Билдәле ғалим-әҙәбиәтсе, шағир, педагог, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Риф Барый улы Әхмәҙиевкә 60 йәш тулды. Ошо уңайҙан танылған шәхесебеҙ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
— Риф ағай, шағирҙы белер өсөн уның тыуған ерен күрергә кәрәк, тиҙәр. Әйҙәгеҙ, хыялыбыҙҙа булһа ла тыуған яғығыҙға “барып” әйләнәйек. — Һәр ижад кешеһенеке шикелле, минең шиғриәтемдең шишмәһе – тыуған яғым, ауылымды уратып алған урман-һыуҙар, тау теҙмәләре, үҙәндәр. Кемдеңдер шәхси йоғонтоһо хаҡында айырып ҡына әйтеп тә булмайҙыр. Әсәйемә килгәндә, уның хәстәре улын шағир итергә тырышыуға ҡайтып ҡалмағандыр, хәйер, ундай уй башына ла килмәгәндер… Әсәйем, барыһынан элек, балаларының өҫтө бөтөн, тамағы туҡ, һау-сәләмәт булыуы өсөн тырышты. Мәктәпкә йөрөй башлағас, минең тәртипле булыуымды, һәйбәт уҡыуымды теләй торғайны. Арыу ғына уҡып китеүемде белгәс, миңә һиҙҙермәҫкә тырышып, эстән генә ҡыуана ине…
Беҙгә, ауыл балаларына, Арина Родионовна ролен ауылдаштар менән бергә колхоз эшендә ҡатнашып йөрөү, бигерәк тә туған тәбиғәт, уның биҙәктәре, миҙгелдәре үтәгәндер ҙә. Әҙәм балаһы үҫмерлек, өлгөрөү йылдарын (шул иҫәптән ижадтағы), ғүмеренең артабанғы осорон балалыҡ тәьҫиренә таянып, рухи көс-ҡеүәт алып йәшәй бит. Көндәлек мәшәҡәттәр, мөлкәт йыйыу, карьера яһау, бигерәк тә балалар тәрбиәләү, намыҫлы йәшәү ана шул балалыҡта йыйған хис-тойғоларҙың сафлығы, тәрәнлеге, потенциалы менән билдәләнә бит.
Мәктәп уҡыусыһы сағымда шиғырҙар яҙа башлағанмын, уны әле булһа дауам итәм икән, ҡабатлап әйтәм, бының төп сәбәпсеһе – тыуған яғым, иң гүзәл, иң хозур Ҡыйғы төбәгендә урынлашҡан кескәй генә Әбдрәзәк ауылының тирә-йүне, уның эсәр һыуҙары, һулар һауаһы, бәрәкәтле тупрағы. Шуғалыр ҙа ауылымда йырламаған, бейемәгән кеше булманы шикелле. Әле һаман иҫемдә: йәйге кистә Шиҙәле өҫтөнә көтөүҙән ҡайтып килеүсе Хөснөтдин ағай таратып ебәргән боронғо көйҙәр тыуған еребеҙгә, ауылыма, яҡташтарыма гимн булып яңғырай ине. Ундай кешеләр арабыҙҙа юҡ инде, ауылымдың яҙмышы ла аяныслы булып сыҡты…
— Һеҙ — шағир һәм ғалим. Улар “ыҙғышып” йәшәмәйме? — Шағир менән ғалим. Шағирлыҡ менән ғилмилек. Миндә улар бер-береһенә ҡамасауламай. Шағирлыҡ ғилми эшмәкәрлегемә булышлыҡ итә, уҡытыусылыҡ ижадыма дәрт өҫтәй, илһам бирә. Был насар түгел, тик ғилмилек шиғриәттә үҙен һиҙҙерергә тейеш түгел, әгәр шулай икән, шиғыр аҡыл һатыуға, дидактикаға ҡайтып ҡала. Бындай шиғриәт тә кәрәктер, ул да булырға тейеш, донъя әҙәбиәтендә лә, милли шиғриәтебеҙҙә лә уның өлгөләре шәхси ижадта ла, тарихи планда ла етерлек. Шуны ла әйтеү кәрәктер: шағир үҙенең ижадында фәлсәфәгә ынтыла, кешенең йәшәйеше хаҡында уйлана, фекер йөрөтә икән, бер ҡатлы булыуҙан һаҡланырға тейеш. Бындай хәл лирика өсөн килешле түгел. Лириканың, үҙенә ҡалһа, үҙенсәлеге шунда: ул күп кеше күргәнде, кисергәнде әйтеп бирергә тырыша, һүрәтләй. Шулай икән, һинең яҙғаныңдың уңышлы-уңышһыҙ булыуы тураһында фекерләүселәр, оппоненттар ишәйә, күбәйә. Бындай хәлгә килеп юлыҡмау өсөн шағир көтөлмәгән, уҡыусыны тетрәндерерлек, башҡа авторҙар үҙ-үҙенә “Нисек мин быны күрмәнем дә, ниңә әйтеп биреп өлгөрмәнем?” рәүешле риторик һорау бирерлек итеп ижад итергә тейеш. Быныһы инде оҫталыҡ, образлылыҡ мәсьәләләренә ҡайтып ҡала. Нисек кенә булмаһын, шиғриәт ул — фекерле хис, киреһенсә түгел. Бындай осраҡта инде күңелеңдә, мейеңдә шағирлыҡ менән ғилмилектең ыҙғышыуына, яғалашыуына урын ҡалмай.
