Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » «АСЛЫҠ»ТАҒЫ БАЙЛЫҠ
«АСЛЫҠ»ТАҒЫ БАЙЛЫҠ
Журналист, яҙыусы Рәлис Ураҙғоловтың "Аслыҡ" романын берсә тетрәнеп, берсә һоҡланып уҡып сыҡтым. Китапҡа исем булған һүҙҙе һәм уға бәйле хәл-ваҡиғаларҙы бөгөнгө йәш быуынға, хатта уларҙың ата-әсәһенә лә аңлатып булмаҫ һымаҡ. Шулай ҙа аңлатыу кәрәктер. Ашап-эсергә өйҙә бер тәғәм ризыҡ юҡ. Бәлки, баҙарҙан һатып алыр инең, кеҫәлә һуҡыр бер тин дә юҡ. Аҡса табыр өсөн мал-тыуарың да юҡ. Кемдәндер көтәсәккә булһа ла орлоҡ алып сәсер инең, ерең дә юҡ. Ул хәллерәк байҙарға, урыҫтарға ҡуртымға бирелгән, түләнгән хаҡы күптән ашап бөтөлгән.

Аслыҡҡа яланғаслығы ла килеп ҡушыла. Кейгән кейемдең ямау тоторлоҡ ере ҡалмаған. Малың булмағас, кәртә-ҡураң да юҡ. Хатта хәжәтеңде ҡапларлыҡ әрекмәне лә юҡ. Самаһы китеп барған саман өйөң генә бар. Өйҙә теш араһына ҡыҫтырырлыҡ ризыҡтың валсығы ла, еҫе-ҡоҫо ла юҡ. Ҡоро һөлдәгә әйләнә барһа ла, тырышып-тырмашып тереклек итеп маташҡан хужалар һәм, ауыҙын асһа, үпкәһе күренерҙәй, иҫәпкә бар, һанға юҡ бала-саға ғына бар. Барҙың атаһы үлгән саҡ — аслыҡтың үҙелер. Ҡорһаҡ тамаҡ һорай, ҡайҙа ҡарама – илаш-һыҡташ. Бала-саға ата-әсә күҙенә тилмереп ҡарай, ашарға таптыра. Ата-әсә күҙ терәр ер табалмай, уйҙарының осона сыға алмай...
Рәлис Ураҙғолов үҙенең әҫәрендә Кәрәлек буйындағы башҡорттарҙың көнитмешен шулай һүрәтләй. Хәл-ваҡиғалар артыҡ ҡабартылмай. Нисек булған, шулай сағылыш тапҡан. Художестволы әҫәрҙең шул яғы ла бар: автор фантазияһының хаттин ашып киткән саҡтары ла була. Ә Рәлистең фантазияһы теҙгенле. Был төбәктәге башҡорттарҙың аслыҡ осорон (1921—1922) нисек үткәреүҙәрен, фажиғәнең эҙемтәләрен ул нисек бар, шулай һынландыра.
Ауылда, әлбиттә, үҙенең ҡара тырышлығы, эшсәнлеге арҡаһында хәлләнеп киткәндәре лә бар. Уларҙы кем тип атарға? Бай типме? Ауыл кешеләре уларҙы "бай" тип йөрөтә. Ана шулай бер төбәк халҡын ике ҡатламға бүлеп тә йөрөтәләр. Әммә бай тигәне совет осорондағы әҙәбиәттәрҙә һүрәтләнгән байҙарҙан күпкә айырыла. Бер ҡараһаң, әҫәрҙә ике төрҙәге кешеләр бар, әммә уларҙы ике синыф тип атап булмай. Кәшфулла кеүек ата ялҡауҙар бар. Бының асылына үтеп инеп ҡарайыҡ. Әҫәрҙән өҙөк килтерәм: "Ҡасандыр бөтәбеҙҙең дә атайҙар, олатайҙар тигеҙ ғүмер кисергән. Ләкин берәүҙәр булған малын, үҙе тәүге йылдарҙа аслы-туҡлы торһа ла, һаҡлаған, икәү, өсәү иткән — ишәйткән. Ерендә лә көнө-төнө соҡонған: сәскән, утаған, урған. Ә кемдер һуңғы һыйырын да һуйып ашаған, ерен тәүҙә арендаға биргән, аҙаҡ бөтөнләй үк һатып бөткән. — Бабай туҡтап ҡалды. Абдулла уның һынсыл ҡарашын тойҙо. — Шунан кем байырға тейеш һуң, балаҡай?" Күрәҙәсе ҡарттың был һүҙҙәрендә тормош, йәшәйеш диалектикаһы ята. Кем эшләй, шул ашай, тигән халыҡ аҡылы ла күрәҙәсе ҡарттың һүҙҙәренә ҡеүәт.
