Үҙемде ниндәйҙер тантанаға барғандай хис итәм, тулҡынланыуымдан аяҡтарымды ла тоймайым. Әйтерһең дә, ҡанатланып осам. Мәктәп йылдарында уның шиғырҙарын күҙҙәрем талғансы йотлоғоп уҡый торғайным. Ләкин ҡасан да булһа ҡыҙын күрермен тигән уй башыма ла инеп сыҡманы. Яратҡан поэмамдың ниндәй һүҙҙәр менән башланыуын хәтерләргә тырышам – ишек асылыу менән шуны уҡырға ниәтем.
Осҡонло ҡараш Әммә өлгөрмәнем – үткер ҡараш өтөп алды. Әйтерһең дә, мәктәп дәреслегендә һүрәтләнгән Маяковский үҙе миңә төбәлгән. Уның ҡаш аҫтынан осҡон сәсеп торған ҡарашы барыһына ла яҡшы таныштыр. Тик алдымда ир-егет түгел, ә ҡатын-ҡыҙ – Елена Владимировна Маяковская. Олораҡ йәштә булһам, билләһи, шунда уҡ ғашиҡ итер ине ул мине!
Елена Владимировна фотохәбәрсемә зарланып ҡуйҙы – фотоға төшөргәндә яҡтылыҡты күҙенә генә йүнәлтә икән. Маяковская мине аш бүлмәһенә әйҙәне.
— Әңгәмәне башларҙан алда үҙем тураһында һөйләмәксемен, — тине ул, бик итәғәтле итеп. Ҡаршы килмәнем.
— Әле 87 йәштәмен, — тип һүҙен дауам итте Елена Владимировна. “Булһа һуң?” — ошондай уй килде башыма.
— Бик күркәм күренәһегеҙ, — тинем, һоҡланыуымды йәшерә алмай.
— Атайыма оҡшағанмын, — тине ул баҫалҡы ғына. Нимә тип яуапларға белмәй, ҡаушап ҡалдым. Шиғыр уҡырға булдым. Тик яңғырауыҡлы һүҙҙәр урынына бәйләнешһеҙ өндәр генә ағылды. Оятҡа ҡалдым. Икенсе строфала ғына үҙемде ҡулға алып, поэманы тасуири уҡый башланым.
— Был нимә? – тип аптырауын белдерҙе шағирҙың ҡыҙы. Әҫәрҙең исеме шунда уҡ баштан сыҡты. Ҡыҙарындым, юғалып ҡалдым. (Мәҡәләмдең башында уҡ Елена Владимировнаның урыҫса һөйләшмәүен телгә алырға онотҡанмын. Америкала тыуғанға күрә айырым һүҙҙәрҙе генә белә икән ул).
"Хөрт шиғриәт" — Үҙегеҙ шиғыр яҙаһығыҙмы? – тип һорайым.
— Юҡ, сөнки хөрт килеп сыға, — тине ул, көлөп.
Артабан Елена Владимировна ғүмер буйы үҙенең тормош юлы хаҡында уйланыуы, уҡытыусы, ғалим булыуы, университетта феминизмдың социаль-фәлсәфәүи әһәмиәте буйынса белем биреүе тураһында һөйләне.
— Феминизм тиһегеҙме? – тип ҡабатлап һораным.
— Эйе, феминизм. Тик ул ҡорамдарҙа панк-музыкаға бейегәндәрҙе йәки урамдарҙа шәрә йөрөгәндәрҙе сағылдырған феминизм түгел, — ти Елена Владимировна. – Ҡатын-ҡыҙҙың ғаиләләге, йәмғиәттәге әһәмиәтен кәүҙәләндергән феминизм хаҡында һүҙ бара.
— Уның ҡарауы атайығыҙ әсәйегеҙҙе ташлап киткән бит... – тим.
НКВД агенты — О, быныһы инде бөтөнләй икенсе тарих, — ти Елена Владимировна. – Мәскәүҙә беҙҙең турала белеп ҡалһалар, миңә лә, әсәйемә лә ҡыйынға тура киләсәген Маяковский яҡшы аңлаған.
— Шағирҙың оло һөйөүе Лиля Бриктың НКВД агенты булыуына ишаралайһығыҙмы?
— Был барыһына ла билдәле бит. Әле ошо мөнәсәбәттәр хаҡында китап яҙам. – Елена Владимировна компьютерының төймәләренә баҫҡыланы. Экранда текст асылды.
