Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Мин янырмын ғәҙеллекте яҡлап, ҡәләмемде манып ҡаныма"
"Мин янырмын ғәҙеллекте яҡлап, ҡәләмемде манып ҡаныма"Беҙ барғанда Әнүр Вахитов, Ким Әхмәтйәнов, Марат Минһажетдинов ағайҙар түр башында серләшеп-һөйләшеп ултыра ине. Беҙҙе хужалар ҙа, ҡунаҡтар ҙа тиң күреп, үҙ итеп ҡаршылап, табынға саҡырҙы. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, "Совет Башҡортостаны" гәзитендә дежурҙа булған Хәсән Назар ҙа килеп инде.
Аҡыллы һүҙҙәргә ихласлыҡ ҡушылған был мәжлес бик матур үтте. Тағы ла шул иќтә ҡалған: Надежда еңгә гел йырлатырға пластинка ҡуйҙы. Бүлмәгә Рәми ағай һүҙҙәренә яҙылған Урал тураһында йыр яңғыраны. Бер аҙҙан йырсы "Минең Уралым" тигән һүҙҙәрҙе һуҙып ебәргәс, текст авторы, төќөн боҙоп, урынында ҡуҙғала биреп ҡуйҙы ла, асыуланып, йән әрнеүенән:
— Ҡайҙан тапҡан ул "минең" һүҙен?! Бөтә йырҙы юҡҡа сығарған, — тип Надежда еңгәгә туҡтатырға ишара яһаны. Ләкин йәштәштәре — иң яҡын иптәштәре ҡаршы төштө, кемдер:
— Рәми, беҙ аңланыҡ, әммә йырҙың башҡа һүҙҙәре шәп, Камил Вәлиев тә моңло, матур башҡара бит, — тип әйткәс, уны аҙағына тиклем кинәнеп тыңланыҡ.
Рәми ағай өсөн тормошта ла, ижадта ла тел, һүҙ менән бәйләнгән ваҡ нәмәләр юҡ ине.
Хәҙер Михаил Исаковскийҙың Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә "Россияға дан йыры" исеме менән башҡортсаға тәржемә ителгән шиғырҙар китабы хаҡында әйткем килә. Ул 1973 йылда донъя күрҙе. 1900 йылда тыуған авторы ла 1973 йылда гүр эйәһе булды. Бөйөк Ватан һуғышы башланғансы уҡ илебеҙҙә шиғырҙары, йырҙары менән танылған автор яу барған осорҙа "До свидания, города и хаты", "Враги сожгли родную хату", "Ой, туманы мои, растуманы", "В прифронтовом лесу", "Огонек" һәм башҡа халыҡлашҡан әќәрҙәре менән бик киң таныла. Ул дүрт тапҡыр Ленин ордены, төрлө миҙалдар менән бүләкләнә. 1970 йылда Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була. Бынан һуң өс йыл йәшәп, яҡты донъя менән хушлаша.
Ошо бөтә донъяға танылған ҙур шағирҙың әќәрҙәрен пропагандалау, башҡа телдәргә лә тәржемә итеү зарурлығы иң юғары дәүләт даирәләрендә ҡабул ителә. Беҙҙә М. Исаковский әќәрҙәрен башҡортсалаштырыуҙы нәшриәттә өс әҙәби мөхәрриргә — Шакир Бикҡолов, Ғәлим Дәүләтов һәм миңә — ышанып тапшырҙылар. Быға анһат кәсеп, еңел табыш тип ҡараманыҡ. Уны намыќ менән башҡарҙыҡ. Тәржемәләребеҙҙе бер-беребеҙгә уҡыныҡ. Рецензия яҙыуҙы Рәми ағайға биреүҙәрен белгәс, башҡалар өсөн әйтә алмайым, төп нөсхәһе — урыќ телендәгеһе менән сағыштырып, ике көн буйы үҙ тәржемәләремде тағы ла бер аҙ төҙәтеп сыҡтым.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Шакир ағай Бикҡолов, Рәми янына барабыҙ, тип әйтә ҡуйҙы. Ҡулды, бармайым тигәнде аңлатып, ян-яҡҡа һелтәнем.
