Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юмор һәм сатира оҫтаһы
Был осраҡта, йылмайыу аша әйтелгән һүҙҙәр малайҙың хәлен еңеләйтеберәк аңлатырға тырышыуын күҙ алдына баҫтыра, тик бынан уның аяныслы тормошо тағы ла тәрәнерәк кәүҙәләнеш ала. Драматизм, юмор, сатира элементтарының бер бөтөн булып килеүе ситуация һәм характерҙарҙы көтөлмәгәнсә асыуға, художестволы эффектлылыҡҡа өлгәшеүгә мөмкинлек тыуҙыра. Бынан яҙыусының ҡабатланмаҫ ижади йөҙөн билдәләр һыҙаттар барлыҡҡа килә.
Шул рәүешле хикәйә Сәғит Агиш прозаһының төп жанры булып күҙ алдына баҫа. Яҙыусының талант көсө, төп үҙенсәлектәре ошо формала асығыраҡ сағыла. Уның был жанрҙағы әҫәрҙәренә характер һәм ситуацияларҙың тәрән мәғәнәлелеге, ябайлығы, хикәйәләүҙең әңгәмәгә тартым стиле, телдең халыҡсан образлылығы, күләм ыҡсымлығы хас. Хикәйә жанрын айырыуса үҙ итеүен белдереп, яҙыусы үҙе былай ти: "Мин хәҙер, нигеҙҙә, ҡыҫҡа һәм юмористик хикәйәләр өҫтөндә эшләйем. Минән ҡайһы саҡта "Ни өсөн бәләкәй нәмәләр яҙаһығыҙ?" тип һорайҙар. Беләһегеҙме, был хаҡта француз яҙыусыһы Альфонс Доде бына нимә тигән: "Ниңә йырың ҡыҫҡа?" — тип һандуғастан һорайҙар икән. "Донъяла йырҙар күп, — тигән һандуғас. — Ә минең ғүмерем берәү генә, етмәһә, ҡыҫҡа. Йырым ҡыҫҡа булған һайын, күберәк йырлай алам мин". Миңә лә хикәйәләрем күпме ҡыҫҡа булһа, шунса күп һәм яҡшыраҡ яҙыла кеүек. Шуға күрә хикәйә — минең яратҡан төп жанрым ул".
Әлбиттә, Сәғит Агиш прозаһы хикәйәләрҙән генә тормай. Уның "Мәхмүтов", "Егеттәр", "Тәүге дәрестәр", "Яҡташтар" исемле повестары, "Нигеҙ" романы — башҡорт әҙәбиәтенең аҫыл әҫәрҙәре иҫәбендә. Был киң полотнолы повестар һәм роман буйынса колхозлашыу, тәүге биш йыллыҡтар, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарының, унан һуңғы тыныс төҙөлөш дәүерҙәренең кеше күңеле аша сағылған йәнле йылъяҙмаһын күҙалларға мөмкин. Был әҫәрҙәрендә лә, хикәйәләрендәге шикелле, яңы дәүер ваҡиғаларының рухи-әхлаҡи асылын сағылдырыу алғы планға сыға, конфликт һәм коллизияларҙың тормошсан ябайлығы әсир итә. Иғтибар йүнәлтәйек: "Нигеҙ" романының яҙылыу тарихын Сәғит Агиш бына ҡайһылай итеп аңлата: "1944 йылда тыуған ауылымда булдым, — тип яҙа ул. — Һәм шунда миңә Ташбулат исемле бер яҡын таныш ҡартым үҙенең өй нигеҙе менән булған ошондай хәлде һөйләне. Ташбулат ҡарт элек, колхозға инмәҫ борон, ҡот осҡос фәҡирлектә йәшәгән, бының бөтә сәбәбен өйө ултырған нигеҙҙән күреп йөрөгән. Башҡа сәбәптең булыуы ла мөмкин түгел, ти ул, сөнки мин үҙем, шулай уҡ атайым мәрхүм дә бөтә ғүмеребеҙҙе эшләп үткәрҙек, шулай булһа ла, өҫтөбөҙҙө генә лә бөтәйтә алманыҡ. Ташбулат оҙаҡ йылдар буйы өйөбөҙҙөң нигеҙе насар тип уйлап йөрөгән һәм, ниһайәт, сикһеҙ сығымдарға батып булһа ла, яңы нигеҙгә күсеп ултырған, тик барыбер мандып китә алмаған. Һуңынан ул үҙенең хаталаныуын аңлаған. "Ләкин шулай ҙа эш барыбер нигеҙҙә булған, — тине ул. — Тик бер минең өйҙөң нигеҙендә генә түгел, ә бөтә ауылдың, ауылдың ғына түгел, бөтә илдең нигеҙендә, уны үҙгәртеп ҡороуҙа булған икән". Ташбулаттың был һүҙҙәре мине бик тулҡынландырҙы, был турала яҙмай булдыра алманым..."
