡорттары йыры "Зөбәйҙә", Сәриә Миржанованан отоп алдым. — Камил күңелдең иң нескә ҡылдарына тиклем сиртеп үткән иҫ китмәле йомшаҡ, бәрхәт наҙ менән моңон һуҙып ебәрҙе:
Зөбәйҙә, һылыуым, һин ҡайҙа?
Алма тәгәрәтеп тә уйнай ҙа,
Һөйгән йәрен һағынып илай ҙа... "Башҡорт йырының өтөрө лә, нөктәһе лә юҡ — ул башынан аҙағына тиклем бер бөтөн" тигән фекерҙе ошо моңдо ишеткәндән һуң аңланым. Ә йырҙары иҫ китмәле күп ине Камилдың, уларҙы шул ҡәҙәр һағынам.
Вәлиевтәр беҙгә йыш ҡына килеп, Юлдашты тәрбиәләп, үҙҙәре йыуынып алыр ине. Бик матур, йылы осрашыу, һөйләшеү, йыр тыңлау яҡты иҫтәлек булып күңелдә ҡалған. Камил ғаиләһен шул тиклем яратты, ҡурсаланы. Бәләкәсен күтәреп ала ла айырым бер наҙ менән йырлап әүрәтә, усына ултыртып һикертә торғайны. Фатир алғас, иң тәүҙә беҙҙе саҡырҙы Вәлиевтәр, иҙәндә табын ҡороп, йырлашып ултырҙыҡ.
— Хыялым ошо ине минең: фатир алғас, әлегә унда бер ни ҙә юҡ саҡта иҙәндә табын ҡороп ултырыу, — тип шатлығы менән ихлас уртаҡлашты Камил. — Әлбиттә, тәүге ҡунаҡтарым һеҙ булырға тейеш инегеҙ.
Камилды йырһыҙ һис кенә лә күҙ алдыма килтерә алмай торғайным. Бынан тыш, тау тоҡомдарының магнит үҙенсәлеге менән шөғөлләнгәнен белә инем, әммә ул өйҙә эш тураһында һөйләмәне. Бөрйән районында уҡытҡан сағында ҡайһы ауылда, кемдән ниндәй йыр отоп алғаны тураһында һөйләй ҙә, шуны ихлас башҡара торғайны. Моңо һис ялҡытманы, йөрәккә ял бирҙе. "Һәр башҡорттоң йөрәгендә туған йыры ятһа, ул үҙенең кемлеген онотмаҫ, һөҙөмтәлә олатайҙарыбыҙҙың көрәше юҡҡа сыҡмаҫ ине, — ти торғайны Камил. — Урамда ҡысҡырып йырлап бар әле, тиһәләр, Өфөлә лә уңайһыҙланып тормаҫ, моңдо һуҙыр инем!" Ғөмүмән, ябай, ихлас булды, мут йылмайып һөйләргә ярата торғайны. Уның ни менән шөғөлләнгәнен Диҡҡәт әйткәйне инде, ә үҙе былай тине:
— Йәшәйеш магнит ҡеүәтенә бәйле. Ер ҡатламдары ошо көс арҡаһында барлыҡҡа килгән. Магниттың хатта кеше һөйәктәрендә булыуы ихтимал. Әҙәм балалары бер-береһенә ошо көс аша тартыла — беҙ уны "мөхәббәт" тип атайбыҙ. Бындай ҡеүәт ике яҡлы булмаһа, магниттың үҙенсәлеге юғала. Минеңсә, Еребеҙ ҙә, башҡа планеталар ҙа фәҡәт ошо тартылыу көсө нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Океан төбөн, ер ҡатламын төшөп тикшереп булмай. Шуға күрә мин, Диҡҡәт кеүек, магниттың үҙенсәлеген тау тоҡомдары аша иҫбат итәсәкмен.
— Беҙҙең Камил шулай ул: бөтә нәмәне магнитҡа килтерә лә бәйләй, — тип йылмайыр ине Ғәлиә.
