Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "...Аҡҡош йыры итеп яҙайымсы Йөрәгемдең генә яраһын..."
"...Аҡҡош йыры итеп яҙайымсы  Йөрәгемдең генә яраһын..."
Был шиғри юлдар Факиһа Туғыҙбаеваның "Фатихамды бирәм һиңә" йыйынтығынан. Эйе, үҙенең эске моң-һағышы, илаһи көскә эйә рухилығы менән танылған башҡорттоң саф күңелле, ғорур ҡыҙының йөрәк яраһы аша яҙылған аҡҡош йыры ул уның тотош ижады.

Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт, Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаеваның шиғриәте — үҙе рухи азатлыҡ символы, халҡына сикһеҙ һөйөүе.
...Ант ҡыламын,
Һыуҙа йыуып йөҙҙәремде.
Йөрәгемдән
һурып алып һүҙҙәремде...
Ант итәмен, ҡулдарыма мин
ут алып:
...Ут булырмын, утһыҙ ҡалһа
әгәр халыҡ... ("Ант").
Тыуған иленә, Башҡортостанына, һәр тыуған сабыйға, халыҡ ырыќына ҡарата изгелек тойғолары ҡайһылай урынлы әйтелә. Йә булмаһа, дәреслектәргә индерелгән "Эй яҙмышым минең — Башҡортостан" шиғыр-оданы алып ҡарайыҡ:
...Башҡортостан,
Һине аңлау өсөн,
Далаларың кеүек
киң күңелле,
Йылғаларың кеүек
моң-һағышлы,
Урмандарың кеүек
мең балҡышлы,
Ҡаяларың кеүек бейек,
серле
Булыу кәрәк,
Ерем —
Башҡортостан...
...Бөркөттәрҙе
ҡулға өйрәтергә
Тырышмағыҙ минең төбәктә.
Бөркөт булып ергә
тыумаһам да,
Бөркөт саялығы — йөрәктә,
— тип ул үҙенең маһир таланты, шиғри юғарылығы хаҡында тотанаҡлы, әммә ғорурлыҡ менән өндәшә.
...Һәр бер ташҡа,
һәр ағасҡа ҡарап
Йыр сығарған минең өләсәм.
Ҡаяларҙан мин бит
көнләшмәйем,
Улар менән мин тиң
һөйләшәм...
Һулҡылдап типкән йөрәге аша шағирә һүҙ ҡәҙерен — ҡөҙрәтле алтынын йыуа бирә. ...Алтын тигәндәре
баҡыр бит, тип
Көлһә көлөр көнсөл йөҙөмдән.
Ни булһа ла, минең
үҙ алтыным,
Ул йөрәгем аша һөҙөлгән... ("Алтын йыуам").
Поэма эпиклығына дәғүә иткән "Усаҡ яғам" шиғыры — үҙе бер тарихи һағауыл, именлек һәм тормош ҡанундары фәлсәфәһе. Изге еребеҙҙәге борон-борондан йәшәп килгән ырыуҙар яҙмышы, ҡанлы үә данлы тарихыбыҙ сағылышы, милләтебеҙгә тоғролоҡ хистәре һинең күңелеңде байытып, ғилемеңде үќтереп, шәхсиәтеңде йыуатып ебәрә.
...Мин Факиһа,
Ҡаңлы-Төркәй ҡыҙы,
Балҡантауға менеп усаҡ яғам.
Йөрәгемдең сағып
саҡмаларын,
Усағыма яһап янмаќ таған...
Хәтерегеҙҙәлер 90-сы йылдарҙағы ҡырҡыу сәйәси ваҡиғалар үҙәгендә суверенлыҡ яулау көндәре. Үҙ халҡының ялҡынлы патриоты булараҡ, шағирә Факиһа Туғыҙбаева ла алғы сафта торҙо. "Уян, халҡым!" шиғыры — быға асыҡ дәлил.
...Уян, халҡым!
Йоҡоң йоҡо түгел,
Ул — баќлығыу,
ятыу баќылып.
Бәхетеңде һинең урлағандар,
Дарға аќып, бола баќтырып...
Минең оран яңы оран түгел,
Ул бит Салауаттың ораны.
Ул бит Вәлидиҙең
фарманы.
Азатлыҡ, тип,
йәнем баш күтәрә,
Ҡара ҡандар
тулы бит уртым.
Ваҡыт етте!
Ғорурлығың ҡайтар,
Бәхетеңде ҡайтар,
башҡортом!
