Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәҙәнилек күңелдән башлана
Мәҙәнилек күңелдән башлана
Донъяла һәр нәмә кешенең үҙенән башлана: тәрбиә, әхлаҡ, сәләмәтлек, экология һәм, әлбиттә, был исемлеккә мәҙәнилек тә инә. Тотош йәмғиәттең, халыҡтың мәҙәни кимәле юғары булһын өсөн, уның һәр вәкиле шул мәҙәнилекте тойоп йәшәргә тейеш.

Мәҙәниәт төшөнсәһе киң мәғәнәле. Был кешелектең етештереү, эшкәртеү, ижтимағи һәм аҡыл йәһәтенән ҡаҙаныштары ла; шул ҡаҙаныштарҙың, йәшәйештең үҫеш кимәле лә; йыр-бейеү, моң да; кешенең үҙен үҙе тотошо ла; күңел торошо ла. Мин иһә айырыуса һуңғы аңлатмаға иғтибарҙы йүнәлткем килә, сөнки әҙәп ҡанундарын үтәү, зауыҡлы кейенеү, бысаҡ-сәнскене дөрөҫ тота белеү генә мәҙәнилекте билдәләмәй. Был бай, нәзәкәтле, моңло һәм нескә даирә күңелдән башлана.
Мәҫәлән, берәй нәмәгә тотонор алдынан кеше иң тәүҙә уға үҙенең мөнәсәбәтен белдерә, шунан һуң ғына, аҡылын туплап, башҡара башлай. Ошо ваҡытта кешенең ниндәй тойғо кисереүе эштең барышына ла, һөҙөмтәһенә лә ныҡ тәьҫир итә. Тимәк, эш башы булып торған ниәт, теләк кеүек ынтылыштар ифрат ҙур әһәмиәткә эйә. Бөтә йәшәйешебеҙ ҙә ошо ҡанунға ҡоролған. Ниәт-теләктәр ике сығанаҡтан барлыҡҡа килә. Улар – һөйөү һәм ҡурҡыу. Кеше ни генә атҡармаһын, уның менән һәр ваҡыт ошо ике төшөнсәнең береһе етәкселек итә.
Әйтәйек, бейеүсе сәхнәлә сығыш яһарға әҙерләнә. Беренсе вариант: уның күңелендә – һөйөү. Ул үҙ эшен ярата, бейеүҙәрен ысын күңелдән башҡара һәм шул ваҡытта күңеленән урғылып сыҡҡан шатлыҡлы хис-тойғоларын тамашасыға ла еткерергә тырыша, уларҙы ла һөйөү донъяһына сорнағыһы килә. Тамашасы менән башҡарыусы араһында һәр ваҡыт ниндәйҙер бәйлелек барлыҡҡа килеүен һәр кем белә. Был осраҡта тамаша ҡылыусылар бейеүсе ебәргән яҡты нурҙарҙы ҡабул итә һәм күңелдәрендә һөйөү, матурлыҡ хистәре ярала, улар һоҡлана, оҡшата, йылмая һәм, шуны белдереп, ихлас ҡул саба – залда юғары хистәр тантана итә.