Донъялар үҙгәреп китте. Илгә Совет власы килде. Ауылда Абдулла — Совет власы. Ә халыҡ сәүитте бар тип тә белмәй. Йомош-юлға ауылдың хәллерәк кешеләренә, бигерәк тә Моратша байға һуғылалар. Ә сәүиттең нимәһе бар? Әлегә ҡоро һүҙ генә. Халыҡ ни, әүәлгесә асыға, ҡырыла. Кем был әжәлдән ҡотҡарыр?
Совет власымы, әллә Моратшамы? Ауылда совет власы юҡ та шикелле. Абдулланы сәүит тип йөрөткән була халыҡ. Кем белә ул Абдулланы? Әллә — сәүит, әллә — сәүит сәүеге. Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтергә кәрәк: ауыл ерендә Совет власы тиҙ генә төҙөлмәне. Бигерәк тә башҡорттар ауылында. Беренсенән, "Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар" тигән лозунг аяҡ салды. Улус, кантон башҡарма комитеттарында күпселектә башҡорттарға ҡаршы милләт вәкилдәре эшләне. Ауылдарҙа Совет власы исеменөн эш йөрөтөүселәр итеп осраҡлы кешеләр тәғәйенләнде. Абдулла ла ана шундай заттарҙан һанала. Фронтовик икәнлегенә иғтибар иттеләр булһа кәрәк. Халыҡ тарафынан һайланмаған, сөнки уның выжданһыҙ, бәғерһеҙ икәнен күптәр белгән булғандыр.
Ошо урында яҙыусы Рәлис Ураҙғоловтың үҙенсәлекле сағыштырыуына иғтибар итәйек. Немецтарҙың эҙәрлекләп килеүенән, баш осонан осҡан пуляларҙан ҡасып, һаҙ эсенә төпкәрәк үтә һалдаттар. Улар араһында ике дуҫ — ауылдаштар Иҙрис менән Абдулла ла бар. Немец эттәренең өрөүе лә ҡурҡыта. Иҙрис ныҡ ҡына һаҙға батҡан булған. Абдулла уны тартып сығарырға маташҡанда, үҙе лә һаҙға йотола барыуын абайлап ҡала. Хәҙер инде Иҙристе ҡотҡарыу ҡайғыһы китә. Уның башына баҫып, нисек тә булһа ғәзиз йәнен һаҡлап ҡалырға тырыша. Абдулла ҡотола. Янында ғына ҡайын шәйләнә. Иҙрис ошо ағасты үҙенә табан эйергә ялбара Абдулланан. Был саҡта Абдулла кешелеклелеген юғалтҡайны инде. Бына уның дуҫы менән хушлашыу һүҙҙәре: "Ҡәберең ошонда һинең, Иҙрис. Дуҫ, имеш, Зөләйханы тартып алғанда кем инең, ә, кем инең? Шуны бел: хәҙер Зөләйха минеке!"
Бына шулай Иҙрис үлеме менән алыша, Абдулланың хыялында Зөләйха ҡайнаша.
Иҙристе немец эте ҡотҡара. Ул уны талап үлтерергә һөсләтелгән дә баһа. Бына шулай үҙ дуҫың һине үлемгә дусар итеп ҡасты. Дошмандың эте, мәрхәмәт күрһәтеп, һаҙҙан сығарырға ярҙам итте. Был — бик тә үҙенсәлекле сағыштырыу. Халыҡта шундай әйтем бар: көлөп килгән дуҫыңа ышанма, өрөп килгән эткә ышан. Көлөп килгән дуҫың — муйыныңдан, өрөп сыҡҡан эт салғыйыңдан алыр. Дуҫ тип йөрөгән Абдуллаға ҡарағанда дошмандың эте мәрхәмәтлерәк булып сыҡты.
