-Мужыт онотҡанһығыҙҙыр? Йә иһә эттәр тамаҡлағандыр.
– Юҡсы, ниңә онотайым, ти. Эшебеҙ шул булғас. Элек кенә ул мал бикләй белмәнек. Эттәр тиһегеҙме ул? – Әбей милиционерға текләп ҡараны. – Һарайҙағы малға нисек эт тейһен. Ике аяҡлы эттәр генә тамаҡлаған. Һуҡыр күрәҙә лә кәрәкмәй.
– Әллә инде, белеп булмай. Ҡайһы берәүҙәр кистән мал-тыуарын апҡайтырға онота ла, аҙаҡ йөрөй бәлә һалып. Кемдән шикләнәһең?
– Шикләнәһең тип ни, ҡулынан ғына тотмағас, кемде минауат итәһең инде...
– Бына, мәҫәлән, ауылығыҙҙа кемдәрҙең урлаша торған холҡо бар?
Шәмсинур әбей урамындағы барлыҡ кешене күҙ алдынан үткәрҙе. Яҙатайым берәйһен әйтерһең дә мәңге ҡан дошман булып ҡалырһың, тип уйланы. Анау, Сибәғәттең малайҙарының ғына эшелер, тип тә шикләнде. Шуларҙың ғүмер баҡый урлашыуҙан башы сыҡманы. Тик әллә ниндәй хаслыҡ ҡылыуҙары бар. Теге ваҡыт күршеләренең ҡаҙ булып бөткән бәпкәләре фис ҡырылып ятып үлде. Нимәгәлер һүҙгә килешкәндәр ҙә, шуның бисәһе ағыу һалған, имеш, тип һөйләнеләр. Атай-әсәйҙәренең холҡон әйтер инем, ғүмер баҡый балаларының йөгөнә керҙеләр. Балалары урлап алып ҡайтҡан тауыҡ-ҡаҙҙы бергә бешереп ашайҙар, ти бит. Урам башында йәшәгән Зәкиәнең айыу кеүек ике малайы ла бөтә донъяһын гөжөп йөрөй, тиҙәр. Уларҙың да ҡулы оҙон. Әсәләре менән бергә ҡушарлап эсеп йөрөгән бәндәләрҙән нимә көтәһең инде? Бапаҡ Ҡасимдың да балалары ла бит йыуған әҙәм түгел. Һанай китһәң, ауылда байтаҡ икән уғрылар. Башы төрмәнән сыҡмаған Мөхтәр ауылға ҡайтҡан, тиҙәр. Ул да ҡоро һыуға ғына туҡ булып йәшәмәйҙер. Әбей үҙенең уйҙарынан үҙе ҡурҡып китте. Тирә-яғына ҡаранды. Тәүбә, тәүбә, тәүбә! Тфү, тфү, тфү. Унан уңлы-һуңлы төкөрөндө. Кеше-фәлән ишетеп ҡалмаһын. Аҙаҡ көн күрһәтмәҫтәр, урамға ла сыға алмаҫһың.
– Әллә инде, – тип кенә яуапланы.
– Нисек инде үҙегеҙҙең ауыл кешеләрен белмәйһегеҙ?
– Беләм дә ул, ҡулынан тотмағас, кемде генә әйтәйем инде!
– Һарығығыҙ ниндәй төҫтә ине?
– Аҡ.
– Нисә йәшлек?
– Өс.
– Нисә тапҡыр бәрәсләгәйне?
– Биш.
– Тамғалары бар инеме?
– Бар инесе, нишләп булмаһын тей. Мин һарыҡтарыма һәр ваҡыт ҡып-ҡыҙылдан муйынсаҡ тағам. Ҡолағының ошо яғын киртеп тә ҡуйғайным. – Шәмсинур әбей үҙенең ҡолағының уң яғын тотоп күрһәтте.
– Фотоһы бармы?
– Һарыҡтыҡы тиһегеҙме? – Ҡатын, әллә яңылыш ишетәмме тип, ҡайтанан әйләндереп һораны.
– Эйе, эйе.
Әбей рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе:
– Кит, ул һарыҡты кем кәртешкәгә төшөрөп йөрөһөн, кешелер шул!
Былай ҙа йәмрәйеп ултырған егеттең асыуы килде.
– Нимә ауыҙ йыраһығыҙ? Бында һеҙҙең менән уйнап ултырамдыр шул. Урлатаһығыҙ ҙа бәлә һалып йөрөйһөгөҙ. Әллә алып ҡайтмағанһығыҙҙыр. Кем белә! Бәлки, ирегеҙ һеҙ күрмәгәндә берәйһенә яртыға осорғандыр. Шулай ҙа була торған. Аҙаҡ йөрөй бисәләре, хаҡлыҡ даулап.