Икенсе вариант: бейеүсе шөғөлөнә дан алыу, башҡаларҙан өҫтөн булыу, аҡса эшләү сығанағы итеп ҡарай. Уның күңелендә ҡурҡыу тойғоһо оялаған: халыҡ араһында танылмай ҡалыу, кемдәндер түбән булыу, артта ҡалыу, тамашасы һөйөүен яулай алмау… Йәғни бейегәндә уға көнләшеү, мин-минлек, нәфсе кеүек тойғолар етәкселек итеүе мөмкин. Тамашасы күңеленә бындай нескә сигналдар барып етә һәм уға, үҙе лә аңламаҫтан, башҡарыусы оҡшамай, күңеле йылылыҡ тапмай башлай. Шул уҡ ваҡытта залда ултырған бөтә кеше лә бер үк тойғо кисермәй. Ни өсөн шулай? Бейеүсе ысын күңелдән сығыш яһап, бөтәһенә лә оҡшарға тейеш кеүек, һәм ялғанлыҡты ла һиҙгән кешеләр бер үк фекерҙә булыр һымаҡ. Әммә тамашасы күңеле лә төрлө. Ни өсөн берәүҙәргә бер артист (спортсы, сәйәсмән) оҡшай, икенселәр бүтәндәрен үҙ итә? Оҡшаш йәндәр бер-береһенә тартыла, йәғни йәндең мәҙәни кимәле ниндәй булыуға ҡарап, ул шундай уҡ кимәлдәге йәнде яҡын күрә, һоҡлана, уға тартыла һәм оҡшарға теләй. Шуға күрә ҡайһы бер кешеләр үҙ-ара тиҙ уртаҡ тел табып, еңел аралаша башлай, ә бәғзеләр, нисек кенә тырышмаһын, бер-береһенә яҡыная, йылы мөнәсәбәттәр булдыра алмай. Был осраҡта “күңел тартмай” тиҙәр.
Шулай итеп, бәләкәй генә миҫалда кешенең берәй эште ниндәй ниәт менән башлауы һәм башҡарыуы ни тиклем мөһим булыуын асыҡланыҡ. Ошо ниәт, маҡсат кеше күңеленең мәҙәни кимәлен билдәләй ҙә инде.
Урыҫтарҙа “Көнитмеш аңды билдәләй” (“Бытие определяет сознание”) тигән һүҙҙәр бар. Әммә күңелгә был ҡағылмайҙыр тип уйлайым. Күңел торошо, уның тәбиғәте тыумыштан бирелә. Әммә уны бөтөнләй үҙгәртеп булмай тиеү ҙә дөрөҫ түгел. Йән гел генә бер урында, бер кимәлдә була алмай. Ғүмер дауамында (фанилыҡта ла, баҡыйлыҡта ла) ул үҫешә, камиллаша, һөйөүгә ынтыла (һөйөү һүҙенең киң мәғәнәлә ҡулланылыуын аңлатып торорға кәрәкмәйҙер). Һәм күңелдә һөйөү ни ҡәҙәр күберәк булһа, мәҙәни кимәле лә шул тиклем юғарыраҡ. Шулай итеп, аңды көнитмеш, мөхит билдәләһә, күңелде (йәнде) оло һөйөүгә ынтылыш үҫтерә.
Йәндең нисек итеп юғарыға ынтылыуына күҙ һалайыҡ. Бала тыуҙы, ти. Уның йәне лә билдәле бер кимәлгә тиң. Әммә балаларҙың барыһын да беҙ “изге йән” тибеҙ. Тимәк, йәндәре берҙәй саф, таҙа. Ысынында иһә сабый тәүге йылдарында үҙенең күңел кимәлен онотоп тора, йәғни ул аңһыҙ рәүештә йәшәй, аңы бер аҙ туҡтатыла һәм әлегә эшкә егелмәй тора. Баланың күңелендә тик тойғолар ғына хакимлыҡ итә. Был ваҡытта ул ҡурҡыу ҙа белмәй, ышаныусан, асыҡ була, теләй икән – шарҡылдап көлөп ебәрә, теләһә – ҡысҡырып шиғыр һөйләй, йырлай, урамда ырғый-һикерә атлай, сағыу төҫтәргә өҫтөнлөк бирә, ә инде берәй нәмә оҡшамаһа – илай. Шулай итеп, бала Аллаһы Тәғәлә ебәргән нурҙарға төрөнә һәм уларҙы күңеленә һеңдерә. Бәләкәй саҡта аңлы рәүештә ул быны эшләй алмаҫ ине, шуға күрә тәбиғәт иң тәүҙә үҙе эшләй. Был ваҡытта бала изге тойғоларҙы үҙенә мөмкин тиклем күберәк тупларға тейеш, сөнки улар ғүмер буйы кешегә көс бирәсәк, ярҙам итәсәк. Бындай көс, һөйөү “йыя” торған осорҙар кеше ғүмерендә бер нисә тапҡыр була. Һәм шул ваҡыттарҙа кеше Хоҙайға, изгелеккә, игелеккә ни тиклем нығыраҡ ынтыла, уның камиллашырға, үҫешергә теләге шул тиклем көслөрәк, мөмкинлектәре күберәк. Әммә ғүмер дауамында ла кеше был изге ғәмәлдәрҙе үтәргә тейеш.