Абдулла тураһында һүҙ сыҡҡас, Моратшаның һүҙе менән дә килешмәй булмай. "Партизан Абдулланың өйө олатаһынан ҡалған, ергә ҡаҙып эшләнгән. Үҙ донъяһын да ҡорорға эшкинмәгән зимагор хәҙер ауылға ҡайтып сәүит хөкүмәте төҙөп ята, хәстрүш. Иген дә сәсмәй, өйләнмәнгән дә. Ауыҙын асһа, үпкәһе күренә, етмәһә, үҙе ишеләрҙе "сәүит ас итмәҫ" тип тынысландыра. Аңламай Моратша, бөгөндән сәсергә бер бөртөк орлоҡтары юҡ, нисек ас власть халыҡты ас итмәҫкә уйлай икән?"
Халыҡ оло ҡаза кисерә. Ашарға ла, сәсергә лә игендәре юҡ. Кемдәрҙең бер аҙ булған, уныһын да ағы ла, ҡыҙылы ла, башҡорто ла талаған. "Халыҡтыҡын талағас, ул ниткән властыр? Әлифтән таяҡты айыра белмәгән йолҡош Абдулла власы ул... Бына нимә сәсерҙәр икән улар хәҙер?" — тип тә аптырай сәсеүгә төшөргә торған Моратша. Иртәгә сәсеүгә төшәбеҙ тигән көндө аслыҡтан Хоҙай аралаған ауылдың ҡалдыҡ-боҫтоҡ халҡы Моратша янына килә. Абдулла сәүит сәүеге булһа ла, уға барыуҙан фәтүә булмаясаҡ. Икмәкле кеше заманы өсөн иң ҙур түрә инде. Үҙенә килгән халыҡҡа Моратша үпкәһен дә белдерә.
" — Шуны аңламайым, ағай-эне... старостаны аттырҙығыҙ, байҙарҙы ҡыҙылдарға ҡушылып таланығыҙ, Абдулланы түрә итеп һайланығыҙ, хәҙер минән ни кәрәк һуң?!
— Беҙ Исламды аттырманыҡ, партизан Абдулланы ла һайлап ҡуйманыҡ. Һин беҙҙең өсөн түрә! — тип шаулашты йыйылыусылар.
— Эй-йе, һеҙ аттырманығыҙ, һеҙ атманығыҙ ҙа. Әммә һеҙҙең ауыҙығыҙға һыу уртлауығыҙ ошо ҡанлы эшкә фатиха биреү ине ул... Ниңә мин шул саҡта яңғыҙым ҡаршы сыҡтым һуң?.. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, барығыҙ Абдуллаға. Йыл һайын "мин һеҙгә орлоҡ бирәм, ҡайтыу менән уны ҡурмасҡа бөтөрәһегеҙ".
Аслыҡ ниҙән башланды һуң? Ҡоролоҡтоң килерен ауыл аҡһаҡалдары алдан юрай алманымы ни? Килер ҡаза аҡыл таптырмай, ти. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Ярҙам һорап халыҡ бер ҙә Абдулла власына бармай, Моратшаға килә. Ә ул ярҙамынан бер кемде лә мәхрүм итмәй. Барыһына ла сәсергә орлоҡ бирергә вәғәҙә итә һәм иртәгә сәсеүгә сығырға ҡуша. Халыҡ таралыша. Һәр кемдең үҙ ере бар, баш баҫып эшләргә теләмәйҙәр. Йыл һайын ерҙәрен сит-ят кешегә арендаға бирәләр ҙә шул аҡса менән аслыҡтан ҡотолмаҡсы булалар. Моратша ялҡаулыҡты битәрләһә лә: "Ялҡаулыҡ ҡынамы һуң ошо көнгә төшөрҙө һеҙ-ҙе-е?" — тип әсенә. Бының менән нимә әйтергә теләй Моратша бай (бай тип әйтергә тел бармай). Ул, бәлки, шуларҙы әйтергә теләгәндер:
— дөрөҫ, ялҡаулыҡ көслө;
— халыҡ берҙәм түгел;
— яуҙар сапҡан ата-бабалар рухы һүнгән;
— араларында минән башҡа әйҙәүселәре юҡ;
— ергә эйешеп төшкән саман өйҙә йәшәгәс, аҡылдары ла шул сама ғыналыр инде;
— йырсы халыҡ: ялҡау Кәшфуллаһына тиклем йөрәк тамырҙарын өҙҙөрөп йырлаһынсы әле... Эшкә лә ана шул йырсылыҡ оҫталығын, моңон һалһын ине лә:
— бер-береңә ярҙамлашып эшләү юҡ;
— тарҡаулыҡ көслө;
— власть түрәләренән ҡурҡыу ҙа бар һымаҡ;
— бына тигән ғәййәр халыҡ үҙ ҡабырсағына йомолдо ла ҡуйҙы;
— үҙҙәре өсөн түгел, кешегә эшләгән һымаҡ ҡыбырлайҙар;
— үҙен туйындырасаҡ ерҙе ҡайһы берҙәре арзан ғына хаҡҡа килмешәктәргә осорҙо;
— имандан да юғары торған рух һүнде халыҡта.