— Ысын. Бына, матдәләрҙең магнит үҙенсәлеген өйрәнеү буйынса кафедра асам да тау тоҡомдарын үҙләштереүҙе киңерәк йәйелдереп ебәрәм. Аспирантура, докторантура асыу ниәте лә юҡ түгел. Һәләтле йәштәребеҙ күп бит беҙҙең. Унан һуң мөхәббәттең магнит үҙенсәлеген өйрәнергә тотонам, — тип Камил, дөрөҫөн дә, мәрәкәһен дә ҡушып, көлдөрә-көлдөрә хыялын һөйләй башлай торғайны.
Мин шунда студенттарҙың ни өсөн Камил Вәлиевтең лекцияларына теләп, ихлас йөрөүен, ауыр предметты яратыуын аңланым. Уҡытыусы иң элек теманың төп идеяһын ярым шаяртыу рәүешендә аңлатып биргәндер ҙә унан ғилми яғына күскәндер.
Камил Вәлиевтең докторлыҡ диссертацияһы тау тоҡомдары матдәләренең магнит үҙенсәлегенә, көслө температуралағы һәм баҫым аҫтындағы физик үҙенсәлегенә бәйле. Был хеҙмәте менән ул ер аҫты байлыҡтарының барлыҡҡа килеүен, урынлашыуын, ҡаҙылма байлыҡтарҙың бер-береһенә нисек бәйле булыуын асыҡланы. Башҡорт дәүләт университетында ҡаты ер физикаһы буйынса докторантура асыуға өлгәшеп, дөйөм физика кафедраһы мөдире булды, Өфөлә физика-техник институт асырға хыялланды. Донъя кимәлендә танылыу тапҡан ҙур ғалим булыуына ҡарамаҫтан, үтә лә ябай, кеселекле, ғәжәп бай телле, мәрәкәсел кеше ине Камил. Ирем уның күңел көрлөгөнә ныҡ һоҡлана торғайны.
— Беҙ ҙә күпте күрҙек, әммә Камилдың үткәндәре беҙҙең ише генә түгел. Барлыҡ ауырлыҡты көр күңелле булыуы арҡаһында еңгәндер инде, — ти торғайны Диҡҡәт. Ул саҡта дуҫыбыҙҙың кемлеген асыҡ белмәнем һәм "Камилдың күргәндәре…" тигән һүҙҙәргә "һуғыш балалары яҙмышы" тигән мәғәнә генә һала инем.
Ғөмүмән, Камил асыҡ, ябай, тураһын тапҡыр ғына итеп һөйләй торған кеше булһа ла, "эйәрле-йүгәнле атын" бик тәрәнгә бикләгән егет булып сыҡты. Уның кемдең туғаны булыуын белгәс кенә, байтаҡ һөйләшеүгә асыҡлыҡ инде. "Һүнмәҫ нурҙар" исемле тәүге повесым нәшер ителгәс, Вәлиевтәргә бүләк иткәйнем.
— Ваҡыт табып, уйланыуҙарымды яҙырға ине. Геройҙың исемен үҙгәртеп алырға була бит. Һин дә Диҡҡәтте шулай яҙғанһың бит.
— Был — әҙәби әҫәр. Иремдең ғилми эшен нигеҙ итеп алдым. Ә башҡа геройҙарҙың прототиптары булһа ла, туранан-тура күсермә түгел.
— Ә мин үҙгәртмәйенсә яҙыр инем. Камилдың йырҙары ябай ғына түгел бит. Уларҙың нигеҙендә тәрән ҡайғы, бер кемгә лә һөйләмәй торған аһ-зар ята. Ярай әле, юлында Диҡҡәт ағай тап булды: ул аңлай Камилды. Хыялый булмаһа ярар ине ирем, тип теләй торғайным. Төн уртаһында ла һикереп тороп йырлай башлауы тиктәҫкә түгел бит ул. Их, яҙырға ине бөтәһен дә…
Ғәлиәнең был һүҙҙәренә тәрән мәғәнә һалманым, сөнки бик күптәрҙең тормошон китапҡа тиңләүе һирәк осраҡ түгел.
...Диҡҡәттең вафатынан һуң ныҡ ҡайғырҙы Камил. Беҙгә бер нисә тапҡыр килделәр, аҙаҡ аралашыу һирәгәйҙе.
