Редакцияға килгән шиғырҙарға күҙәтеү
Бер кешегә Байлыҡ менән Ярлылыҡ килгән, ти. Һорайҙар икән былар: “Ҡайһыбыҙ матурыраҡ?”
Был кеше баҙап ҡала: Байлыҡты матур тиһәң, Ярлылыҡ, үсләшеп, китмәй этләтер. Ярлылыҡты матур тиһәң, Байлыҡ китеп барыр. Уйлап-уйлап торғас, былай ти ул: “Тик торғанда әйтә алмайым, һеҙ йөрөп күрһәтегеҙ”. Атлайҙар тегеләр. Уларға ҡарап торған кеше: “Һин, Байлыҡ, килгәндә ал яҡтан матурһың, ә һин, Ярлылыҡ, киткәндә арттан матур”.
Редакцияға килгән бер ҡосаҡ шиғырҙы ҡараштырып ултырғанда, ошо фәһемле көләмәс иҫкә төштө. Ысынлап та, өҫтәлемдә ятҡан шиғырҙар араһында “Бай”ҙары ла, “Ярлы”лары ла бар. Береһен маҡтап, икенсеһен яманлаһам, кемделер рәнйетермен кеүек. Ләкин минең теге кеше кеүек: “Һин, Байлыҡ – килгәндә, ә һин, Ярлылыҡ, киткәндә матурһың”, тип әйтергә хаҡым юҡ һымаҡ. Сөнки беҙҙең өсөн уларҙың икеһенең дә килеүе – Матурлыҡ. Эйе, “Бай” шиғырҙар ҙа, “Ярлы” шиғырҙар ҙа килә редакцияға. “Бай”ҙарын шунда уҡ уҡыусыларыбыҙға еткерергә тырышабыҙ, әммә “Ярлы”ларыбыҙҙы ла мәхрүм итеп булмай. Улар ҙа – кеше күңеленән сыҡҡан саф тойғолар. Әлбиттә, “Бай”, “Ярлы” тигәндә, мин шиғырҙарҙың әҙәбиәт талаптарына яуап биреү-бирмәүен күҙ уңында тотам һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим әйткәнде ҡабатлайым: “Көйө бар кешеләр көй көйләһен, тартынмаһын ундай һәләт булғас…”
Әйткәнемсә, шиғырҙар бик күп: башҡорт – шиғри йәнле халыҡ. Ә шиғриәтле халыҡ юҡҡа сыҡмаҫ, сөнки уның рух кендеге Йыһан менән тоташҡан…
Алдымда ятҡан шиғырҙарҙы ентекләп уҡып сыҡтым, аҙнам шулар менән үтте, тиергә була.
Башта шуны асыҡлап үтәйек: кем ул Шағир? Эйе, шиғырҙы һәр кем яҙа ала. Бының өсөн рифма, ритм кеүек шиғриәттең “төп” ҡанундарын белеү ҙә етә һымаҡ. Ҡайһы саҡта берәй шиғырҙы уҡығандан һуң: “Былайтып ни мин дә яҙа алам”, – тигәндәрен үҙегеҙ ҙә ишеткәнегеҙ барҙыр. Һорау тыуа: һәр кем яҙа алырлыҡ әҫәрҙе ижад итеүҙән мәғәнә бармы? Юҡ, минеңсә. Бына шул һәр кем яҙа алмаҫтайҙы яҙыу, һәр кем күрмәгәнде күреү, һәр кем ишетмәгәнде ишетеү – Шағирлыҡ ул!