“Лиля Брик йәки уның агенттары беҙҙе табыр, тип әсәйем һәр саҡ ҡурҡып йәшәне. Ниццала осрашҡанда Маяковский Эллиға һуңғы ваҡытта саманан тыш шик-шөбһәгә бирелеүе, Бриктан һәм уның агенттарынан ҡурҡыуы тураһында белдергән”. Әле яҙылып бөтмәгән китаптың һуңғы абзацын уҡып сыҡҡас:
— Хәүеф янауын ҡайҙан белдегеҙ? НКВД-ны һеҙҙән кәмендә тотош океан айырып торған бит, — тип һорайым.
— Маяковский Совет власының шәфҡәт ҡанаты аҫтынан сығарылғас, күп кенә таныштары сәйер хәлдәргә тарый. Хатта үлем осраҡтары ла була. Шул иҫәптән АҠШ-та ла.
— Мәҫәлән?
— Америкаға өс айлыҡ командировкаһында атайым АҠШ-тың “Амтрак” тигән ҙур тимер юл корпорацияһында эшләгән урыҫ эмигранты менән дуҫлаша. Шул кеше кисеп сыҡмалы һай ғына һыуҙа батып үлә.
— Шуға күрә сығышығыҙҙы Советтар Союзы тарҡалғанға тиклем йәшереп килдегеҙме? – тип һораным һәм шунда уҡ һүҙҙәремдең мәғәнәһеҙлеген аңланым.
— Бына һеҙ шиғыр яҙыу-яҙмауым менән ҡыҙыҡһындығыҙ, — тип дауам итте ул. – Ике тиҫтәнән ашыу китап сығарҙым. Ғүмеремдең ҙур өлөшөндә Рәсәй менән АҠШ араһындағы бәйләнеште нығытырға тырыштым.
— Хәҙер был беҙгә кәрәк тип уйлайһығыҙмы?
— Әле Рәсәй һис ҡасан да булмағанса ҙур көс-ҡеүәткә эйә, — тине Елена Владимировна атаһының шиғырҙарындағыса көслө тойғо, эске тулҡынланыу менән.
— Ә һеҙ Рәсәйҙең бер өлөшө, уның гражданы булырға теләр инегеҙме?
— Әлбиттә! Рәсәй гражданлығы алыу – минең күптәнге хыялым. Маяковский ғына түгел, әсәйем дә — урыҫтар. Рәсәйҙә күп тапҡыр булдым, хатта әсәйемдең тыуған яғы Башҡортостанды, олатайымдың йортон күреү бәхете тейҙе. Унда һоҡланғыс кешеләр менән таныштым. Ғөмүмән, үҙемде һәр саҡ урыҫ тип хис иттем.
“Итәкле болот” Күптән инде ундай рух күтәренкелеген тойғаным юҡ ине – айырыуса тыуған яғымдан меңдәрсә саҡрым алыҫлыҡта. Бына мин – “Комсомолка”ның хәбәрсеһе, ә бына – ошо гәзиттең тәүге хәбәрселәренең береһе булған бөйөк урыҫ шағирының ҡыҙы. Редакция музейында Маяковскийҙың танытмаһы ла бар... Шул саҡ бер нәмә ҡапыл хәтеремә төштө.
— Һеҙгә килгәс тә уҡыған шиғыр “Ыштанлы болот” тип атала ине! – тип ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
— Ә мине “итәкле болот” тиҙәр. Ҡырыҫ холҡом өсөндөр инде, — тип йылмайҙы Елена Владимировна.
БЕЛЕШМӘ Елена Владимировна Маяковская (Хелен Патрисия Томпсон) 1926 йылдың 15 июнендә Нью-Йоркта тыуған. Әсәһе – Елизавета Зиберт, Башҡортостандағы ҙур ер биләүсенең ҡыҙы. 1917 йылғы революциянан һуң Елизавета һәм уның ғаиләһе сит илгә юллана. Маяковский менән Зиберт Нью-Йоркта шағирҙың ижади командировкаһы осоронда таныша. Елизавета ул мәлдә Владимирҙың тәржемәсеһе һәм гиды була. Шағир АҠШ-тан ҡайтып киткәс, улар Ниццала тағы бер тапҡыр ғына осраша. Был мәлдә Елизаветаның Маяковскийҙан тыуған ҡыҙы өс йәшлек була.
Елена Владимировна Маяковскаяның улы Роджер Томпсон Нью-Йоркта адвокат булып эшләй. Ул – мәшһүр шағирҙың берҙән-бер вариҫы.
Валерий РУКОБРАТСКИЙ.
(“Комсомольская правда”нан,
2014 йыл, 15 ғинуар).