Илен, телен, халҡын иң тәрән хистәр менән һөйгән шәхес йөрәгенән генә сыға торған һүҙҙәр былар. Был юлдарҙа ирек һөйөүсе Салауат рухы ла, Бабич сазы ла, Вәлиди эшмәкәрлеге лә ҡурҡыу белмәќ сая ҡыҙҙың оранында уңышлы сағылыш тапҡан. Был юлдар беҙҙә лә ғорурлыҡ хистәре уята. Һүҙ ҡөҙрәте, идея киңлеге, йөкмәтке тәрәнлеге, оран көсө, тарих һәм бөгөнгөнөң синтезы һине лә ошо көрәш аренаһына алып инеп киткәндәй. Шиғырҙың тәрбиәүи көсө лә шунда бит. Шағирәнең ижадында оптимистик ҡараш ныҡ йоғонтоло, уҡыусы күңелендә был ифрат ҙур роль уйнай.
...Байрағыңды
тәүге күреүҙәрем,
Күтәрәйем, илем, ирәйеп.
Оҙонайһын өсөн һинең ғүмер,
Ғүмеремде һиңә бирәйем...
("Һаумы, илем!").
Факиһа Туғыҙбаеваның шиғриәте — уның күңел донъяһы, күңел байлығы. Был сигеүле донъя сикһеҙ асманға аша, һүҙ ынйыларына мансылған шиғриәт йыһандан изге ергә шифалы ләйсән ямғыры булып яуа, халҡының йөрәген яулай. Бындай ижадты халыҡ аҡылынан тыуған ижад тибеҙ.
Уның ижады тураһында күп яҙҙылар, әле лә яҙалар, артабан да яҙасаҡтар. Авторҙың халыҡсан поэзияһын бөгөн һәм киләсәктә ғилми юќыҡта айырым тикшереү көтә. Йәш быуын ғалимдары халыҡтың сарсаған күңеленә дауа булып килеп ингән шиғриәт өлгөләрен бөгөнгө уҡыусы иғтибарына ваҡытында еткереп тә барһын ине. Кереше ныҡ тартылған яндан мәлендә атылған уҡ ҡына сәпкә тейә. Үҙ мәлендә әйтелгән һүҙ ҙә шуға бәрәбәр түгелме ни?
Яҙыусының шиғриәтенә ҡарата бер кәлимә һүҙ әйтеүемә өќтәп, шуны ла бәйән ҡылайым әле. Шағирә Факиһа Туғыҙбаеваның республика балалары яратып уҡыған "Аҡбуҙат" журналын ойоштороп, унда көслө, рухлы ижади коллектив туплап эшләүе үҙе ҙур ҡаһарманлыҡ. Рәсәй төбәктәрендә быға ҡәҙәр, ысын мәғәнәһендә милли колоритлы, бай йөкмәткеле, балалар сафлығы ташып торған әҙәби-нәфис журнал нәшер ителгәне юҡ ине шикелле. Мәскәүҙә сыҡҡан "Веселые картинки", "Мурзилка", тағы бер килке баќманы иќәпкә алмағанда. Ейән-ейәнсәрҙәремә йыл да яҙҙырып алып, рәхәтләнеп, ләззәтләнеп, ысынында "сабый бала" булып уҡый инем. Факиһа Һаҙый ҡыҙының ижады — әле лә балаларҙың күңел донъяһында. Был йәһәттән шағирәнең тылсымлы шиғырҙарын бик йыш ҡына радио, телевидение экрандары аша балаларҙың "Тамыр", "Сәңгелдәк" һәм башҡа тапшырыуҙарында тыңларға, ҡарарға күнеккәнбеҙ.
Эйе, Факиһа Туғыҙбаева поэзияһы тылсымлы. Унда халыҡ яҙмышы: үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге. Ә шағирә үҙ халҡының рухи юлбашсыһы ла, ныҡлы таянысы ла, өмөтлө хыялы ла. Үҙе әйтмешләй:
...Әкиәттәге йомро
йомғаҡ кеүек
Уй-ептәрем,
Ҡат-ҡат уйланам.
Алтын балыҡ барыбер
хыял итәм
Көмөш кенә һыулы йылғанан...
Талантлы ижады, ижтимағи эшмәкәрлеге менән Факиһа Туғыҙбаева Башҡортостандың халыҡ шағиры исеменә күптән лайыҡ. Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаеваның ижадына ҡарата М. Ҡотлоғәлләмовтың мәҡәләһендә ("Башҡортостан", 2013 йыл, 26 ноябрь) күтәрелгән фекерҙәрҙе, тәҡдимдәрҙе тулыһынса хуплайым.
Рәүеф ШАҺИЕВ,
филология фәндәре
кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 846

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781