Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Матурлыҡ донъяһы яҡлауға мохтаж
Матурлыҡ донъяһы яҡлауға мохтаж
Быйылғы йыл, билдәле булыуынса, Башҡортостан Президенты Указы менән республикабыҙҙа Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителде. Беҙҙең өсөн баш ҡала ғына түгел, ә мәҙәни үҙәк тә булған Өфө ошо йыл сараларын үткәреүҙә, уның талаптарын һәм шарттарын тормошҡа ашырыуҙа башҡалар өсөн өлгө булырға тейеш. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер БАЯЗИТОВ менән әңгәмә шул хаҡта барҙы.


— Сынтимер Биктимер улы, баш ҡалабыҙҙа был осор ниндәй төп ваҡиғалар һәм яңылыҡтар менән иҫтә ҡаласаҡ?
— Мәҙәниәт йылын уңышлы үткәреүҙә Өфө властарының төп бурысы шул: ҡала мөхитенең мәҙәни үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыу, халыҡтың ялын ойоштороу, муниципаль мәҙәниәт учреждениеларына, шул иҫәптән балалар музыка, художество һәм сәнғәт мәктәптәренә ярҙам итеү, уларҙы яңы музыка ҡоралдары менән тәьмин итеү…
Ҡала китапханалары һәм музейҙарын да яңырыу көтә: уларҙа яңы мәғлүмәти технологиялар индереләсәк. Модель китапханалары асыу, китапханалар фондын тулыландырыу, музей фондтары өсөн электрон каталогтар булдырыу эшен дә дауам итәсәкбеҙ. Ә иң ҡыуаныслыһы шул: баш ҡала халҡы тарафынан көтөп алынған Өфө ҡалаһы музейын булдырыу проекты тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.
Әлбиттә, ҡалабыҙҙың мәҙәни һәм ял парктары ла ҙур яңырыш кисерәсәк, тарихи архитектура ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалыр өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләрбеҙ, тип уйлайым.
Мәҙәниәт учреждениелары селтәрен киңәйтеү һәм яңыртыу маҡсатында инвестиция, бағыусылар, меценаттар, йәмәғәт ойошмаларының иғтибарын йәлеп итеү күҙ уңында тотола. Былтыр ошо юҫыҡта матур эштәр башҡарылды ла инде, мәҫәлән, заманса йүнәлешкә өҫтөнлөк биргән “Болоттар” (“Облака”) сәнғәт галереяһы, “Мираҫ” сәнғәт галереяһы, Константин Хабенский етәкләгән хәйриә фондының ижади үҫеш буйынса дөйөм ҡала студияһы ишектәрен асты. Был тәңгәлдәге төп йүнәлеш — кино сәнғәте. Әйтергә кәрәк, Өфө ҡалаһында бөгөн 11 шәхси кинокомплекс эшләй.
Баш ҡалабыҙҙа элек-электән төрлө халыҡтарҙың мәҙәни үҙенсәлектәрен сағылдырған халыҡ-ара кимәлдәге фестивалдәр һәм оло байрам саралары үткәрелә килә. Быйыл Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуҙың 440 йыллығына бағышлап үткәрелгән Ҡала көнө Мәҙәниәт йылындағы иң ҡыҙыҡлы һәм ҙур сараларҙың береһе булыр, тип ышанам.
Байрамдар үтә лә китә, уларҙы ойоштороу эшен үҙ иңендә күтәреп, алһыҙ-ялһыҙ эшләгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә социаль ярҙам күрһәтеү ҙә мөһим. Сағыу ижади проекттарҙы яҡламайынса, профессияның абруйын күтәреп, мәҙәниәтте тағы ла юғарыраҡ кимәлгә сығарып булмай. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең, өҫтәмә белем биреү уҡытыусыларының эшмәкәрлеген грант нигеҙендә баһалау ҙа — Мәҙәниәт йылының бурыстары. Бынан тыш, йыл барышында иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ветерандары билдәләнеп китәсәк, был юҫыҡта улар өсөн төрлө һөнәри конкурстар, ижади осрашыуҙар һәм бенефистар, юбилей саралары, презентациялар ҡаралған.
— Мәҙәниәт менән мәғарифты үҫтереү мәсьәләләрен хәл итеү һәр заманда ла ҡатмарлы, был кадрҙарҙың оҫталыҡ кимәленә бәйле. Мәҙәниәте түбән булған белемһеҙ кешеләр иҡтисадты ойоштороуҙа ла, башҡа йүнәлештәрҙә лә уңышлы эшләй алмай. Һеҙ хәҙерге заманда был кимәлде нисек күтәрергә була, тип уйлайһығыҙ?
