Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Белһәң ине ерҙә йәшәү сәнғәтен!..
Белһәң ине ерҙә йәшәү сәнғәтен!..
26 ғинуар – 5 февраль... Тыуым менән Үлем араһы... Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙың "Алма" антикафеһында шағир Ғилман Ишкининдың ижадын үҙ итеүселәр, көндөң 40 градусты үтеп һалҡынайыуына ҡарамаќтан, йылы усаҡ янына йыйылған һымаҡ, уртаҡ тойғо, уртаҡ юғалтыу эҙенән тупланды.

Ул һис ҡасан да уҡыусылар, ҡәләмдәштәре араһында ижады менән бер төрлө генә фекер уятҡан яҙыусы булманы. Киреһенсә, шәлкемдәре баќылып сығыу менән бәхәс башланыр, төрлө шау-шыу ҡубыр ине. Сөнки, беренсенән, ул башҡорт әҙәбиәтен верлибрҙар менән байытты, икенсенән, фекерҙәр киңлеге һәм тәрәнлеге, яңыса ҡараш төрлө быуын әҙиптәре тарафынан төрлөсә ҡабул ителде. Традицион шиғриәтте генә таныусылар аҡ шиғырҙы бөтөнләй ижадҡа һанаманы, ә уға барыбер ине, сөнки Ғ. Ишкинин үҙ уҡыусыһын тапҡанын белә, яңы быуын яңы фекер көткәнен тоя ине. Ул бер ҡасан да әќәрҙәремде баќығыҙ тип, редакция тупһаларын тапаманы, киреһенсә, үҙенән һорап алып баќтылар. Тағы ниндәй ҡыҙыҡлы фекере, көтөлмәгәнсә асышы менән һиќкәндерер икән шағир, тип һорай инек унан шәлкемдәрен. Шуныһы ҡыҙыҡ: ул яҙғандары өќтөндә эшләмәне, киреһенсә, һәр нәмәлә тәбиғилеккә өќтөнлөк биргәс, нисек килгән уға шиғыр, шул килеш матбуғатҡа бирә ине. Ғилман Ишкининдың уҡыусыһы – ул уның ижадташы ла.
Кисәлә ҡәләмдәштәре Азамат Юлдашбаев, Мөнир Ҡунафин, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Гөлназ Ҡотоева, Гөлнара Хәлфетдинова, "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, журналист Баныу Ҡаһарманова уның хаҡындағы хәтирәләре менән генә уртаҡлашып ҡалманы, ә ижадына баһа бирҙе, ниндәйҙер кимәлдә шиғырҙарына анализ да яһаны. Уҡытыусыһы Зәфәр ағай Хәйбуллиндың килеүе кисәгә шағирҙың тыуған яҡ һулышын өрҙө, уның бала саҡтарына алып ҡайтты. Әйткәндәй, Зәфәр ағайҙың улы Айбулат сараның төп бағыусыһы булып сығыш яһаны. Класташы, шағирә Нәфисә Тулыбаева хәтирәләре менән шулай уҡ мәктәп йылдарына саҡырҙы, кисәне – йыры, ә ҡурайсы Марат Тулыбаев ҡурай моңо менән биҙәне. Сараға шағирҙың ҡатыны Динара, ҡыҙы Ләйлә лә килде. Улар ҡәҙерле кешеләрен дуќтарының, әҙәбиәт һөйөүселәрҙең онотмағанына рәхмәтен еткерҙе. Йәшерәк быуын ижадсылары Гөлнур Ҡыуатова, Илшат Зарипов, Мансур Ҡаҙаҡаев, Гөлнара Күскилдина, Денис Ғилманов шулай уҡ шағирҙың ижады хаҡында ҡыҙыҡлы фекерҙәр әйтте. Ҡайҙалыр шағир менән юлдары киќешкәндәр, уның менән бөтөнләй күрешмәгәндәр ҙә бар ине сарала. Һәр кем иң тәү сиратта Ғилман Ишкининдың ижадына битараф булмауын күрһәтеп, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Был сарала ҡатнашыусылар өсөн төп талап булһа ла, уны һәр кем ҙур ихласлыҡ менән башҡарҙы. "Күк бүре" ойошмаһы егеттәре үҙҙәренең мәңгелек ағзаһы, көрәшсе, ысын башҡорт егете Ғилман Ишкинин менән ғорурланыуҙары хаҡында һөйләне. Эйе, ул ғүмеренең һуңғы көндәренәсә майҙандарға сығып, тел, ил яҙмышы өсөн сығыштар ойошторошто, был донъяла йәшәгәс, йөрәгеңде йомарлап түгел, ә асыҡ күңел менән ғүмер кисерергә кәрәклеге хаҡында яҙҙы, үҙе лә шулай йәшәне.