Халыҡтың алдағы көнкүрешен уйлаһаң, уйылып китерлек. Моратша был турала бер бөгөн генә уйламайҙыр, күрәһең. Башҡорт башына төшкән яҙмышты яҙып та, уйлап та бөтөрөрлөк түгел.
Өмөтлө яҙыусы, талантлы журналист, халыҡсан йор һүҙ оҫтаһы Рәлис Ураҙғолов ауыл кешеләренең Моратша етәкселегендә сәсеүгә сығыу хәл-ваҡиғаһын, төрлө йола, ғөрөф-ғәҙәт, мифологик саралар менән бик ихлас һынландырған. Шуныһы ҡыуандыра: яҙыусы мифологик принциптан тайпылмай. Әҫәрҙең халыҡсанлығы ла шундалыр, күрәһең.
Арыш сәсһәң, көлгә сәс, бойҙай сәсһәң, боҙға сәс, ти халыҡ аҡылы. Ауыл кешеләре сәсеүгә бик ихлас йыйыла. Мулла-ата (был яҡ башҡорттары мулланы шулай ҙурлап әйтә) доға уҡый. Һәр кем эстән генә үҙ алдына теләктәр теләй. Һәр кем мул уңыш алыуын юраны. Кешене өмөт йәшәтә. Ана шул өҙөлмәгән өмөт кешеләрҙең меңәр йыл буйы туплаған ғөрөф-ғәҙәтендә сағыла. Әҫәргә күҙ һалайыҡ.
"— Киленем үҙе лә аңғармаҫтан көйәнтә йыуған, ямғырға булыр әле, Аллаһы бойорһа.
— Күрҙеңме, кисә ай салҡан әйләнеп, күнәк элерлек булғайны, былай булғас, яуынға инде, күрше...
— Минең арҡам һыҙлап сыҡты, төнө буйы йоҡо алманы. Атайым шулай һыҙланһа, гелән ямғыр болото ҡуйыра торғайны.
— Етегән йондоҙҙоң ҡараһыу булып күренеүе лә яуынға, йәмәғәт, былай булғас, ашлыҡ уңыр.
— Ҡарағыҙ, ҡарағыҙ, ана, сыпсыҡтар туҙанда ҡойона, йыл ҡоро килмәҫ әле..."
Ошо урында бер асыҡлыҡ индереп китмәксемен. Яҙыусы айҙың салҡан әйләнеп, күнәк элерлек булғанын яуынға юраған. Бәлки, Кәрәлек, Кәмәлек, Ырғыҙ буйы башҡорттарында шулайҙыр, әммә башҡа төбәктә айҙың күнәк шыуып төшмәҫлек салҡан ятыуын ҡоролоҡҡа юрайҙар. Яңы тыуған ай текә тороп, күнәк шыуып төшөрлөк булһа — яуынға, тиҙәр.
Халыҡ мифологияһына бәйле ғөрөф-ғәҙәт, йола әҫәрҙең был бүлегендә байтаҡ ҡына һүрәтләнгән. Тағы ла күҙ һалайыҡ:
"Кәк-күк", "Кәк-күк..." "Кәк-күк..."
Гөж килгән баҫыу өҫтө тынып ҡалды. Кешеләр, орлоҡ тултырылған тубалдары барлығын да онотоп, ҡайһыһы ергә сүгәләне, ҡайһыһы салҡан ҡоланы. Бәғзе берәүҙәр... кәкүк тауышы сыҡҡан яҡҡа табан тәкмәсләй башланы.