— Мәҙәниәт менән мәғариф тығыҙ бәйләнештә. Был ике өлкә кешене белем донъяһына ылыҡтыра, интеллектуаль ҡаҙаныштарға юл аса. Мәҙәниәттең кимәле, әһәмиәте ижад ителгән әҫәрҙәр менән, уларҙың донъяла танылыуы, һәр кешенең уны үҙләштереүе менән баһалана. Шулай уҡ мәҙәниәт — беҙҙең милли һыҙатыбыҙҙы сағылдырыусы бай тарих, йола-традициялар, сәнғәт.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге заман кешеһе тормош мәшәҡәттәренә күмелеп, шунан айырыла алмай йәшәй, телевидение, интернет донъяһына сумған. Ә унда күберәк кешене бошондорорлоҡ хәбәрҙәр бирелә.
Киләсәктә рухлы быуын үҫтереү өсөн бөгөндән үк йәштәргә әхлаҡи ҡиммәттәребеҙҙе еткерергә, һеңдерергә тейешбеҙ. Бының өсөн кеше, йәмғиәт музейҙар, китапханалар, театрҙар менән мотлаҡ бәйләнештә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына ул үҙ халҡының тарихын, мәҙәни ҡиммәттәрен белеп йәшәйәсәк.
— Сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт кешеләре ҡала властарынан ярҙам аламы? Мәҙәниәт учреждениелары нимәгә мохтаж һәм был нисек хәл ителә?
— Был төр һөнәр эйәләрен социаль яҡлау буйынса төрлө саралар ҡаралған. Әһәмиәтле йүнәлештәрҙең береһе — мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһенең һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән юл картаһын булдырыу, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу. Уны Башҡортостан буйынса уртаса кимәлгә еткереү өсөн республика бюджетынан субсидия бирелә (педагогтарға – 75 процентҡа тиклем, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә – 56,1 процентҡа тиклем). Бынан тыш, китапхана һәм музей хеҙмәткәрҙәренә бер мең һум күләмендә өҫтәмә түләү булдырылған. Китапханаларҙа эшләгән йәш белгестәргә хеҙмәт хаҡына 20 процент өҫтәмә түләү ҡаралған.
Мәҙәниәт учреждениеларында эшләү өсөн бөтә шарттар ҙа бар, эш урындарына аттестация үткәрелгән. Хеҙмәткәрҙәргә урындағы ҡаҙна иҫәбенән шифаханаға юлламалар ҡаралған. Ятаҡҡа урынлашырға ла ярҙам итәбеҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа бөтә идеяларҙы тормошҡа ашырып булманы. Бөгөн мәҙәниәт учреждениеларына ремонт кәрәк, шул иҫәптән Өфө балалар филармонияһы, Ҡала мәҙәниәт һарайы, планетарий биналары тулыһынса реконструкциялауға мохтаж.
Туғыҙ мәҙәниәт учреждениеһында балаларҙы уҡытыу өсөн уңайлы шарттар булдырырға кәрәк. Улар раҫланған нормаларға ярашлы булырға тейеш. Шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеге, хеҙмәтте һаҡлау программалары буйынса ла башҡараһы эштәр байтаҡ.
Һәләтле йәштәрҙең дә, танылған артистарҙың да гастроль эшмәкәрлегендә ярҙам талап ителә. Тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын тейешенсә һаҡлауҙы, уларҙы реставрациялауҙы күҙ уңында тотоу мөһим. Музей, китапхана фондтарына иғтибарҙы кәметмәҫкә кәрәк.
Ҡала ерлегендә мәҙәниәт объекттарының тигеҙ бүленеп урынлаштырылмауы, яңы барлыҡҡа килгән райондарҙа уларҙың етерлек булмауы үкенесле. Ландшафт архитектураһы күҙлегенән яңы ял парктарын булдырыу мотлаҡ.
Был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн, әлбиттә, мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын нығытырға кәрәк, мәҙәниәт өлкәһенә инвестициялар талап ителә, шулай уҡ кадрҙар составының квалификацияһын камиллаштырыу, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу мөһим.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа Өфөлә башҡорт теле уҡытыусылары байтаҡҡа кәмене. Был хәл ҡала мөхитендәге рухи үҫешкә кире йоғонто яһамаҫмы? Ошо педагогтарға ҡала ниндәй ярҙам күрһәтә?
— Беҙҙең республикала туған телдәрҙе, башҡорт телен дә дәүләт теле булараҡ өйрәнеү өсөн норматив-хоҡуҡи база булдырылған. Ата-әсәләрҙең балаларына туған телдәрендә белем биреү хоҡуғы Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы, дәүләт закондары һәм программалары менән гарантияланған.