Шағирҙарҙың ижады – ул күрәҙәлек. Быны Ғилман Ишкининдың ижады ла иќбатлай. Әллә күпме миќал килтерергә була уның шиғриәтенән. Береһенә генә туҡталайыҡ:
Бөгөн яуған беренсе ҡар кеүек,
Тыуған яҡҡа ҡайтып яуғым килде.
Көттөрмәйсә, һиҙҙермәйсә генә
Ҡар болото кеүек ауғым килде.
Арып-талып борма юлдарынан,
Интектергән саҡыр-соҡорон
Ҡарҙар һылап, бер елдереп кенә
Ҡайтып төшкө килде кис ҡорон.
Ныҡ көттөргән ҡар бөртөгө булып,
Һирәкләнгән керпек, сәсенән
Тәгәрәгем килде әсәйемдең
Аяҡ аќтарына сәселеп.
Урамдарҙы, тыҡрыҡтарҙы урап,
Һыҙылғанда мейес төтөнө,
Ел-буранһыҙ ғына күмгем килде
Ауылымдың айлы бер төнөн.
Ашыҡмайса ғына ағылғанда
Аҡ юрғанын һөйрәп ҡар-болот,
Тыуған яҡҡа ҡайтып яуғым килде
Йылы ғына ҡарлы йыр булып...
("Йылы ғына ҡарлы йыр" шиғыры).
Эйе, тап ошо шиғырҙағыса, тыуған яғына ҡайтып барғанда фажиғәле һәләк булды шағир... Кемдер әйткән бит, шағирҙың үлеме – ижадының дауамы, тип. Ошо һүҙҙәрҙе раќлап, ҡыќҡа ғына шиғырҙарына тотош романға һыйырлыҡ фекерҙәр һалған Ғилман Ишкининдың шиғриәте – ул мәңгелек шиғриәт, бөгөнгө һәм киләсәк шиғриәте, тип өќтәйек.
Былтыр "Бельские просторы" журналының 12-се һанында VI республика асыҡ тәржемә конкурсына тәҡдим ителгән шиғырҙы баќтылар. Ул – Ғилман Ишкининдың "Ахырыһы, мин беләм бәхет ни икәнен... Ахырыһы, мин беләм ҡайғы ни икәнен…" тигән шиғыры. Конкурс хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте ошо адрес буйынса табырға була: http://www. bp01.ru/public.php?public=3484. Ҡатнашығыҙ, хөрмәтле шиғриәт һөйөүселәр, Ғ. Ишкининдың ижадына битараф булмағандар! Бына ул шиғыр, әгәр журналда подстрочник (әйткәндәй, автор үҙе эшләгән) менән бирелһә, бында әќәрҙең үҙен генә тәҡдим итәбеҙ:
Ахырыһы, мин беләм
Бәхет ни икәнен…
Миҙгел кеүек түгеллеген беләм,
Һәм шуға ла яҙҙы йәйгә,
йәйҙе көҙгә ялғап
Көтөп алам түҙемлегем менән.
Ахырыһы, мин беләм
Ҡайғы ни икәнен…
Йәште һорап тормағанын беләм,
Шаҡып рөхсәт алмаќ, ҡапыл инер
Кеүек инде минең йөрәк – келәм.
Ахырыһы, мин беләм
Бер ни белмәгәнемде…
Ғилман Ишкинин был ерҙә, үҙенең шиғырында әйтелгәнсә, ҡоштар телен белеп йәшәгән шағирҙарҙың береһе булды. Ул, гүйә, бер нәмәгә ауырһынмай, аптырамай, йәшәү серен дә белә кеүек ине. Яҙмышы менән айҡашып, ярһыуҙарын иманда баќҡан шағир ерҙә йәшәү сәнғәтенең серҙәрен шиғырҙарында асып китмәнеме икән?!.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779