– Юҡ, юҡ, ундай хәлдең мәңге булыуы мөмкин түгел, алтын минең Ғәбделем, алтын. Урлашыу түгел, алдап бер һүҙ әйтә белһәсе. Юҡ, юҡ, уның кешенең һуҡыр тин аҡсаһына ла тейәһе юҡ. Анау ваҡыт… – Шәмсинур ҡыҙып китеп йәнә ире тураһында әллә нимәләр һөйләмәксе булғайны ла, милиционер ҡулын һелтәп туҡтатты.
– Бында һеҙҙең әкиәтте тыңлап ултырырға ваҡыт юҡ. – Участковый оҙаҡ ҡына тегенеһен-быныһын төпсөп-төпсөп яҙып алды. Унан “Бөтәһе лә дөрөҫ” тигән яҙыу урынына имза ҡуйҙыртты.
Унан бөтәһенә лә өйҙә торорға ҡушып, бер нисә сәғәттән килеп етәсәген белдерҙе.
Тау аҡтарғандай арып-талып ҡайтып йығылды әбей. Шулай ҙа иркенләп ял итеү форсаты юҡ ине. Сәй эсеп, бер аҙ хәл алғас, ауылдан өс саҡрым алыҫлыҡтағы бесәнлектәге бабайы янына китте. Милиционер, ул да өйҙә булырға тейеш, тине.
Теге көндә бабайы бесәндәрен йыйып бөтә алмағайны. Өҙлөкһөҙ ямғырҙан ни, ергә лыпа йәбешеп, ҡарайып бөткәйне шул. Бакуйҙарҙы әйләндереп, улай итеп, былай итеп, көскә бер сама киптергәйне лә, яңғыҙы әллә ни ырата алманы. Әбейенең һүҙен ишеткәс, ҡулындағы һәнәген әллә ҡайҙа олаҡтырҙы.
– Әйттем бит мин һиңә, йөрөмә, тинем, – тип ярһыны. – Кеше бер нәмә әйтһә, етә ҡала. Ғүмер буйы үҙ аҡылың булманы. Айт тигәнгә тайт итергә әҙер тораһың. Ҡоро сыпранлап сығып китеүең. Киҫекһеҙ! Быға тиклем шул бесәнде өйөп ҡуя инек, онот булып бөтә ине. – Ғәбдел бабай әбейенә асырғанды. Унан күк йөҙөнә ҡарап:
– Ямғыр ғына яуып ебәрмәһә ярар ине, – тип һөйләнде.
Бабайы алдында үҙен ғәйепле тойған әбейе уға ҡаршы һүҙ әйтергә лә ҡурҡып торҙо. Бөгөн ул теге саҡ бабайының бер һүҙенә ҡаршы биш һүҙгә еткән Шәмсинур түгел ине. Бындай ваҡытта өндәшмәүең хәйерле, ыңғайына ғына торорға кәрәк.
– Ҡуй инде! – Шәмсинур ҡулын ғына һелтәне. – Анау бисәләрҙе генә тыңлап харап булдым. – Әбейе өндәшмәгәс, ире лә ярһыманы.
– Ярай инде, – тигән булды.
Бер нисә сәғәттән килеп етермен тигән участковыйҙы, ана килә, бына килә, тип көнө буйы көттөләр. Йөрәкһегән Ғәбдел бабай, ваҡыт тиҙерәк үтер тип, әллә күпме эш бөтөрҙө. Ихатала бер өйөм утынды ярып ҡуйҙы. Унан һарайын таҙартып сығарҙы, ишек алдын һеперҙе. Һарай ишегенең таҡтаһын алыштырҙы, әтеү теге көндә уғрылар күгәнен аҡтарып алғанда сәрпәкләнеп ҡалған. Үҙе бер туҡтауһыҙ һөйләнде.
– Кит, ғибрәт! Һаман юҡ. Ҡайҙан ғына шуларға бара ҡуйҙы, башҡа бәлә алып. Хәҙер бына бушҡа ваҡыт әрәм итеп йөрө инде. Ямғыр ғына яуып ебәрмәһен, бесәнебеҙҙе харап итер. Бөгөн шуны бөтөп ҡуйыр инек тәһә.
Күренмәйҙәрме икән тип, бер ихатаға сығып, бер өйгә инеп йөрөгән Шәмсинур, ирен ишетһә лә, ауыҙ асып һүҙ ҡатманы. Эстән генә һыҙҙы. “Шул кәрәк һиңә, башалтай ауыҙ, икенсе тапҡыр шапылдамаҫҡа уңай булыр”, – тип үҙен үҙе әрләне.
Йәнә бабайының аҙарынған тауышы ишетелде:
– Шайлы кеше ни! Хәҙер шул һарығыңды милиционерҙарҙың үҙенә биреп ҡасырҙай булырһың!
– Ай Аллам! – Хәҙер шуны өҙмәҫ тә ҡуймаҫ инде, тамам тәҡәтемде ҡоротор. – Шәмсинур тағы үҙ алдына һөйләнде. Уғрыларҙы әрләне. – Күргәнегеҙ, күрмәгәнегеҙ шул булһын! Берәүҙең дә кеше әйберен урлап мандығаны юҡ әле.