1990 йылдың аҙағында "Урал" башҡорт халыҡ үҙәгенең бер тармағы булған Юрматы егеттәре яҡташтары Зәки Вәлидиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләү тәҡдиме менән килде. Мин ойошманың яуаплы секретары инем. Егеттәрҙең башланғысын идара ағзалары хупланы һәм ойоштороу, рөхсәт алыу мәсьәләләрен Дауыт ағай Сәғитовҡа йөкмәтте. Сит илдәрҙән ҡунаҡ саҡырыу бик ҡатмарлы мәсьәлә ине: Дәүләт именлеге комитетынан рөхсәт алыуҙан тыш, һәр килгән кешене Өфөлә кемдер (ул сәйәси яҡтан ышаныслы булырға тейеш, органда тикшереү үтеүе мотлаҡ) үҙ яуаплылығына алырға тейеш. Зиннур Ураҡсинға — Сүбиҙәй, миңә Байҡара тәғәйенләнде. Башҡа ҡунаҡтарҙы бүлгән саҡта Камил Вәлиев килеп инде лә үҙенең Иҫәнбикәнең ике туған ағаһы булыуын, әсәһе Сара апайҙың Зәки Вәлидиҙең бер туған һылыуы икәнлеген, Иҫәнбикәнең ҡыҙы менән ваҡытлыса Америкала йәшәүен, улар менән былтырҙан уҡ хат аша аралашып тороуын әйтеп шаҡ ҡатырҙы. Шунда ғына Диҡҡәттең "Камилдың күргәндәре..." тигән һүҙҙәренең, ул йырлаған саҡта күҙҙәренә һағыш тулыуының, Ғәлиәнең әйткәндәренең мәғәнәһенә төшөндөм. Бер ваҡыт Камил:
Тәҡдир ҡәләмдәре миндә булһа,
Былай яҙмаҫ инем яҙмышты, — тип йырлағанда Диҡҡәт, күңеле тулып, хатта өҫтәл янынан тороп киткәйне. Камилдың яҙмышын Зәки Вәлидиҙеке менән бергә ҡушып кисергәндер...
Аҙаҡ уҡып, ишетеп, айырыуса Нурия Килмөхәмәтованың "Минең ҡәҙерлеләрем" тигән иҫтәлектәрен ҡарап, Диҡҡәттең белгәндәрен өндәшмәүе Камилдың ныҡ тыйыуына бәйле булғандыр, тигән фекергә килдем. Ирем бит үҙенә тынғылыҡ бирмәгән серҙәре менән һәр саҡ уртаҡлаша торғайны.
Быға ҡәҙәр ҙә яҙғаным булды: Әхмәтзәки Вәлидиҙең исемен телгә алыу тыйылған йылдарҙа ла Диҡҡәт уның хаҡында белешмәләр таба, мәғлүмәт йыя торғайны. "Яҡташыбыҙ Мәскәүҙә уҡыған сағында уҡ данлыҡлы Ленин китапханаһында Бируниҙың "Медицина ҡанундары"ның фарсы телендәге төп нөсхәһен тапҡан. Ул — бөйөк ғалим, исеме барыбер ҡайтасаҡ", — ти торғайны ҙур ышаныс менән.
Бөйөк шәхескә ҡағылышлы бәләкәй генә мәғлүмәтте лә күҙҙән ысҡындырмай ине Диҡҡәт Бураҡаев. Камил Вәлиев менән яҡындан танышып, аралашып, күңел яҡынлығы тойоп йәшәүебеҙ ҙә Вәлидигә бәйле булғандыр.
Ирем халҡыбыҙҙың бөйөк улына булған ҡарашын профессор Билал Йосоповҡа ла еткергән булһа кәрәк. Профессор Әхнәф Харисов Төркиәлә Әхмәтзәки Вәлидиҙе күреп ҡайтҡас, Билал Мәғдәсим улы уны һәм Диҡҡәт менән мине ҡунаҡҡа саҡырып алып, ғалимдың тормошо, китапханаһы тураһында һорашып ултырҙы. Атаҡлы ғалимдың "Башҡорттарҙың тарихы" тигән китабы тураһында ла һөйләне, халҡыбыҙҙың бөйөк улын бик йылы итеп телгә алды. Тимәк, башҡорттоң алдынғы ҡарашлы уҙаман егете һәм ҡыҙҙарының күңелендә Вәлиди рухы йәшәгән.
Мәрйәм БУРАҠАЕВА.
(Аҙағы бар).