Беренсе осор тураһында әйтеп киттек: биш йәшкә тиклем. Был ваҡытта балаға һеңдерелгән ҡиммәттәр күңелдең нигеҙ ташына әүерелә. Мәҫәлән, ҡыҙ балаға биш йәшенә тиклем “Һин батша ҡыҙы (принцесса)” тип өндәшһәң, ул ғүмере буйына үҙен шулай хис итәсәк, тиҙәр.
Икенсе осор: баланың бәлиғ булған сағы. 11—14 йәштәрҙә ул тирә-яҡ донъяны нескә ҡабул итә һәм ҡайһы бер күренеш, ҡылыҡ-фиғелде һеңдереү, ҡабатлау, үҙендә формалаштырыу ҡеүәһе унда көслө була. Был ваҡытта баланы тәбиғәтте, тотош донъяны яратырға, кешеләрҙе ғәфү итә белергә, уларға ҡарата мәрхәмәтле, ихтирамлы булырға, тиҫтерҙәренә юл ҡуя белергә өйрәтеү зарур. Ә теш-тырнаҡты күрһәтергә тормош, ваҡыты еткәс, үҙе өйрәтәсәк.
Өсөнсө осор: беренсе мөхәббәт хистәрен кисергән мәл. Күпселек осраҡта тәүге мөхәббәттә фажиғәле ноталар өҫтөнлөк итә: күңел яралары, күҙ йәштәре... Бында һөйгән кеше тыштан ҡайғырһа ла, эстән уның тыныс, яҡты күңелле булыуы мөһим. Ни өсөн? Сөнки бөтә йәшәйешебеҙҙең асылын яҡты тойғо – һөйөү – тәшкил итә. Донъябыҙ шунан яралған һәм шуға кире әйләнеп ҡайтасаҡ. Тик бының өсөн әллә күпме йылдар, быуаттар үтергә тейеш – Ерҙәге һәр йән эйәһе шул яҡтылыҡҡа (һөйөүгә) тиң булып, унда таралғанға тиклем. Шуға күрә әҙәм балаһының тормоштағы төп бурысы ла – шул хискә ынтылыу. Бының өсөн кеше ниндәй генә хәлгә – ҡайғығамы, шатлыҡҡамы – тарымаһын, һәр ваҡыт ошо тойғоға тартылырға, уны үҙендә һаҡлап ҡалырға һәм күбәйтергә тейеш. Ҡайһы берәүҙәр күпме ҡайғы-хәсрәт аша үтеп һынмаһа ла, баш осонда бәхет йылмайһа, улар күтәрә алмай. Тимәк, яманды ла, яҡшыны ла дөрөҫ ҡабул итеү мөһим. Дөрөҫ тигәнем – һәр ваҡыт һөйөү тойғоһо менән. (Әммә һөйөү һәр нәмәне Хоҙайҙың яҙғаны тип ҡабул итеү һәм ҡыл да ҡыбырлатмау, бөтәһен дә ғәфү итеү, эскә йотоу тигәнде аңлатмай). Эйе, кеше эстән генә барлыҡ ваҡиғаны Хоҙайҙың ихтыяры тип ҡабул итергә һәм сәбәләнмәҫкә тейеш, ә тышҡы яҡтан унан әүҙем булыу, ниндәйҙер саралар күреү талап ителә. Миҫал итеп түбәндәге хәлде килтерге килә. Ике егет үҙ-ара һөйләшә. Береһе икенсеһенә өндәшә:
– Күҙ алдыңа килтер: һин ҡыҙың менән урамда саф һауала йөрөйһөң, ти. Ҡапыл ағастар араһынан әзмәүерҙәй бер ир килеп сығып, ҡыҙыңа бәйләнә башланы. Һин ни эшләр инең?