Моратша кәкүк саҡырған тирәк яғына табан тәгәрәп алды. Усындағы тупраҡты ҡәҙерләп кенә ҡулъяулығына төйнәне. Быныһы, тип уйланы ул, ҡайтҡас тупһа аҫтына һалырға, төрлө бәләләрҙән һаҡлап торһон, насар, нахаҡ һүҙҙәрҙән ҡурсалаһын... "Кәк-күк... "Кәк-күк..." Тирәк төбөнә килеп еткән Моратша уның иң өҫкө ботаҡта ултырыуын шәйләне... Өҫкө ботаҡҡа ҡунып саҡырғас, йәй аяҙ булыр инде. Беҙгә йотлоҡҡа әҙерләнергә кәрәк. Усында тупраҡ ҡына булыуы ла тикмәҫкә түгел, берәй бәлә-ҡаза килер, ахыры. Кәкүктең япраҡтан алда саҡырыуы ла йылдың насарлығына... Кәкүк ауыл яғына осоп китте. Аслыҡҡа булыр микән ни, Моратша ағай?
Моратша ас халыҡтың төшөнкөлөккә бирелеүенән, өмөттәре өҙөлөүҙән ҡурҡты. Шуға ла үҙен ҡулға алырға, тыныс булырға тырышты..."
Моратша теге донъяға китә. Аслыҡ тағы ла хөкөм һөрәсәк. Ас халыҡты кем туйҙырыр? Социализммы? Ай-һай, әйтеүе ҡыйын. Хеҙмәт көнөнә дүрт йөҙ грамм ашлыҡ бирелде лә ҡалған иген бөртөгөнә тиклем районға оҙатылды. Күптәренең хеҙмәт көнө лә йүнләп юҡ ине, сөнки колхоз саҡ ойошоп ятҡан мәл.
Хәҙер инде Моратша ла юҡ, икмәк тә юҡ. Башҡорт халҡы тағы ла ҡырыласаҡ. Ауыл буйлап сабып йөрөгән күк ат бына ошо әжәлде хәбәр иткән булған икән.
Заманалар үтер. Моратшанан ҡалған йорт-ҡаралты туҙыр. Социализмдың нигеҙе лә серене түгелме? Европаны гиҙгән коммунизм шәүләһе Моратшалар кеүек хәлле әруахтарҙың рухы булғандыр, бәлки.
Талант ижадта тыуалыр, күрәһең. Рәлис Ураҙғоловтың ыҡсым ғына романынан күпме лингвоэтнокультура берәмектәрен (мәҡәл-әйтемдәр, фразеологик берәмектәр, мифологик материалдар) бөртөкләп йыйнарға мөмкин. Сағыштырығыҙ, мәҫәлән:
— ҡыш бауыры ҡылыстай;
— тере һөйәктә өмөт бар;
— күңел — кәрәҙ;
— хәйерсегә ел ҡаршы;
— ауыҙына яман ҡалҡҡыры;
— тел өҫтөндә бал, тел аҫтында тал;
— телең һөйәкһеҙ, уйың төпһөҙ;
— сәсе оҙон, аҡылы ҡыҫҡа;
— сәпсектең дә үҙенә күрә бизмәне;
— йән биргәнгә йүн биргән;
— яман ҡалҡҡыры, урыны тамуҡта булғыры;
— ҡырҡ сырамды яндырырлыҡ ҡырҡ йәшем дә тулмаған һәм башҡа бик күп миҫал килтерергә мөмкин.
Шуны ла әйтергә кәрәктер: мәҡәл-әйтемдәрҙең байтағы Кәмәлек, Кәрәлек, Ырғыҙ, Сәҙе йылғалары буйында көн күргән башҡорттарҙың ауыҙ-тел ижадынан алынған. Башҡорт фольклорын байытыуҙа бындай тотороҡло телмәр саралары, һис шикһеҙ, бик мөһим, улар әҫәрҙең стиленә, халыҡсанлығына ыңғай йоғонто яһай, жанрға күркәмлек, художестволылыҡ өҫтәй. Ыҡсым ғына роман ана шундай йәнле һөйләм өлгөләре менән уҡыусы күңелен байыта, хәтерен үҫтерә.
Рәлис Ураҙғоловтың "Аслыҡ" романы башҡорт әҙәбиәтенә яңыса һулыш, яңы проблема менән килеп инде. Аслыҡ тураһында, байҙар хаҡында башҡорт совет әҙәбиәтендә урыҡ-һурыҡ күп яҙылды. Байҙар ярлыларҙы иҙеүсе ҡатлам тип ҡаралды, Себергә кемдәрҙе һөрҙөләр, кемдәрҙе аттылар? Ярлыларҙы аслыҡтан һаҡлап алып ҡалыусы бына тигән егәрле, ергә ереккән кешеләрҙе һөргөнгә ебәрҙеләр, ҡырҙылар. Йәнәһе лә, "юғарынан төшөрөлгән план" буйынса кулактарҙы фашлайҙар. Совет осоро әҙәбиәтенең ҡайһы бер биттәрен яңыртып уҡыйһы бар әле.