"Нигеҙ" романы 1949 йылда тамамланып, 1951-ҙә баҫылып сыға. Билдәле булыуынса, утыҙынсы йылдар урталарынан илленсе йылдар баштарына саҡлы тиҫтә ярым самаһы дәүер башҡорт әҙәбиәтендә романдар күренмәйерәк торҙо. Шуға "Нигеҙ" уҡыусылар тарафынан ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡаршы алынды. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә был әҫәр башҡорт телендә бер нисә тапҡыр баҫылып сыҡты, урыҫ телендә донъя күрҙе, әҙәби тәнҡиттә юғары баһаланып, лайыҡлы урын алды.
Шиғырҙар яҙып әҙәбиәткә килгән Сәғит Агиш дүрт тиҫтә йылдан ашыуға һуҙылған әҙәби эшмәкәрлегендә хикәйә, повесть, роман, шиғыр, пьесалар, юлъяҙмалар, очерктар, әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, публицистик сығыштарҙы үҙ эсенә алған бай әҙәби мираҫ ҡалдырҙы. Шул уҡ ваҡытта ул бүлмәгә бикләнеп, өҫтәл артында әҙәби әҫәрҙәр генә яҙып ултырған әҙип булманы. Мәҙрәсә шәкертенән башлап яңы йәмғиәт төҙөүҙең бөтә дәүерҙәрендә ең һыҙғанып ҡатнашҡан эшмәкәр дәрәжәһенә күтәрелде. Комсомол активисы, журналист, уҡытыусы, ғилми хеҙмәткәр, Яҙыусылар союзы аппараты вәкиле — оло яҙыусы үткән хеҙмәт юлдары. Шуға күрә уның әҫәрҙәрендәге күп кенә геройҙарҙың һәм мотивтарҙың автобиографик юҫыҡта булыуы тәбиғи. Халыҡ, ил тормошо һәм хәстәре менән йәшәү уның ижад офоҡтарын киңәйтә, уға халыҡсан төҫ, юғары яңғыраш бирә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Почет Билдәһе ордендары менән наградланыуы, Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләнеүе яҙыусының ижтимағи, ижади эшмәкәрлегенең юғары баһаланыуы тураһында һөйләй.
Күренекле рәссамдар, ғәҙәттә, бай натуралы кеше булыуы менән дә һоҡландыра. Сәғит Агиш та – замандаштары күңелендә, уны күреп белгән кешеләр хәтерендә юйылмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра алған шәхес. Өлкән быуын яҙыусыларының күренекле вәкиле Зәйнәб Биишева былай тип иҫкә ала Сәғит Агишты:
"Сәғит Агиш шәхес булараҡ та бик ҡыҙыҡлы, күп яҡлы, сикһеҙ үҙенсәлекле кеше ине. Талантлы яҙыусы ла, сәсән телле импровизатор ҙа, уның үҙ һүҙе менән әйткәндә, "ҡыҙыҡ" артист та, бик оҫта әңгәмәсе лә, хатта оҫта ораторлыҡ та — барыһы бергә йыйылғайны унда. Хәтере лә бик шәп ине уның. Йөрөгәне менән йәнле тарих та, ал бирмәҫ сәсән дә, кәрәк саҡта үтә ҡаты һәм бәреп әйтә белә торған ҡыйыу кеше лә ине ул. Әгәр рухланып һөйләп китһә, хатта ҡайһы берҙә саманан тыш арттырып, осондороп ебәреүен тоя тороп та, уны кинәнеп тыңламай булдыра алмай инек, сөнки уның һүҙгә оҫталығы һинең иғтибарыңды тотош яулап ала ла, тыңларға, уның менән бергә көлөргә, ҡыуанырға мәжбүр итә.