– Ергә тубыҡланып, былай тип уҡына башлар инем: “Эй, Раббым, был кеше насар уйынан арынып, яуызлыҡ ҡылмаһа ине!” – тип яуаплаған дуҫы.
– Ә ир кеше һаман да ҡыҙыңды ебәрмәһә?..
– Ул ваҡытта тағы ла нығыраҡ уҡыныр инем: “Эй, Раббым, яуызлыҡ ҡылһа ла, эҙемтәләре насар булмаһын ине!” – тип.
Һорау биргән егет уйланып торған да:
– Ә мин һинең ҡыҙыңды яҡларлыҡ икенсе егет табыр инем, — ти.
Киләһе осорҙар: буласаҡ ир менән ҡатындың танышыуы, бала табыуға тиклемге күпмелер ваҡыт, ҡатындың ауырға ҡалған сағы. Был ваҡытта йәштәр үҙҙәре өсөн генә түгел, буласаҡ балалары, уларҙың тормошо, яҙмышы, һаулығы өсөн дә яуап бирә. Әгәр бындай осорҙарҙа йәштәр ҡаты бәғерле, нәфрәтле, көнсөл булһа, бер-береһенә ҡарата бөтмәҫ дәғүәләр белдерә, кәмһетә, көлә, һәр етешһеҙлеккә бәйләнә, үпкәләй икән, уларҙың (йәки берәүһенең) күңеле агрессив эмоциялар менән тулып, ҡарая башлай. Ә йәнде ҡарайтыу Аллаһы Тәғәләнең төп ҡанунына ҡаршы килә. Тормоштағы барлыҡ физик һәм рухи һынауҙар яҡтылыҡҡа, аҡҡа яҡынлашыуға ярҙам итә, улар һәр ваҡыт ыңғай роль башҡара. Тышҡы яҡтан ваҡиға нисек кенә ҡайғылы, фажиғәле, ғәҙелһеҙ күренмәһен, нигеҙҙә барыһы ла һөйөү хаҡына башҡарыла. Быны аңлауы ауыр, әлбиттә. Шуға ла кеше логикаһы менән Бөйөк көс логикаһы йыш ҡына (хатта күпселек осраҡта) тап килмәй.
Беҙҙеңсә, Аллаһ ебәргән бәлә – ул яза, ысынында иһә ул йәнгә аҙып китергә, уны ҡарайтырға юл ҡуймаусы, киреһенсә, уны таҙартыусы, һөйөүгә ынтылдырыусы ярҙам сараһы. Һынауҙарға тотона-тотона, кеше алға табан бара. Улар булмаһа, йән бер урында тотҡарланып ҡаласаҡ. Шулай уҡ бәхетле ваҡиғалар ҙа беҙҙең күңелде үҫтерә. Хаҡ Тәғәләнең ошо ҡанундарын аңлап, кеше тормоштағы барлыҡ ваҡиғаны, күренеште, уй-тойғоно (һуңғылары ла әҙәм балаһына күктән һеңдерелә) Алланың ихтыяры итеп ҡабул итһә, кире эмоцияларға төпкә үтеп инергә ирек ҡуймаһа, уның күңеле тыныслыҡ табып, нурға сорналып йәшәйәсәк. Әммә был кеше һәр ваҡыт шатлыҡта һәм бәхеттә йәшәй тигәнде аңлатмай. Ундай кеше моңайһа ла, күңеле яҡты була, ҡайғырһа ла, йәне алға табан бара. Улар ҙа илай, тик күҙ йәштәре таҙарыныу, рухты нығытыу, Хоҙайҙың һөйөүенә яҡынлашыу сараһына әйләнә. Ә Хоҙайҙың һөйөүе – мәңгелек. Сәскә ата ла һулый, ә сәскә атыу процесы – мәңгелек тигән кеүек, яҡтылыҡ та бер ҡасан да бөтмәй һәм беҙҙең һәр беребеҙ үҙ ваҡытында уға барып тоташасаҡ.
