— Ана, беҙҙең рыцарь ҡайтҡан!
Фирғәтте күреү менән ауылдаштары шулай тип мәрәкәләп ала. Хөрмәтләп, уға былай тип өндәшеүҙәренең хикмәте лә бар. Хәҙер инде башҡорт сәхнәһендә танылған яҡташын осратыу менән уларҙың шатлығы йөҙөнә сыға.
— Афарин, ҡустым! Бәләкәйҙән рыцарь булып ҡыланған егетте телевизорҙан гел күреп торабыҙ.
— Анау тапҡыр Ильясты ҡалай шәп уйнаның. Ну, килештерәһең! Үҙебеҙҙең Фирғәтебеҙ тип кенә торабыҙ...
Яҡташтарының ихтирамы, уңайы килгәндә йылы һүҙ әйтеп тороуы ижадсыға ҡанат ҡуя, яңынан-яңы ролдәр тыуҙырыуға илһамландыра. Һүҙем Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының йәш актеры Фирғәт Ғарипов хаҡында.
— Бәләкәй саҡта мөғжизәгә шул тиклем ышана инем, — тип башланы һүҙен Фирғәт. — Әкиәт уҡыған һайын, яҡшылыҡтың — яманлыҡты, яҡтылыҡтың ҡараңғылыҡты һәр ваҡыт еңәсәгенә ышанысым артты ғына. Ә инде рыцарҙар хаҡында уҡығас, үҙемде лә улар кеүек хис итә башланым. Минең былай хыялланыуымды күреп, Йәмил ағайым ағастан ҡылыс эшләп бирҙе, атайым тимерҙән ҡалҡан яһаны, ә әсәйем уны матур итеп буяп ҡуйҙы. Ә мин буш ваҡытымда ошо "ҡоралдарымды" алам да, атҡа атланып, урманға китәм. Йәнәһе лә инде, унда яуыз көстәр бар, уларҙы юҡ итергә кәрәк. "Ана, рыцарь китте", — тип шаяртып ҡала ине урамда күргәндәр...
Кескәй саҡтан тылсымға ышаныу, матурлыҡҡа, изгелеккә ынтылыу уны сихри театр донъяһына алып килгән дә. Ә инде милли сәхнәбеҙ бындай һәләтле актерҙан уңды. Фирғәт Ғарипов башҡарған төп ролдәрҙе генә миҫалға алайыҡ: Ә. Дилмөхәмәтованың "Артур+Нэнси" спектаклендә — Артур, З. Бураҡаеваның "Февраль. Буран" драмаһында — Рәми, Т. Ғиниәтуллиндың әҫәре буйынса ҡуйылған "Ер менән Күк араһында" пьесаһында Ильяс кеүек образдарҙы тыуҙырҙы.
Фирғәт аяныслы яҙмышлы, ғәҙеллек өсөн көрәшкән геройҙарҙың эске кисерешен тамашасының күңеленә үтерлек итеп башҡара. Һуңғы ике йылда ғына ул тыуҙырған Рәми һәм Ильяс образдары — ошоға асыҡ дәлил. Халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ҡатмарлы һәм фажиғәле биографияһына нигеҙләнгән "Февраль. Буран" драмаһын ҡарағанда күҙ йәшен тыйыу ауыр ине. Бындай уңышта иһә Рәми ролен бирелеп башҡарған Фирғәт Ғариповтың өлөшө бик ҙур.
Талха Ғиниәтуллиндың әҫәрҙәренә нигеҙләнгән "Ер менән күк араһында" спектаклендә (Р. Кинйәбаев инсценировкаһы) Фирғәт төп ролде — Ильясты — башҡара. Әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса егет, һуғышта уң аяғы яраланып, сатанлап йөрөй. Ошо әҫәрҙе сәхнәләштергәндә Фирғәт Ғарипов менән булған күңелһеҙ хәлде тамашасылар әле белмәй ҙә.