Баш ҡаланың бөтә мәктәптәрендә лә туған телдәрҙе һәм дәүләт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса ҙур эш алып барыла. Ҡулайлаштырыуға ҡарамаҫтан, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының һанын һаҡлап ҡалыу өсөн хәлдән килгәндең барыһы ла эшләнде. Бөгөн Өфөлә 630 туған тел уҡытыусыһы эшләй икән, уларҙың 542-һе — башҡорт теле уҡытыусыһы. Йәкшәмбе һәм урта мәктәптәрҙә ун туған тел өйрәнелә — урыҫ, башҡорт, татар, сыуаш, мари, немец, украин, идиш, әрмән һәм поляк. Ҡала мәктәптәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән тулыһынса тәьмин ителгән.
— Өфөлә башҡорт халҡының тарихын сағылдырған һәйкәлдәр аҙ. Был эште йәнләндереү күҙ уңында тотолмаймы?
— Ҡала хакимиәте мемориаль таҡтаташтар, бюст һәм һәйкәлдәр ҡуйыу, ҡала скверҙарын булдырыу, төрлө ойошмаларға, яңы урамдарға билдәле шәхестәрҙең исемен биреү мәсьәләләре менән даими шөғөлләнә. Үткән йыл, беләһегеҙ, Мостай Кәримгә һәйкәл ҡуйылды. Әҙиптең ижадын, уның әҫәрҙәрендәге геройҙарын кәүҙәләндергән был мөһабәт композиция ҡалабыҙҙың ғына түгел, республикабыҙҙың йөҙөк ҡашына әүерелде. Бынан тыш, башҡорт сәхнәһе оҫтаһы, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковҡа үҙе оҙаҡ йылдар ижад иткән Башҡорт дәүләт академия драма театрынан алыҫ түгел урында һәйкәл ҡуйылды. Унан алдағы йылдарҙа Мифтахетдин Аҡмулла, Заһир Исмәғилев һәйкәлдәре, Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов һәм Миңлеғәле Шайморатов бюстары ҡалабыҙ урамдарын һәм парктарын биҙәне. Ҡала Советы округы ҡарарҙары менән баш ҡаланың яңы барлыҡҡа килгән урамдары билдәле шәхестәрҙең исемдәрен йөрөтәсәк. Улар араһында Ғ. Сәиди, Р. Өмөтбаев, Ф. Мостафина, М. Исҡужин, Ә. Атнабаев, В. Кокин, М. Зайцев һ.б. бар.
— Әлеге һорауҙы дауам итеп, Әхмәтзәки Вәлидиҙең иҫтәлеген мәңгеләштереүгә айырым туҡталып үтке килә, сөнки беҙҙең гәзит уҡыусылары ла ошо мәсьәләне йыш күтәрә. Һәйкәл проектының күп кенә йәмәғәт эшмәкәрҙәренә оҡшамауы асыҡланды. Сипайлово мәсетенең имам-хатибы Хәмзә хәҙрәт, мәҫәлән, үҙ аҡсаһына һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итте, сөнки әле булған проект, уныңса, бигерәк ябай. Ошондай изге тәҡдимдәр ҡала хакимиәте тарафынан яҡлау табырмы?
— Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән күренекле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың исемен мәңгеләштереү буйынса күп кенә эштәр башҡарылды. Ҡала китапханаларында Зәки Вәлиди ижадына, тормош юлына бағышланған күргәҙмәләр, лекциялар, ижади кисәләр уҙғарылып тора. Шулай уҡ күренекле ғалим иҫтәлегенә төрлө концерт программалары, театрлаштырылған тамашалар була. 2005 йылда Туҡай урамында, Вәлиди 1915-1916 йылдарҙа эшләгән йортта, мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Шулай уҡ ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарының береһе күренекле шәхесебеҙҙең исемен йөрөтә. Һәйкәлгә килгәндә инде, Мәҙәниәт министрлығы иғлан иткән конкурста скульптор В.А. Дворниктың проекты еңеп сыҡты. Киләсәктә арҙаҡлы шәхесебеҙҙең һәйкәле Өфө ҡалаһын йәмләндерер тип ышанабыҙ.
«Хәмзә» мәсете имамы Хәмзә хәҙрәт Ғәлләмов алып барған йәмәғәт эше маҡтауға лайыҡ. Бөгөн халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы кешеләр — һирәк осрай торған күренеш. Әммә Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы, теге йәки был тарихи ваҡиғаға, күренекле шәхескә һәйкәл ҡуйыу-ҡуймауҙы Башҡортостан Хөкүмәте хәл итә. Ошо кимәлдә ҡарар ҡабул ителһә, финанслау ҡаралһа, Өфө ҡалаһы хакимиәте һәйкәлде урынлаштырыу мәсьәләһен хәл итә ала.
— “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законын ғәмәлгә ашырыу буйынса Өфө ҡала округы ҡала хакимиәте ҡарамағындағы комиссияның эшен көйләү ҙә һеҙҙең вазифаға ҡарай. Ойошмаларҙың башҡортса исеме дөрөҫ яҙылмауға дәғүәләр кәмемәй түгелме?