Рәлис Ураҙғолов үҙенең әҫәрендә аслыҡтың мәғәнәһен, сәбәптәрен, асылын асып һала. Кемдәр үҙҙәренең еренә ереккән, шулар аслыҡтың әсе яҙмышына артыҡ дусар булманы. Кемдәр, ерҙә соҡонорға иренеп, үҙ ерҙәрен арендаға бирҙе, шулар аслыҡҡа ныҡ биреште, ғаиләләре менән ҡырылды.
Ҡәләм оҫтаһы Рәлис Ураҙғоловтың "Аслыҡ" романы күҙҙе, бигерәк тә күңел күҙен асыңҡырап уҡыуҙы талап итә. Әҫәр мифологик жанрҙарға ла бай. Мәҫәлән:
— киленем үҙе лә аңғармаҫтан көйәнтә йыуған, ямғырға булыр әле;
— етегән йондоҙҙоң ҡараһыу булып күренеүе лә яуынға;
— сыпсыҡтар туҙанда ҡойона, йыл ҡоро килмәҫ әле;
— һабантурғай сәсеүҙә һайраһа — муллыҡҡа;
— кәкүк саҡырыуын тәү тапҡыр ишеткәндә ерҙән услап тупраҡ алалар. Унда ниндәйҙер шытым булһа — яҡшылыҡҡа, йөн эләкһә — мал үрсеүгә;
— кәкүк тауышын тәү ҡат ишеткәндә ергә ятып тәгәрәйҙәр. Шул саҡта ауырыу-һыҙланыуҙарыңды ер һурып ала;
— кәкүк саҡырғанда услап алған тупраҡты өйҙөң тупһа аҫтына һалырға. Ул төрлө бәләләрҙән һаҡлай, насар, нахаҡ һүҙҙәрҙән ҡурсалай.
— кәкүк ағастың өҫкө ботағына ҡунып саҡырһа, йәй аяҙ була, йотлоҡ килә;
— аҫҡы ботағына ҡунып саҡырһа, ямғыр мул була, илгә ырыҫ килә;
— ағастар япраҡ ярмаҫ борон кәкүк саҡырһа — йылдың насарлығына;
— барлыҡ юрауҙар изгегә булһын тип, кәкүк саҡырған ағас төбөнә аҡ (һөт, ҡатыҡ) һалалар;
— күк аттың урам буйлап сабып йөрөүе — әжәлгә;
— төшөңдә күргән йәм-йәшел үлән — йәш ғүмерҙе алыуға;
— мәйеттең ауыҙы асыҡ ҡалды, һыу һораны. Ҡоролоҡҡа ишара.
Былар барыһы ла халыҡтың йәшәү рәүешендә борон-борондан ныҡлы урын алған һынау-һынамыштары, юрауҙары. Уларҙы инҡар итеп булмай. Киреһенсә, халыҡ ижадының, йәшәү рәүешенең бәләкәй жанрҙары әҫәрҙең стилен күркәмләй, поэтикаһын тәрәнәйтә.
Рәлис Ураҙғоловтың "Аслыҡ" романы ерҙе ҡәҙерләргә, ергә тамған тирҙе баһаларға, ергә ныҡлап эйелергә өйрәтә. Әҫәрҙең төп дидактик асылы ла, бәлки, ана шулдыр. Ниндәй генә үҙгәртеп ҡороуҙар булмаһын, үҙеңде туйындырған ергә оло ихтирам менән ҡарау зарури.
Романдың ҡайһы бер кәмселектәре лә барҙыр. Уныһы бигүк мөһим түгел. Донъяға, башҡорт әҙәбиәтендә яңы әҫәр тыуҙы, әҙәбиәттә яңы бит, яңы донъя асылды. Авторҙың әҫәре, уҡытыусының дәресе һымаҡ, өйрәтә лә, күңелде лә үҫтерә, тәрбиә лә бирә. Киләсәктә уның ошондай уҡ тәрән мәғәнәле яңы романдарын күрергә яҙһын.
Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре докторы,
БДУ профессоры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 257

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780