— Репетиция айҙан ашыу бара ине, — тип хәтирәләргә бирелә Фирғәт. — Яраланған һалдат ролен башҡарғас, мин сәхнәлә уң аяғыма сатанлап йөрөй инем. Ә инде репетициянан һуң ҡайтып барғанда тайып йығылып, ысынлап та уң аяғымды һындырҙым! Театрыбыҙҙың художество етәксеһе Олег Ханов аптырашта ҡалды. Ни тиһәң дә, премьераға ла күп ҡалмағайны. "Нимә эшләйбеҙ?" — ти ул, борсолоп. "Репетицияға йөрөйәсәкмен", — тинем, күп уйлап тормай. Тик дауаханала ҡуйылған ябай гипс менән аяҡҡа баҫып та булмай. Хәлемә кереп, театр етәкселеге миңә ҡиммәтле, хәрәкәт итеү өсөн уңайлы гипс алып бирҙе. Хәстәрлеге өсөн Олег Закир улына рәхмәтлемен.
Сәхнә кешеһе өсөн ғаиләнең ныҡлы булыуы ла мөһим. Был — уның таянысы. Әгәр тормош юлдашың эшеңде хупламаһа, шул сәбәпле төрлө аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуһа, актерға ижад итеүе, ай-һай, еңелдән булмаҫ ине. Ғаилә тормошона бәйле Фирғәт ошо ҡыҙыҡлы хәлде һөйләне.
Ул, иртә менән тороп, Ырымбур өлкәһенә гастролгә китергә йыйынып йөрөй икән. Шул саҡ ауырлы ҡатыны Ләйсән, эсем ауырта, тип зарланған. Йәштәр, күп уйлап тормай, "Ашығыс ярҙам" машинаһы саҡыртҡан. Ҡатынығыҙ тиҙҙән бала табырға тейеш, тигән табип, шуға ла дауаханаға оҙатып барырға кәрәклеген белдергән. "Ә мин гастролде ташлап китә алмайым бит инде, — тип хәтерләй Фирғәт. — Ҡатынымды үҙен генә алып киттеләр, ә мин әйберҙәремде йыйып эшкә юлландым. Театрға барып етеп тә өлгөрмәнем, ҡатыным шылтырата: "Ҡотлайым, һин икенсегә атай булдың!" Гастролдән йөрөп ҡайтҡас ҡына Ләйсәнде бала табыу йортонан барып алдым".
Гастроль тигәндән, Фирғәт Ғариповҡа театр артистары менән бергә Ҡытайға, Төркиәгә, Ҡаҙағстанға, Беларусь Республикаһына, шулай уҡ Рәсәйҙең бик күп башҡа төбәктәрендә ижади сәфәрҙә йөрөп ҡайтырға насип булған.
— Улым тәүге һүҙен әйткәндә лә, атлай башлағанда ла гастролдә инем, — ти Фирғәт, йылмайып. — Һәр ваҡыт өйҙә булмауыма үпкәләп, кәләшемдең шау-шыу ҡуптарғаны булманы. Ғаилә усағын һаҡлай белгәне өсөн уға рәхмәтлемен.
Әйткәндәй, Фирғәт Ғариповтың ҡатыны Ләйсән дә тормошон сәнғәткә арнаған. Ул — һөнәре буйынса рәссам. Ғариповтарҙың татыу ғаиләһендә ике бала тәрбиәләнә: улдары Сармат Ф. Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһында I класта уҡый, ә Әсиләгә әле һигеҙ ай ғына.
Фирғәт Ғарипов "Ҡуласа", "Ҡолонҡай" нәфис фильмдары аша ла тамашасыға таныш. Һәләтле актер, сәхнәлә уйнауҙан тыш, "Самрау" балалар театр студияһын да етәкләй. Бынан тыш, күп кенә тамашаларҙы, дәүләт кимәлендәге яуаплы сараларҙы ла алып барырға ваҡыт таба.
Йәш актер тиһәк тә, Фирғәттең Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләүенә ун йыл булып киткән. Ошо ваҡыт арауығында ғына мыҡты кәүҙәле, көр тауышлы сәхнә оҫтаһы күпме роль аша халыҡты һөйөндөрөп өлгөрҙө! Шуныһы ҡыҙыҡлы: Ғарипов фамилияһын йөрөткән шәхестәр башҡорт рухиәтен байытыуға ҙур өлөш индерҙе. Арҙаҡлы әҙиптәребеҙ Рәми Ғарипов менән Таңсулпан Ғарипова ғына ни тора! Фирғәт тә ошо исемгә тап төшөрмәй, бар көсөн һалып, милли театрыбыҙҙа бирелеп эшләй.
Талантлы актер киләсәктә лә яңынан-яңы образдар тыуҙырып, башҡорт театры үҫешенә тос өлөш индерер, тип ышанабыҙ.