— Ул үҙе саҡырҙы! — тине Шакир ағай.
Барып, Рәми ағай менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Мин тәржемә иткән шиғырҙарҙың исемлеген — йөкмәткеһен алғайным. Ыңғай баһаланғандарына плюс, эшләргә кәрәктәренә — һорау, ныҡ тәнҡитләнгәндәренә минус билдәләре ҡуйып барҙым. Тәфсирлек-һаҡсыллыҡтың файҙаһы тейҙе — ул исемлек миндә әле булһа һаҡлана.
Рәми ағай беҙҙең әҙәбиәттә тәржемәне, бигерәк тә шиғыр тәржемәләрен юлға һалыу, өр-яңы кимәлгә күтәреү хаҡында ла һүҙ алып барҙы. Тәржемә менән даими шөғөлләнергә кәрәклеген һәр беребеҙ аңлап, дуќтарса хушлаштыҡ.
...1968 йылдың июль айында, ниндәйҙер тантана айҡанлы, беҙҙең яҡта тыуып үќкән оло һәм йәш быуын яҙыусыларын осрашыуҙарға саҡырҙылар. Уларҙы Өфөнән ойоштороп алып килеүҙе миңә йөкмәттеләр. Тик билдәле әҙиптәрҙән береһе лә баш ҡалала булмай сыҡты. Был йылдарҙа улар, юлламалар алып, төрлө ижад йорттарына таралышып бөтә торғайны шул. Көтөп аптырағас, Ишембайҙан килгән ҙур автобусҡа Әнисә Таһирова менән икәү генә ултырып китергә тура килде.
Әммә осрашыуҙар бик шәп үтте, сөнки иң беренсе беҙ барған Әхмәр ауылында, автобус килеүен көтөп, мәктәп балалары, уҡытыусылар, бигерәк тә беҙҙе шатландырып, улар араһында яҡташ яҙыусыларыбыҙ Ибраһим Ғиззәтуллин, Вафа Әхмәҙиев һәм беҙҙең районды үҙенекеләй күргән Рәми Ғарипов ағайҙар, йылмайышып, ҡул болғап көтөп тора ине.
Колхоздарҙа беҙҙә лә, тыңлаусыларҙа ла тәрән тәьќир ҡалдырған осрашыуҙар булды. Уларҙың һуңғыһы тыуған ауылым Кинйәбулатта үтте. Тыуған йортом алдында беҙҙе ихлас ҡаршылаған атайым, Рәми ағай менән ҡуш ҡуллап күрешкән килеш, хәҙер инде йыр булараҡ киң билдәле "Үтте лә китте йәшлегем" тип башланған шиғырын яттан һөйләне. Рәми ағай йөҙөнә-күҙенә шатлығын сығарып:
— Мине, шиғырымды яттан уҡып, бына шулай беренсе тапҡыр ҡаршылайҙар, рәхмәт, Фәйзрахман ағай, рәхмәт! — тине тулҡынланып.
Был төн йоҡоһоҙ үтте тиергә була. Рәми ағай 1937 йыл хаҡындағы поэмаһын уҡыны. Әќәрҙең тәьќире бығаса һөйләшкән бөтә һүҙҙәрҙе онотторҙо.
— Ниңә уны баќмайҙар, бында ниндәй милләтселек булһын? Бөтә ил халҡына килгән фажиғә бит ул, — тип, Ибраһим ағай сәйәсәткә бер ҡыќылышы булмаған яп-ябай кешеләрҙе алып китеүҙәрҙе иќкә алды.
Атайым миңә ҡарай боролғас, һүҙ һөйләргә йыйыныуын аңланым, ҡулыма блокнот, ҡәләм алдым.
Ул:
— Дөрөќлөк таш кеүек: ул өќкә бик ауыр ҡалҡа (үќә мәғәнәһендә). Был әќәрең дә, башҡаһы ла баќыласаҡ. Дөрөќлөгөң еңәсәк... Бына бит, энем, беҙҙең күңелгә ғүмерлеккә керҙең. Һине беҙ нисек онотайыҡ?! Һәр саҡ халҡың өсөн, халыҡ араһында бул! — тине.