Кеше күҙлегенән сығып ҡараһаң, ҡайһы бер ваҡиғалар ғәҙелһеҙ күренә, ысынында ул йән өсөн файҙаға ғына. Шуға, мәҫәлән, парҙарҙы ла Аллаһ үҙе яраштыра. Юҡҡа ғына: “Никахтар күктә ярала”, — тимәйҙәр. Кемдер хәләл ефетенә, тормошона зарланһа ла, юғары планда уның йәне тап шундай кешене, шундай тормошто талап итә. Аллаһы Тәғәләнең ҡануны буйынса берәүһе үҙенең холоҡ-фиғеле менән икенсеһен тәрбиәләргә бурыслы; береһе уңыштарға өлгәшһен, үҫешһен өсөн икенсеһе уға ғүмерлек таяныс булырға тейеш һәм башҡа, һәм башҡа бурыстар. Юғары планда барлыҡ ваҡиғалар бер-береһенә бәйле һәм ниндәйҙер мәғәнәгә эйә. Хатта айырылышыуҙар ҙа, мөхәббәт өсмөйөштәре лә үҙҙәренә күрә ниндәйҙер роль үтәй.
Шулай итеп, беҙҙең тормош – Хоҙай ихтыярында. Икенсе төрлө әйткәндә, бер ни ҙә юҡтан барлыҡҡа килмәй һәм юҡҡа китмәй, барыһы ла Хаҡ Тәғәлә ҡулында. Тик был һүҙҙәрҙе уҡып, ҡайһы берәүҙәр яңылыш аңлауы мөмкин. “Барыһын да Хоҙай үҙе эшләй, миңә тик йылға ыңғайына ғына йөҙөргә һәм артыҡ тир түкмәҫкә була”, — тиеүселәр яңылыш ҡарашта. Йәшәйештең асылы шунда: кеше үҙ тормошон Аллаһы Тәғәлә менән бергә төҙөй. Алдан яҙылған яҙмыш та була, әммә кеше лә, көн һайын берәй аҙым яһап, тормошон ҡорама кеүек үҙе ҡора. Иң мөһиме – кеше быны йөрәгенә, намыҫына таянып башҡарырға тейеш.
Күңеле менән яҡтылыҡҡа ынтылғандар бер ҙә үҙҙәренә насар һүҙ әйтергә, кемгәлер тупаҫ ҡағылырға, кәмһетергә, ғәйепләргә, нәфрәт, көнләшеү, үпкәләү тойғоларын йөрөтөргә рөхсәт итмәй һәм теләге лә булмай. Тап шундайҙарҙы беҙ тәрбиәле, тәүфиҡлы, мәҙәниле, тибеҙ. Шуға күрә мәҙәнилек, тәү сиратта, күңелдәге һөйөүҙе аңлата. Йәмғиәтебеҙҙең, милләтебеҙҙең мәҙәнилеге һәр кемебеҙҙән башлана. Йөрәктәге был саф тойғоно ҡарайтмайынса һаҡлау, күбәйтеү һәм тирә-яҡҡа таратыу мәҙәнилеккә (бер-беребеҙгә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт, нәзәкәтлек, матурлыҡ, мәрхәмәтлек, намыҫ, моң), һауаларҙы ҡыйып осҡан ҡош кеүек, юғарыға күтәрелергә ҙур мөмкинлектәр бирә.
Ҡарлуғас ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779