Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йырла, егет, киреп киң күкрәгең!
Йырла, егет, киреп киң күкрәгең!
Өфө сәнғәт училищеһының йыр бүлегендә ҡабул итеү имтихандары бара. Республикабыҙҙың төрлө төбәгенән килгән ҡыҙҙар һәм егеттәр һынау тота. Бына уртаса буйлы, ап-аҡ йөҙлө, сөм-ҡара сәсле егет башҡорт халыҡ йыры “Азамат”ты һуҙа.

Алыҫтарҙан ағарып, ай, күренгән
Ирәндеккәй тауҙың аҡ ташы.
Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы.

Күкрәктән сыҡҡан көслө, моңло тауыш, йылға ташҡыны кеүек, бүлмәгә генә һыймай, коридорға бөркөлә. Комиссия ағзалары әҫәрләнеп, һоҡланып тыңлай егетте, һәм һәр береһе шул мәлдә “тап ошондай таланттар уҡырға тейеш беҙҙә” тигән уй кисерә. Йыр-моң һөйөүселәргә исеме көндән-көн билдәлерәк була барған Айгиз Ханов тураһында һүҙем.
Айгиз Ҡыйғы районының Ибрай ауылында тыуһа ла, бала сағы Салауат районының Шәрип ауылында үтә. Бәләкәйҙән сәхнәлә йөрөгән малай төрлө конкурстар, фестивалдәрҙә ҡатнаша, еңеү яулай. Шулай ҙа киләсәктә профессиональ сәнғәт юлынан китермен тип уйламай ҙа егет.
Өлкән кластарҙа Малаяҙ башҡорт гимназияһында белем ала ул. Бында инглиз теле, физика, химия фәндәренә етди иғтибар бирелә, шуға ла үҫмер нефть университетына инергә әҙерләнә. Көндәрҙең береһендә йыр уҡытыусыһы уның ҡайҙа барыуы менән ҡыҙыҡһына ла күңеленә:
– Бәлки, сәнғәт юлынан китерһең, – тигән ойотҡо һала.
Ә инде райондың “Юлдаш” төркөмөндәге йырсы ағайҙар уның был хыялын дөрләтеп кенә ебәрә.
— Сәнғәт училищеһына бар, унда һине лә алмағас, тағы кемде алһындар!
Бәләкәйҙән ауыр ҡайғы менән осрашырға тура килә Айгизгә. Ете йәшлек сағында атаһы Раил ағай ҡаты сирҙән вафат була. Әсәһе һеңлеһе менән икеһен яңғыҙы үҫтерә. Айгөл хәҙер үҫкән инде – банкта эшләй.
— Атайымдың үҙ алдына моңланып йөрөгәне хәтерҙә ҡалған, – ти Айгиз. -– Айырыуса “Ҡышҡы романс”ты матур йырлай торғайны. Уның яҡты һыны һәр ваҡыт ғәҙел, эшсән булырға өндәп торған кеүек.
Бөгөн бигерәк тә ауылдан килгән йәштәргә стипендияға ғына йәшәү мөмкин түгел.
– Беренсе курста төҙөлөштә эшләргә, урам таҙартырға ла тура килде. Ә артабан бындағы тормошто аңлап алдым. Әле үҙем вокал серҙәрен ныҡлап белмәһәм дә, үҫмерҙәр клубында йыр дәрестәре бирә башланым. Унда өс йыл уҡыттым. Шуға ла йәштәрҙең сосораҡ, әүҙемерәк булыуын теләр инем, -– тип һөйләй йәш йырсы.
Бөгөн Айгиз Өфө дәүләт сәнғәт академияһының III курсында Фәрзәнә Сәғитова класында белем ала. Уңған егет ваҡытын һис кенә лә бушҡа уҙғармай. “Виртуоз” тигән шәхси мәктәптә балаларға йыр буйынса дәрестәр бирә, эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнә. Хатта Өфө эргәһендә ер алып, йорт һала башлаған.
Бөгөн берәй шиғырҙан бер юл сәлдереп, унан икенсеһенән, өсөнсөһөнән нимәлер йолҡоп алып, үҙҙәрен “композитор”, “шағир”, “йырсы” тип нарыҡлап йөрөгәндәр бөтәһе түгел. Ундайҙарҙан тыуған “игеҙәк” йырҙар иҫтә лә ҡалмай, күңелгә лә үтеп инмәй. Был йәһәттән үҙенә талапсан, һәләтен арзан йырҙар менән тәләфләмәй йәш йырсы.
– Һәр кем үҙенең эшен башҡарырға тейеш, – ти Айгиз. – Нисек инде, махсус белемең булмайынса, йыр яҙырға, бөтә халыҡҡа “мин – композитор” тип һөрән һалырға мөмкин? Башлыса, композитор әҫәрҙәренә, ретро йырҙарға өҫтөнлөк бирәм. Тап шундай йырҙар халыҡтың күңеленә үтеп инә.
Өлгөр егет күптән түгел бер төркөм иптәштәре менән “Әс-сәләм” тигән яңы төркөм ойошторған. Думбыра, ятаған кеүек башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарына ҡушылып, йәнле тауышҡа йырлай улар. Ошо яҙмаларын Ҡаҙағстанға ебәргәс, унда бик оҡшатҡандар һәм ҡунаҡҡа саҡырғандар. Мәскәүҙә үткән Дельфий уйындарында, “Туған моңдар”, “Башҡорт йыры” телепроекттарында тамашасыларҙың күңел ҡылдарын земберҙәтеп, лауреат булды ул.
Буш ваҡытында туйҙар, төрлө мәжлестәр алып бара Айгиз. Әммә байрамдарҙы иҫерткес эсемлектәр менән өҫтәл һығылдырып үткәреүҙәре оҡшамай уға.
– Эскеһеҙ ҙә бына тигән тантаналар ойошторорға була. Киләсәктә буҙа, ҡымыҙ менән үткәрелгән туйҙарҙы алып барғым килә, – ти ул.
Тәүге концертын тыуған яғы Салауатта үткәрергә ниәтләй йәш йырсы, әммә ашыҡ-бошоҡ әҙерләнгән, сифатһыҙ тамаша менән йөрөү хас түгел уға. Шуға ла һәр йәһәттән ижади уйлап, яҡшы, бай йөкмәткеле концерт менән ҡайтырға ниәтләнә ул Йүрүҙән буйҙарына.


Автор: Венер ИСХАҠОВ.
Фото: Нәсих Хәлисов.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779