Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡауарҙыла күңел ағарҙы
Ҡауарҙыла күңел ағарҙыҠауарҙы — районда ғына түгел, республикала данлыҡлы ауылдарҙың береһе. Ғилемгә ынтылышлы, йыр-моңға маһир халыҡ йәшәй бында. Шуға ла етәксе урындарҙа, сәнғәт донъяһында бихисап улар. Таһыллы көрәшселәре менән дә дан тоталар, районда, республикала үткән ярыштарҙа еңмәй ҡайтҡандары юҡ. Шахмат буйынса ла ҡауарҙылар хәҙер өфөләргә бирешмәй.
Ана шулай тос уңыштары менән һоҡландырып йәшәй ауыл халҡы.
Тормош бит, төрлөһө була. Ҡайһы саҡта ваҡ-төйәк тип әллә ни әһәмиәт бирмәгән нәмәләрҙең тора-бара ҙур мәсьәләгә әйләнеүе ихтимал. Быны халыҡты шәхси мәсьәләләр буйынса ҡабул иткәндә яҡындан тойҙоҡ.
– Улыма 32 йәш, килен, балалар бар. Ул торлаҡ өсөн субсидия юллай аламы? – Ана шундай һорау бирҙе мәғариф ветераны Рим Насиров гәзитебеҙҙә “Юрист кәңәштәре” рубрикаһын алып барған “Лига-М” юридик компанияһының директор урынбаҫары Таһир Мансуровҡа.
– Әлбиттә, бындай хоҡуҡ 35 йәшкә тиклемге йәштәргә бирелә. Бының өсөн улар торлаҡ шарттарын яҡшыртыу исемлегендә иҫәптә торорға тейеш, – тигән яуап бирелде мөрәжәғәт итеүсегә. Йәнә проектҡа индерелеп тә, газ торбаһы уның йортона килеп етмәүенә зарланды Рим ағай. Был мәсьәләне нисек хәл итеү буйынса ла юрист төплө кәңәштәрен бирҙе.
Дамира Табынғолова өс айлыҡ балаға әсәлек капиталын юллау мәсьәләһе тураһында ҡыҙыҡһынды.
Яңғыҙы ике студент уҡытҡан Тафура Байназарованы борсоған сетерекле хәл ҡасандыр директорҙың иғтибарһыҙлығы арҡаһында килеп сыҡҡан. Йүнәлтмә буйынса уҡытырға килгән ҡатын декрет ялынан һуң мәктәп китапханаһына эшкә күсерелә, бер үк ваҡытта уҡытып та йөрөй. Унан һуң 27 йыл ғүмер үтә. Китапханалағы йылдары педагогик стажға инмәү сәбәпле, ул оҙаҡ йылдар бер урында эшләгән өсөн түләү ала алмай.
– Бик ҡатмарлы мәсьәлә, уны үҙ ваҡытында хәл итергә кәрәк булған да бит. Шулай ҙа тәүәккәлләп ҡарарға мөмкин. Бының өсөн шаһиттар табырға, судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк булыр, – тине юрист.
Тәрбиәсе Нәсиә Абдуллинаның да һорауы уныҡына ауаздаш ине. Музыкаль етәксе булып эшкә урынлашҡан ҡыҙ тәрбиәсе итеп күсерелә. Әммә был хаҡта бойороҡ яҙылмай. Һөҙөмтәлә уға өҫтәмә аҡса түләнмәй...
Осрашыуҙа хеҙмәт кенәгәһендәге етешһеҙлектәргә ҡағылышлы һорауҙар ҙа күп булды. Таһир Мансуров барыһына ла аныҡ яуап бирҙе, тейешле ойошмаларға мөрәжәғәт итергә кәңәш итте.
Ауыл халҡы менән осрашыу ҙа йәнле барҙы, ҡауарҙылар гәзиттең баш мөхәррире Нияз Сәлимовҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Етмеш ике йәшлек ветеран Рим Насиров баҫманың уҡымлы була барыуына ҡыуанысын еткерҙе, коррупцияны фашлаған мәҡәләләр йышыраҡ булһын, “Салауат Юлаев” хоккей командаһының уйын графигы бирелһен, йәштәр донъяһы киңерәк яҡтыртылһын ине тигән теләген еткерҙе.
Мәүлембирҙе Нәзиров халыҡты аҡса йүнләргә өйрәтеү йәһәтенән тағы ла нығыраҡ эшләүебеҙҙе теләне. Рәмилә Ғәлина ла гәзит тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Осрашыу аҙағында ауыл хакимиәте башлығы Азат Әбелғужин:
– Киләһе йыл яратҡан гәзитебеҙгә 95 йыл тула. Әйҙәгеҙ, ҡәҙерле ауылдаштар, ошо уңайҙан 95 дана гәзиткә яҙылайыҡ, – тигәс, барыһы ла гөрләтеп ҡул сапты.
Күңелдәренең байлығы, ихласлығы менән ҡыуандырҙы ҡауарҙылар. Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, ҡулына ҡумыҙын, аҙаҡ гармунын алып, дәртле көйҙәр һуҙып ебәреүгә, барса халыҡ бейергә төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
И. ХАҠОВ.
Ғафури районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779