— Шиғриәт һөйөүселәр ғаиләгеҙ хаҡында ла белергә теләйҙер. — Йәшерәк саҡта ҡайһы бер шағир ағайҙарға ҡарайым да, быларҙың ғаиләһе бармы икән, әллә юҡмы, тип уйлай торғайным. Яңылышҡанмын – шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың, артистарҙың да (бигерәк тә) ғаиләләре, ҡатындары, балалары була икән. Мин тормошомдан ныҡ ҡәнәғәтмен. Шулай икән, ниндәйҙер нескәлектәргә төшөп тороу кәрәкмәйҙер ҙә. Ҡатыным Гөлфиә менән ике ул үҫтерҙек, улар юғары белемле, өйләнделәр, өс ейәнсәрем бар, дүртенсеһе тыуырға тора. Салауат, үҙең беләһең бит, һеҙ уҡыған осорҙа 1-се ятаҡта шаулап, коридорҙа уйнап йөрөгән малайҙар инде. Шиғырҙарыма ла инеп китте улар:
Илшатым менән Айҙарым –
Минең балаҡайҙарым! Үҙемә ҡалһа, бындай шиғыр юлдарын иң уңышлы строфаларҙың береһе тип һанайым.
— Бөгөнгө шиғриәт хаҡында нимә әйтер инегеҙ? — Шиғриәттең дөйөм кимәле ныҡ күтәрелде, ысын мәғәнәһендә хис менән фекер диалектикаһына әүерелде. Дөйөм тигәнем интеллектуаллек тә, автор фекерләүенең тығыҙланыуында, интенсивлашыуында, ижтимағи, социаль, тарихи, мәҙәни, милли аспекттарҙың бер-береһе менән таралышып, уҡмашып килеүендә күренә. Лирик геройҙың, уның аша авторҙың донъяға ҡарашын, актив мөнәсәбәтен сағылдырыу йәһәтенән бөгөнгө шиғриәт метафора, афоризм, психологик параллелизм кеүек алымдарҙы, троптарҙы, символдарҙы уңышлы ҡуллана, субъективлыҡ менән сикләнеп ҡалмайынса, образлы дөйөмләштереүҙәргә ынтыла. Шул рәүешле бөгөнгө шиғриәтебеҙ үҙ халҡының тарихын, уның милли характер сифаттарын, менталитетын дөйөм кешелек контекста күрһәтергә тырыша. Был бөгөн бигерәк тә мөһим. Һәр төрлө сикләүҙәр осоронда шағирҙарыбыҙ республикабыҙҙың, халҡыбыҙҙың ватансыһы булыу менән бергә, үҙенең поэтик тауышын киңерәк даирәгә ишеттерергә бурыслы. Уға бер ваҡытта ла үҙенең бөтә донъя гражданы икәнлеген оноторға ярамай. Юғиһә, глобалләшеү тигән ҡурҡыныс машинаның беҙҙең һәр беребеҙҙе емереп, тапап, иҙеп китеүе бик тә ихтимал.
— Сер булмаһа, һуңғы арала нимәләр яҙаһығыҙ? — Бәғзе берәүҙәр “Тормош юлығыҙҙы өр-яңынан башларға тура килһә, нимә эшләр инегеҙ?” тигән һорауға “Нисек йәшәгәнмен – шулай йәшәр инем” рәүешендәрәк яуап ҡайтара. Был шулайҙыр ҙа, сөнки һәр кем яҙмышы, үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн үҙе яуаплы.
Үҙемә ҡалһа, үткән юлыма ниндәйҙер байҡау яһап, һис бер ниндәй икеләнеүһеҙ-ниһеҙ, үкенеүһеҙ “күберәк шиғыр яҙыр инем” тип әйтер инем. Бик күп эштәр башҡарҙым, төрлө һөнәргә эйә булдым, поэтик ижадҡа ғына иғтибарым аҙыраҡ бүленде шикелле.
Әлеге ваҡытта нимә өҫтөндә эшләүем тураһында әйтеүе ҡыйын, ул турала бер шағир ҙа әйтеп бармайҙыр, моғайын. Шиғыр — көтөлмәгән табыш, шуға килеп юлығаһың икән, һин донъяла иң бәхетле, иң көслө кеше. Һин азат, һиңә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай.
С. НӘЗИРОВ әңгәмәләште.