Иртәнсәк йортта һаҡланған "Йүрүҙән" китабын алдына һалып: "Рәми ағай, ошо китабыңа атайға ла бер нисә һүҙ яҙ әле", — тинем. "Риф, атайың менән беҙгә яңынан осрашырға кәрәк", — тине лә йыйынтығына түбәндәге һүҙҙәрҙе яҙҙы:
"Фәйзрахман ағайыма —
шағирлығың өсөн.
Рәми ҡустыңдан.
(Был китапта, әлбиттә, өс-дүрт шиғыр ғына, ғәфү итерһең — ашығып сығарылған өйрәнсек шиғырҙар ине). 9/VII-68. Кинйәбулат".
Хәҙер Рәми ағай Ғариповтың "Миләш-кәләш" тигән китабы хаҡында. 1972 йылда нәшриәт бер төркөм шағирҙарҙың, атап әйткәндә, Рәми Ғарипов, Марат Кәримов, Рафаэль Сафин һәм Абдулхаҡ Игебаевтың күләмлерәк йыйынтыҡтарын сығарыуҙы планлаштырҙы, был тәҡдим юғары органдарҙа ла хупланды. Бөтәһе лә ғәҙәттәгесә барҙы. Тик Рәми ағайҙың "Миләш-кәләш"енә килеп еткәс, эш туҡтап ҡалды. Өлкә комитеттағы идеология түрәһе, уның ярҙамсылары ҡулына эләккәс, эштең һәйбәт бөтмәүе һиҙелә ине, әлбиттә.
Билдәһеҙлек оҙаҡҡа һуҙылғас, бер көн бүлек мөдире А. Ғирфановҡа:
— Агиш ағай, Рәми ағайҙың китабын сығарырға, минеңсә, Мостай Кәрим генә ярҙам итә ала, әйҙә, уға мөрәжәғәт итәйек, — тинем.
Ғәҙәттә, ул өлкә комитет һәм башҡа беҙ буйһонған юғары органдарҙағы вазифалы кешеләргә бәйләнешле эштәргә ҡыќылмай, беҙ ни эшләй алабыҙ инде, тип ҡуйыр ине. Был юлы һиќкәнеңкерәп, аптырап ҡалды. Бының сәбәбе мин шаһит булған Рәми ағайҙың уға ҡарата әйткән бик ҡаты, әммә ғәҙел һүҙҙәренең ҡабатланыуын теләмәүҙәндер, моғайын.
Мостай ағайға шылтыратырға ҡыйыулығы етте. Халыҡ шағиры "Миләш-кәләш" йыйынтығын уҡырға ризалығын бирҙе. Рәми ағайҙың ҡулъяҙмаһы был саҡта үҙендә булған икән. Уға үҙе алып барып биргән. Бер нисә көндән Мостай ағай менән Рәми ағай нәшриәттә осрашып һөйләште. Өќтәлдәр яҡын булғас, барыһын да ишетеп ултырҙым. "Ҡурай" исемле шиғырына бары бер иќкәрмәһе генә хәтерҙә ҡалған. Унда шундай юлдар бар:
Юҡ, өндәшмәй ҡурай ҡурайсыһыҙ,
Ҡурайсыһыҙ өнһөҙ был ҡурай.
(Төтөн өрөп, серәкәйҙе генә
Ҡыуып сығарырға ул ярай!..)
— Рәми, ҡурай хаҡында шәп һүҙҙәр әйттең, данланың, "төтөн өрөп" серәкәйҙе генә ҡыуып сығарырға ул ярай" тип ваҡлау кәрәкмәќ...
Рәми ағайҙың 1981 йылда нәшерләнгән "Умырзая йыры" исемле китабында ул барыбер шул килеш ҡалған. Бәлки, төҙәтелгәндер, төҙөүселәр иќәпкә алмағандыр?..
Башҡа бер генә шиғырға ла Мостай ағай һүҙ әйтмәне — бөтә әќәрҙәр ҙә Рәми ағай нәшриәткә нисек килтергән, шул күләмдә, шул килеш ҡалды.
Риф МИФТАХОВ.

(Аҙағы. Башы 27-28-һандарҙа).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779