Матурлыҡ донъяһы яҡлауға мохтаж — Ҡалала алтаҡталар һәм башҡа визуаль мәғлүмәт биҙәлеше буйынса ҙур эш алып барыла. Бөгөн тышҡы рекламала һаман да хаталар осрауы, алтаҡталар биҙәлешенең эстетик ҡағиҙәләргә тура килмәүенең сәбәбе шунда: предприятие, ойошма, учреждение етәкселәре алтаҡталарҙы тейешле ҡала хеҙмәттәрендә раҫлатмай, тура реклама агентлыҡтарына мөрәжәғәт итә. Ә реклама ойошмаларында тел белгестәре юҡ.
Әлбиттә, “Административ тәртип боҙоу тураһында”ғы БР кодексында хаталы алтаҡталар өсөн штраф ҡаралған. Әммә уны түләтеү хоҡуғы социаль яҡлау органдарына йөкмәтелгән. Ә тел буйынса комиссияларҙың ундай хоҡуғы юҡ.
Алтаҡталарҙы урынлаштырыу тәртибе былай: ойошма етәксеһе иң тәүҙә рөхсәт ҡағыҙы (таныҡлыҡ) алырға тейеш. Бының өсөн ҡаланың Дизайн һәм тышҡы реклама идаралығына документтарҙы (алтаҡтаның фотоэскизын) тапшырырға кәрәк. Унда баш рәссам художество биҙәлешен ҡарай, ә ҡала округы хакимиәтендә терминология төркөмө ике дәүләт телендә эскиз тексын тикшерә. Алтаҡтаға талаптар иһә ҡала Советы 2006 йылда ҡабул иткән ҡағиҙәләрҙә аныҡ яҙылған. Терминология төркөмө шишәмбе, йома көндәрендә көндөҙгө сәғәт 11-ҙән 12-гә тиклем ҡабул итә, эскиздарҙы шулай уҡ интернет аша ла тикшерә.
Бөгөн тәржемә итеү буйынса ҡалала төрлө ойошмалар эшләп килә. Шуға ҡарамаҫтан, ҡала хакимиәте Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтын, гәзит редакцияларын (“Башҡортостан”, “Киске Өфө”), М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт теле хеҙмәтен тәҡдим итә.
— Киләһе йыл Өфө ШОС һәм БРИКС илдәренең саммитын үткәрәсәк. Ҡунаҡтарға беҙ мәҙәни ял итеү сифатында нимәләр тәҡдим итәсәкбеҙ һәм, айырым алғанда, башҡорт милли мәҙәниәтенең ниндәй өлгөләрен күрһәтәсәкбеҙ?
— 2015 йыл — Башҡортостан өсөн яуаплы, әһәмиәтле осор. Был юҫыҡта баш ҡалабыҙҙың мәҙәниәте һәм сәнғәтен сағылдырған саралар планлаштырылған. Быйыл өсөнсө тапҡыр “Өфө — дуҫлыҡ һәм берҙәмлек ҡалаһы” тип исемләнгән халыҡ-ара милли профессиональ коллективтар фестивален ойошторҙоҡ. Унда ШОС һәм БРИКС илдәренән ижади коллективтар ҙа ҡатнашып килә. Фестиваль мәлендәге иң матур сығыштар саммитҡа бағышланған байрам программаһына индереләсәк.
Ҡала көнөндә Ленин урамында Һөнәрселәр фестивале үткәргәйнек, ғәйәт ҙур ғына урынды биләгән “Өфө Арбаты”нда оҫталар ижад иткән сағыу эштәр урын алғайны. Өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына бик оҡшаған ошо сара нигеҙендә киләһе йыл “Оҫталар ҡалаһы” тигән ҙур байрам проекты планлаштырылған. Быйыл тағы халыҡ кәсебе һәм сувенир әйберҙәренең Асыҡ ҡала конкурсын үткәреү ҡаралған.
ШОС һәм БРИКС илдәре менән мәҙәни бәйләнеште нығытыу өсөн ижади коллективтар даими гастролдәр ойоштороп тора. Бер нисә илдә сығыш яһап, үҙенең оҫталығы менән сит ил тамашасыларын таң ҡалдырған “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле артистары әҙерләгән бай йөкмәткеле программа аша ҡунаҡтарыбыҙ беҙҙең милли сәнғәтебеҙ менән танышыу форсатына эйә буласаҡ.
ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерләнгәндә биналарҙың, шул иҫәптән мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларының да, тышҡы йөҙөн реставрациялау ҡаралған. Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы кеүек әһәмиәтле объекттарҙа реконструкция эше алып барыла. Өфө ҡалаһының музейы ла тиҙҙән үҙ ишектәрен асыр, тип ышанам.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779