Хәтеремдә, бер саҡ шулай Өфөнөң Луначарский исемендәге баҡсаһының йәйге бинаһында Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған кисәгә йыйылғанбыҙ. Ҙур зал халыҡ менән шығырым тулы. Шағирҙың туғандары, дуҫтары, ҡәләмдәштәре, уҡыусылары иҫтәлектәр һөйләй, шиғыр уҡый. Ғәҙәттә, бындай иҫтәлектәрҙең күбеһе һүренке, төҫһөҙ, оло талант эйәһенең күп яҡлы, бай образын тейешенсә сағылдырыуға һәләтһеҙ булыуы менән эсте бошора башлай. Был кисәлә лә ундай ойотоуҙар булғыланы. Әммә Сәғит Агиштың ундағы сығышы, дөрөҫөрәге, импровизацияһы, ғәжәп бер әҙәби күренеш, ваҡиға булып хәтерҙә ҡалды, тиһәм дә хата булмаҫ. Көр, сағыу тауыш, сәсәндәргә хас аҡыллы, бай юмор, артистарға хас тамашасының иғтибарынан ҡанатлана белеү — былар бөтәһе лә телмәрҙе һоҡланғыс һәм ҡабатланмаҫ итте. Ойой биреп тынып ҡалған зал геү килеп алҡышлай-ҡыуана тыңланы уны. Әлбиттә, бында ла Сәғит Агиш үҙ ҡылығына тоғро ҡалды. "Ҡыҙыҡ" өсөн ғәҙәти буяуҙарҙы артыҡ ҡуйыртып, мәҙәкләп, халыҡса әйткәндә, "юҡты бар итеп", арттырып ебәреүҙәргә лә һаранланып торманы. Оло шағирҙың образын тағы ла йәнлерәк, яғымлыраҡ, ҡәҙерлерәк итеп, иң мөһиме — кешесә ябай һәм кешесә бөйөк итеп күҙ алдына баҫтырыуға бөтә булған тәбиғи оҫталығын һалды. Ул үҙе лә үҫеп, тамашасыны ла дәррәү ҡуҙғатып, үҫтереп, талпындырып ебәргән телмәр булды был...
Сәғит Агиштың минең күңелгә ятып ҡалған тағы бер юғары кешелек сифаты хаҡында ла әйтеп үткем килә. Был — уның кәрәк саҡта иғтибарлы иптәш тә, тоғро дуҫ та була белеүе. Бер йылды яҙ көнө "Уяныу" романын яҙып ятҡан саҡта, халыҡ әйтмешләй, тигеҙ ерҙә тайып йығылып, аяҡ һындырып ҡуйғас, миңә өс айлап гипста ултырырға тура килде. Ул, ошо осорҙа һәр көн тиерлек инеп, хәл белергә, төрлө көләмәс һүҙҙәр һөйләп көлдөрөп, йыуатып сығып китергә ваҡыт таба ине. Һәҙиә Дәүләтшина үлгәс, уның архивын эҙләү юлында күрһәткән ҡыйыу хәстәрлеге лә юғары кешелек сифаты хаҡында һөйләй".

Халыҡ шағиры Мостай Кәрим иһә Сәғит Агиш тураһында ошолай яҙҙы:
"...һүҙ һөйләргә ул ысынлап та оҫта ине, тапҡыр телле ине. Зәғиф кенә күҙе үтә күпте күрер, үткер үк булмаған ҡолағы үтә күпте ишетер, ә инде иҫ киткес зирәк хәтере үтә күпте һаҡлар ине...
Китаптарынан тыш, ул беҙгә йәнә яҙыусының шәхес өлгөһөн ҡалдырып китте. Ул уйлағанын, теләгәнен яҙҙы. Шуға күрә яҙғаны теләп ҡабул ителде. Уның өсөн тормошта иптәшлек — теләктәшлекте, дуҫлыҡ — тоғролоҡто, намыҫ — көрәште, милли ғорурлыҡ — милли киң күңеллелекте аңлата ине. Үҙ-ара мөнәсәбәттә ул асыҡлыҡты алға һөрҙө, ярым-яртылыҡ уға ят ине. Рухи яҡынлыҡтан, фекерҙәшлектән, идея уртаҡлығынан тыш яҡташ та, әшнә лә эҙләмәне. Иҙәндең таҙа булыуы, һыуҙың саф булыуы, күңелдең ихлас булыуы өсөн тырышты ул".


* * *


Сәғит Агиш... Ни тиклем тәрән мәғәнә һаҡлана был исемдә. Уның ғүмере Ватанға, халыҡҡа хеҙмәт итеүҙең өлгөһө, ә әҫәрҙәре, ижады килер көндәргә ышаныслы атларлыҡ бөхтәлек, мәғәнәлелек менән тулы. 1974—1975 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәте Сәғит Агиштың ике томлыҡ һайланма, 1979–1980 йылдарҙа дүрт томлыҡ һайланма әҫәрҙәрен баҫтырып сығарҙы. Өфөнөң бер урамы Сәғит Агиш исемен йөрөтә. Китаптары ҡулдан-ҡулға, быуындан-быуынға күсә.

(Аҙағы. Башы 15-се, 16-сы һандарҙа).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781