Әле уҡып сыҡҡан шиғырҙарҙың да төп “бәләһе” шунда. Бер үк “балыҡ” башын сәйнәйбеҙ, бер үк һуҡмаҡта (хәҙер трассаға әйләнеп бөткән инде) тапанабыҙ. Бындай юлда үҙ эҙеңде ҡалдырып буламы?! Әлбиттә, юлһыҙ ерҙән йөрөгәнсе, юлдан йөрөүең яҡшы, тип әйтеүсе булыр. Ни генә тиһәк тә, шыма юлда тиҙерәк ойота бит ул. Шиғриәт юлында иһә “ойомаҫ” өсөн һикәлтәле, соҡор-саҡырлы юлдан йөрөп, аң-зиһенебеҙҙе “һелкетеп” торорға кәрәк. Үкенескә ҡаршы, шиғырҙарҙы уҡыған һайын мин “ойой” барҙым, “ойой” барҙым. Һирәк-мирәк булһа ла “һикәлтәләр” ҙә осрап ҡуйғылай. Ләкин улар йөрәкте һелкетеп ебәрерлек, аңды уятырлыҡ түгел шул. Һеҙ ҙә уҡып ҡарағыҙ әле (авторҙарҙың исем-шәрифен телгә алып тормаҫҡа булдыҡ):
Тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуа
Яңы йыл иртәһендә.
Ел йүгереп моң тарата,
Саздарын сиртә-сиртә. Һүҙ ҙә юҡ, матур юлдар. Тик ошо юлдарҙың күңел ҡылдарын сиртмәүе генә үкенесле. Ни өсөн? Сөнки “тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуыуы, елдең саз сиртеүе” тураһында тәүге тапҡыр ғына әйтелмәгән. Был юлдар кемдәрҙер тарафынан һөйләгәнде ҡабатлап сығыу ғына. Үрҙә әйткәнемсә, тағы ла “трасса”нан елдерәбеҙ. Әгәр ҙә автор Яңы йыл иртәһен тик үҙе күргәнсә, башҡаларҙы ҡабатламайынса әйтеп бирә алһа, шиғыр “һелкетеп” ебәрер ине.
Шиғырҙы артабан уҡыған һайын “ойой” бараһың:
Иртән тороп тышҡа сыҡһам,
Ағастарға бәҫ ҡунған.
Улар хатта, ойоп китеп,
Ниндәйҙер уйға сумған. Ижадтағы төп хаталарҙың береһе был. Башлап яҙыусылар ғына түгел, хатта “тештәре” сыҡҡан өлкән быуын әҙиптәребеҙҙең дә шул юлдан елдереүе күңелде ҡырып ҡуя. Әлбиттә, әҙер юлдан барыуы еңел. Әммә ижадта үҙ һуҡмағын һалмаған яҙыусы уңышҡа өлгәшә алмай. Уңыш тигәндә, мин уҡыусы күңелен яулау тураһында әйтәм.
Ҡулдарына ҡәләм алып, һүҙ тигән бөйөк ҡорал менән эш итеүселәр шуны аңлаһын ине: ижад – ул ҡәләм осо менән ҡойо ҡаҙыу. Башта яралған һәр һүҙҙе аҡ ҡағыҙ битенә теҙеп сығыуҙан фәтүә булмаясаҡ, йөрәктәрҙә шытып, күңелдә тамыр ебәргән һүҙҙәр емеш бирә. “Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәктәргә етә”, тип юҡҡа әйтмәгән халҡыбыҙ.
Тағы бер шиғыр юлына күҙ һалайыҡ. “Әсәм теле” тип атала ул.
Һәр милләттең үҙ теле бар,
Үҙ иле бар, йәшәү мөхите,
Һәр халыҡтың үҙ моңо бар,
Үҙ тарихы бар, әҙәбиәте.
Шиғыр авторы нимә әйтергә теләй һуң? Әлбиттә, телебеҙгә, илебеҙгә мөхәббәтен, уның яҙмышы өсөн борсолоуын ҡағыҙ битенә теҙеп, башҡаларға еткерергә тырышҡан. Ләкин уның тауышын кешеләр ишетерме һуң? Һиҫкәндереп ебәрмәгән һүҙҙәр йөрәктәргә барып етерме?
Әлбиттә, мин кемделер шиғыр яҙырға өйрәтергә маташмайым, был мөмкин түгел. Ләкин йөрәгендә Хоҙай “осҡоно” булғандар үрҙә әйтелгәндәргә ҡолаҡ һалһа, зыянға булмаҫтыр. Иң мөһиме — ижад тигән ҡатмарлы донъяла үҙ һуҡмағығыҙ, үҙ һүҙегеҙ булһын.